Бармаҡ уйындары
методическая разработка по развитию речи

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Ата-әсәләр өсөн консультация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл barmak_uyyndary.docx15.94 КБ

Предварительный просмотр:

                 Телмәр үҫтереүҙә бармаҡ уйындарының әһәмиәте

                                         Ата-әсәләр өсөн консультация

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары бала-ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғти-барын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Ҡул моторикаһы үҫешмәгән балалар ҡалаҡ йә ҡәләмде насар тота, аяҡ кейемендәге бауҙы бәйләй, өҫ кейемендәге төймәләрҙе эләктерә алмай. Уларға конструкторҙың деталдәрен йыйыуы, пазлдар, иҫәп таяҡсалары, мозаика менән эшләүе лә ҡыйын. Башҡа балалар яратып башҡарған пластилин әүәләү, аппликация яһауҙан да улар баш тарта. Бындай балаларҙың аң кимәле шул рәүешле башҡаларҙан артта ҡала бара.

Ғөмүмән, был балаларҙың донъяны танып белеүе лә етерлек кимәлдә үҫешмәй. Ҡул моторикаһының үҫешмәүе сабыйҙарҙың күңел торошона, үҙ-үҙҙәрен баһалауына ла йоғонто яһай. Ваҡыт үтеү менән бындай балаларға яҙырға өйрәнеүе лә ҡыйынға тура килә. Шуның өсөн ата-әсәләргә һәм белгестәргә ваҡ моторика үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү кәрәк.

Мәҫәлән, 2,5 йәштә балаға кеше һүрәтен яһарға, төймәләр эләктерергә иртәрәк, әммә 4-5 йәштә улар таҫма, аяҡ кейеме бауҙарын бәйләй, кеше һүрәтен төшөрә белергә тейеш.

Балалар баҡсаһында бармаҡ уйындары менән таныштырыуҙы кескәй-ҙәрҙән башлап бер нисә төркөмгә бүлеп ойоштороло. Тәүгеһендә балаға әйләнә-тирәләге предметтар, хайуандар бармаҡтар ярҙамында күрһәтелә. Был осраҡта күләгә театры (теневой театр) ҡулланыла. Фигураларҙы йомаҡтар, ҡыҫҡа юллы шиғырҙар менән бәйләү баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, ишетеү һәләтен камиллаштыра, ҡыҙыҡһыныуын уята. Бармаҡ театрын да балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.

Өлкәнерәк балалар менән төҫлө таяҡсаларҙан төрлө фигуралар төҙөйбөҙ. Уйындың был төрөндә балалар төҫтәр менән бергә геометрик фигураларҙы ла ҡабатлай. Шулай уҡ пунктир һыҙыҡтарҙы тоташтырыу ҙа балалар өсөн бик файҙалы.

Ҡул хәрәкәтсәнлеген үҫтереү түбәндәге ҡағиҙәләр ярҙамында тормошҡа ашырыла:

Баланы мәжбүр итергә ярамай, эште уға оҡшаған күнекмәләрҙән башлау зарур.

Күнекмәләр даими ҡабатланырға тейеш.

Баланың иғтибары һәм ҡыҙыҡһыныуы тиҙ кәмей, шуға күрә дәрестәр 3 йәшкә тиклем 5 минут тәшкил итһә, артабан ваҡыт һәм уйындар күләме арта бара. Эш процесында бала өсөн уңайлы темп һайлау ҙа мөһим.

«Юл һалыу». Балаларға фломастер менән ҡағыҙ битендә машинаның барған юлын күрһәтергә ҡушыу: «Тура барабыҙ, уңға боролабыҙ, алға елдерәбеҙ, һул яҡҡа китәбеҙ…».

«Хәреф төҙөү». Балаларҙан баҫма хәрефтәр төҙөү өсөн элементтар һайлатыу. Хәреф элементтары иҫәбе буйынса алфавит төҙөү.

Фланелеграфта овалдан, түңәрәктән, таяҡсанан һәм башҡа элементтарҙан хәрефтәр төҙөү.

«Иғтибарлы бул». Бер элементтан (О,С), ике элементтан (У, Г, З, Р) , өс элементтан торған хәрефтәр яҙырға.

Ғөмүмән, маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһендә генә балаларҙың иғтибары, зиһене үҫешә. Ә проблемаларҙы алдан күреү, диагностикалау, уларҙы ваҡытында хәл итеү - уңыштың нигеҙе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бармаҡ уйындары

Бутыр-бутыр бутҡа бешә, Ҡарға бутҡа бешерә. Баш бармаҡ әйтә: -Әйҙә бутҡа бешерәйек. Имән бармаҡ әйтә: -Утын ҡайҙан алайыҡ?...

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ"

МОЯ КНИЖКА-БРОШЮРА С МОИМИ АВТОРСКИМИ ПАЛЬЧИКОВЫМИ ИГРАМИ "БАРМАҠ УЙЫНДАРЫ" , сделанное как методическое пособие для родителей для игр с малышами дома....

Ата-әсәләр өсөн консультация "Бармаҡ уйындары"

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ла­ның ҡул мускулдарын нығытыуға, иғ­ти­­...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Бармаҡ уйындары

Бармаҡ уйындары...

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары

Балалар баҡсаһында әкиәттерапия һәм бармаҡ уйындары.Баланың мәктәпкәсә йәштәге осоры – тирә – йүнде йонтолоғоп өйрәнеү, күп кисерештәрҙе үҙенә тәплау һәм кеше шәхесе формалашыуында иң мөһи...

Бармаҡ уйындары!

Бармаҡ уйындары (Пальчиковые игры на башкирском языке для детей дошкольного и младшего школьного возраста )...