Ата-әсәләр өсөн консультация "Баланың тыуған телен өйрәнеүе һәм үҙләштереүе"
консультация

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Предварительный просмотр:

                 Баланың тыуған телен өйрәнеүе һәм үҙләштереүе

      Башҡорт әҙәби теле – илебеҙгә туғандаш телдәр менән хоҡуҡлы милли тел. Башҡорт теле- башҡорт милли культураһының нигеҙе. Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, үҫешкән, көндән-көн алға китеүсе культура тармаҡтары һанала. Балаларға белем биреүҙә туған телдең әһәмиәте ҙур, мөмкмнселектәре киң. Бала үҙ туған телендә һөйләшә, фекер йөрөтә.

       Ошо тел аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт күренештәрен күреп, танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.

       Туған тел баланың психикаһына туранан-тура йоғонто яһай, унда кире һәм ыңғай эмоциялар тыуҙыра, туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта. Тыуған телде өйрәнеү баланың үҙ-аллы фекер йөрөтөү, һөйләү телмәрен үҫтереү, байытыу һәм формалаштырыуҙа берҙән-бер ҡорал булып тора.

      Үҙ халҡының тарихы, йыр-моң күңеленә һеңеп, шул нигеҙҙә тәрбиәләнгән, тыуған ерен, ғәзиз әсәһе кеүек һөйгән, йөрәге халҡы менән бергә типкән, халҡы рухы менән, уның маҡсаты, үҙ хыялы, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән, туған теленең байлығына эйә булып, уның нескәлектәрен аңлаған, үҙенең бөтә булышын халҡына бағышлаған кеше генә тәрбиәле һәм белемле шәхес була ала.

      Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Тәүҙә балалар баҡсаһында, унан мәктәпкә киңәйтә, тәрәнәйтә, нығыта бара. Шулай итеп балаларҙа үҙ туған еренә, халҡына, унан үткәненә, ғөрөф-ғәҙәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, ихтирам уятыу, милли рухҡа нигеҙ һалыу, милли йыр, уйын, бейеү, мәҡәлде туған телдә өйрәтеү мәктәпкәсә йәштән үк балаға йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, улар ҡабул итә алған тиклем кимәлдә өйрәтелһә, киләсәктә үҙенең кем икәнлеген белгән, ныҡлы рухлы булған быуын үҫәсәк, сөнки бала саҡтағы ишеткәндәр онотолмай, бала үҙенең саф, таҙа күңеленә һеңдерә, тәүге бураҙналар һалына. Башҡорт балаһына үҙ телендә белем биреү, телгә һөйөү уятыу - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

      Балалар баҡсаһында бала өсөн уйын-төп эшмәкәрлек, уйын-ысынбарлыҡ. Бала уйында йәшәй, сыныға, үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Тәрбиә, уҡытыу эшен уйынһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуның өсөн белемгә өйрәтеү ҙә уйынһыҙ мөмкин түгел. Баланың әүҙемлеген арттырыу өсөн уйын алымын индереү, ҡулланыу киң таралған.

      Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә, “телдең рухын” үҙләштерә.

      Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора. “Баланың мейеһе бармаҡтарының осонда урынлашҡан”, -тигән әйтем бар.

    Ысынлап та, бармаҡтар ни тиклем күберәк күнегеү башҡарһа, улар шул тиклем аҡыллыраҡ була. Шулай уҡ бармаҡ хәрәкәте менән телмәр үҫеше араһында бәйләнештәр бар. Шуның өсөн “бармаҡ уйындарын” ҡулланып телмәрҙе лә  бармаҡ эшмәкәрлеген дә үҫтереп була, балала ҡыҙыҡһыныу ҙа көсөйә.

     Бала нимә күрә, ишетә, күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә сағыла. Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш, образ, бәләкәй генә әкиәт, тормош тәжрибәһе.

     Телмәр үҫтереүҙә шиғыр юлдарын хор менән һөйләү мөһим роль уйнай. Ысынлап та, әгәр кескәйҙәр төрлө сараларҙа башҡалар менән бер тиң ҡатнашмаһа, үҙ-үҙенә ышаныс юғалыуы, кәмһенеү тойғоһо уяныуы ихтимал.

    Балаға туған телде өйрәткәндә бик күп алымдар ҡулланырға була  һәм эш барышында тел ҡәҙерен аңлай белергә, туған телгә, уның матурлығына һөйөү уятырға бурыслыбыҙ.

     Әгәр баланы бала саҡтан уҡ телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә,  телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала.

