"Тәрбиәлә халыҡ педагогикаһы алымдары"
статья
Ата-әсәсләр йыйылышы өсөн доклад
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
trbil_halyk_pedagogikahy_alymdary.docx | 19.63 КБ |
Предварительный просмотр:
Тәрбиәлә халыҡ педагогикаһы алымдары.
(Ата-әсәләр йыйылышына доклад)
«Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ тигән әйтем бар халыҡта. Йәш ғаиләнең йортон нурға күмеп, сабый донъяға килә. Баланы табыу һөнәр түгел, бағыу һөнәр икәнен оноторға ярамай. Шуға бәйле бер хикәйәт тә бар. Атаһы балаһманға дуҫ булма, улым. Ул һине тик боҙоҡлоҡҡа өйрәтер. Мине хәсрәткә һалырһың»,-ти. Улы: «Юҡ, мин һине һис борсолдормам. Иптәштәремдең яман икәнлеген беләм, әммә улар минең арҡамда төҙәлерҙәр», - тип яуап биргән. Атаһы: «Уйың хаҡмы икән, әйҙә, тикшереп ҡарайыҡ», - тигән һәм кәрзиндәге бешкән, һутлы алмалар эргәһенә Бер серек алма һалған. Бер аҙнанан һуң кәрзиндәге алманың яртыһы серегәнен күргәндәр. Шул саҡ атаһы улына: күрҙеңме, улым? Алама холоҡло кешеләргә эйәрһәң, һин дә ошолай боҙолорһоң», - тигән.
Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына, тормош тәжрибәһенә таянып эш итергә кәрәк беҙгә. Күренекле педагог А.С. Макаренко бик күп тикшеренеүҙәр емеше булған «Книга для родителей» китабында былай тип яҙа: «Ғаиләлә һәйбәт балалар тәрбиәләп үҫтерергә теләйһегеҙ икән, ғаиләгеҙ мотлаҡ бәхетле булһын. Үҙегеҙҙең бөтә һәләтегеҙҙе егегеҙ, дуҙтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы ярҙамға саҡырығыҙ, өҙгөләнегеҙ,янығыҙ, тик, нисек кенә булдһа ла, бәхетле булығыҙ. Ябай, кешесә бәхетле булыу ғына ғаиләлә Баланы бәхетле итә. Тик бәхетле булыу тойғоһо ғына дөрөҫ тәрбиәгә киң юл аса».
Ата-әсәнең бала алдында үтә яуаплы, мотлаҡ үтәлергә тейешле өс төп бурысы бар. Беренсеһе – сабыйға матур, мәғәнәле исем ҡушыу; икенсеһе – баланың кем менән дуҫ булыуына диҡҡәт итеү һәм өсөнсөһө - лайыҡлы ғүмер юлдашы һайлауҙа ярҙам итеү.
Тәрбиәлә эре-ваҡ мәсьәләләр булмай. «Бала уңһа ғына – бала, уңмаһа - бәлә». Балаһын киләсәктә ысын шәхес итеп күрергә теләгән һәр ата-әсә, һис шикһеҙ, түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш.
1. Бала көнөнөң теүәл режимы - тәрбиә өсөн бик мөһим шарт. Теүәл ваҡытҡа күнегеү - үҙеңә ҡарата теүәл талапсанлыҡ ғәҙәте ул.
2. Гигиена талаптарын үтәргә өйрәтегеҙ, кесе йәштән сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгеҙ. Ғаилә менән көн дә иртән күнегеүҙәр яһау, тәбиғәттә ял итеүҙе яҡшы традицияға әйләндерегеҙ.
3. Бала тыуғанда ярҙамға мохтаж булып тыуа. Әммә улар иркә, үҙҙәрен генә яратыусы булып тыумайҙар. Уларҙы был хәлгә ата-әсәнең артыҡ яратыуы, наҙы төшөрә. Сабыйҙы артыҡ иркәләтеүҙең дә, кәрәгенән тыш ҡаты ҡуллылыҡ күрһәтеүҙең дә урынһыҙ икәнлеген яҡшы аңлаған ата-бабаларыбыҙ. «Балаңды боҙғоң килһә, маҡта», «Иркә ҡайҙа - иҫәр шунда», «Күп әрләмә - әрһеҙ итерһең, бикләмә - уғры итерһең», «Ҡыҙҙар – ҡыл өҫтөндә,
ҡылдан төшкәс – тел өҫтөндә», «Улға – утыҙ ерҙән, ҡыҙға ҡырҡ ерҙән тыйыу» кеүек һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған.
4. Бала менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү, аралышыуҙа интонация һайлай белеү – ҙур һөнәр. Асыу, ҡысҡырыу, ярһыу, артығынан тыш инәлеүҙең ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәүен һәр ғаилә ағзаһының аңлауы мөһим. Һүҙ – бысаҡтан үткер, бала күңелен һүҙ менән яраламағыҙ, уны кәмһетмәгеҙ, киреһенсә, һәр осраҡта үҙ-үҙендә ышаныс тәрбиәләү мөмкинселектәрен эҙләгеҙ.
