Балаларға патриотик тәрбиә биреү
проект
Балалар баҡсаһында патриотик тәрбиә
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Мәктәпкәсә йәштәге балаларға патриотик тәрбиә биреү | 18.12 КБ |
Предварительный просмотр:
Мәктәпкәсә йәштәге балаларға халҡыбыҙҙың
борондан килгән шөғөлдәре аша патриотик тәрбиә
биреү.
“Айыуҡай”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Буранбаева Ә.Р.
Хөрмәтле ҡунаҡтар,коллегалар!
Бөгөнгө һөйләйәсәк һүҙемде Фәниә Чанышеваның “Бала өсөн” шиғырынан өҙөк менән башлар инем:
“Бар хәсрәтем,бар хәстәрем- бала өсөн,
Хөрмәтем дә,хеҙмәтем дә-бала өсөн.
Үкенеүҙәр,үтенеүҙәр- бала өсөн,
Йоҡоһоҙ төн,тынғыһыҙ көн- бала өсөн...”
Эйе,беҙ бөтәбеҙ ҙә балалар тип өҙгөләнәбеҙ,улар өсөн йәшәйбеҙ,сөнки балалар-беҙҙең киләсәгебеҙ.Бала тыуғас та тәүге белемдәрҙе ғаиләлә ала.Баланың ата-әсәһе,өләсәһе,олатаһы,тыуған йорто уның өсөн бәләкәй тыуған ил булып тора.Тыуған йорт- ҡатмарлы,күп яҡлы төшөнсә.Ул үҙ эсенә баланың тыуған ғаиләһен;ундағы ғаилә йолаларын;тәүге дуҫтарын;тыуған тәбиғәтен ала.Тыуған йортҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә;һәр ваҡыт тәртиптә тоторға өйрәтеү-ата-әсәнең бурысы.Яйлап “тыуған өй” төшөнсәһе ҡатмарлаша бара.Был инде хәҙер тыуған урам,тыуған ҡала (ауыл),балалар баҡсаһы,мәктәп,һ.б.
Илһөйәрлек тойғоһо үҙенән-үҙе генә килеп сыҡмай.Уны тәрбиәләүҙә балалар баҡсаһының роле бик ҙур,сөнки кешелектең киләсәге,Ватан яҙмышы,ғаилә бәхете киләсәктә гражданин буласаҡ бәләкәй баланың бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле.
“Илһөйәрлек хисен бишектән,балалар баҡсаһына йөрөй башлағанда уҡ тәрбиәләргә кәрәк.Шул саҡта ул хис-аңға үтеп инә”-тип яҙған М.А.Шолохов.Шуны иҫтә тотоп беҙҙең “Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә.
Беҙҙең балалар баҡсаһы Аҙнабаева Ф.Ғ ҡыҙы етәкселегендәге төркөм сығарған “Башҡортостан-тыуған илем” программаһы буйынса эшләй.Программала бирелгән темалар балаларҙа ғаиләгә,тыуған йортҡа,милләтебеҙгә,башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә,ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү,ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләүгә ҡоролған.
Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ мөғжизәләргә бик бай.Башҡортостан! Был бер һүҙҙе әйтеү менән,шунда уҡ күҙ алдына Урал тауҙары,икһеҙ-сикһеҙ урмандар,борғаланып-борғаланып аҡҡан саф йылғалар,башҡорт тоҡомло аттар һәм,әлбиттә,хуш еҫле сәскәләрҙән һут йыйып йөрөгән,нәҙекәй билле,эшһөйәр бал ҡорттары килеп баҫа.Сөнки тыуған яғыбыҙ инде элек-электән матур тәбиғәте,сыҙамлы аттары,тәмле буҙаһы,ҡымыҙы,балы менән бар донъяға дан алған.Уларһыҙ Башҡортостанды күҙ алдына килтереп тә булмай.
Беҙҙең уртансылар төркөмөндә ошо мөғжизәнең береһе булған башҡорт балы менән таныштырабыҙ.Ата-әсәләр менән берлектә “Умартасылыҡ” проект эше эшләнелде. Умартасылыҡ халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлө, ҡортсолоҡҡа ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара.Башҡорт балының даны бөтә донъяға билдәле. Башҡорт балы- Украина салоһы, Швейцария сыры кеүек үк республикабыҙҙың визит карточкаһы булып тора. Бал ҡорто, башҡорт балы, уның файҙаһы тураһында күберәк белеү һәм балаларға еткереү теләге ошо проект эшен эшләүгә этәргес булып тыуҙы.
Проект эшенең маҡсаты: балаларға балдың нисек,ҡайҙан алыныуы тураһында мәғлүмәт биреү; “бал ҡорто,солоҡ,умарта,умартасы”һүҙҙәре менән таныштырыу; бәйләнешле телмәр үҫтереү; бал ҡорттарына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; башҡорт халҡының шөғөлдәренә,йолаларына ҡарата ихтирам тойғоһо уятыу; балаларҙы бал ҡорттары кеүек егәрле,эшһөйәр итеп тәрбиәләү.
