"Урал батыр рухы йәшәһен!"
методическая разработка
Предварительный просмотр:
“Урал батыр” рухы йәшәһен!
«Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы
Ал.бар. –Һаумыһығыҙ! – тейеп башлайбыҙ,
Күрешеү бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шундай шатлана.
Ал.бар. Башҡортостан ере – ҡобайырҙар иле
Урал батыр уның ынйыһы.
Һеҙ, дуҫтарҙы , тәбрик итеп
Өләшәбеҙ күңел йылыһын.
Уралымдың тоғро юлдарынан,
Янып йәшәү үҙе батырлыҡ,
Урал рухы – илем ғорурлығы
Хәтерҙәрҙә мәңге ҡалырлыҡ.
Ал.бар. Тәбиғәт һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы “Урал батыр” эпосы - боронғо эпик ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. Ул- халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Йөкмәткеһенә милли фәлсәфә туплаған барса ҡиммәттәрҙән дә өҫтөнөрәк рухи ҡомартҡыбыҙ, беҙҙең ғорурлығыбыҙ.
Ал.бар. Кешеләр хаҡына яһалған ҡаһарманлыҡтың бөйөклөгөн, йәшәүҙең мәңгелеген поэтик яҡтан тәрән итеп раҫлаған “Урал батыр” – классик эпостар рәтендә торорлоҡ әҫәрҙәрҙең береһе.
Был күренекле эпос Башҡортостандың ете мөғжизәһенә инә.Бөгөнгө көндә эпос 13 телгә тәржемә ителгән. “Урал батыр” эпосы - бөтә донъяға билдәле атаҡлы эпос – ҡобайырҙарының береһенә әйләнде.
Ал.бар. Төбәктәге сәмле сәсәндәрҙе
“Урал батыр” бергә тупланы.
Исемеңде данлап, илен ҙурлап,
Майҙан тота ул һәм ҡыҙҙары.
Күңелдәрҙә -ғәҙел бәйге уты,
Йөрәктәрҙә- дуҫлыҡ хистәре,
Берләштерҙе беҙҙе башҡорт рухы,
Алға әйҙәй милләт хистәре.
Ал.бар. Фатиха бир беҙгә, Урал батыр!
Яҡшылыҡҡа илтһен аҡ юлдар.
Еребеҙгә ырыҫ, бәхет килер,
Беҙ бергә һәм берҙәм булғанда.
Күңелдәрҙә -ғәҙел бәйге уты,
Йөрәктәрҙә- дуҫлыҡ хистәре,
Берләштерҙе беҙҙе башҡорт рухы,
Алға әйҙәй милләт хистәре.
Ал.бар. Бөгөнгө бәйгебеҙҙең төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү. “Урал батыр” эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш!
Төбәк бәйгеһенә йыйылыусы, йәш сәсәндәр! Бөгөнгө сара һеҙҙең күңелдәрҙә мәңге онотолмаҫ байрам булып һаҡланһын. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, татыулыҡ, изгелек һәм еңеүҙәр алып килһен! Барлыҡ ҡатнашыусыларға ижад ҡомары, күтәренке кәйеф, һүнмәҫ дәрт, ярыш сәме теләп бәйгебеҙҙе башлайбыҙ!
Урал рухы йәшәһен,
Күктәр фатиха бирһен!
Барлыҡ ҡатнашыусы уҡыусыларға, хөрмәтле уҡытыусыларға ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләп хушлашабыҙ. Һау булығыҙ!
Бергә әйтәбеҙ:
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән –
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә
Мәңге йәшәр аш булыр.
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Олоно оло итегеҙ –
Кәңәш алып йөрөгөҙ,
Кесене кесе итегеҙ –
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий постановки эпоса "Урал батыр"
Материал для инсценипрования эпоса "Урал батыр"...
Презентация к эпосу "Урал батыр".
Презентация "Урал батыр"...
Сказание о Урал-Батыре
Много сказок, легенд, преданий дошло к нам из седой старины. Но самая главная легенда башкирского народа - это легенда «Урал Батыр»....
Урал-батыр
Урал-батыр...
Конкурсная работа "Урал-батыр"
Конкурсная работа "Урал-батыр"...
Конкурсная работа "Урал-батыр". Сражение с драконом
Конкурсная работа "Урал-батыр". Сражение с драконом...
Конкурсная работа "Урал-батыр". Акбузат
Конкурсная работа "Урал-батыр". Акбузат...