"Күс айырыу байрамы"
методическая разработка
Предварительный просмотр:
Борон-борон заманда...
Максат:
- Башҡорт халыҡ әкиәттәре менән таныштырыу;
- Ауыҙ -тел ижады өлгөләре аша балаларға әхлаҡ тәрбиәһе биреү;
- халыҡ ижадын өйрәнеүгә ынтылыш тәрбиәләү, уны һаҡлау һәм байытыу.
Йыһазландырыу: 1.Декорация. Әкиәт геройҙары.
2. Проектор .Әкиәттәргә слайдтар
Ҡатнашыусылар: Әкиәтсе апай,әкиәт геройҙары,балалар.
Байрам барышы:
Зал матур итеп биҙәлгән.Иҙәндә балаҫтар, тирмә эсе һымаҡ күренеш. Проекторҙа “Борон –борон заманда” тигән яҙыу.
Залға йомғаҡ, артынан балалар килеп инә.Серле генә көй.Тауыш ишетелә:
Тауыш:Һаумыһығыҙ балалар!Беҙҙең илгә рәхим итегеҙ!
Балалар аптырашып бер-береһенә, тауыш ишетелгән яҡҡа ҡарайҙар.
Тауыш:Һеҙ борон-борон заманда балалар!Рәхим итегеҙ!
Проекторҙа төрлө әкиәт геройҙары күрһәтелә башлай.Шул ваҡытта төрлө геройҙар залға килеп сыға. Әбей,Бабай, Батыр,Төлкө, Ҡуян, Бүре, Айыу,Кәзә һәм бәрәстәре,Убырлы ҡарсыҡ, Аждаһа.
Тауыш: Һеҙ әкиәттәр илендә,серле донъяла балалар.
Балалар сығыш яһай.
1-се бала:
Йомро-йомро йомғағым,
Алдан китте тәгәрәп.
Әкиәт донъяһына
Беҙҙе килтерҙе тиҙерәк.
2-се бала :
Әкиәт иле – серле,
Әкиәт иле – йомаҡ.
Әкиәттәр илендә-
Булабыҙ бөгөн ҡунаҡ.
3-сө бала :
Ул илдә бар аждаһа,
Дейеү оса, ҡотороп.
Убырлы ҡарсыҡ йөрөй
Кемгәлер этлек ҡороп.
4-се бала :
Әкиәт илендә бар
Тылсымлы кейек-ҡоштар.
Әйҙә, шул серле илдә
Булайыҡ бергә, дуҫтар!
Әбей : Әкиәт – халыҡ ижадында бик борондан килә һәм киң таралған. Халыҡ араһында уны “ҡарһүҙ” тип тә йөрөтәләр. Ул ҡарттарҙан ҡалған “Аҡыллы һүҙ” тигәнде аңлата, йәғни ҡара замандан(бик борондан) һөйләнеп килгән һүҙ. Һеҙҙең күбегеҙҙең өлкәндәрҙең әкиәт һөйләгәнен ишеткәнегеҙ бар. Ул, ғәҙәттә, “ борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай”, тип башлана һәм “әле лә йәшәп яталар, ти”, тип тамалана.
Бабай: Бала саҡ тураһында иң яҡты иҫтәлектәр әкиәттәр менән бәйле. Изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, дуҫтар һәм һатлыҡ йәндәр тураһында тәүге һабаҡтар нәҡ әкиәттәрҙән башланды. Нәҡ әкиәттәр аша беҙ хыялдарыбыҙҙа булһа ла Ҡамыр батырға, Урал батырға, Һыуһылыуға, Һомайға әүерелдек. Әкиәттәр үҙендә халҡыбыҙҙың бөтмәҫ аҡылын туплай, уларҙа беҙҙең отҡорлоҡ та, зирәклек тә, матурлыҡ та, аҡыллылыҡ та сағыла.ал
Ҡуян: Балалар, һеҙ ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?
(хайуандар тураһында-айыу, бүре,ҡуян,кәзә һәм бәрәстәре үтәләр)
батырҙар тураһында –Батыр, аждаһа үтә)
тылсымлы әкиәттәр- Убырлы ҡарсыҡ. Аждаһа)
тормош-көнкүреш әкиәттәре –әбей менән бабай),
алдауыс әкиәттәр
Бик дөрөҫ балалар. Ә беҙгә әкиәттәрҙе күберәк кемдәр һөйләй?