     Дәрестәр балаларҙы ялҡытмайынса, мауыҡтырғыс уйын формаһында, ҡулланма материалдар ҡулланып үткәрелһә күпкә файҙалыраҡ. Мәҫәлән, математик төшөнсәләрҙе өйрәтеү дәресендә балалар төрлө эштәр үтәп, “бәләгә тарыған әкиәт батырҙарын ҡотҡаралар”,  “урманға барып” унда осраған геройҙың һорауҙарына яуап биреп, ундағы ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе һанап, сағыштырып, урындарын билдәләп, һанарға өйрәтәләр.

    Ә инде “экологик һуҡмаҡ” буйлап йөрөп бөжәк, сәскә, үҫемлектәр донъяһы менән танышалар, уларҙы һындырмаҫҡа, тапамаҫҡа, дөйөм алғанда, тәбиғәттә үҙ-үҙен тоторға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәнәләр, әкиәт батырына өйрәтәләр.

     Туған телде өйрәнеүҙә төрлө мәҙәни саралар, иртәлектәрҙең дә роле ҙур. Мәҫәлән, “Ҡаҙ өмәһе” “Нардуған” һ.б. Балалар туған телдә шиғыр, бейеү, уйын өйрәнә.

     Гөмүмән, үҙ телендә һөйләшкән бала киләсәктә лә милләтенә тоғро булып үҫәсәк!



Предварительный просмотр:

Ата-әсәләр өсөн консультация

“Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа”

Һәр бер ата- әсәгә иртәме, һуңмы баланы бер үҙен өйҙә ҡалдырып китергә тура килә. Сабый нисә йәштән бер үҙе өйҙә яңғыҙ ҡала ала? Был һорауға бер кем дә яуап бирә алмай.  Психологтар әйтеүенсә. күп нәмә баланың холҡонан, темпераментынан, үҙаллылығынан тора.

Шуның өсөн баланы яйлап бер үҙен өйҙә ҡалырға өйрәтергә кәрәк. Бер үҙен өйҙә ҡалдырырҙан алда, ҡағиҙәләрҙе өйрәтегеҙ.

*Яңғын сыҡһа, бер ниндәй ҡурҡыныс бәлә булһа ҡайҙа шылтыратырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Ашығыс ярҙам, яңғын хеҙмәте, полиция номерҙарын ҡағыҙға яҙығыҙ. Номерҙар аңлайышлы булһын, тиҙ хәтерендә  ҡалһын өсөн эргәһенә һүрәтен төшөрөргә мөмкин. (мәҫәлән яңғын һүндереүсе әргәһенә янып барған шырпы һ.б.)http://kopilkaurokov.ru/uploads/user_file_56ba4288ada59/ata-s-l-r-oson-konsul-tatsiia-tiema-bala-oiz-ian-g-yz-k-alha_1.jpeg

Был өс телефондан башҡа атай менән әсәйҙең дә, яҡын туғандарҙың, күршеләрҙең телефон номерҙарын яҙылған бала белергә тейеш.

*Электр приборҙар, шырпы уйынсыҡ түгел!

*Өйҙән сығыр алдынан балконды, тәҙрәләрҙе ябығыҙ. Ҡырҡа, сәнсә торған әйберҙәрҙе йыйырға онотмағыҙ. Тәҙрәгә барырға ярамай, ҡырҡа торған әйберҙәр менән уйнарға ярамай  икәне хаҡында балаға иҫкәртеп тороу ҙа ҡамасауламаҫ.



Предварительный просмотр:

Әгәр бала уйынсыҡтарын йыйыуҙан баш тартһа...

 

               Баланың уйынсыҡтарға мөкиббән китеп уйнап ултырғанын күҙәтеп ултырыуы әлбиттә күңелле. Тик аҙаҡтан... Бүлмә, өй туҙырап ятҡан уйынсыҡтар менән тула. Ҡайһы саҡ хатта аяҡ баҫыр урын да булмай китә. Бынан нисек ҡотолорға?Нисек йыйнаҡлыҡҡа өйрәтергә? Был һорауҙарҙы һәр ата-әсә үҙенә бирәлер. Әйҙәгеҙ, яуапты бергәләп эҙләп ҡарайыҡ.

               Бала һәм ата-әсә бәйләнешендә  ата-әсәнең яуаплы булыуы тураһында һәр кем белә. Әгәр ҙә беҙгә баланың холҡо оҡшамай икән, тимәк, беҙ үҙебеҙҙе-үҙебеҙ оҡшатмайбыҙ. Бала уйынсыҡ түгел. Шуға ла ул барыбер беҙ теләгәнсә генә эшләмәйәсәк. Уның үҙенең фекере, уй-хыялдары, тәбиғәттән бирелгән холҡо була. Һуңынан, үҫеп еткәс, бала сағында әрләп, йә туҡмап еңгән өсөн үкенергә тура килмәҫме?

