"Һауа һәм уның үҙенсәлектәре"
план-конспект занятия по окружающему миру (средняя группа)
Эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
urtansylar_torkomond_dres_olgoho.docx | 18.59 КБ |
Предварительный просмотр:
Уртансылар төркөмөндә эҙләнеү-тикшеренеү буйынса белем
биреү эшмәкәрлеге.
Тема: “Һауа һәм уның үҙенсәлектәре”.
Маҡсат:
1. Тәжрибәләр аша балаларға һауа һәм уның үҙенсәлектәрен өйрәтеүҙе дауам итеү.
Һауаның бөтә тере йән эйәһенә кәрәк булыуын балаларға еткереү.
2.Фекерләү һәләтен,күҙәтеүсәнлекте, хәтерҙе үҫтереү.
3.Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ,үҙенең аң-белем даирәһен арттырыу теләге тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: һәр балаға полиэтилен пакеттар,коктейль көпшәләре,
стакандар,таҫмалар,веерҙар,шарҙар,һабын ҡыуығы,
алъяпҡыстар,салфеткалар.
Дәрес барышы:
Ойоштороу моменты.
Балалар түңәрәктә торалар.
-Ҡыҙҙар,малайҙар, әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә йылмайыу бүләк итәйек,миңә,күршеләребеҙгә ҡарап йылмайып алайыҡ.
-Беҙҙе тағы ла нимә йылыта һәм кәйефебеҙҙе күтәрә? (ҡояш).Уның нимәләре бар әле? (нурҙары)
-Беҙҙең ҡулдарыбыҙ ҡояш нурҙары икән тип күҙ алдына килтерәйек.Ҡулдарҙы өҫкә күтәреп тирә-яҡты,бер-беребеҙҙе йылытайыҡ,ҡунаҡтарға ла нурҙар һибәйек.
-Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән,уларға ла йылмаяйыҡ.Әйҙәгеҙ ҡояш,дуҫтарыбыҙ һәм ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашайыҡ әле.
Төп өлөш.
(ишек туҡылдаталар)
-Ҡыҙҙар,малайҙар,кемдер ишек туҡылдата түгелме ?Ҡарайым әле.
Һандыҡ тотҡан Гена Барбоскин килеп инә.
-Минең һандығымда нимә ятҡанын беләһегеҙме?Әйтеп ҡарағыҙ әле(балаларҙың яуаптары).
-Бына бында(күрһәтә)шарҙарым бар,тик уларҙың береһенә генә күңелле,ә башҡалары ни өсөндөр күңелһеҙ,һеҙ белмәйһегеҙме ни өсөн улай икән?Мин белмәйем.
(Яуаптар:бушаған,һауа тултырыр кәрәк).
Тәрбиәсе:
-Эйе шул дөрөҫ.Һауа тултырыр кәрәк.
.Ә беҙгә һауа нимә өсөн кәрәк?(тын алыр өсөн)
-Һауаһыҙ йәшәп буламы? (Юҡ).
-Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ әле. (Танауҙарҙы ҡаплап тын алып ҡарау)
-Һауа тураһында белгегеҙ киләме? Бөгөн беҙ һеҙҙең менән лабораторияға тәжрибәләр эшләргә йыйылдыҡ.
-Иң беренсе лабораторияла үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп алайыҡ (һүрәт ҡарау).
Телтөҙәткес ятлау.
Май-май-май-ҡысҡырырға ярамай,
Беҙ-беҙ-беҙ-рөхсәтһеҙ теймәйбеҙ.
Ит-ит-ит-иптәшеңә ярҙам ит,
Гә-гә-гә-бергәләшеп эшләргә.
1.Полиэтилен пакеттар менән тәжрибә.
-Һауаны тотоп буламы?Әйҙәгеҙ тотоп ҡарайыҡ әле.(Ҡулдар менән тотоп ҡарау).
