Телтөҙәткестәр
материал по развитию речи

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Телмәр үҫтереү төркөмө өсөн

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл teltoztkestr.docx15.21 КБ

Предварительный просмотр:

                                    ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР

Өп-өп-өп – эттәр сабыша өрөп,
Өп-өп-өп – төндәр буйына йөрөп.
Еп-еп-еп – хужаһы еткән килеп,
Еп-еп-еп – эте икәнен белеп.

Рә-рә-рә – урман буйлап йүгерә,
Ра-ра-ра – ҡулын болғап саҡыра.
Рө-рө-рө – япраҡ ярған бөрө,
Рө-рө-рө – урманда тыныс йөрө.

Са-са-са – был бит беҙҙең Миңниса,
Се-се-се – Миңниса, ярҙам итсе.
Сә-сә-сә – әсәйең шалҡан сәсә,
Се-се-се – орлоҡтарҙы бирһәңсе.

Ҫа-ҫа-ҫа – ҡайһылай матур баҫа,
Са-са-са – тыпырлап күңел аса,
Са-са-са – дәртләндерәм: «Их, ас-са!»
Са-са-са – бейей шулай башҡортса.

Та-та-та – Талип тауыҡ ашата.
Ти-ти-ти – саҡыра, ти-ти-ти.
Тә-тә-тә – күршенекен өркөтә,
Ти-ти-ти – йөрөмә бында, кит, ти.
Ты-ты-ты – күрше тауығы ҡурҡты,
Тө-тө-тө – кәртәнән осоп төштө.
Те-те-те – Талип тағы ем һипте,
Тө-тө-тө – Талиптың еме бөттө.

Уа-уа-уа – хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы-уы-уы – татлы шул шишмә һыуы.
Уа-уа-уа – үҙе инде бер дауа,
Уы-уы-уы – ялан буйлап атлауы.

Фа-фа-фа – тырышып яҙа Сафа,
Фе-фе-фе – кәкре-бөкрө хәрефе.
Фа-фа-фа – матур яҙыу бер яфа.
Ҫа-ҫа-ҫа – ручканы ул баҫа,
Са-са-са – хәрефтәр унан ҡаса,
Фа-фа-фа – һаман тырыша Сафа.
Фе-фе-фе – матур сыҡты хәрефе,
Фе-фе-фе – күтәрелде кәйефе.

Һең-һең-һең – ҡайҙан ҡайтып киләһең?
Һаң-һаң-һаң – ял итеп ал арыһаң.
Һәң-һәң-һәң – дәртле баҫып йөрөһәң,
Һәң-һәң-һәң – бөтә эшкә өлгөрһәң,
Һең-һең-һең – моратыңа етерһең.

Һы-һы-һы – был Һиҙиәт ҡустыһы,
Һе-һе-һе – кемдеке һуң берәүһе?
Һен-һен-һен – танып алдым икәүһен,
Һөн-һөн-һөн – саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе-һе-һе – нисә булды бөтәһе?

Ша-ша-ша – Шакир шарға талаша,
Шы-шы-шы – ҡыҙыу уйын барышы.
Шә-шә-шә – малайҙар шар бәрешә,
Ше-ше-ше – уйнай ала һәр кеше.

Ыж-ыж-ыж – һыуыҡ әйтә: «Ыж-ыж-ыж»,
Аж-аж-аж – йүгереп йөрө, Ғилаж.
Жыу-жыу-жыу – елдәр әйтә: «Жыу-жыу-жыу»,
Шыу-шыу-шыу - Ғилаж, тауҙан шыу ҙа шыу.