             Нисек кенә булмаһын, бала ата-әсәһен ҡыуандырырға, уның иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырыша. Шулай ҙа һәр кемдең холҡо төрлөсә булған кеүек, балаларҙың  барыһы ла таҙалыҡты, бөхтәлекте үҙ итеп бармауы ихтималлығын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Айырыуса хыялланырға, нимәлер уйлап сығарырға, һүрәт төшөрөргә яратҡан балалар ҡайһы саҡта “донъяларын онотоп ташлай”. Улар кейемдәре, уйынсыҡтары туҙырап ятамы-юҡмы – уны күрмәйҙәр ҙә. Башына килгән уйын тормошҡа ашырыр өсөн ҡулына ҡәләм йә ручка алып, ҡағыҙ битендә һынландырып та ҡуя. Был минутта уның шатлығы эсенә һыймай: “Мин бит булдырҙым, матур килеп сыҡты!” – тип уйлап әсәһенә йүгерә. Тик әсә генә шат түгел. Ҡәләмдәр туҙырап ята, кейемдәре йыйылмаған, уйынсыҡтар тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әле генә шатлығы эсенә һыймаған сабыйҙың кәйефе ҡырыла. Әйтерһең, уның хыялдарын селпәрәмә килтергәндәр. Таҙалыҡ һәм бөхтәлек артынан ҡыуған әсә балаһын аңлап етмәй, уның һәләтен үҫтерәһе урынға батыра, юҡҡа сығара. Киләсәктә был бала кем булыр? Ни бары үҙ-үҙенә ышанмаған, юғалып ҡалған, ысын күңелдән ярата белмәгән, тормош ағымы менән аҡҡан кешеләрҙең рәтен тултырыусымы?

            Әлбиттә, баланы тыйыу, ҡәтғи һөйләшеп алыу һәр саҡ кәрәк. Әммә бында ла сиктәр тураһында оноторға ярамай. Психологтар әйтеүенсә, бала 9 йәшкә тиклем ҡағиҙәләрҙе артыҡ аңлап та етмәй, ул хис-тойғолар әйләнешендә йәшәй. Ата-әсәһенең кәйефенә ҡарап, үҙен яҡшы-яманға бүлә. Әгәр көлһәләр, тимәк, ул “яҡшы малай” йә “һәйбәт ҡыҙыҡай”, әгәр кәйефһеҙ булһалар, асыуланһалар йә әсә илаһа, тимәк, ул “насар малай йә ҡыҙыҡай”.

          Эйе, һис шикһеҙ, баланы тәртипкә, яуаплы булырға өйрәтергә кәрәк. Шулай ҙа уны кем менәндер сағыштырырға (мин һинең йәшеңдә шулай итә торғайным, ә һин шуны ла эшләй алмайһың), хәленән килмәгән эште ҡушырға, хис-тойғолар аша хәйләгә килеү (бына һин уйынсыҡтарыңды йыйманың, шуға минең башым ауырта) һ.б. ярамай. Ғәҙәттә ундай балалар үҫеп еткәс тормошта артыҡ уңышҡа өлгәшә алмай. Ҡыҙ балалар һәр бер кешегә ярарға тырыша, ир балалар башҡаларҙың хис-тойғоларын яза кеүек ҡабул итә.

Шулай ҙа баланан нисек итеп уйынсыҡтарын йыйҙыртырға мөмкин һуң? Башта баланың тәбиғәттән бирелгән холҡон өйрәнергә кәрәк. Тормошта осраған төрлө шарттарҙа үҙен нисек тота? Ҡайһы берәүҙәр ипләп әйткәнде ишетмәй, иғтибар бирмәй, бәғзеләре тауыш күтәргәндә ҡаушап ҡала. Сабыйығыҙға иғтибарлап ҡарағыҙ, уның өсөн генә тап килгән тәрбиәләү принциптарын һайлағыҙ. Сабыйығыҙ урынына үҙегеҙҙе ҡуйып ҡарағыҙ. Һеҙ кәйефегеҙ булмағанда өй йыйыштырыуҙы, иҙән йыуыуҙы икенсе ваҡытҡа күсергән сағығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Донъя бының менән генә емерелмәй. Уйынсыҡтарҙы үҙегеҙ йыйыштыра башлағыҙ, ярҙамға улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы саҡырығыҙ. Ярҙам итһә, маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ, әгәр ҙә инде ишетмәһә, бының өсөн генә кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Икенсе тапҡыр мотлаҡ үҙе үк ярҙамға килер. Бәләкәсегеҙ өсөн залим түгел, ә изге Һомай ҡошҡа әүерелегеҙ. Йөрәгегеҙҙә булған һөйөүегеҙ аша тәрбиәләгеҙ!

            Уңыштар һеҙгә, хөрмәтле ата-әсәләр!



Предварительный просмотр:

   Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү.

                                                                                «Минең тыуған ҡырҙарым,

                                                                                  Балдай татлы һыуҙарым,

                                                                                  Яландарым,урманым,

                                                                                  Күккә ашҡан Уралым,-

                                                                                  Минең изге төйәгем,

                                                                                  Һеҙҙе һөйә йөрәгем...”                                      

                                                                                  (Салауат Юлаев)

    Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев бына шулай һоҡланып дан йырлаған тыуған илебеҙ матурлығына.Әммә ул матурлыҡ,хозурлыҡ һаҡланамы икән әлеге ваҡытта?Йылдан-йыл һулар һауабыҙ бысрана,эсәр һыуыбыҙ кәмей,ҡуйы урмандарыбыҙ ҡорой.Тәбиғәт,бөтә тереклек ҙур ҡурҡыныс аҫтында ҡала бара.Тәрән һыулы йылғалар,йәшел болондар ҡайҙа була һуң?Был хәл һәр кемде уйландыра,шуға ла бар көсөбөҙҙө тәбиғәтте һаҡлауға, экологик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтергә тейешбеҙ.Серле тәбиғәтте,ҙур донъяны һаҡлап ҡалыу өсөн тәрбиә эшен балалар баҡсаһынан уҡ башларға кәрәк.Иң беренсе балаларҙы таҙартыу,йыйыштырыуҙан алда кәнфит ҡағыҙҙарын,төрлө һут ҡаптарын һәм башҡа сүп-сарҙарҙы урам буйында ташлап китмәҫкә,ә билдәле ҡуйылған сүп һауыттарына ташларға өйрәтергә кәрәк.

     Балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа экологик культуралы шәхес тәрбиәләү-мөһим йүнәлештәрҙең береһе.Сөнки тәбиғәттең ,һулар һауаның,эсәр һыуҙың бысраныуы, ҡуйы ҡара урмандар,йәшел болондар,ҙур йылғаларҙың бөтөүе,уның эҙемтәләре экологик белем биреүҙе балалар баҡсаһынан уҡ башлауҙы талап итә.Кеше-тәбиғәттең бер өлөшө.Уларҙы бер бөтөн тип ҡарау әхлаҡи-экологик тәрбиә биреүгә,кешенең тәбиғәттә тотҡан урынын билдәләүгә булышлыҡ итә.

     Мәктәпкәсә йәштәге балала уратып алған мөхиткә,тәбиғәт күренештәренә, объекттарына аңлы,һаҡсыл мөнәсәбәт формалаштырыу-экологик тәрбиәнең төп маҡсаты.

     Беҙҙең балалар баҡсаһы Ф.Ғ.ҡыҙы Аҙнабаева етәкселегендәге төркөм сығарған  “Башҡортостан-тыуған илем” программаһы буйынса эшләй.Был программала экологик тәрбиәгә ҙур урын бирелгән.

     Тәбиғәтте күҙәтеү, уны өйрәнеү, һакларга ынтылыу балаларҙың рухи донъяһын байыта, уйларга өйрәтә. Бының өсөн беҙҙең  төркөмдә айырым шарттар тыуҙырылды, экологик мөйөш булдырылды. Унда йәш үҙенсәлегенә тура килерлек бүлмә гөлдәре ултыртылды. Балалар көн дә гөлдәрҙең нисек үҫеп, сәскә атыуын күҙәтә, төптәрен йомшарта,һыу һибә, туҙанын һөртә. Шау сәскәлә  ултырған гөлдәрҙең матурлығын күреп һокланалар. Гөлдәрҙең төрөнә, ниндәй тәбиғәт шарттарына яраҡлашып үҫеүенә ҡарап, тәрбиәләү ысулдары да төрлө икәнен үҙләштерәләр, был йәһәттән, махсус шөғөлдәр ҙә үткәрәбеҙ. Тәбиғәттә hәм тәбиғәт мөйөшөндә башка йүнәлештәге эштәрҙе лә балаларҙы ҡызыкһындырырлыҡ  итеп ойошторорға ынтылабыҙ. Улар унда бик теләп эшләй.Ҡышын тәҙрә төбөндә һуған үҫтереү,уны ике төрлө(һыуҙа,ерҙә) үҫтереп  булғанын беләләр.Яз көнө клумбалар әҙерләү, сәскәләр ултыртыу, һыу һибеү, уларҙың нисек үҫеүен күҙәтеп йомғаҡ яһау –бына шундай эштәр менән мәшғүлбеҙ. Эшебезҙең һөҙөмтәһе лә бар: клумбаларыбыҙ иртә яҙҙан алып көҙгә ҡәҙәр шау сәскәгә күмелеп ултыра. Безҙең балалар баҡсаһында ҡайын, балан,миләш, сейә, алмағас кеүек ағастар һәм ҡыуаҡтар үҫә.Көҙөн миләштең янып торған емештәренә, аллы-гөллө япраҡтарына ҡарап һокланабыҙ, ҡыш буйы уның ҡоштарҙы аҙык менән тәьмин итеп тороуы тураһында һөйләшәбеҙ.

