" Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә аманса технологиялар ҡулланыу".
статья по логопедии
Статья
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
momkinlektre_siklngn_balalarzyn_telmren_ustereuz_amansa_tehnologiyalar_kullanyu.docx | 30.64 КБ |
Предварительный просмотр:
Буранбаева Әмина Рафиҡ ҡыҙы,
Муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү
учреждениеһы баланы үҫтереү үҙәге -“Айыуҡай”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе,
Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан республикаһы,Баймаҡ ҡалаһы.
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә заманса технологияларын ҡулланыу
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә.
Телмәр – төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы.Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Заманса талаптар артҡандан-арта бара.Мәктәп тупһаһын асҡан бала өндәрҙе дөрөҫ әйтә, һүҙҙәрҙә өндәрҙең урынын таба (фонематик ишетеү һәләте)белергә тейеш. Шулай уҡ һүҙлек запасы тулы, бәйләнешле телмәре йөкмәткеле, ваҡиғаларҙың эҙмә- эҙлелеген билдәләй белеүе, логик фекерләй белеүе бик мөһим. Тик һуңғы йылдарҙа телмәр кәмселектәре кисергән балалар йыш осорай. Шулай уҡ балалар баксаһында сәләмәтлеге сикләнгән балаларҙың һаны арта башланы. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар-ул һаулыҡ торошо белем биреү программаларын үҙләштереүгә ҡамасаулаған балалар. Телмәр етешһеҙлектәре түбән балалар менән эшләгән тәрбиәсе булараҡ, мин балаларҙың иғтибары тарҡау,үҙ-үҙеңде контролдә тотоуҙың,танып-белеү әүҙемлегенең түбән кимәлдә булыуына, тиҙ арыусанлыҡ һәм, һөҙөмтә булараҡ, уҡыуға мотивация кимәленең түбән булыуына иғтибар иттем.Балаларҙың ҡайһы берҙәре өндәрҙең күбеһен дөрөҫ әйтә алмай, бигерәк тә ышҡыулы йәки фрикатив ( ш, ж,щ ), шаулы ( с,з), ҡалтыраусы (сонор л,р) тартынҡылары, шулай уҡ башҡорт теленең специфик өндәренә лә ҡағыла.Ҡайһы бер бала өндәрҙе һүҙҙәрҙә төшөрөп ҡалдыра, йә уларҙың урындарын алмаштыра-был беренсенән.
Шулай итеп,мин, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының телмәр үҫтереү төркөмө тәрбиәсеһе булараҡ, эшемдең маҡсатын ҡуйҙым: тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре (законлы вәкилдәре)менән хеҙмәттәшлектә телмәр етешһеҙлектәре булған мәктәпкәсә йәштәге балаларға заманса телмәр үҫтереү технологияларын файҙаланып, ваҡытында коррекцион-үҫтереүсе ярҙам күрһәтеү.
Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:заманса телмәр үҫтереү технологияларын ҡулланып, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр етешһеҙлектәренә төҙәтмәләр индерергә.
Балаларҙа телмәр етешһеҙлектәрен еңеп сығырға, эмоциональ - шәхси именлекте һаҡларға ынтылыш тәрбиәләргә.
Заманса телмәр үҫтереү технологияларының һөҙөмтәле алымдары буйынса ата-әсәләр менән үҙ-ара эш итеүҙе ойошторорға.
Сәләмәтлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн түбәндәге заманса белем биреү технологияларын ҡулланам: һаулыҡ һаҡлау, мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар,уйын, традицион булмаған технологиялар.Был технологияларҙы һайлау яңы мөмкинлектәр аса, тәрбиәсенең эшен еңелләштерергә ярҙам итә, тип иҫәпләйем.
Һаулыҡ һаҡлаусы технологиялар индереү балаларҙың телмәрен төҙәтеү процесын ҡулайлаштыра һәм баланың бөтә организмын һауыҡтырыуға булышлыҡ итә, дәрестәр барышында балаларға психофизиологик уңайлыҡ булдыра. Ваҡ моторика үҫеше телмәр үҫеше менән туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, индивидуаль һәм төркөм менән эштә лексик темалар буйынса («Йорт хайуандары», «Һауыт-һаба», «Ғаилә» һ.б.) бармаҡ уйындары ҡулланыла. Шулай итеп, бармаҡ һәм ҡул суғы хәрәкәттәренең координацияһы үҫешә, һүҙ байлығы әүҙемләштерелә, тәрбиәләнеүселәрҙә психик процестар: фекерләү, иғтибар, хәтер, күҙаллау үҫешә.