(өләсәйҙәр, инәйҙәр, ҡартинәйҙәр, әсәйҙәр, апайҙар)
Төлкө: Дөрөҫ. Бөгөн беҙ ҡунаҡҡа Әкиәтсе апайҙы саҡырҙыҡ.Өй декорацияһынан тәҙрәнән Әкиәтсе күренә.
(Әкиәтсе апай )
Әкиәтсе апай: Һаумыһығыҙ, минең бәләкәстәрем!
Балалар: Һаумыһығыҙ, Әкиәтсе апай!
Әкиәтсе апай: Һеҙҙән саҡырыу хәбәре килеү менән, юлға сыҡтым. Бик ашыҡтым,килеп етмәм тип ҡурҡтым.Тылсымлы ҡумтамды ла үҙем менән алдым.
Балалар: Ҙур рәхмәт, Әкиәтсе апай. Беҙ бик көткән инек. Тылсымлы ҡумтаң ҙур күренә, әллә яңы әкиәттәр алып килдегеҙме?
Әкиәтсе апай: Алып килдем, алып килдем. Хәҙер яңы әкиәтемде һөйләйем:
-Борон заманда булған , ти бер батша.
Ул яһаттырған, ти, бик матур бер баҡса.
Баҡсаның ҡоймаһы булған, ти, таштан,
Һөйләйемме әкиәтте баштан?
Балалар: Шаяртма инде, Әкиәтсе апай. Һөйлә инде.
Әкиәтсе апай: Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә бөгөн күпме ҡунаҡтар килгән. Улар ҙа бит әкиәт һөйләргә әҙерләнгән, әйҙәгеҙ уларға һүҙ бирәйек.
Әкиәтсе апай: Шулай итеп Башҡорт халыҡ әкиәте “Айыу менән төлкө” әкиәте. Өлкәндәр төркөмө.
“Айыу менән төлкө” әкиәте сәхнәләштерелә.
Әкиәтсе апай : Киләһе әкиәтебеҙ “Бүре һәм кәзә бәрәстәре”.(уртансы төркөм)
Әкиәтсе апай: Бына бит ниндәй матур әкиәттәр беләһегеҙ!Афариндар!Тағы ла әкиәт һөйләйбеҙ тиҙәр беҙҙең балалар!
Логопед төркөм беҙгә “Эш табылды” тигән әкиәт тәҡдим итә.
Әкиәтсе апай: Башҡорт халыҡ әкиәте “Шаян бесәй”ҙе ҡарап китәйек.
Әкиәтсе апай: Афарин, балалар. Әкиәттәрҙе бик яратаһығыҙ икән. Бик матур итеп әкиәттәр сәхнәләштерҙегеҙ! Әкиәт иленә йышыраҡ килегеҙ!Рәхмәт һеҙгә,бәләкәстәрем!
Балалар: Һау бул, Әкиәтсе апай. Рәхмәт һеҙгә.(Өй тәҙрәһе ябыла)
Тауыш: Рәхмәт балалар!Серле әкиәт донъяһында тағы ла көтөп ҡалабыҙ!
Күмәк йыр һәм бейеү. Әкиәт геройҙары һәм балалар бейей.
Серле әкиәт донъяһында,
Шундай күңелле ,рәхәт.
Тәрбиә һәм тылсымдарың өсөн.
Әкиәтем һиңә,рәхмәт!!
Борон-борон заманда тип
Башлана беҙҙең бала саҡ!
Әкиәтле һәм күңелле
Үтһен беҙҙең бала саҡ!
Йомро-йомро йомғағыбыҙ
Тәгәрәһен туҡтамай!
Серле әкиәт илендә,
Осрашайыҡ гел шулай!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Шежере-байрамы
«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...
Кәкүк сәйе байрамы.
Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3. Йолаларға ҡарата, башҡ...
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...
Сәскәләр байрамы
Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...
Бал байрамы
Данный сценарий будет интересен музыкальным руководителям, воспитателям и педогогам дополнительного образования...
Нардуған байрамы
Нар-нар-Нардуған!Нардуғанға кил туған!...
КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»
познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического народа Крыма. Познакомить с культурой, с ремеслами крымс...