        Йәй көндәрендә балалар баҡсаһындағы үләндәр менән таныштырабыҙ. Уларҙың тамыр, һабак, япрак, сәскә өлөштәренән тороуын, орлоҡтары етешкәс, төрлө юлдар менән таралып, яңы үҫемлектәр үҫеп сығыуын аңлатабыҙ. Ҡыш көндәрендэ балалар ҡоштар тураһында ҡайғырттылар, өйҙәренән ата-әсәләр менән берлектә тағараҡтар яһап алып килделәр.Саф hауаға сыҡҡанда, унда  икмәк валсыҡтары,ем һалдыҡ. Балалар ем  ашаған турғайҙарҙы күҙәтергә яраталар, ҡышын асыҡҡан ҡоштарҙы ҡыҙғаналар ине. Төркөмгә ингәс,күргәндәребеҙҙе һүрәткә төшөрҙөк,әүәләнек,йәбештереп эшләнек.

     Ләкин тәбиғәтте яҡындан үҙ күҙе менән күреү,уның менән аралашыу балаға рәсемдәрҙән, һүрәттәрҙән күҙәтеүгә ҡарағанда экскурсиялар күп тапкыр көслөрәк әһәмиәткә эйә. Балалар баҡсаһының мини-музейына экскурсия ваҡытында балаларҙың үҫемлектәргә ҡарағанда хайуандар менән нығыраҡ ҡыҙыҡһыныуын күрҙек.Уларҙы хайуандарҙың тышҡы күренеше,ҡылыҡтары,хәрәкәт итеүе,нимә менән һәм нисек туҡланыуы,йәшәү мөхите ҡыҙыҡһындыра.Экскурсия ваҡытында балалар һәр бер тере йән эйәһенә йәшәү өсөн айырым шарттар булыуын,ошо шарттар боҙолһа,хайуандарҙын,үҫемлектәрҙең үрсеүе сылбырының өҙөлөүен күрһәтә.

Экскурсиянан балалар үҙҙәренә эстетик ләззәт, күңел тыныслығы, рухи аҙык алалар. 

     Төрлө тәжрибәләр үткәреү ҙә балаларға бик ныҡ оҡшай. Һыу,һауа,ҡом,таштар,ағас менән үткәрелгән эҙләнеү-тикшеренеү тәжрибәләре балаларға тәбиғәтте тағы ла яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, уларҙың уйлау,фекерләү ҡеүәһен камиллаштыра.Тәжрибә ярҙамында бала яңы нәмәләр белеүгә ынтыла,ижади эҙләнә,һығымталар яһарға өйрәнә.

    Башҡорт балалар фольклоры аша тыуған тәбиғәт тураһындағы белемдәрҙе киңәйтеү, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе күрә белеү, йыл миҙгелдәрен  айыра белеүҙе өйрәтеү ҙә туған тәбиғәттәге башҡа тереклек эйәләренә һаҡсыл ҡараш hәм мөхәббәт тәрбиәләү бурыстарын тормошҡа ашыра. Бына шуға күрә лә экологик тәрбиә биреү өҫтөндә эшләгәндә хайуандар,ҡоштар,үҫемлек

тәр тураһында башҡорт халыҡ әкиәттәре уҡыу, экологик уйындар уйнау бик отошло.Баланың  телмәре үҫешә,һүҙ байлығы арта.Бына беҙҙең төркөмдә күп функция үтәүсе башҡорт матрешкалары бар.Уларҙы  экологик уйындарҙа ла ҡулланабыҙ.Мәҫәлән, “Ҡайһы матрешка күберәк сәскә йыйыр”уйыны.  

      Мөғжизәләргә бай беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Беҙҙең уртансылар төркөмөндә был мөғжизәнең береһе булған башҡорт балы менән таныштырабыҙ.Ата-әсәләр менән берлектә төркөмдә “Умартасылыҡ” проект эше һәм сюжетлы-ролле уйын эшләнелде.Балалар балдың нисек ,ҡайҙан алыныуы, шифаһы тураһында мәғлүмәт алдылар;бал ҡорто,солоҡ,умарта,умартасы  һүҙҙәре менән таныштылар.

