"Ҡояш"
план-конспект занятия по окружающему миру (младшая группа)

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres.docx18.4 КБ

Предварительный просмотр:

Беренсе кескәйҙәр төркөмө

Тема: «Ҡояш»

Маҡсат: тура һыҙыҡты һуҙырға өйрәтеү, мамыҡ таяҡсаларҙы дөрөҫ торорға, буярға өйрәтеү, үҙаллылыҡ тәрбиәләү, ваҡ ҡул моторикаһын, түңәрәк форманы һәм һары төҫтө нығытыу, күңел күтәренкелеге, ҡыуаныслы кәйеф булдырыу.

Йыһаз: А4 ҡағыҙ, һары төҫтәге буяу, мамыҡ таяҡса, кантондан ҡояш, ҡыҫтырғыс, һары төҫтә кәрзинкә, йомғаҡ, салфетка, һыу.

Дәрес барышы

Тәрбиәсе:


Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңгәр күк!

Һаумы, елкәй!

Һаумы, бәләкәй йомғаҡ!

Һаумы, иртә! Һаумы, көн!

Һаумыһығыҙ, барығыҙ ҙа!

  • Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә кем килгән?

Балалар: Ҡуян!

  • Эйе, ҡуян. Уның кәрзине бар. Кәрзинендә нимә бар икән? Әйҙә, ҡарайыҡ әле.
  • Был нимә ул? Ҡуян беҙгә нимә алып килгән? Йомғаҡ! Ул йомғаҡ нимәгә кәрәк икән? Әйҙә ҡуяндан һарайы.
  • Балалар,        был        серле        йомғаҡ.        Ҡуян        беҙҙе        туғайға        сәйәхәткә        саҡыра. Ризаһығыҙмы барырға?
  • Афариндар! Тик серле һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк!

Һин тәгәрә, тәгәрә, йомғаҡ!

Тик бер үк ҡабаланма, Беҙгә тура юлды күрһәт!

  • Әйҙәгеҙ, балалар, йомғаҡ артынан барайыҡ.

-Балалар, ҡарағыҙ әле, был кем ул?

Балалар: Ҡояш!

Тәрбиәсе: Ҡояш ниндәй ул, балалар?

Балалар: Күңелһеҙ.

Тәрбиәсе: Ни өсөн ул күңелһеҙ?

Балалар: Уның нурҙары юҡ.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ ҡояшҡа ярҙам итәйек. Миндә серле ҡыҫтырғыстар бар, улар ярҙамында ҡояшҡа нурҙар бүләк итәйек.

  • Афариндар, ҡарағыҙ әле, беҙҙең ҡояшҡа ҡалай күңелле булып китте. Ул ҡыуана.
  • Балалар, беҙҙең ҡояшҡаҡояшҡа бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмаһын, беҙ уға күп итеп ҡояшты һүрәткә төшөрәйек.
  • Әйҙәгеҙ урындарға ултырышайыҡ. Һүрәт төшөрөү алдынан ҡулдарҙы ял иттерәйек. (Ҡулдарҙы бергә ҡуяйыҡ… )
  • Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡояш төшөрөлгән ҡағыҙҙарҡағыҙҙар, тик уның нурҙары юҡ. Ҡояш ниндәй төҫтә.

Балалар: Һары.

Тәрбиәсе: Ҡояштың нурҙары ниндәй төҫтә?

Балалар: Һары.

Тәрбиәсе: Шулай булғас, беҙ һары төҫ менән буяйбыҙ. Мамыҡ таяҡсаны алабыҙ, уны ҡулдарҙа дөрөҫ тотабыҙ. Бер осон Һыулайбыҙ, уны һары төҫкә манып, ҡояшҡа тура һыҙыҡтар һыҙабыҙ. Минең ҡояшыма күңелле булып китте. Хәҙер һеҙ буяп ҡарағыҙ.

Балалар үҙаллы эшләйҙәр.

  • Кемдәр буяп бөткән, таяҡсаларҙы һалабыҙ, эштәрегеҙҙе алып килегеҙ, ошонда ҡуяйыҡ. Төркөмдө йылмайып ҡарап торһондар.
  • Балалар, һеҙгә оҡшанымы?
  • Эйе!
  • Беҙ бөгөн нимә төшөрҙөк?
  • Ҡояш!
  • Ҡояштың нурҙары ниндәй төҫтә?

-Һары.

    -Афариндар! Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар менән хушлашайыҡ.