5. Эш һөйөүсәнлек - шәхестең иң мөһим әхлаҡ сифаттарының береһе. Был сифаттан мәхрүм кеше – рухи яҡтан ғәрип. Хеҙмәткә мөхәббәт бары тик хеҙмәттә генә барлыҡҡа килә. Шуға ла балағыҙҙың көсөнән килгән һәм һәр көн башҡара торған почта индереү, сүп түгеү, иҙән һепереү, һауыт-һаба йыуыу, ҡар көрәү кеүек эштәре булһын. Эш үтәлешен, һөҙөмтәләрен мотлаҡ тикшерегеҙ һәм хуплауҙан ҡурҡмағыҙ.
6. «Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара» тиҙәр. Бала уйнаған саҡта үҙен нисек тотһа, үҫеп еткәс, эштә лә үҙен ул күп яҡтан шулай тотасаҡ. Шуға ла киләсәк эшмәкәрлектең тәрбиәләнеүе, барыһынан да элек, уйын ваҡытында бара. Уйын ул - ниндәй ҙә булһа тормош рәүешенә өйрәнеү, шул тормошҡа инеү сараһы булып тора. Тәрбиәлә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә теләйһегеҙ икән, балағыҙҙы уйындар аша файҙалы эштәргә, хеҙмәткә йәлеп итегеҙ.
7. Уҡыу кеүек ауыр бер эш башҡарыусы балаға ярҙам иткәндә уның иреген сикләмәгеҙ, киреһенсә, үҙ-үҙен иркен тоторға булышлыҡ итегеҙ, тыймағыҙ, киреһенсә, хуплағыҙ, үҙегеҙ теләгәнсә бөкмәгеҙ, ә турайып баҫып үҙ юлын табырға ярҙам итегеҙ. Уҡыуҙы ыҙаға әйләндермәгеҙ.
8. Пунктуаль булығыҙ, балағыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ: мәктәпкә һуңламаһын, унан ваҡытында ҡайтһын.
9. Ғәйбәт һүҙ һөйләү – гонаһ. Нахаҡ һүҙ, яла яғыу ҙа кешене ауыр хәлгә ҡалдыра. Бала алдында бер кемде лә яманламағыҙ, унда шул кешегә ҡарата насар ҡараш барлыҡҡа килеүе ихтимал.
10. Туғандар һәм яҡындарҙың бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәте - күркәм холоҡ, әхлаҡ күрһәткесе. «Ете быуынын белмәгән – етем», «Туғаныңдан биҙмә - тамырың ҡорор», «Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ», «Туғанын хурлаған – дошман ҡулына төшкән» тип, ҡанбабалар был вазифаларға бик яуаплы ҡарарға өйрәткән. Бала нәҫел-нәсәбен белеп, уларҙан татыу йәшәргә өйрәнһен. Дуҫтар, туғандар араһында үпкәләшеүҙәр, шелтәләшеүҙәр булмай тормай, тик төймәләйҙе дөйәләй итеп бер-береңдең йөҙөн йыртышыу, әрепләшеү - тәрбиәле, мәҙәниәтле кеше эше түгел.
11.Киң күңеллелек, кеше тураһында ҡайғыртыусанлыҡ, башҡаларға шатлыҡ килтерергә тырышыу, асыҡ йөҙлөлөк, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, әҙәплелек кеүек ыңғай сифаттарға эйә булыусылар – иң бәхетле кешеләрҙер ул.
12. Үҙ ғәйебеңде күрә белеү сифаты һирәк кешегә бирелә, әгәр бирелә икән – был ҙур бәхет, сөнки беленгән ауырыуҙы дауалап була.
13. «Сабырлыҡ – һары алтын», «Бер әсеһен күрмәйсә, бер сөсөһн күрмәҫһең» һымаҡ мәҡәлдәр сабырлыҡ кеүек кеүек күркәм сифат тәрбиәләү мөимлегенә ишара яһай.
14. Нәфсене тыйып, булғанына шөкөр итә белегеҙ, балағыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ.
15. Ата-әсә, ғөмүмән, кеше ҡарғышы, ҡәһәр төшөү төшөнсәләре тәрбиә сараһы булараҡ борондан ҡулланылған. Ҡарғыш алған кешегә бәхет йылмаймай, сәләмәтлеге юғала, уны һәр ҡайҙа уңышһыҙлыҡ һағалай, тип ышанғандар ата-бабаларыбыҙ.
«Бала баҡмаҡ - йән сыҡмаҡ». Иҫ киткес ауыр һәм яуаплы ла, татлы ла хеҙмәт ул - йәш быуынға тәрбиә биреү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Белем биреү эшмәкәрлектәрен ойоштороуҙа эффектлы формалар һәм алымдар ҡулланыу
Семинар для молодых педагогов по использованию современных эффективных форм и методов работы с дошкольниками...
Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен үҫтереү алымдары. Ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад.
Әгәр баланы бала саҡтан уҡ туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә г...
Балалар баҡсаһында сәләмәтлекте нығытыу алымдары
Балалар баҡсаһында сәләмәтлекте нығытыу алымдары...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....
«Кескәйҙәрҙең өн мәҙәниәтен үҫтереүҙә яңы алымдар»
Балаларға өн мәҙәниәтен уйындар ярҙамында өйрәтергә кәрәк. Хәҙерге заман информацион технологиялар беҙҙең тормошҡа һәр йыл һайын тығыҙ инә бара, шуға күрә белем биреү процесының һөҙөмтәлелеген арттыры...
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ
МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ЭШ АЛЫМДАРЫ...
"Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә эш алымдары"
Оҫталыҡ дәресе...