     Икенсе мөғжизә-башҡорт халҡының милли музыкаль уйын ҡоралы ҡурай.Ҡурайҙың ҡырҙа үҫеүен,унан музыка ҡоралы ҡурай яһалыуын  белделәр. Ҡурай буйынса  лэпбук эшләнек  һәм уны эшебеҙҙә киң ҡулланабыҙ.

    Өсөнсө мөғжизә-башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев.Уның тәбиғәтте яратыуын,тыуған яғының тәбиғәте тураһында бик күп шиғырҙар яҙыуы тураһында белделәр.Өлкәндәр төркөмөндә Салауат Юлаев тураһында проект эше эшләнелде.

    Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә халҡыбыҙҙың бик боронғо көнкүрешен,йолаларын сағылдырған “Урал батыр” эпосы менән таныштырабыҙ.Был әҫәр кешеләрҙе барлыҡ тере йәндәргә,йәнлектәргә ҡарата шәфҡәтле булырға,тәбиғәттең байлығын һаҡсыл файҙаланырға өндәй.Беҙҙең балалар “Урал батыр”эпосын оҫта һөйләүселәр конкурсында призлы урындар яуланылар.

  Мәктәпкәсә йәштәге осорҙа балаларҙың фекерләү кимәле,тирә-йүнде хәтерҙә ҡалдырыу,телмәрҙәре үҫешкән ваҡыты.Тап ошо мәлдә балаларҙа тәбиғәткә һөйөү уятыу,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү тойғоларын уятыу мотлаҡ. Әгәр ҙә экологик тәрбиә биреүҙе ваҡытында башлаһаҡ, ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ. Шул сағында уларҙың киләсәктә: “Тәбиғәтте бергәләп һаҡларбыҙ!” – тигән ауаздарын ишетербеҙ. Йомғаҡлап шуны әйткем килә, балалар күңеленә матурлыҡ һәм мәрхәмәтлелек орлоҡтары сәсеү, битарафлыҡты еңеү, балаларҙы тәбиғәтте һаҡлаусылар  итеп тәрбиәләү – беҙҙең  изге бурыс.

 

                       Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Башҡортостан уҡытыусыһы. 9.2013.

Аҙнабаева Ф.Ғ.,Шафиҡова Г.Р.- Балалар баҡсаһында экологик тәрбиә биреү.



Предварительный просмотр:

    Мәктәпкәсә йәштәге балаларға  халҡыбыҙҙың

 борондан килгән шөғөлдәре аша патриотик тәрбиә

                               биреү.

                          “Айыуҡай”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе  Буранбаева Ә.Р.        

 

  Хөрмәтле  ҡунаҡтар,коллегалар!

  Бөгөнгө һөйләйәсәк һүҙемде Фәниә Чанышеваның “Бала өсөн” шиғырынан өҙөк менән башлар инем:

    “Бар хәсрәтем,бар хәстәрем- бала өсөн,

     Хөрмәтем дә,хеҙмәтем дә-бала өсөн.

     Үкенеүҙәр,үтенеүҙәр- бала өсөн,

     Йоҡоһоҙ төн,тынғыһыҙ  көн- бала өсөн...”

   Эйе,беҙ бөтәбеҙ ҙә балалар тип өҙгөләнәбеҙ,улар өсөн йәшәйбеҙ,сөнки балалар-беҙҙең киләсәгебеҙ.Бала тыуғас та тәүге белемдәрҙе ғаиләлә ала.Баланың ата-әсәһе,өләсәһе,олатаһы,тыуған йорто уның өсөн бәләкәй тыуған ил булып тора.Тыуған йорт- ҡатмарлы,күп яҡлы төшөнсә.Ул үҙ эсенә баланың тыуған ғаиләһен;ундағы ғаилә йолаларын;тәүге дуҫтарын;тыуған тәбиғәтен ала.Тыуған йортҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә;һәр ваҡыт тәртиптә тоторға өйрәтеү-ата-әсәнең бурысы.Яйлап  “тыуған өй” төшөнсәһе ҡатмарлаша бара.Был инде хәҙер тыуған урам,тыуған ҡала (ауыл),балалар баҡсаһы,мәктәп,һ.б.

     Илһөйәрлек тойғоһо үҙенән-үҙе генә килеп сыҡмай.Уны тәрбиәләүҙә балалар баҡсаһының роле бик ҙур,сөнки кешелектең киләсәге,Ватан яҙмышы,ғаилә бәхете киләсәктә гражданин буласаҡ бәләкәй баланың бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле.

