Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Ерҙә кешеләр өсөн таяу булғанда йондоҙҙарға артылырға мөмкин

Профессия: Учитель башкирского языка и литературы

Профессиональные интересы: Повышение уровня мастерства как учителя родных языков;развитие интеллектуальных способностей

Увлечения: Рукоделие, спорт

Страна: Россия

Регион: Республика Башкортостан

Место работы: МОБУ СОШ Д.СТАРОМУНАСИПОВО

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/dinara-ishbulatovna-kutlubaeva
Ал да нур сәс халҡыңа.
Ш.Бабич

О себе

Үҙем тураһында һүҙем

Мин Ейәнсура ҡыҙы Яҡшыбаева Динара Ишбулат ҡыҙы булам. Башҡорт Самаҙыһы ауылында тыуып үҫеп, бәләкәйҙән күңелем ижадҡа тартылып, һәр ваҡыт яңылыҡты өйрәнергә ынтылып, ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, әүҙем уҡыусыларҙан булдым. Тыуған мәктәбем миңә төплө белем биреп кенә ҡалманы, ә һәр яҡлап һәләтемде үҫтерергә ярҙам итте, юғары осорға ҡанаттар ҡуйҙы.

Артабан Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуымды дауам итеү яҡты киләсәгем ишеген асырға ҙур йоғонто яһаны. Бында үҙ предметын яҡшы белгән алдынғы ҡарашлы, талапсан уҡытыусылар беҙгә маҡсаттар ҡуйырға һәм ышаныслы аҙымдар менән ҙур тормош юлына аяҡ баҫырға өйрәтте. Республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, матбуғат биттәрендә мәҡәләләрем баҫыла башлауы, “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрселәр слетында ҡатнашыу минең киләсәк һөнәремде һайлауға ла этәргес булғандыр.

Шулай итеп, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алып, журналист һөнәренә эйә булдым. Уҡыу йылдарында ла республика гәзиттәрендә мәҡәләләрем донъя күрә торҙо, ә үҙебеҙ, бер төркөм студенттар, “Шоңҡар” исемле университет гәзитен булдырып, ҡәләм тирбәтеүсе тиҫтерҙәрҙең ижади эштәрен баҫтыра башланыҡ.

Хеҙмәт юлымды Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында реклама бүлеге мөхәррире булараҡ башланым. Эшем матбуғат менән туранан-тура бәйле булды. Концерт-тамашаларҙы рекламалау менән бер рәттән артистар менән эшләгән яҙмаларым гәзит биттәрендә сыға торҙо.

Артабан “Киске Өфө” гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән йылдарым төп һөнәрем буйынса тәжрибә туплау өсөн ныҡлы нигеҙ булды. Бында мин ысын мәғәнәһендә журналист мәктәбе үттем.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса, тормош юлым Бөрйән яҡтарына алып килде. Тормош иптәшем Ҡотлобаев Данил Камил улы менән ғаилә ҡороп, Иҫке Монасип ауылында төпләнеп, бөгөнгө көндә дүрт бала үҫтерәбеҙ.

Башта яҙып үткәнемсә, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыу, үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарау ниәте менән, ситтән тороп яңы һөнәрҙәр үҙләштерҙем һәм хеҙмәт юлымды Иҫке Монасип урта мәктәбендә дауам иттем. Кешеләр менән аралашырға яратыу, балалар менән эшләү теләге мине уҡытыусылыҡ һөнәренә алып килде лә  инде. Белгәнеңде балаларға өйрәтеү, уҡыусыларыңдың уңыштарын күреү – тынғыһыҙ һәм ауыр хеҙмәт эйәһе булған уҡытыусы өсөн иң ҙур шатлыҡ ул.

 

 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Башҡорт әҙәбиәте яҙыусылары Зәйнәп Биишева, Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Таңсулпан Ғарипова, Гөлнур Яҡупова әҫәрҙәре һәм яратҡан шағирым Рәми Ғариповтың шиғырҙары

 

 

Моё портфолио

Үҙем тураһында мәғлүмәт

Предмет: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Белем: юғары, БДУ, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, журналист, 2005 йыл.

Яңы һөнәри белем үҙләштереү:

  • М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, китапхана һәм мәғлүмәт эшмәкәрлеге өлкәһендә белгес, 2021 йыл
  • Мәскәү финанс-сәнәғәт университеты "Синергия", инклюзив белем биреү педагогикаһы һәм психологияһы, 2022 йыл

Квалификация категорияһы: беренсе категориялы уҡытыусы, 2024 йыл

Дөйөм эш стажы: 20 йыл

Педагогик стаж: 2.5 йыл

Награда, грамоталар, рәхмәт хаттары:

  • Бөрйән муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты (2020 й)
  • «Ҡатын-ҡыҙ - Милләт әсәһе» IV Республика конкурсы финалисы (2020 й)
  • Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙар Советының Рәхмәт хаты (2022 й)
  • Иҫке Монасип ауыл хакимиәте Рәхмәт хаты (2022 й)
  • Өфө фән һәм технологиялар университетының Рәхмәт хаты (2023 й)
  • Өфө фән һәм технологиялар университетының Рәхмәт хаты (2023 й)
  • Бөрйән муниципаль районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы (2024 й)
  • “Таң” Бөрйән муниципаль район гәзитенең Рәхмәт хаты (2024 й)

Квалификацияны күтәреү курстары:

  • "Вожатый" (11-23 марта 2024г., 108ч., №482/24)
  • "Методика преподавания башкирского языка и литературы в условиях реализации обновленного ФГОС СОО" (21-30 марта 2024 г., 72 ч., № 4527)
  • "Использование цифровых электронных ресурсов в преподавании башкирского языка и литературы в условиях реализации ФГОС СОО" (11-24 апреля 2024 г., 72 ч., №6596)
  • "Управленческие аспекты организации процесса инклюзивного образования обучающихся с ОВЗ, включая РАС, в образовательной организации" (15-26 апреля 2024г., 72 ч., №5392)

Мои публикации:
Внеклассная работа
Психология
Работа с родителями
Родной язык и литература
Сценарии праздников
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: