"Минең ҡурсағым"
план-конспект занятия по развитию речи (средняя группа)
Предварительный просмотр:
Баймаҡ ҡала хакимиәтенең мәғәриф бүлеге
Муниципиаль мәктәпкәсә белем биреү учереждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге – «Айыуҡай» балалар баҡсаһы
Уртансылар төркөмөндә телмәр үҫтереү буйынса дәрес өлгөһө
Тема:«Минең ҡурсағым»
Тәрбиәсе :Рамаҙанова Г.Р.
Тема: «Минең ҡурсағым».
Маҡсат: ҡурсаҡтарҙы тасуирларға һәм сағыштырырға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү, күҙәтеүсәнлек, иғтибарҙы үҫтереү, «Ҡ» өнөн нығытыу, ҡурсаҡтарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: ҡупшы, ҡунаҡ.
Типик грамматик конструкциялар:Зәһиҙә ҙур ҡурсаҡ. Зөлфиә бәләкәй ҡурсаҡ. Ул ҡупшы күлдәк кейгән.
Йыһазландырыу: ҙур һәм бәләкәй ҡурсаҡтар.
Дәрес барышы
-Балалар, ҡурсаҡ шиғыр һөйләй,әйҙәгеҙ,тыңлайыҡ.
Сәп-сәп-сәпәкәй,
Минең ҡурсаҡ бәләкәй,
Ҡулын күтәргән була ла,
Сәпәкәй иткән була.
Ошо шиғырҙы отоп алайыҡ..(Шиғыр һүҙҙәренә ярашлы хәрәкәттәр башҡарып, балалар шиғыр ятлайҙар, " Ҡ"өнөн нығытып үтәләр.)
- Ҡарағыҙ әле был ҡурсаҡҡа.Уның исеме Зәһиҙә.( Ҡурсаҡтың исемен ҡабатлау).
- Зәһиҙә өҫтөнә нимә кейгән?
- Зәһиҙә күлдәк,ойокбаш,туфли,кейгән.
- Зәһиҙәнең күлдәге ниндәй?
- Зәһиҙәнең күлдәге матур,ҡупшы.Зәһиҙәгә бер үҙенә уйнауы күңелһеҙ.Ул үҙенә
ҡунаҡҡа иптәш ҡыҙын саҡырған.( Тәрбиәсе ишекте шаҡыған тауыш сығара һәм ҡулына икенсе ҡурсаҡ ала).
-Балалар бына Зәһиҙәнең иптәш ҡыҙы ла килеп етте.Уның исеме Зөлфиә.( Исемен ҡабатлау.)
- Иғтибар менән Зөлфиәгә ҡарайыҡ әле.Ул нисек кейенгән?
- Зөлфиә тун, башлыҡ кейгән.
-Дөрөҫ , тышта һалҡын булғанға,ул йылы кейенгән.( Уйын майҙансығында ҡурсаҡтар өсөн ике яһалма бүлмә эшләнгән.Өй йыһаздары төрлө размерҙа.)
-Балалар, әйҙәгеҙ ҡурсаҡтарҙы сағыштырайыҡ.Ҡайһы ҡурсаҡ ҙур?
-Зәһиҙә ҙур ҡурсаҡ.
-Ә Зөлфиә бәләкәй ҡурсаҡ.
-Бүлмәләр нимә менән айырыла?
-Бер бүлмә ҙур ,ә икенсе бүлмәлә бәләкәй өй йыһаздары ҡуйылған.
-Зәһиҙәне һәм Зөлфиәне һеҙ ҡайһы бүлмәләргә индерер инегеҙ?
-Зәһиҙәне бәләкәй бүлмәгә индерер инек.
- Ни өсөн?
-Сөнки Зәһиҙә ҙур ҡурсаҡ,ә Зөлфиә бәләкәй ҡурсаҡ.
-Афарин , балалар!Хәҙер ҡурсаҡтар менән уйнарға була.
Сюжетлы-ролле уйын: «Ҡурсаҡтарҙы ашатайыҡ».
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Проект мини-музей «Мир воздуха » Руководитель мини-музея: Горкина С.С.- воспитатель первой категории р.п. Пышма МБДОУ ПГО « Пышминский детский сад № 7».
Наименование мини-музея: мини-музей «Мир воздуха »Профиль музея: познавательно- исследовательский. Цель:Изучение детьми воздуха и способы его обнаружения.Формировать осоз...
Обогащение предметно-развивающей среды посредством создания мини-музея в группе. Наш мини- музей "Чудо-дерево"
Каждое посещение нашего мини-музея – это деятельность, имеющая учебную, воспитательную, развивающую цель. В мини-музее в условиях группы происходит развитие познавательных интересов и познавател...
"Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау" темаһына кескәй төркөмдә әүәләү
Кескәй төркөмдә әүәләүТема. Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау.Маҡсат. Пластилиндан ваҡ киҫәктәр өҙөп алып, түңәрәктәр әүәләү, бер нисә төҫ менән эшләү, пластилин борсаҡтарҙы тигеҙ арауыҡтарҙа ҡатырға ...
Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.
Тема. Ҡурсаҡҡа ҡоймаҡтар әүәләү.Маҡсат. Пластилиндан киҫәк өҙөп алып, йомарламдар тәгәрәтеп, уларҙы йәлпәштерергә өйрәтеү. 1.Ойоштороу.- Был ҡурсаҡтың исеме Мәҙинә. Уның тураһында һеҙ...
Проект эше «Ҡурсағыма ҡупшы күлдәк»
Проект эше«Ҡурсағыма ҡупшы күлдәк»Үткәреү ваҡыты: 2 аҙна, ҡыҫҡа осорло.Проекта ҡатнашыусылар: балалар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр.проектты әҙерләне: Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы...
"Ҡурсаҡтарҙы ашатайыҡ"
Дәрес өлгәһө...
Башҡорт ҡурсағы
Ҡурсаҡ эшләргә өйрәтеү буйынса дәрес...