    “Илһөйәрлек хисен бишектән,балалар баҡсаһына йөрөй башлағанда уҡ тәрбиәләргә кәрәк.Шул саҡта ул хис-аңға үтеп инә”-тип яҙған М.А.Шолохов.Шуны иҫтә тотоп беҙҙең “Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә.

  Беҙҙең балалар баҡсаһы Аҙнабаева Ф.Ғ ҡыҙы етәкселегендәге төркөм сығарған “Башҡортостан-тыуған илем” программаһы буйынса эшләй.Программала бирелгән темалар балаларҙа ғаиләгә,тыуған йортҡа,милләтебеҙгә,башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә,ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү,ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләүгә ҡоролған.

     Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ мөғжизәләргә бик бай.Башҡортостан! Был бер һүҙҙе әйтеү менән,шунда уҡ күҙ алдына Урал тауҙары,икһеҙ-сикһеҙ урмандар,борғаланып-борғаланып аҡҡан саф йылғалар,башҡорт тоҡомло аттар һәм,әлбиттә,хуш еҫле сәскәләрҙән һут йыйып йөрөгән,нәҙекәй билле,эшһөйәр бал ҡорттары килеп баҫа.Сөнки тыуған яғыбыҙ инде элек-электән матур тәбиғәте,сыҙамлы аттары,тәмле буҙаһы,ҡымыҙы,балы менән бар донъяға дан алған.Уларһыҙ Башҡортостанды күҙ алдына килтереп тә булмай.

    Беҙҙең уртансылар төркөмөндә ошо мөғжизәнең береһе булған башҡорт балы менән таныштырабыҙ.Ата-әсәләр менән берлектә “Умартасылыҡ” проект эше эшләнелде. Умартасылыҡ халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлө, ҡортсолоҡҡа ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара.Башҡорт балының даны бөтә донъяға билдәле. Башҡорт балы- Украина салоһы, Швейцария сыры кеүек үк республикабыҙҙың визит карточкаһы булып тора. Бал ҡорто, башҡорт балы, уның файҙаһы тураһында күберәк белеү һәм балаларға еткереү теләге ошо проект эшен эшләүгә этәргес булып тыуҙы.

  Проект эшенең маҡсаты: балаларға балдың нисек,ҡайҙан алыныуы тураһында мәғлүмәт биреү; “бал ҡорто,солоҡ,умарта,умартасы”һүҙҙәре менән таныштырыу; бәйләнешле телмәр үҫтереү; бал ҡорттарына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; башҡорт халҡының шөғөлдәренә,йолаларына ҡарата ихтирам тойғоһо уятыу; балаларҙы бал ҡорттары кеүек егәрле,эшһөйәр итеп тәрбиәләү.

  Һауа шарттары үҙгәреп,ер йөҙөндә сәскәле үҫемлектәр таралған осорҙа, 25-50 миллион йылдар элек, бал ҡорттары ғаиләгә берләшкән. Ғалимдарҙың фекеренсә, улар бөжәктәр араһында иң йәш төр.Донъяла миллионға яҡын төр бөжәк, шул иҫәптән сәскәгә һеркә күсереп, һут менән туҡланып яңғыҙ йәшәгән меңләп төр ҡорт иҫәпләнә. Шулар араһында бал ҡорто тәбиғәткә һәм кешегә килтергән файҙаһы менән беренсе урында тора. Улар тураһында кешеләр йырҙар сығарған, китаптар яҙған. Бындай ҙур иғтибарға башҡа бер тереклек тә әлегә лайыҡ булмаған.

  Башҡорт балы…Был исем бар донъяға таныш. Тик кешеләр, ғәҙәттә, өҫтәлдә   ултырған балдың тәмен һәм уның ҡайҙан икәнен генә белә. Өҫтәлгә килеп ултырғансы бал  күпме һәм ниндәй юл  үтә икән?Кәрәҙле бал ябай балдан нисек айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға балалар менән яуап эҙләп таптыҡ.

   Алған белемдәребеҙҙе һүрәт төшөрөү,әүәләү,йәбештереү дәрестәрендә ҡулландыҡ.

   Телмәрҙе үҫтереү өсөн  бал ҡорттары тураһында “Айыу һәм бал ҡорттары” әкиәтен уҡып,уны сәхнәләштереп күрһәттек.Балаларға әкиәт бик ныҡ оҡшаны. Бал тураһында мәҡәлдәр өйрәндек .Мәҫәлән,Бал татлы, балдан бала татлы.(Баланың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлаталыр.)

 Бал ҡорттарына ҡағылған  уйындар  уйнау балаларҙы бал ҡорттары кеүек етеҙ,егәрле булыра өйрәтә. “Мин-умартасы” исемле режиссер уйынын балалар яратып уйнанылар. Был уйында умартасының эш ҡоралдары менән,уның кейемен кейеп үҙҙәрен умартасы итеп хис иттеләр.