Өндө ҡуйыу һәм автоматлаштырыу буйынсауҡытыусы-логопед менән берлектә дәрестә артикуляцион гимнастика күнегеүҙәре индерәбеҙ.Артикуляцион гимнастика-артикуляцион аппараттың мускулдарын нығытыуға, телмәр процесында ҡатнашыусы ағзалар хәрәкәтенең көсөн, хәрәкәтсәнлеген һәм дифференциацияланғанлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән махсус күнегеүҙәр йыйылмаһы. Балалар артикуляцион күнегеүҙәр менән иртә йәштән таныша. Был йәштә тәрбиәләнеүселәр өсөн дәрестәр күңелле, уйын формаһында үткәрелергә тейеш. Уйын күнегеүҙәрендә ауыҙ, ирен, теш, шулай уҡ тел һәм уның осо ҡатнаша. Артикуляцион гимнастика башҡарыуҙың билдәле ҡағиҙәләре бар: 1.Күнекмәләрҙе көн һайын, йәғни даими башҡарырға.
2.Бала арымаһын өсөн 5-10 минут ваҡыт бирелә.
3.Күнегеүҙәр сабыйға оҡшарға тейеш, шуға күрә баланы уйындар, әкиәттәр формаһындағы яңы күнегеү менән таныштырыу яҡшы.
4.Күнегеүҙәрҙе көҙгө алдында башҡарыу.
5.Бер дәрестә 5-тән артыҡ күнегеү башҡарырға ярамай.
6.Ауыҙ һәм тел менән хәрәкәттәрҙе аныҡ, аныҡ итеп башҡарыу.
«Тылсымлы мөҡсай» уйынын артикуляцион гимнастика үткәреү өсөн яраҡлаштырҙым. Бала тоҡ эсенән әйбер – символдар (көрәк,сынаяҡ, көпшә, бәшмәк һ.б.) алып сыға һәм тейешле күнегеүҙәр башҡара.
Ваҡ моторика үҫешенә айырым иғтибар бирәм, сөнки ҡул бармаҡтарын һәм суҡтарын күнектереү баланың телмәр үҫешен дәртләндерә.
Йөҙ һәм телмәр моторикаһы үҫешендәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн һәм үҙ-үҙеңде массажлау алымдарын ҡулланам.Уның маҡсаты- билдәле дәрәжәлә мускулдарҙың тонусын нормалләштереү.Үҙ-үҙеңә массажды массаж туптары, ағас массажерҙар, ярмалар ярҙамында эшләйбеҙ. Массаж мускул туҡымаһында алмашыу процестарын дәртләндерә, мускулдарҙа ҡан әйләнешен көсәйтә, туҡымаларҙы кислород менән тәьмин итеп, туҡымаларҙы яҡшырта,һүҙлек запасын арттыра, мускулдарҙың тонусын, һығылмалылығын һәм ҡыҫҡартыу һәләтен арттыра.
Телмәрҙе нормалләштереү өсөн тын алыу гимнастикаһына айырым иғтибар бүләм, сөнки дөрөҫ телмәр һулышы – нормаль тауыш әйтеү, дөйөм алғанда, телмәр өсөн нигеҙ. Тын алыу гимнастикаһы тиҙ ял итергә, тынысланырға, үҙенең психоэмоциональ торошо менән идара итергә мөмкинлек бирә. Тын алыуҙың ҡайһы бер төрҙәре баш мейеһенең ҡан менән тәьмин ителеүен яҡшыртырға, аҡыл эшмәкәрлеген яҡшыртырға, ҡуҙғыу һәм тотҡарланыу процестарының торошон тигеҙләргә, иғтибарҙы үҙенең торошона йәки алдағы эшмәкәрлегенә йүнәлтергә ярҙам итә.
Балаларға «Стаканда дауыл», «Һауа баскетболы», «Футбол» күнекмәләре, ирен гармунда уйнау бик оҡшай. Әҙер пособиелар, ҡағыҙ битлектәре, мамыҡ түмәрҙәре, ҡәләмдәр, теннис туптары ҡулланам. Тын алыу күнекмәләрен үтәү өсөн пособие-рамка әҙерләйбеҙ. Йыл миҙгеленә һәм лекскик темаға бәйле тулыландырыуҙы үҙгәртәм. «Япраҡ һибегеҙ», «Күбәләктәр оса», «Ҡар бөртөктәре әйләнә», «Тамсылар” күнегеүҙәрен башҡарғанда ҡулланам.
