"Башҡорт батырҙары"
план-конспект занятия по окружающему миру (подготовительная группа)

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Квест-уйын

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_batyrzary.docx20.94 КБ

Предварительный просмотр:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә квест-уйын.

Тема:  Башҡорт батырҙары

Маҡсат:

Белем биреүсе: Башҡортостандың бөтә донъяға билдәле булған шәхестәре Салауат Юлаев, Алдар Иҫәкәев, Миңлеғәле Шайморатов кеүек батырҙары менән таныштырыуҙы дауаи итеү;

Үҫтереүсе: Балаларҙың хәтерен, телмәрен үҫтереү;

Тәрбиәүи: Башҡорт батырҙарына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо, һоҡланыу тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, һүрәттәр, ат шаблондары, пряжа, флешка, телевизор, С. Юлаев һәйкәленең макеты

Дәрес барышы

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ ҡыҙҙар һәм малайҙар! Почтальон миңә хат ҡалдырып китте. Тыңлағыҙ мин уҡыйым:

“Хөрмәтле балалар! мин һеҙҙе квест уйынына саҡырам. Уйындың аҙағына етеүселәргә бүләк буласаҡ”

Балалар беләһегеҙме квест уйын нисек була, ул уйындың башы һәм аҙағы була. Түңәрәк билдәһе туҡталыш, стрелкалар йүнәлештәр ул барыу юлы

Беҙҙең беренсе эш. Өҫтәлдә Алдар батырҙың һүрәттәре ята, уның турала әңгәмә.

Тәрбиәсе: был  кем тип уйлайһығыҙ, ул кем булған, был һәйкәлде ҡайҙа күргәнегеҙ бар

Уйын тризер, һәйкәлде төҙө

Тәрбиәсе: бик яҡшы, картаны ҡарағыҙ

Артабан балалар бүлмәгә инәләр, унда телевизорҙа слайд ,Миңлеғәле Шайморатовтың һүрәттәре

Тәрбиәсе: Балалар был кем ул? Ул кем булған? Кемгә һәйкәл астылар?

Әйҙәгеҙ балалар уның тураһында йыр йырлап алайыҡ

Балалар башҡарыуында йыр

Тәрбиәсе: Хәҙер уйын: Дөрөҫ- дөрөҫ түгел, дөрөҫ яуап булһа сәпәкәй итәбеҙ, дөрөҫ булмаһа аяҡтар менән тыпырлайбыҙ.

МШ Баймаҡ районында тыуған?

МШ тураһында йыр юҡ?

МШ папахаһы булған?

МШ һуғышта ҡатнашҡан?

МШ генерал булған?

Афарин күпте беләһегеҙ икән, МШ ябай һалдаттан генералға барып еткән. Уның күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға һәйкәл астылар

Тәрбиәсе: хәҙер картаны ҡарайбыҙ ҙа, артабан китәбеҙ

Коридорҙа Урал батыр: Был һүрәттә стенала кемде күрәһегеҙ, Был герой тураһында ниндәй эпос бар

Ә кем беҙгә ул эпостан өҙөк ятлап ишеттерә.( Фатима )

Афарин!

Тәрбиәсе куар код ҡуя, унда Урал батыр эпосы килеп сыға.

Тәрбиәсе: Ата-әсәйҙәрегеҙ менән ошо куар код аша Урал батыр тураһында мәғлүмәт ала алаһығыҙ

Картаны ҡарағыҙ

Балалар залға инәләр.Унда өҫтәлдә яулыҡ менән ябылған Салауат Юлаев һәйкәленең макеты тора. Батыр тураһында әңгәмә. Уйын пазл.

Тәрбиәсе: Интерактив таҡтала һеҙгә уйын бирелгән, берешәрләп ҡуябыҙ

Афарин! Былар барыһы ла башҡорт батырҙары. Уларҙы нимә берләштерә?

Балалар: Батыр булыуҙары.

Тәрбиәсе: әйе,улар бөтәһе лә батырҙар, һәм уларҙы башҡорт аты бәйләй.

Тәрбиәсе ат образының шаблондарын таратып бирә. Уларға матур ефәк, ҡуйы ял, һәм оҙон ҡойроҡ өҫтәйек.

Был беҙ эшләгән аттар ниндәй батырҙарҙың тоғро дуҫы булған?

Әйе улар бөтәһе лә башҡортобоҙҙоң милли батырҙары.

Тәрбиәсе: Һеҙ үҙегеҙҙең аттарығыҙҙы атай-әсәйҙәрегеҙгә бүләк итә алаһығыҙ

Хатта әйтелгән вәғәҙәләнгән бүләкте залдан эҙләп таба алаһығыҙ.

Африн балалар, дәрес өсөн рәхмәт!

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

презентация детского сада "Батыр"

Эту презентацию я составила на день рождение детского сада....

"Иван и Батыр вгостях у ребят"

Развлечение для детей старшей группы...

Физкультурное развлечение Ко Дню республики Башкортостан « Батыры Ирандыка» (Совместно с учениками первого класса школы №1,).

Цель: упражнять детей проходить «змейкой» между предметами, держа в руке ложку с картошкой; закреплять навык прыжков на спортивных мячах; совершенствовать, метания малого мяча в корзину; развивать рав...

Спортивное мероприятие посвященное празднованию Дню батыра и Дню Победы.

В спортивном мероприятии участвуют взрослые и дети....

Программа спортивного кружка «Батыр» Составитель: инструктор физической культуры высшей квалификационной категории МБДОУ№7«Чебурашка» ЗМР РТ Артюхина Марина Владиславовна

Муниципальное бюджетное дошкольное образовательное учреждение «Детский сад общеразвивающего вида №7 «Чебурашка» Зеленодольского муниципального района Республики Татарстан ...