Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы
Тәрбиәсенең шәхси сайтына рәхим итегеҙ!
Тәрбиәсе-әсә наҙын өләшеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы ла!
Профессия: Воспитатель
Профессиональные интересы: Желание применять собственный педагогический опыт для воспитания детей, для развития их творческих, умственных и социальных способностей
Увлечения: дети и творчество
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: г.Баймак
Место работы: Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение Центр развития ребенка-детский сад «Айыукай» г.Баймак Республики Башкортостан
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/buranbaeva-amina-rafikovna"Баланың киләсәге, уның донъяға ҡарашы, бөтә ғүмере баланы тәрбиәләүҙән тора. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - күңел торошо. Ул балаларға йөрәк йылыһын бүләк итә. Тәрбиәсенең эше-хеҙмәт кенә түгел, был, тәү сиратта, үҙеңде бөтөнләйе менән бирә белеү, ошо яҡтылыҡта күреү һәләте."
Здравствуйте, уважаемые посетители сайта!
Я рада приветствовать на страницах моего сайта и очень надеюсь,что все
представленные на данном сайте материалы будут полезны как педагогам, так и родителям.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар, ата-әсәләр, һәм сайтҡа инеүселәр!
Һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Минең диуарымда һеҙ дәрес өлгөләре, байрам
сценарийҙары, интерактив уйындар, фото һәм видеоматериалдар таба
алаһығыҙ.
О себе
Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһында 8 йыл эшләйем. "Үҙемде" эҙләү 1999 йылда Сибай педагогия колледжында башлана . Артабан БДУ-ға "Филология" һөнәре буйынса белем алыуымды дауам иттем.Әммә бының менән дә туҡталып ҡалмаҫҡа булдым... 2015 йылда "Мәктәпкәсә педагогика һәм психология" ҡайтанан һөнәри әҙерлек программаһы буйынса йомғаҡлау аттестацияһы үттем. 2004 йылда балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым һәм әлеге ваҡытта ла "Айыуҡай" башҡорт балалар баҡсаһында хеҙмәт юлымды дауам итәм.
2017 йылда сығарылған "Башҡортостан-тыуған илем" исемле мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Башҡортостан Республикаһын өйрәнеү программаһының авторҙарының береһе булып торам.
Хәҙерге ваҡытта "Ерем,илем,телем" проекты өҫтөндә эшләйем.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
"Китап уҡымаған кеше-сәскә атмаған үлән" (Ғайса Хөсәйенов)
М.Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ","Беҙҙең өйҙөң йәме","Өс таған"
З.Биишева "Кәмһетелгәндәр", "Емеш"
В.Сухомлинский "Йөрәгемде балаларға бирәм"
Мин үҙем төрлө йүнәлештәге китаптарға бай, уҡырға яратҡан ғаиләлә үҫтем.Бынан тыш, беҙҙең ғаилә тиҫтәләп гәзит һәм журнал алдырҙы.Биш йәштәрҙә апайым мине хәреф танырға,уҡырға өйрәтте. Мәктәпкә барып, ныҡлы уҡырға өйрәнгәс, тәүге үҙаллы уҡыған китабым Мостай Кәримдеке булды. Унда “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм “Өс таған” повестары ингән ине. Йәйге каникул ваҡытында яйлап ошо китапты уҡып сыҡтым. Был әҫәрҙәр шул тиклем оҡшаны, башкөллө шул донъяға сумғандай булдым. Йәшәй килә ошо повестың шундай ҙур, мауыҡтырғыс китап донъяһына илткән һуҡмаҡ икәнлеген аңланым. Хәҙерге ваҡытта ла ҙур кинәнес менән башҡорт, рус һәм донъя классикаһын уҡыйым. Уҡыған һайын китаптың икһеҙ-сикһеҙ ғаләм икәнлегенә төшөнәм.
Мой взгляд на мир
Тәрбиәсе - изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе. Сәскән орлоҡтарҙан нимә үҫеп сығырына бер кем дә яуап бирә алмай.Бары тик тәрбиәсе генә үҙ өҫтөнә ошо яуаплылыҡты ала,сөнки ул һәр баланы үҫентеһе кеүек ихлас тәрбиәләй.Киләсәктә уларҙың урман булып шаулап үҫеренә ышана ул.
Тәрбиәсе һөнәренә һөйөүем бала саҡта уҡ барлыҡҡа килде. Әхирәттәрем «табиптар», «һатыусылар» булып уйнаһа, мин һәр ваҡыт «тәрбиәсе» була торғайным. Минең тәрбиәсем һәр саҡ иң аҡыллыһы, иң ғәҙеле, иң матуры, иң яғымлыһы булды.