Эшебеҙҙә динамик паузаларҙы дәрестәр барышында балаларҙың әүҙем ял итеү формаһы булараҡ киң ҡулланабыҙ. Ул үҙ эсенә тын алыу, бармаҡ, тамаша гимнастикаларын һәм физминуткаларҙы ала. Был ябай уйын күнегеүҙәре дөйөм моториканы, ҡулдарҙың хәрәкәт функцияларын, күҙҙәрҙе, күреү-мотор координацияһын үҫтерә, сенсор һәм телмәр үҫешенә йоғонто яһай; телмәрҙең хәтерен, иғтиба- рын, аныҡ әйтелешен, талғынлығын, тәьҫирлелеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Динамик паузалар үткәреүҙең төп маҡсаты – балаларҙың аҡыл эшмәкәрлеген дәрестә күтәреү, ҡыҫҡа ваҡытлы әүҙем ялды тәьмин итеү.Күреү һәм ишетеү ағзалары һиҙелерлек көсөргәнеш кисерә;кәүҙә мускулдары,биге- рәк тә статик торошта булған арҡалар; эшләүсе ҡул суғы мускулдары. Һәр темаға динамик паузалар комплекстары әҙерләнгән:
- »Йәшелсә, емеш-еләк";
- "Көҙ»;
- "Йорт һәм ҡырағай хайуандар»;
- "Ҡоштар»;
- "Ҡыш. Ҡышҡы уйындар»;
- "Транспорт» и. т. д
Бармаҡ гимнастикаһы-ул сәләмәт һаҡлаусы технологиялар төрө, ул ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын үҫтереү өсөн генә түгел,шулай уҡ балаларҙың телмәр үҫеше проблемаларын хәл итеү өсөн дә ҡулла ныла. Бынан тыш, бындай гимнастика һиҙгер тойғолар; бармаҡ һәм ҡул хәрәкәттәрен координация лау; мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ижади һәләттәре үҫешенә булышлыҡ итә. Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Был бармаҡ уйынын дөрөҫ тын алыу һәм сығарыу өсөн эшләтеү отошло. Бәләкәстәр менән ошондай бармаҡ уйындарын ҡулланырға мөмкин:
1.Минең ғаиләм.
Был бармаҡ – олатай.
Был бармаҡ – өләсәй.
Был бармаҡ – атай.
Был бармаҡ – әсәй.
Был бармаҡ – сәтәкәй ( бәпәй ).
2.Баш бармаҡ башҡа сыҡҡан,
Имән бармаҡ ир булған,
Сығанаҡ бармаҡ сығып ҡасҡан,
Һуҡ бармаҡ өҙә һуҡҡан,
Сәтәкәй бармаҡ сәпәкәй иткән.
Бутыр – бутыр бутҡа бешкән,
Эсенә ҡалаҡ төшкән.
Ҡалаҡты алайым тигәнсе
Биш бармағы бешкән.
(Бармаҡтар бешмәһен өсөн, һәр бармаҡҡа өрөп сығабыҙ).
Хәҙерге заманда мәғлүмәти - коммуникацион технологияларһыҙ йәмғиәттең үҫешен күҙ алдына килтереп булмай. Бөгөн мәғлүмәт- коммуникация технологиялары тәрбиәсенең эшмәкәр легендә лә үҙ урынын биләй: лексик темалар буйынса презентациялар һәм видеороликтар ҡарау, интерактив таҡтала уйындарҙы үҫтереү, логопедия өҫтәлендә шәхси заданиелар үтәү. Мәҫәлән,беҙ ошондай интерактив уйындар уйнайбыҙ:
“ Кем артыҡ?» Дүрт предмет бирелә,шулар араһынан артыҡ булған предметты алып ташлайбыҙ . Мәҫәлән, өс хайуан араһында ҡош. Йәки һыу транспортының өс төрө араһында автомобиль. Уйын балаларҙа логик фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итәсәк.
“Иң тәүҙә нимә?” Бала алдында өс фотоһүрәт,бала уларҙы хронологик тәртиптә тасуирлай һәм улар буйынса хикәйә төҙөй. Мәҫәлән, бер һүрәттә кеше көнбағыш ултырта, икенсеһендә үҫенте үҫә, өсөнсөһөндә ағас тора. Бала уларҙы дөрөҫ итеп бер-бер артлы ҡуйып сыға һәм тулыһынса һөйләй.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың яңы эшмәкәрлек формаһы булып уйын тора, шуға күрә дәрестәрҙә уйын технологияларын ҡулланыу кәрәк тип иҫәпләйем.
