"Яҫтыҡ байрамы"
методическая разработка

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

фольклор байрамы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yastyk_bayramy.docx16.73 КБ

Предварительный просмотр:

                           Яҫтыҡ байрамы.

                       

Маҡсаты:

-Башҡорт халҡының йолалары  менән таныштырыу;

-Халыҡ ижады өлгөләре аша балаларға әхлаҡ тәрбиәһе биреү;

-халыҡ ижадын өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләү, уны һаҡлау һәм байытыу.

 Йыһазландырыу:

-Проектор, слайдтар, фонограмма.

-өй эсе декорацияһы.

 -яҫтыҡтар күргәҙмәһе.

Ҡатнашалар: ҡыҙҙар,өләсәй,ағинәйҙәр, атай-әсәй, мулла,бәпәй.

Зал эсе башҡорт өйө фонында биҙәлгән.Иҙәндә балаҫтар, һандыҡ. Өҫтөнә тартма тарттырып түшәк-яҫтыҡтар йөйелгән.Ҡыҙҙар уйнап ултыра.

Беренсе ҡыҙ: Ҡыҙҙар беҙҙә бөгөн өмә була тине өләсәйем.Апайыма бирнәлеккә яҫтыҡтар эшләйҙәр.

Икенсе ҡыҙ: Яҫтыҡтар магазинда һатыла бит, уны нисек эшләйҙәр?

Беренсе ҡыҙ: Минең өләсәйем үҙе эшләй.Ул эшләгән яҫтыҡтар шул тиклем матур, йомшаҡ, йылы.

Икенсе ҡыҙ: Мин яҫтыҡ эшләгәндәрен күргәнем юҡ.

Беренсе ҡыҙ: Өләсәйем миңә лә ярҙамлышырһың тигәне, әйҙәгеҙ ҡыҙҙар беҙгә,яҫтыҡ байрамына.

Күңелле көй. Ҡыҙҙар таҡмаҡ йырлай.Улар йырлағансы, өләсәй, ағиинәй-апайҙар өй эсендә ҡауырһын һыҙырыу күренешен һүрәтләй.

Таҡмаҡтар:

Әйҙә дуҫтар бергәләшеп,

Йолаларҙы үтәйек.

Яҫтыҡ байрамында бөгөн,

Ихлас ярҙам итәйек.

Их,күңелле бергәләшеп,

Беҙ яҫтыҡтар эшләйбеҙ.

Уйнап-көлөп, ярҙамлашып,

Татыу бергә йәшәйбеҙ.

Бейеп алалар.

Беренсе ҡыҙ: Өләсәй беҙгә ярҙамға ҡыҙҙар килде.

Өләсәй:Һай афариндар,ярҙамсылар булғас, эшебеҙ  уңыр Аллабирһә.

Беренсе ағинәй: Әйҙәгеҙ эшебеҙ уң булһын, ике һуҡыр күрмәһен, икендегә етмәһен тип башлайыҡ.

Икенсе ағинәй:Бирнәлек матур булһын, ҡыҙыбыҙға аҡыллы,тәүфиҡле,иманлы кейәү иш булһын!Амин!

Өсөнсө ағинәй(ҡыҙҙарға ҡауырһындар бирә, һыҙырырға өйрәтә) Бына ҡыҙҙарым,ҡауырһынды ыңғайына түгел, киреһенә һыҙыраһың, тиҙ генә сыға, шәп кенә тартырға кәрәк.

Күңелле көй.Ағинәйҙәр менән ҡыҙҙар ҡауырһын һыҙыра.Ағинәйҙәр йырлап та ала.

Беренсе ҡыҙ: Өләсәй, ҡаҙың бәләкәй мамыҡтары етә бит яҫтыҡҡа, нимәгә был ҡауырһынды һыҙырып һалаһығыҙ?

Өләсәй:Яҫтыҡ күпереп, ҡабарып ҡын торһон тип, йомшаҡ йылы булһын өсөн ҡауырһын мамығы бик һәйбәт ҡыҙым.