-Бына һеҙҙең алдығыҙҙа пакеттар ята.Улар ниндәй?(бәләкәй,нәҙек)
Ә хәҙер ошо пакеттар менән һауаны тотабыҙ.Ҡарағыҙ әле,пакет нимәгә оҡшаны? (яҫтыҡҡа,йөҙгөскә).Һауаның төҫө бармы?(юҡ).Ә хәҙер һауаны сығарайыҡ.Һауаны беҙ нимә эшләнек?Һөҙөмтә: һауаны тотоп була.
Һауаның төҫө юҡ
2.Коктейль көпшәләре менән тәжрибә.
Ә беҙҙең эсебеҙҙә һауа бармы икән? Тикшереп ҡарайыҡ эле.Ныҡ итеп һауаны йыябыҙ ҙа ошо көпшәләргә өрәбеҙ.Һыуҙа нимә барлыҡҡа килде? (Ҡыуыҡтар)
Улар нисек килеп сыҡтылар икән?(Беҙ эстәге һауаны өрҙөк).
Һөҙөмтә: Беҙҙең эсебеҙҙә һауа бар.
3.Һабын ҡыуығы менән уйын.
-Был нимә ул?(Һабын ҡыуығы).Ул ҡайҙан килеп сыҡты?(Беҙ эсебеҙҙәге һауаны өрҙөк).
3.Үлсәгес менән тәжрибә.
-Һауаның ауырлығы бармы икән Тикшереп ҡарайыҡ.
Таяҡҡа ике осона ике шар эленгән.Шарҙың береһен бушатабыҙ.Үлсәгестең бер яғы өҫкә күтәрелде.Икенсе шарҙы ла бушатабыҙ.
Һөҙөмтә: һауаның ауырлығы бар.
4.Веерҙар менән тәжрибә.
-Беҙ һауаны һиҙәбеҙме икәнен тикшереп ҡарайыҡ әле.Веерҙар менән елпетһәк,нимә һиҙәбеҙ? (Ел).Эйе,ел- ул һауаның хәрәкәт итеүе.
Һөҙөмтә: һауаны беҙ ел аша һиҙәбеҙ.
Тимәк,һауа ул ел булып сыға. Ел эшләгегеҙ киләме?Әйҙәгеҙ улайһа,бейеп алайыҡ.
Веерҙар менән бейеү.
Таҫмалар менән бейеү.
Йомғаҡлау.
-Ҡыҙҙар,малайҙар,беҙ күп тәжрибәләр үткәрҙек.
Һауа тураһында белдек.
Һауа төҫһөҙ,ул үтә күренә, беҙ уны күрмәйбеҙ.Һауаны тотоп була.Һауа беҙҙең эсебеҙҙә лә бар. Һауа беҙгә ел булып килә.Ел-һауаның хәрәкәт итеүе.Һауаһыҙ ерҙә йәшәп булмай.
Бына беҙгә алып килгән шарҙар ниңә күңелһеҙ булғанын хәҙер белдегеҙме?Мин аңланым,уларға һауа етмәгән.
-Һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы тоттоғоҙ,афариндар!Хәҙер алъяпҡыстарҙы сисәбеҙ ҙә,Гена Барбоскин алып килгән шарҙарға һауа тултырабыҙ.
-Һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
2 – 3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре
Консультация для родителей...
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең ҡайһыбер үҙенсәлектәре
ВЫСТУПЛЕНИЕна совещании старших воспитателей, воспитателей башкирского языка ДОУна тему: «Башҡорт ...
Консультация ата-әсәләр өсөн: «2-3 йәшлек балаларҙың телмәр үҫеше үҙенсәлектәре»
Телмәр үҫешенән баланың дөйөм психологик үҫеше һәм танып-белеү процестарының (иғтибар, хәтер, фекерләү, күҙаллау) үҫеше тора. Баланың телмәрендә тотҡарлыҡтар – ул дүрт йәшкә тиклемге телмә...
Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре.
Ата-әсәләр өсөн консультация...