"Урал батыр эҙенән"
методическая разработка

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Квест уйын

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Методическая разработка16.72 КБ

Предварительный просмотр:

Квест “Урал батыр эҙенән”

Ҡатнашалар:

Аҡ һаҡаллы ҡарт

Урал батыр

Шүлгән

Һомай

Ҡатил батша ҡыҙы

Маҡсат:Урал батыр эпосының йөкмәткеһен тәрәнерәк өйрәнеү,аңлатыу,ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Урал батыр эҙләгән тереһыуҙы һәм мөрәжәғәтте табыу.

Йыһазландырыу:ҡабырсаҡтар,ағас һауыттар,трон,веерҙар,маршрут-карталар,йыһазландырылған бүлмәләр,персонаждарға костюмдар,алма.

Музыка залы-карта-маршрут алыу урыны.Квеста ҡатнашыусылар йыйыла.

Ҡумыҙ тауышы ишетелә. “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр  һөйләнелә.

Балалар һөйләй.

Аҙаҡҡы юлдар:

Бара торғас,бер заман

Бер йылғаның ситендә,

Ҙур ағас төбөндә,

Ҙур таяғы ҡулында

Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа

Былар барып еткән, ти,

Барып сәләм биргән,ти.

Ҡарт ҡаршы алған,ти,

Юл башыны быларҙың,

Ҡарт та һорашып белгән,ти,

Үҙ уйҙарын былар ҙа

Ҡартҡа һөйләп биргән, ти.

Ҡарт уйланып торған да,

Һаҡалыны һыпырып,

Быларға күҙ йөрөтөп,

Ике юлды күрһәтеп,

Былай тиеп әйткән, ти.

Аҡ һаҡаллы ҡарт сыға.

Аҡ һаҡаллы ҡарт:

“Бына һеҙгә ике юл:

Һулға китһәң,юл буйы,

Уйын –көлкө төн буйы,

Ҡайғы-этлек күрмәйсе,

Барлығын да белмәйсе,

Рәхәт йәшәй байманда;

Бүре,һарыҡ яланда,

Төлкө,тауыҡ урманда

Бергә йәшәп,дуҫ булып,

Самрау ҡошҡа баш эйеп,

Ҡан да эсмәй,ит еймәй,

Һис үлемгә юл ҡуймай

Йәшәп килгән бер ил бар,

Яҡшылыҡҡа  яҡшылыҡ,

Ҡыла торған йола бар.

Уңға китһәң,юл буйы,

Идау-һыҡтау йыл буйы.

Яуызлыкта дан алған,

Батшаһынан,башҡаһынан

Ҡайғы,этлек күреүсе,

Ҡанлы йәшен түгеүсе,

Ҡатил батша иле бар,

Тау-тау кеше һөйәге,

Ҡанға батҡан ере бар”.

Аҡ һаҡаллы ҡарт:Өс команданан капитандар юл һайлай.Шыбаға алышабыҙ,кем уңға,кем һулға киткәнен беләбеҙ.(шыбаға алышыу)

Аҡ һаҡаллы ҡарт:Бына һеҙгә маршруттар(карта-маршруттар бирелә)Ошо маршрут буйынса барһағыҙ, һеҙ эпостағы геройҙар менән осрашасаҡһығыҙ,улар һеҙгә эштәр бирәсәк.Ҡайһы команда эштәрен алдан эшләп бөтөп,иң аҙаҡтан тереһыуҙы табып тирә-яҡҡа бөркөп,һәм мөрәжәғәтте табып,бергәлап әйтә,шул еңеүсе буласаҡ!Әйҙәгеҙ башланыҡ!

Командалар маршрут буйынса алдан әҙерләнгән бүлмәләргә юллана.

1.Ҡатил батша ҡыҙы бүлмәһе.

Тәхеттә батша ҡыҙы ултыра.Бер вәзире елпеүес менән ҡыҙҙы елпетә.

Вәзир:Тигеҙ,яҡшы тороғоҙ,батша ҡыҙы килә бит,яҡты йөҙлө булығыҙ!

Командалар матур итеп теҙелә.

Батша ҡыҙы:Мин матур итеп теҙелгән,фарманымды теүәл үтәгән балаларҙы яратам.Һеҙгә теҙелеү буйынса төрлө эштәр әйтәм,дөрөҫ эшләүселәргә алма бүләк итәм.

-кәүҙә оҙонлоғо буйынса теҙелергә.

-аяҡтар ҙурлығы буйынса теҙелергә

-Сәс оҙонлоғо буйынса теҙелергә.