   Ата-әсәләр ҙә беҙгә зур ярҙам күрһәттеләр: балаларға уйынға атрибуттар,умартасы кейемен әҙерләнеләр; материалдар туплауға күп көс һалдылар.

    Музыка дәрестәрендә бал ҡорттары тураһында йырҙар йырланыҡ,бейеүҙәр өйрәндек.

  Проект эшенең йомғаҡлау сараһы итеп "Күс айырыу" йолаһы үткәрелде.Йоланың маҡсаты кескәйҙәргә мөғжизәле башҡорт балының шифаһы тураһында еткереү һәм уларҙы бал ҡортондай егәрле,тырыш итеп тәрбиәләү ине.
  Был байрамда яңы умартаға күскән "бал ҡорттары" ҡыуанышып йырланылар,бейенеләр,шиғырҙар һөйләнеләр.Гөж килешкән кескәйҙәр үҙҙәре үк тиктормаҫ бал ҡорттарына оҡшап торалар ине. Өләсәй менән умартасы олатайҙың да ҡатнашыуы байрамға ҙур йәм өҫтәне.Бындай байрам балалар баҡсаһында тәүге тапҡыр үткәрелде.
    Ҡөрьән-Кәримдә шундай сүрә бар, "Бал ҡорто" доғаһы.Унда Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Мин был донъяға бал ҡорттарын яралттым.Улар, кешеләргә шифалы ризыҡ булһын тип, ағастарға,таш ярыҡтарына ҡунып бал йыйһындар. Кешеләр ҙә ошо бал ҡорттары кеүек тырыш,егәрле булһалар,матур донъя көтөрҙәр,балалар үҫтереп уларҙы лайыҡлы кеше итеп,тормош юлына аяҡ баҫтырырҙар,күс кеүек айырырҙар".

  Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: тыуған еребеҙҙе,телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы,халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен,йолаларын балалар баҡсаһынан уҡ башлап өйрәтһәк, балаларыбыҙ ҙа патриотик рухлы булып үҫерҙәр ине.Тормошобоҙ яҡты булһын өсөн,йәмғиәткә, халыҡҡа файҙалы кеше булып йәшәр өсөн Урал батыр васыятын үтәйек, ил ташлап, сит илдә солтанға әйләнмәйек, яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ!Ваҡытында ғаилә ҡороп, илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтереү, уларға халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын еткереү- беҙҙең төп бурыс.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

   

     


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәхнәләштерү эшчәнлеге аша балаларның сөйләм телен үстерү

Сәхнәләштерү эшчәнлеген алып барганда, hәр бала үзенең кичерешләрен, тойгыларын, теләкләрен, карашларын гадәти сөйләшкәндә генә түгел, ә чит тыңлаучылар алдында күрсәтә алырлык шартлар тудырырга hәм я...

Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт

Коррекцияле-белем бирү:  Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын   активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...

Сәхнәләштерү эшчәнлеге аша балаларның сөйләм телен үстерү (Мәктәп методик берләшмә киңәшмәсе өчен доклад үрнәге)

Иҗади сәләтне үстерү, балаларның үзара дуслыкларын ныгытуны сәхнәләштерү эшчәнлеге аша үткәрү әйбәт нәтиҗәләр бирә. Бу төр тәрбия чарасы балаларны кыю, бердәм булырга өйрәтә....

Сәхнәләштерү аша сөйләм телен үстерү.

Сәхнәләштерү аша сөйләм телен үстерү....

ТАТАР ТЕЛЕН ҮЗЛӘШТЕРҮ ӨЧЕН ИНТЕЛЛЕКТУАЛЬ КАРТА

Исеме: «Минем оем, минем гаиләм». Максат: балаларны татар телендә дөрес һәм яхшы итеп сөйләшергә өйрәтү. Бурычлар: - бәйләнешле сөйләм телен үстерү;-  куелган сорауларга тулы җөмләләр...

Үз белемемне күтәрү өстендә эш планы "Кул чуклары хәрәкәтен камилләштерү аша сөйләм телен үстерү"

Бармакларны хәрәкәтләндерү аша хәтерне, игътибарлылыкны, логик фикер йөртү сәләтен, күзәтүчәнлекне, сөйләм телен үстерү...

Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр: "Баланың тыуған телен өйрәнеүе һәм үҙләштереүе"

Башҡорт теле хәҙерге көндә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған, үҫешкән, көндән - көн алға китеүсе культура тармаҡтары һанала. Балаларға белем биреүҙә туған телдең әһәмиәте ҙур, мөмкмнселектәре киң. Бала үҙ т...