"Балағыҙ дөрөҫ тын алһын"
консультация по логопедии

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Ата-әсәләр өсөн консультация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balagyz_doros_tyn_alhyn.docx15.74 КБ

Предварительный просмотр:

                                          БАЛАҒЫҘ ДѲРѲҪ ТЫН АЛҺЫН

                                           Ата-әсәләр өсөн консультация
Күп кенә балалар һѳйләшкәндә дѳрѳҫ тын алмай, шунлыҡтан уларҙың һүҙҙәр әйтелешендә хаталар килеп сыға. Тын алыу гимнастикаһы буйынса күнегеүҙәр һауа менән дѳрѳҫ идара итеү һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итә. Тәрбиәселәргә һәм ата-әсәләргә балаларҙы кесе йәштән үк дѳрѳҫ тын алырға, тауышты һауа ағымы менән ашыҡмай сығарырға һәм ѳндәрҙе дѳрѳҫ әйтергә ѳйрәтергә кәрәк.
Тын алыу күнегеүҙәрен башҡарыу ѳсѳн түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәм:
- Күнегеүҙәрҙе эшләр алдынан бүлмәне елләтеп алырға һәм туҙанды һѳртѳргә кәрәк.
- Тын алыу күнегеүҙәрен тығыҙ итеп киске йәки тѳшкѳ аш ашағандан һуң үткәрергә ярамай. Дәрестәр һәм һуңғы ашау араһында ваҡыт бер сәғәт булырға тейеш, ас ҡарынға эшләү тағы ла яҡшыраҡ.
- Күнегеүҙәрҙе иркен, ҡыҫмаған кейемдә эшләү отошло.
- Танау менән тын алырға. Тынды «йомшаҡ» һәм ҡыҫҡа, шул уҡ ваҡытта тәрән итеп алырға, һауаны оҙайлы һәм талғын сығарырға, күнегеүҙәрҙе эшләгәндә ҡул, муйын, күкрәк мускулдарын кѳсѳргәндермәү яҡшы, яурындарҙы күтәрмәҫкә һәм сикәләргә һауа тултырмаҫҡа тырышырға кәрәк.
- Тын алыу күнегеүҙәре ваҡытында ҡайһы бер балалар тиҙ арый, башы әйләнеүе ихтимал. Шуға күрә күнегеүҙәр оҙаҡ булмаҫҡа тейеш (3-5 тапҡыр ҡабатлау етә), уларҙы башҡа күнегеүҙәр һәм уйындар менән аралаштырырға кәрәк.
- Тын алыу күнегеүҙәрен кѳн һайын үткәреү яҡшы һѳҙѳмтә бирә, оҙайлығын яйлап 1-2 минуттан 5-7 минутҡа тиклем арттырырға була.
Дѳрѳҫ тын алырға ѳйрәтеү ѳсѳн түбәндәге күнегеүҙәрҙе ойошторорға була: мамыҡты, ҡар бѳртѳктәрен ѳрѳп осороу, ѳҫтәлдәге ҡәләмде ѳрѳп шылдырыу, күбәләкте осороу, күләүектәге япраҡтарҙы, ҡағыҙ кәмәне ѳрѳп хәрәкәтләндереү һ.б. Балалар был күнегеүҙәрҙе тәүге осорҙа яҡшы итеп башҡара алмай. Улар ныҡ кѳсәнеп, сикәләрен артыҡ ҡабартып, алдындағы мамыҡҡа, ҡар бѳртѳгѳнә ѳрѳргә тырышып ҡарай, ләкин үпкәнән килгән һауа ағымын сығарып ѳрә белмәй.

Шуға күрә уларҙы тәүҙә иң ябай күнегеүҙәр башҡарырға ѳйрәтергә кәрәк: ауыҙ аша тын алып, ауыҙҙан сығарыу; танау аша тын алып, танау аша сығарыу; ауыҙҙан тын алып, танауҙан сығарыу һ.б.
Һѳйләшкәндә һауаны дѳрѳҫ һуларға һәм сығарырға ѳйрәткән күнегеүҙәрҙе башҡарғанда бала үҙенең тын алышын күҙәтергә ѳйрәнә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий выпускного бала в младшей группе.

Это сценарий был разработан  специально для моих деток ( возраст 3-4 года). Праздник получился  интересным, насыщенным и очень трогательным....

Конспект музыкального занятия "На балу у золушки" для детей подготовительной к школе группы

Разнообразные и актуальные темы музыкальных занятий, затрагиваемые через сказки и проигрываемые через музыку, дают пищу для размышлений и осмысления детям.Музыка — воображение — фантазия —...

Сценарий осеннего бала в подготовительной группе доу

Интересный сценарий осеннего развлечения в подготовительной группе...

Биләүдәге бала

Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары белән шөгыль....

Гаиләдә баланы тәрбияләү Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , гаиләдә формалаша.

Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , г...

Сценарий Выпускного бала в подготовительной группе "Музыкальная Моль на Выпускном балу"

Сценарий утренника, предназначенный для Выпуска в школу, составлен с участием необычной гостьи (Музыкальная Моль), которая не хочет отпускать детей в школу, ссылаясь на то, что они очень музыкальные и...

Баловать или не баловать детей

Назаренко Наталья Дмитриевна...