"Башҡорт аты-халҡым ҡото"
проект по окружающему миру (средняя группа)

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

проект эше

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon proekt_esh_attar_-_kunaktar.doc679.5 КБ

Предварительный просмотр:

 

«Башҡорт аты –

халҡым ҡото»

темаһына проект эш

                                                                 

   БАШҠАРҘЫ:

       

 

 Башҡорт аты – халҡым ҡото башҡорт аттары! Үҙҙәренең сыҙамлы, аҡыллы булыуҙары менән башҡа аттарҙан айырылып тора. Улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Башҡорт аты — Көньяҡ Урал өсөн эндемик аттар тоҡомо. Ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Башҡорт аты XVII-XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120-140 км юлды үтеп булған башҡорт өслөләре (тройка) киң билдәле булған.[2 ]                                                                              

       Эҙләнеү эшенең актуаллеге. Беҙ ҡатмарлы техника дәүерендә йәшәйбеҙ. Көндән-көн башҡорт халҡының ярҙамсыһы -  аттарҙың һаны ҡыҫҡара бара. Хәҙер ауылдарҙа ла уларҙы осратыуы ауыр, шулай ҙа ат –кешенең тоғро дуҫы,ярҙамсыһы булып ҡала.

Эшебеҙҙә башҡорт атының килеп сығышын, халыҡ ижадында аттың урынын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

      Маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн ошондай бурыстар алдыҡ:

-ат  һүҙенең килеп сығышы;

-уның  халыҡ ижадында тотҡан урынын асыҡлау.

Эҙләнеү эшемдең объекты булып  башҡорт аты тора.

Эҙләнеү предметы: аттың йәшәү рәүеше,уның ҡылыҡтары,халыҡ ижадында аттың роле.

 Эҙләнеү эшебеҙҙең гипотезаһы : хәҙерге ваҡытта ла башҡорт аты актуаллеген юғалтмай.

Эш барышында түбәндәге эҙләнеү-тикшеренеү алымдарын ҡулландыҡ:

  1)аңлатмалы,мифологик һүҙлектәргә,синонимдар һүҙлегенә байҡау яһау;

  2)аттың  халыҡ ижадында ҡулланышын тикшереү;

Эҙләнеү эшенең планы.

  1. Ҡатнашыусыларҙың йәше : 4-5 йәш.
  2. Үткәрелеү урыны: “Айыуҡай” балалар баҡсаһы.
  3. Үткәрелеү ваҡыты: 01.09.2016-30.12.2016
  4. Практик әһәмиәте.Был эҙләнеү эшен  танып белеү эшмәкәрлегендә, уйындарҙа, кисәләрҙә ҡулланырға була.

Халҡым ғорурлығы- башҡорт аты

     Башҡорт  аттары ҡырағай  шарттарында йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөү хәлендә барлыҡҡа килгән. Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны йыуан, ҡыҫҡа, мундаһы түбән, арҡаһы яҫы, тура, арт һаны бер аҙ һалынҡы. Башҡорт ғәскәре ойошторолғанда, башҡорт аты ҡулланылған, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа рус армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған.                                                                                                                                  

           Башҡорт халҡында  атланып йөрөргә менге аттар, санаға, арбаға егергә екке аттар һәм айырым яу аттары - яу сабырға әҙерләнгән аттар булған. Яу толпарҙары хәрби походтарҙа хужаларына тоғро иптәш һаналған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай.  Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған.Башҡорт ғәскәре ойошторолғанда,                                                                                                  башҡорт аты ҡулланылған, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа рус армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙған: “...башҡорт һыбайлылары өсөн бер ниндәй юл да кәртә була алманы. Улар һағыҙаҡ күсе кеүек һис көтмәгән яҡтан килеп сығыр ине. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр ине”.     Ғалим   П.И.  Рычковтың яҙыуынса, башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән.Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән.Этнограф Руденко "Башкиры" тип аталған китабында:"Иң бай башҡорт 3–4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20–30 баш йылҡыға хужа",— тип яҙған.

     Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында ла башҡорт атлы полктарының ҡаһарманлығы тасуирлана, башҡорт аты башҡорт яугирының айырылғыһыҙ һәм тоғро юлдашы икәнен күрәбеҙ. Хәрби белгестәр башҡорт атын ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге, тырышлығы һәм идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныусанлығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғалап барыуға һәләтлелеге (ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһалағандар. Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус күнекмәләр ярҙамында тәрбиәләгәндәр. Башҡорт аты талымһыҙ, сыҙамлы, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Соҡор-саҡырлы юлдарҙа ла 700-1000 кг йөк һөйрәй ала. Кәүҙәһенең оҙон булыуы арҡаһында йөрөшө тигеҙ, һыбайлыны тиҙ арытмай, шуға күрә оҙаҡ ваҡыт һыбай йөрөгәндә уны башҡа тоҡомло аттарҙан өҫтөн күргәндәр. Күп үрсем биреүе, һөтлө булыуы менән айырылып тора.  