Һәр милләттә балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Уйын балалар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Күмәкләп уйнағанда балалар уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, күңелдәрендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә.Уйын-күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын кешенең күңел асыу, буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә. Баланы рухи донъяны ҡәнәғәтләндереү, күңелен күреү, эске көсөргәнешлекте сисеү, һәм шулай уҡ оҫталыҡты һәм етеҙлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек ул уйын. Балаларҙың телмәрен тәрбиәләүҙә башҡорт халыҡ уйындарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Милли халыҡ уйындары бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки уйын аша бала үҙенең һәләтен, уйлау һәләтен, аралашыу мөмкинлеген камиллаштыра.
Башҡорт халыҡ уйындары педагогика, дидактика фәндәре менән дә тығыҙ бәйле. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың аң-даирәләрен киңәйтеп, телгә һөйөү, уны өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү,һөйләгән саҡта һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекере аңлайышлы, күңелдәге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – һәр тәрбиәсе алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе –уйындар. Тәрбиә эшендә һайлап алынған уйындар балалар менән эшмәкәрлекте мауыҡтырғыс, отошло итә, уларҙың телмәрен яҡшыртып, шәхес булараҡ үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.
Халыҡ уйындары балаларҙың уйлау, фекерләү, эҙләнеү һәләттәрен асырға ҙур мөмкинлек бирә.
Һүҙ байлығын үҫтереү уйындары:
Мәҫәлән, “Төҫтәр” уйыны.Уйында төҫтәрҙе айыра белергә өйрәтеү, бәйләнешле телмәр күнекмәләре булдырыу маҡсаты ҡуйыла.Уйын барышында балаларға ашъяулыҡ, алъяпҡыс, ҡулъяулыҡ һәм башҡа предметтар һүрәтләнгән ҡапсыҡлар таратыла. Тәрбиәсе уларҙы алдан әҙерләнгән төрлө төҫтәге сәскә һүрәттәре менән биҙәй, һәр бала үҙенә оҡшаған сәскәнең төҫөн әйтә (ҡыҙыл, һары һ.б.).
Ҡулъяулыҡ сиктем, сиктем
Сәскәләрҙең төрлөһөн
Ҡайһылары оҡшай һиңә
Әйт шул сәскәнең төҫөн.
(Шиғырҙарҙы тәрбиәсе менән бергә ҡабатлайҙар. Тәрбиәсе шиғырҙы башта тәржемә итә).
Шулай уҡ ошо маҡсатта "Ямғыр — йәшен", "Осто-осто" уйындарын ҡулланырға мөмкин.
Телмәр уйындары иҫәбенә "Баҡсала" уйынын тәҡдим итергә була. (Төрлө йәшелсә, емеш исемдәре яҙылған ҡағыҙҙарҙы айырым кәрзинкәләргә тултырыу) һ.б.
«Баҫҡыс» уйыны уҡыусының һүҙ байлығын арттырыуҙа ныҡ ярҙам итә. Әйтәйек, беренсе хәрефе «У» булған һүҙҙәр уйлап әйтергә кәрәк. Ҡабатланмаған, яңы һүҙҙәр әйтеүсе уҡыусы еңеүсе була.
“Кем күберәк һүҙ белә?” уйыны. Уйнаусыларҙың береһе күберәк хәрефтән торған бер һүҙ әйтә (мәҫәлән, ҡулъяулыҡ). Бөтә уйынсылар ҙа, ошо һүҙҙә булған хәрефтәрҙе файҙаланып, мөмкин тиклем күберәк яңы исемдәр уйлап яҙалар (мәҫәлән, ҡул, яулыҡ, ул, яу һ. б.). Билдәле ваҡыт эсендә кем күберәк һүҙ әйтеп өлгөрә, шул еңеүсе була.Һөйләү телмәрен үҫтереү уйындары балаларҙың һөйләшеү һәләтен тәрбиәләй.