Мои достижения
2017й.-Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты 1.
2. 2015 й.- "Белемле Башҡорт" мәғрифәтселек порталының Рәхмәт хаты
3. 2015 й.- "Мәғрифәтселек" нәшриәтенән вебинарҙа ҡатнашыусы Сертификаты
4. 2016 й.-Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығының Почет грамотаһы
5. 2018 й.-Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаты
6. 2016 й.- "Йыл тәрбиәсеһе" конкурсында актив ҡатнашҡан өсөн Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы
7. 2016 й.-"Йыһан балалар күҙлегенән"асыҡ конкурсында ҡатнашыусыны әҙерләгән өсөн Сертификат
8. 2021 й.- "Беҙ Гагаринсылар!" республика олимпиадаһында актив ҡатнашҡан өсөн Почет грамотаһы
9. 2021 й.- "Беҙ Гагаринсылар!" республика олимпиадаһына призер әҙерләгән өсөн Почет грамотаһы
10. 2021 й.-Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының "Балҡыш" республика акцияһында ҡатнашҡан өсөн Сертификат
11. 2021 й.-М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу буйынса саралар эшкәртмәләре һәм сценарийҙары конкурсында I дәрәжә Дипломы
12. 2021 й.- "Башҡорт йолалары һандығы" район кимәлендәге конкурсында Почет грамотаһы
13. 2022 й.-Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы
14. 2022 й.-"Беҙ Гагаринсылар!" республика олимпиадаһына "Һүрәт эшләү" йүнәлеше буйынса призер әҙерләгән өсөн Почет грамотаһы
15. 2022 й.-"Беҙ Гагаринсылар!" республика олимпиадаһына "Физик культура" йүнәлеше буйынса призер әҙерләгән өсөн Почет грамотаһы
16.2023 й.- "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы"республика профессиональ конкурсы- призер, Диплом
17.2023 й.-Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы Маҡтау ҡағыҙы
18.2023 й.-Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһытапшырыу тураһында дипломы
Тәрбиәләнеүселәремдең ҡаҙаныштары:
1. 2021 й.- Буранбаев Байрас, Буранбаев Баязит "Аҡбуҙат" журналы ойошторған Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге видеоконкурста ҡатнашҡандары өсөн Сертификат
2.2021 й.- Юлдашева Динә, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән рәсәй кимәлендәге һүрәт конкурсында III урын - Диплом
3.2021 й.- I дәрәжә Дипломы ,Буранбаев Баязит - " Урал батыр" балалар күҙлегенән" региональ конкурсы
4. 2022 й. - Әфләтунова Диана, II урын, БР Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан үткәрелгән конкурс "Тыуған илемә хеҙмәт итәм!"
5. 2021 й. - Раскильдин Нурислам, "Беҙ Гагаринсылар!" республика олимпиадаһында локаль этап призеры,
6. 2021 й. - Хәсәнов Ансар, "Беҙ Гагаринсылар!" республика олимпиадаһында локаль этап призеры
7.2022 й. - Буранбаев Баязит ,"Аҡбуҙат" журналы ойошторған "Мин "Аҡбуҙатты уҡыйым " конкурсында Сертификат
8.2022 й.- Буранбаев Баязит, "Аҡбуҙат" журналы ойошторған "Мин "Аҡбуҙатты уҡыйым" конкурсында Сертификат
9. 2022 й. - Аракаев Батырхан " Беҙҙең Рәсәй" БР Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан ойошторолған рәсәй кимәлендәге конкурста II урын, Диплом
10. 2022 й.- Байымов Артур " Көҙ етте" төбәк-ара конкурсында II дәрәжә Дипломы
11.2023 й.-Буранбаев Байрас,Баязит "Урал батыр"эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә I урын.Почет грамотаһы
12.2023 й.-Буранбаев Байрас,Баязит, "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXV төбәк-ара конкурсы, "Иң йәш сәсән"номинацияһы, диплом
13.2023й. декабрь-Буранбаев Байрас,Баязит,Башҡорт теле көнөнә арналған "Атам теле! Әсәм теле! Минең телем! шиғыр һөйләүселәрҙең регион-ара онлайн конкурсында "Иң оригиналь парлы һөйләү өсөн"номинацияһы,диплом.
Моё портфолио
Балалар баҡсаһында эшләгәндә, бер урында ултырыу мөмкин түгел. Педагогика йылдан-йыл үҙгәрә, яңы алымдар һәм эш алымдары барлыҡҡа килә һәм уларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышам. Курстар,вебинарҙар үтеү,төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу-үҙ-үҙеңде камиллаштырыу төрҙәренең береһе.