Аттарҙың да була иң –иңдәре

Әҙәбиәттә лә  һәм ысынбарлыҡта ла , тарихта  ла төрлө сифаттары буйынса танылған аттарҙың иң-иңдәре  бар.                                                                                                                  

 Иң мөғжизәле ат - башҡорт халҡының бөйөк эпостарындағы Аҡбуҙат. Ул - ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, ялын ҡыҙҙай тараған,  ҡарсыға түшле,  муйыны бер ҡоласлы, йүгереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле яралған,  елһә, ҡоштай елпенеп, тояғы ергә теймәгән,  ел дә ҡыуып етмәгән,  өҫтөндәге батырын яуҙа ташлап китмәгән толпар.                                                                                            

  Иң ҡыйыу ат - боронғо иң ҙур донъя империяһы батшаһы Александр Македонскийҙын Буцефал ҡушаматлы аты. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмаған. Үҙ күләгәһенән генә өркөр булған...                                                        

    Иң вазифалы, түрә ат - Рим императоры Гай Калигуланың аты. Был атҡа, хужаһының бойороғо буйынса, сенатор дәрәжәһе бирелә.

    Иң ғәжәп ат - күренекле яҙыусы Корней Чуковскийҙың геройы - Айболит табиптың дуҫы Тянитолкай - Тарттаэт. Ул - ике башлы.

    Иң сағыу ат - француз яҙыусыһы Александр Дюма геройы - мушкетер Д' Артаньян аты. Ул көҙгө ҡайын япрағы кеүек, һап-һары төҫтә була.

   Иң ябыҡ ат - испан әҙибе Сааведра Сервантестың «Дон Кихот»ындағы Росинант. Ул тире тарттырылған һөйәктәрҙән генә тора, дүрт аяғына ла аҡһай.                                                                                                                                                        Иң мәкерле ат - Троя аты. Риүәйәт буйынса, ахейҙар Трояға ҡаршы һуғышҡанда, уның ҡапҡалары ҡаршыһына ағас ат килтереп ҡуя. Атты ҡала халҡы үҙе ҡапҡанан алып инә. Ағас аттың эсенә яугирҙар ултыртылған була. Улар төндә, ҡапҡаларҙы асып, ҡалаға ғәскәр индерә. Шунан был аттың яманаты тарихта ҡала.                                                                                  

      Иң үлемесле ат — Кенәз Олег аты. Кенәз үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан сағыуынан вафат була.  

       Иң бәләкәй ат - рус әкиәттәрендәге Горбунок - Көмрөкәй. Ул өс ҡарыш бейеклектә, дөйәнеке кеүек, ике үркәсле.    

      Иң ҡырағай ат - Пржевальский аты. Тарпанға оҡшаш ат элек Джунгария сүллектәрендә йәшәй, хәҙер зоопарктарҙа ғына бар.

Атттарҙың халыҡ ижадындағы урыны

       Башҡорт атһыҙ йәшәй алмай. Уны ул йәненән артыҡ күрә. Борон-борондан башҡорт атлы халыҡ булып танылған. Ат уны туйындырған, кейендергән, яуҙарға алып сапҡан. Ер шарында башҡорт аты тояғы баҫмаған ҡитғалар бармы икән?                                                                                    

   Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында аттарға бик күп һәм мөһим иғтибар бүленгән. Яҙыусыларыбыҙ, сәсәндәребеҙ, шағирҙарыбыҙ аттар тураһында күп яҙған. Улар тураһында мираҫ итеп күпме йыр,мәҡәл,йомаҡ ҡалдырған ҡаһарман халҡым минең. Эҙләнеү эшебеҙ буйынса биш  йөҙҙән артыҡ  мәҡәл-әйтем ,тиҫтәләгән йомаҡ,йыр,әкиәт  тикшерҙек. Башҡорт мифологияһында Аҡбуҙат Толпар — һыуҙан йәки океандар башланған ерҙән сыҡҡан әкиәттәге тылсымлы, ҡанатлы ат. Был исемгә дәрт, атлығыу, уҡталыу, өйөрмә, ҡойон, илһамланыу, ҡанатланыу, күтәрелеү кеүек мәғәнәләр һалынған. Аҡбуҙат, күк ҡанатлы аты, башҡорт халыҡ эпосы "Урал-батырҙа" мөһим роль уйнай.Башҡорт халыҡ риүәйәттәрендә (Аҡһаҡ ҡола , Ҡара юрға , Бишҡолон , Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу , "Алпамыша") башҡорт аты — башҡорт батырының тоғро юлдашы.                                                                                                                       Башҡорт аттарына күп төҫлөлөк хас. Туры (гнедой) һәм ҡара-туры (темно-гнедой), ҡара ат (вороной), ҡола (саврасый), аҡ ҡола (буланый), һары ат (соловый), ерән ат (рыжий), көрән (бурый), күк ат (серый), саптар (игреневый), сысҡанһырт (мышастый) ала ат (пегий), сыбар ат (чубарый), бурыл ат (чалый). Башҡорт атын һөйләп тә, яҙып та аңлатып булмай, тик һиҙемләп кенә тояһың нескәлеген. Төҫтәренә ҡарап, дөйөм бер ҡағиҙәгә буйһонмаһа ла, аттарҙың фиғел-холҡон бер йүнәлешкә һалырға тырышҡан боронғо башҡорт. Был түбәндәге әйтемдәрҙә асыҡ сағыла.

Туры. Туры турһыҡ тотмаҫ, туҫтаҡка төшөр, йәғни ҡыҙыу, турһығың да эйәрҙән өҙөлөп төшөп ҡалыр, һөҙөмтәһе — эҫе һыуға төшөрһөң, йәнәһе.

Ҡара. Ҡараға ҡот бир. Тимәк, китәсәк тә китәсәк.

Ерән. Ерәнгә ер әҙ. Сап та сап...

Һары. Һарыла барһаң, һарһылтып бар. Бик ҡыҙыу түгел, йырлап барырлыҡ.

Ҡола. Ҡола ҡолатмаҫ. Тимәк, ҡабаланмаҫ, һөрөнмәҫ, юҡ-барға өркмәҫ.

Күк. Күкте үп, ярат. Тимәк, наҙлы, иркә.

Бурыл. Бурылды бүре алмаҫ. Йылғыр, һиҙгер мәғәнәһендә.

Саптар. Саптар бар — ат бар.

Көрән. Көрән барҙа көрәк кәрәкмәҫ. Йәғни күберәк эш аты. Ер эшкәртеүгә ҡулай.

Мәҡәлдәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап үтәйек. Борон-борондан мал

аҫыраусылыҡ менән көн иткән башҡорт халҡының афористик ижадында

хеҙмәттең был тармағын сағылдырған мәҡәлдәрҙең күп булыуы тәбиғи.

«Малһыҙ — донъя һанһыҙ», «Мал аҙығы — йән аҙығы, мал асыуы — йән

асыуы» тигән мәҡәлдәр аша халыҡ тормошонда малсылыҡ хеҙмәтенең

роле ни тиклем ҙур булғанлығы күҙ алдына баҫа.

Мәҡәлдәр  буйынса башҡорт халҡының элек ниндәй мал аҫырағаны,

ҡайһы малға ниндәй мөнәсәбәттә булғанлығы ла бик асыҡ сағыла:

“Йылҡы — малдың батшаһы”, “Аты-туны бар кешелә Алпамыша көсө

бар” “Аты бар — арыҫлан”, “Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың

һыйы бар”, “Атлы ерҙә ир үлмәҫ”.

      Йомаҡтарҙы ҡарап үтәйек. «Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ- ул уйҙы йомоп ,йәшереп әйткән фекер. Татар халҡында ул «табышмаҡ» тигән исем менән йөрөй һәм «тамырын табыу» тигән һүҙ менән аңлатыла. Татар фольклорында ла 20-се быуат  баштарына тиклем табышмаҡ менән бер рәттән йомаҡ атамаһы ла киң ҡулланылған. Табышмаҡ атамаһы әзербайжан,төрөкмән, уйғыр,алтай, ә йомаҡ - ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ,ҡумыҡ телдәрендә ҡулланыла. Рус фольклористикаһы иһә “загадка” һүҙенең килеп сығышын “гадать”  һүҙенән сығып аңлата.

а)Тимерсе лә түгел,

Балта оҫтаһы ла түгел,

Үҙе ауылда беренсе эшсе.

б) Дүрттер уның аяғы.