Шулай уҡ бөтә телмәр компоненттарын һәм психик функцияларын төҙәтеүгә йүнәлтелгән уйындар һәм уйын алымдарын һайлайым. Тауыш әйтелешен коррекциялау өсөн уйындар: “Кем оҙағыраҡ” (оҙайлы изоляциялы өн өсөн), “Бәшмәк йый” (дөрөҫ әйтелгән өн йәки ижек өсөн) “ Логопедик лото”. Фонематик ҡараштарҙы формалаштырыу өсөн уйындар: “ Поезд”, “Лабиринт буйлап үтегеҙ”, “Магазин,«Тылсымлы биҙәктәр», “Ике ҡул менән төшөрәбеҙ»; лексик- грамматик төҙөлөштө үҫтереү өсөн уйындар: «Мөғжизә-ағас», "Буталыш»,“Кем юғалтҡан?”, “Кемдең ҡойроғо, ҡолағы, тәпәйҙәре?», «Бер һүҙ менән әйт», «Дүртенсе артыҡ», «Һүҙеңде әйт», «Кем нимә эшләй?", “Киреһенсә”; грамотаға әҙерләнеү өсөн уйындар: «Юлда ижектәр», «Тауыш һуҡмағы», «Беренсе хәрефтәр буйынса уҡы».
Шулай итеп, халыҡ уйындар балаларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын, бәйләнешле телмәр төҙөклөгөн үҫтереү барышында ҡулланыла ала.
Телмәр үҫтереүҙең иң киң таралған технологияларының береһе-мнемотехника. Мнемотехника - өҫтәмә ассоциациялар ойоштороу юлы менән хәтерҙе еңеләйтеүсе һәм хәтерҙе арттырыусы төрлө
алымдар системаһы. Мнемотаблицалар һүҙлек запасын байытыу, хикәйәләр төҙөү, нәфис әҙәбиәтте һөйләү, шиғырҙарҙы ятлау өсөн ҡулланыла. Мнемотаблицаларҙы педагогтар үҙҙәре эшләй ала. Был эш бик еңел. Шиғырҙар ятлау, әүрәткестәр, телтөҙәткестәр өйрәнгәндә һәр һүҙгә йәки һүҙбәйләнешкә һүрәт эшләнә. Шул рәүешле график һүрәттәр ярҙамында һөйләнелә.Хикәйәләр һөйләгәндә лә мнемотаблица буйынса еңелгә тура килә.
Балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн ата-әсәләр менән дә даими эш алып барыла.Был йәһәттән ата-әсәләр йыйылыштары, семинарҙәр,мастер-кластар,байрамдар үткәрелә. Уҡытыусы-логопед менән берлектә үткәрелгән «Минең күңелле телем» семинар-практикумында балаларҙа артикуляцион моторика үҫешенең әһәмиәте тураһында һөйләнелде, өйҙә артикуляцион гимнастикаларҙы ойоштороу ҡағиҙәләре менән таныштырылды.
Тәрбиәселәрҙең һәм ата-әсәләрҙең килешеп эш итеүе балаларҙың телмәрен үҫтереүгә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүгә ыңғай йоғонто яһай.
Шулай итеп тәҡдим ителгән телмәр үҫешенең заманса технологияларын ҡулланыу һөҙөмтәһендә телмәр эшмәкәрлегенең бөтә компоненттары үҫешә, коммуникатив күнекмәләр формалаша; иғтибар, аңлау яҡшыра. Тимәк, был технологиялар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүҙең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1.Аслаева Ғ.Ғ. Телмәр һәм зиһен. - Өфө, 2005. – 96 бит.
2.Башҡорт халыҡ уйындары. Төҙ. Г.Р. Хөсәйенова. – Өфө: Ғилем, 2006. – 374 бит.
3. Нищева Н.В. Комплексная образовательная программа дошкольного образования для детей
с тяжелыми нарушениями речи (общим недоразвитием речи) с 3 до 7 лет. – СПб.: Детство –
пресс, 2015.
Буранбаева Ә.Р.,2023 йыл.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
“Мәктәпкәсә йәштәге балаларға сифатлы белем биреүҙә интерактив технологиялар ҡулланыу”. АМО технологияһы.
Семинар - практикум для педагогов по технологии АМО...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....
Сериялы сюжетлы һүрәттәр буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмәр үҫеш...
Проект эше Тема:”Әкиәттәр һуҡмағынан” (балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә театр эшмәкәрлегенең роле уртансы төркөм балалары өсөн
театраль уйын эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы дауам итеү(бармаҡ һәм ҡурсаҡ театры;Ауыҙ –тел ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;Ҡурсаҡтар ҡулланып ,баланың төрлө һәләттәрен асыу күнекмәләрен нығытыу;Уйы...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу
Бөгөнгө көнгә бай телмәрле, һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк. Телмәрҙә бик күп проблемалар бар :·...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһын ҡулланыу...