-ҡулдар оҙонлоғо буйынса теҙелергә

-кейемдәр төҫө буйынса теҙелергә(аҡ,һары,ҡыҙыл,йәшел,һоро,ҡара,күк)

Батша ҡыҙы:миңә оҡшанығыҙ!Бына һеҙгә алма.

Командалар алма алып,маршрут буйынса икенсе бүлмәгә китә.

Һомай   бүлмәһе:

Һомай:Аҡбуҙатым,бына килде батырҙар

             Бына килде матурҙар,

             Батырлығын һайлапмы,

              Матурлығын һайлапмы,

              Береһен үҙең алырһың,

              Береһе миңә тиң булыр.

Әйҙәгеҙ батырҙар,матурҙар һеҙҙең көстө һәм таҫыллыҡты һынап ҡарайыҡ.

Ярыштар төрө:

-алыҫлыҡҡа таш ташлау

-уҡтан атыу

-“атта” ярышыу

Һомай:Аҡбуҙатым менән икебеҙгә барығыҙ ҙа оҡшанығыҙ!Бөтәгеҙ ҙә атҡа атланырлыҡ батырҙар һәм матурҙар!Бына һеҙгә Аҡбуҙат!(Ат һүрәте тапшырыу)

Командалар маршрут өсөнсө бүлмәгә китә.

Урал батыр бүлмәһе:

Кешеләрҙе яуыздан

Ҡотҡарырға тырыштым.

Менһәм Буҙат бар ине

Ҡулда булат бар ине,

Талай илем бар ине,

Батыр ирҙә бар ине,

Шулар ҡәҙерен белмәнем.

Батырлыҡҡа маһайып,

Кәңәш ҡороп торманым.

Уландарым һеҙгә әйтәм,

Яуызға юлдаш булмағыҙ,

Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ...

Урал батырҙың йәки миңә осраған геройҙарҙың исемдәрен әйтеп сығығыҙ.

Эпос геройҙарының макеттары бирелә, шуларҙың исемен әйтеп сығырға.

Урал батыр:рәхмәт,бына һеҙгә Урал тауы һүрәте,һаҡлағыҙ Уралығыҙҙы!

Командалар артабан маршрут буйынса китә.

Шүлгән бүлмәһе.

Шүлгән батыр:Минең юлымда төрлө ауырлыҡтар осраны.Ошо юлдарҙан сығырға ярҙам итегеҙ.

-лабиринттан сығыу(һүрәттә)

-предметтың парҙарын табырға.

Рәхмәт!Ярҙам иттегеҙ!Бына һеҙгә минән иҫтәлек.(Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәте).

Командалар маршрут буйынса китә.

Аҡ һаҡаллы ҡарт бүлмәһе.

Аҡ һаҡаллы ҡарт:Мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм,уларҙы сисһәгеҙ,тереһыуҙы һәм Урал батырҙың мөрәжәғәтен табырһығыҙ.

Аҡ һаҡаллы ҡарт:

Янығыҙҙа булыр тау,

Тау янында булыр ҡумта,

Ҡумта эсендә булыр һыу.

(Командаларға бирелгән тау  һүрәте  артында яуап йәшерелгән)

Аҡ һаҡаллы ҡарт:

Эргәгеҙҙә генә мәмерйә булыр,

Мәмерйә эсендә Урал батырҙың әйткәне ятыр.

(Командаларға бирелгән мәмерйәлә Урал батырҙың әйткәне йәшерелгән)

Командаларҙың барыһы ла килеп,тереһыуҙы һәм мөрәжәғәтте тапҡас.

Йомғаҡлау.

Аҡ һаҡаллы ҡарт:

-Балалар,һеҙгә юлда кемдәр осраны?

-нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды?

-нимә оҡшаны?

Урындар билдәләү.

Бергәләп Урал батырҙың тәғлимәтен әйтеп,тамамлау.

                Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

                 Кеше булһын затығыҙ!

                 Яманға юл ҡуймағыҙ,

                  Яҡшынан баш тартмағыҙ!

                                                         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий постановки эпоса "Урал батыр"

Материал для инсценипрования эпоса "Урал батыр"...

Презентация к эпосу "Урал батыр".

Презентация "Урал батыр"...

Сказание о Урал-Батыре

Много сказок, легенд, преданий дошло к нам из седой старины. Но самая главная легенда башкирского народа - это легенда «Урал Батыр»....

Урал-батыр

Урал-батыр...

Конкурсная работа "Урал-батыр"

Конкурсная работа "Урал-батыр"...

Конкурсная работа "Урал-батыр". Сражение с драконом

Конкурсная работа "Урал-батыр". Сражение с драконом...

Конкурсная работа "Урал-батыр". Акбузат

Конкурсная работа "Урал-батыр". Акбузат...