Түбәһендә  ҡолағы;

Илдән-илгә еткерер,

Таштан ҡаты тояғы һ.б.[6 ,105]

        Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы кеүек үк, әкиәттәрҙә лә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған. Шуға ла донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Ололар ҙа, кеселәр ҙэ әкиәт тыңларға әүәҫ. Билдәле булыуынса, күп кенә күренекле яҙыусыларҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең бала саҡта әкиәт тыңлауҙары уларҙың ижади һәләтлектәрен асырға булышҡан, нәфис һүҙҙең тәмен татырға өйрәткән. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ат образы күп ҡулланыла.Ул ел дә еткермәҫ шәп сабыусы, күҙ асып йомғансы теләгән ереңә алып барыусы ярҙамсыл итеп һүрәтләнә. (“Алпамыша”, “ Алтынҡойорҡ-Көмөшъял”, “Йәш һунарсы” һ.б.)[8]

                                     

Йомғаҡлау

          Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан, ѳйрәтеүгә тиҙ күнегә. Тап ошо сифаттары ѳсѳн ул хәрби хеҙмәттә юғары баһаланған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай. 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң башҡорт яугирҙары «Төньяҡ амурҙары» тигән исем менән тарихҡа инә. Аты булһа, башҡорт яугиры алдындағы бөтөн урман, тау-таш, тәрән кисеүҙәрҙе үтеү, боҙло-ямғырлы көндәрҙә лә дошман менән алышыу, башҡа ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу бер ни тормаған.                                                                                                             Шуныһы ҡыҙыҡлы, йылҡы ите - башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы , унда холестерин юҡ тиерлек  икән .Шуға ла  сәләмәтлеккә лә шифаһы ҙур.  Ул ғына ла түгел: аттар дарыуҙар яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан гангрена - тәндең үлекләүе, столбняк - һеңерҙәр тартышыу, дифтерия - балаларҙың тамаҡ сире, ботулизм - аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә. Башҡорт халҡының милли эсемлеге –ҡымыҙ тураһында күптәр белә. Бѳгѳнгѳ кѳндә башҡорт ҡымыҙы һәм аты бренд булараҡ күптән бѳтә ил буйынса танылыу яуланы.[8]  Башҡорттарҙа ҡымыҙ бешеү серҙәре ныҡлы һаҡланып, быуындан быуынға тапшырыла килә. Башҡорт тоҡомло бейәләр һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ айырыуса сихәтле сифаттарға эйә. Үҙенең иҫтәлектәрендә яҙыусы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаков былай тип яҙа: “Яҙ етеп ер асылғас, туғай-болондар хуш еҫле йәшеллек менән ҡапланғас та ҡышҡыһын ябыҡҡан аттар тиҙ генә көрәйеп ала һәм башҡорттар ҡымыҙ әҙерләү эшенә тотона. Бер аҙҙан йәш балаларҙан алып ҡарыуы ҡайтҡан ҡарттарға тиклем был шифалы эсемлекте эсә башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә оҙон һалҡын ҡышты аслы-туҡлы үткәреүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙары һыпырып алдандай юҡҡа сыға. Кешеләрҙең ябығыуҙан һурыҡҡан йөҙҙәре тулыланып, йәшәреп китә. Хатта сабыйҙарҙың, йәштәрҙең генә түгел, ҡарттарҙың бит остарына алһыу төҫ ҡуна”.[1]                                                                                                                    Эшебеҙҙе башҡарғанда   аттарҙың миллион йылдар элек булыуы һәм тән  төҙөлөшө менән  эткә оҡшаған булыуҙары аптыратты.  Аттарҙың халыҡ ижадындағы урынын да асыҡланыҡ. Ат тураһында биш йөҙләп мәҡәл, әйтем  таптыҡ, тиҫтәләгән йомаҡҡа , әкиәткә, халыҡ йырына күҙәтеү яһаныҡ.

Уны ҡушымтала күрергә була .

Шулай уҡ анкета үткәрҙек.Анкетала 20 бала ҡатнашты.

  1. Хайуандар тураһында  китаптар уҡырға яратаһығыҙмы? (эйе – 100%, юҡ- 0%  )
  2. Ниндәй хайуан кешенең дуҫы була ала? (эт– 30 % , ат- 50%,бесәй-20%)
  3.   Аттарҙың үҙ холҡо буламы икән? (эйе – 80%)
  4. Хәҙерге техника заманында кешегә ат кәрәкме икән?( юҡ – 18%, эйе – 82%)
  5. Ни өсөн кәрәк тип уйлайһығыҙ?
  6. Үҙегеҙҙең хужалыҡта ат булыуын теләр инегеҙме? (эйе– 80%)                    

                              Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Аксаков С.Семейные хроники. Издательство: Эксмо. г. Москва. 2007

2.Башҡорт халыҡ ижады.11-се том.Өфө:Китап, 2008.

3. Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады-Өфө,Китап,2004.-180-204-се б.

4.Н.Иҫәнбәт. Отҡанға мәҡәл,тапҡырға табышмаҡ.Казан, Китап,1973. -3-18-се б.  

5..Родной Башкортостан:учебник для 6 класса/АзнагуловР.Г.,Аминева Ф.Х.,Галлямов А.А.-2-е изд.-Уфа; Китап,2008.-с.63-75

6.Татар халыҡ ижады.Табышмаклар.Казан;Татарстапн китап нәшриәте,1997.105-106-сы б.

7.Әкиәт –хыял асҡысы,йомаҡ- зиһен асҡысы -Өфө: Китап,2007.

8.Интернет мәғлүмәттәре

http://ataysal.ru/

http://raduga

http://www.bashskazki.ru/

 

Ҡушымта

                      Ат тураһында мәҡәлдәр

Аты булһа, ҡамыты табылыр.

Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта.

Атлы ерҙә ир үлмәҫ.

 Арғымаҡ менгән арымаҫ.

Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк.

Арыҡ атҡа менгәнсе, аяғыңа мен.

Ат айында һыналыр.

Ат алғансы, тай ҙа мал.

 Ат аҙғыны тайға эйәрер, ярлы малы байға эйәрер.

 Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була.

Ат — байҙа.

 Ат күрмәгән ат күрһә, саба-саба үлтерер,

Тун күрмәгән тун күрһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр.

 Атлыға тай менһә лә килешә.

Аҫылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.

Атың насар булһа ла, ҡатының яҡшы булһын.

Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң;

Ҡатының яман булһа, нисек ҡотолорһоң?

Ат алмаҫ борон югән эҙләмә.

Ат арығын маҡтама, арғымаҡтан тай уҙыр.

Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.

Ат аяғынан һимерер.

Ат санала беленер.

Ат тирләһен, сирләмәһен.

Ат тояғы сабата түгел, тишелһә, ямап булмай.

Ат холҡона таянма.

Ат хурлаған тай менер, тай хурлаған таяҡ менер.

Ат юрғалар, эйәһе дан алыр.

Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ кәртә төҙәтер.

Атлының аяғы ла арымай, туны ла туҙмай.

Атты айһыҙ маҡтама.

Атты ат һаҡлай.

Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу.

Аттың даны егет ҡулында.

Аттың күрке ял булыр.

Аттың саяһы — юрға.

Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.

Атһыҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.

Атһыҙ ир — ҡулһыҙ кеше.

Атһыҙ кеше — затһыҙ кешө,

Аты бар — арыҫлан.

Аты бар атланмаҫ, эйәре бар атланыр.

Аты бар — батыр, аты юҡ — ятыр.

Аты барҙың дуҫы бар.

Аты барҙың ҡанаты бар

Аты булһа, ҡамыты табыла.

Атың булһа, ил таный.

 Атың юғалһа ла, югәнең ташлама.

Бейә һаумаҡ — ут йотмаҡ,

Ҡымыҙ бешмәк — йән сыҡмаҡ.

Бейәһенең серен эйәһе белер.

Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.

 Ғәйрәт — атлыла.

Екмәһәң дә, ат яҡшы.

Ике бейә — ил ашы,

Өс бейә — болаҡ башы,

Бер бейә — юҡтың ҡашы.

Ир ҡанаты ат була.

Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.

Йылҡы — малдың батшаһы.

Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ.

Йылҡы ҡолондан үҫер.

Айғыр өйөрөн ташламаҫ.

Атына күрә тәртәһе.

Атына ҡарама, затына ҡара.

Аҡрын барған аттан уҙған, 
Йүгереп барған тайҙан ҡалған.

Ат ҡәҙерен белмәгән теҙгенен тотоп ултырыр,

тун ҡәҙерен белмәгән яғаһын тотоп ултырыр.

Ат ҡолағы һаҡ булыр.

Атың арыҡ булһа, көн күп.

Атыңа ҡарап юлға сыҡ.

Атың арыһа, үҙеңә үпкәлә

Атың барҙа елеп ҡал, яҡшыларҙы күреп ҡал!

Атың һимеҙ булһа, юлың ҡыҫҡа булыр.

                          Ат тураһында йомаҡтар

1.Тимерсе лә түгел,

Балта оҫтаһы ла түгел,

Үҙе ауылда беренсе эшсе.

2. Дүрттер уның аяғы.

Түбәһендә  ҡолағы;

Илдән-илгә еткерер,