Һауа шарттары үҙгәреп,ер йөҙөндә сәскәле үҫемлектәр таралған осорҙа, 25-50 миллион йылдар элек, бал ҡорттары ғаиләгә берләшкән. Ғалимдарҙың фекеренсә, улар бөжәктәр араһында иң йәш төр.Донъяла миллионға яҡын төр бөжәк, шул иҫәптән сәскәгә һеркә күсереп, һут менән туҡланып яңғыҙ йәшәгән меңләп төр ҡорт иҫәпләнә. Шулар араһында бал ҡорто тәбиғәткә һәм кешегә килтергән файҙаһы менән беренсе урында тора. Улар тураһында кешеләр йырҙар сығарған, китаптар яҙған. Бындай ҙур иғтибарға башҡа бер тереклек тә әлегә лайыҡ булмаған.
Башҡорт балы…Был исем бар донъяға таныш. Тик кешеләр, ғәҙәттә, өҫтәлдә ултырған балдың тәмен һәм уның ҡайҙан икәнен генә белә. Өҫтәлгә килеп ултырғансы бал күпме һәм ниндәй юл үтә икән?Кәрәҙле бал ябай балдан нисек айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға балалар менән яуап эҙләп таптыҡ.
Алған белемдәребеҙҙе һүрәт төшөрөү,әүәләү,йәбештереү дәрестәрендә ҡулландыҡ.
Телмәрҙе үҫтереү өсөн бал ҡорттары тураһында “Айыу һәм бал ҡорттары” әкиәтен уҡып,уны сәхнәләштереп күрһәттек.Балаларға әкиәт бик ныҡ оҡшаны. Бал тураһында мәҡәлдәр өйрәндек .Мәҫәлән,Бал татлы, балдан бала татлы.(Баланың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлаталыр.)
Бал ҡорттарына ҡағылған уйындар уйнау балаларҙы бал ҡорттары кеүек етеҙ,егәрле булыра өйрәтә. “Мин-умартасы” исемле режиссер уйынын балалар яратып уйнанылар. Был уйында умартасының эш ҡоралдары менән,уның кейемен кейеп үҙҙәрен умартасы итеп хис иттеләр.
Ата-әсәләр ҙә беҙгә зур ярҙам күрһәттеләр: балаларға уйынға атрибуттар,умартасы кейемен әҙерләнеләр; материалдар туплауға күп көс һалдылар.
Музыка дәрестәрендә бал ҡорттары тураһында йырҙар йырланыҡ,бейеүҙәр өйрәндек.
Проект эшенең йомғаҡлау сараһы итеп "Күс айырыу" йолаһы үткәрелде.Йоланың маҡсаты кескәйҙәргә мөғжизәле башҡорт балының шифаһы тураһында еткереү һәм уларҙы бал ҡортондай егәрле,тырыш итеп тәрбиәләү ине.
Был байрамда яңы умартаға күскән "бал ҡорттары" ҡыуанышып йырланылар,бейенеләр,шиғырҙар һөйләнеләр.Гөж килешкән кескәйҙәр үҙҙәре үк тиктормаҫ бал ҡорттарына оҡшап торалар ине. Өләсәй менән умартасы олатайҙың да ҡатнашыуы байрамға ҙур йәм өҫтәне.Бындай байрам балалар баҡсаһында тәүге тапҡыр үткәрелде.
Ҡөрьән-Кәримдә шундай сүрә бар, "Бал ҡорто" доғаһы.Унда Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Мин был донъяға бал ҡорттарын яралттым.Улар, кешеләргә шифалы ризыҡ булһын тип, ағастарға,таш ярыҡтарына ҡунып бал йыйһындар. Кешеләр ҙә ошо бал ҡорттары кеүек тырыш,егәрле булһалар,матур донъя көтөрҙәр,балалар үҫтереп уларҙы лайыҡлы кеше итеп,тормош юлына аяҡ баҫтырырҙар,күс кеүек айырырҙар".
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: тыуған еребеҙҙе,телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы,халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен,йолаларын балалар баҡсаһынан уҡ башлап өйрәтһәк, балаларыбыҙ ҙа патриотик рухлы булып үҫерҙәр ине.Тормошобоҙ яҡты булһын өсөн,йәмғиәткә, халыҡҡа файҙалы кеше булып йәшәр өсөн Урал батыр васыятын үтәйек, ил ташлап, сит илдә солтанға әйләнмәйек, яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ!Ваҡытында ғаилә ҡороп, илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтереү, уларға халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын еткереү- беҙҙең төп бурыс.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Балалар бакчасында патриотик тәрбия бирү юллары
Балалар бакчасында патриотик тәрбия бирү юлларыУрмаем-горурлыгым,Данлы туган төбәгем.Синдәй матур җирне әлеБеркайда юк күргәнем....
Балалар бакчасында патриотик тәрбия бирү юллары
Ата-аналар өчен консультация...
"Балаларға патриотик тәрбиә биреү"
Педагогик кәңәшмәлә сығыш...
Кескәйҙәргә патриотик тәрбиә биреү үҙенсәлектәре.
Ата-әсәләр өсөн консультация...
Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....
Балалар бакчасында патриотик тәрбия бирү юллары
Туган тел – туган җир, Туган ил төшенчәләренең төп мәгънәсен бала аңына җиткерүче иң мөһим чара. Балаларга патриотик тәрбия бирү туган телдән башка мөмкин түгел. Баланың аңы үсү, белеме арту, чы...