Беренсе  ағинәй: Борон-борондан килә  башҡорт халҡында яҫтыҡ менән бәйле йолаларыбыҙ. Бала тыуғас та йомшаҡ маур яҫтыҡҡа һалып исем ҡушалар. Бына Мәҙинә ҡыҙым һинең исем алған яҫтығың.(Өләсәй матур ғына аҡ яҫтыҡты күрһәтә)

Ошо мәлдә бала илаған тауыш ишетелә. Атай бәпәй күтәреп, әсәй яҫтыҡ тотоп, мулла олатай килеп сығалар. Яҫтыҡ өҫтөнә баланы һалалар.Матур ғына аҙан яңғырай, мулла сабыйға исем ҡуша.

Мулла: Был сабыйҙың исеме Мәҙинә булһын.(Ике ҡолағына өс тапҡыр исем әйтеп өрә)

Беренсе ағинәй: (Балаға бүләк һалып теләк әйтә) Ата-әсәле бала булһын, аҡ һөт имеп үҫкән, сәләмәт,аҡыллы ҡыҙ булһын.Минән ҡыҙыма  бүләккә сәңгелдәгенә яҫтыҡ.

Икенсе ағинәй:(Күлдәк һала) Ҡыҙ бала өйгә биҙәк, минән ҡыҙыма матур күлдәк!бәхетле булһын!

Өсөнсө ағинәй: Ҡыҙың тыуғас та бирнәлек йыя башла тигәндәр, минән ҡыҙыма ике бирнәлек яҫтығы.Ҡыҙымдың ғүмере оҙон,тормошо уң булһын!

Атай:Рәхмәт изге теләктәрегеҙгә!Амин әйткәнегеҙ килһен!

Атай,әсәй,мулла сығалар.

Өләсәй: борон ҡунаҡ килһә, оло йәштәге ҡунаҡты яҫтыҡҡа ултыртҡандар.Тик яҫтыҡҡа йәш ҡыҙҙарға.ҡатындарға ултырырға ярамай.шундай ырым бар.

Беренсе ағинәй:Яҫтыҡты килен төшөргәндә киленде уң аяғы менән иң беренсе яҫтыҡҡа баҫтыралар.

Проекторҙа “Килен төшөрөү”  йолаһы видеола, булмаһа фотолар менән слайдта күрһәтелә.

Өләсәй: бына  “Күмәкләгән –яу ҡайтарған” тип мамыҡтарҙы әҙерләп тә бөттөк, әйҙәгеҙ кәпрәнгә тултырайыҡ.

Күңелле көй аҫтында күмәкләшеп яҫтыҡты тултырып ҡуялар.

Өләсәй:Бына яҫтыҡтар ҙа әҙер.Эшебеҙ ыңғай.уң булды.Ҡыҙымдың   бирнәлек яҫтыҡтары үҙенә насип булһын!

Бейеү көйө аҫтында,ҡыҙҙар төрлө- төрлө яҫтыҡтар күрһәтәләр.

Аҙағында  ағинәйҙәр таҡмаҡтар йырлай, ҡыҙҙар яҫтыҡтар менән бейей.

Мамыҡ яҫтыҡтар бирнәгә

Ҡаурыйҙан-йомшаҡ ҡына.

Матур икән биҙәктәре,

Талмаһын беләктәре.

Һай матур ҙа йолалары,

Уңған икән ҡыҙҙары!

Ҡыҙҙарҙың аҫылдарына,

Яҫтыҡтың матурҙары!

Беҙҙең яҡҡа килегеҙ,

Йолаларҙы белегеҙ!

Яҫтыҡтарҙың матурлығын,

Беҙҙең яҡта күрегеҙ!

                               

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Бал байрамы

Данный  сценарий  будет  интересен  музыкальным  руководителям, воспитателям и педогогам  дополнительного  образования...

Нардуған байрамы

Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...

КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»

познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического  народа Крыма. Познакомить с культурой,  с ремеслами крымс...