Уҡытыусы һөнәренә арналған бер шәлкем шиғырҙар
Вложение | Размер |
---|---|
шиғырҙар | 16.59 КБ |
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!
Белем иленә мине
Етәкләп алып менгән,
Белемдең бар серҙәрен
Минең өсөн өләшкән
Уҡытыусыма өндәшәм:
“Ҙур рәхмәт, һеҙгә!” – тип
Йөрәк йылым өләшәм.
Көнәфин Элмир, 5-се класс уҡыусыһы
Һөйөклө мәктәбем
Мин яратам мәктәпте
Күп нәмәгә өйрәтте.
Яратып уҡыйым мин
Башҡорт телен, әҙәбиәтте.
Шундай матур мәктәпкә
Гел барғым килә.
Хеҙмәт дәресе мине
Өйрәтә сигергә һәм тегергә.
Ҡарағолова Заһиҙә, 5-се класс уҡыусыһы
Уҡытыусым
Тәүге хәрефтәрҙе миңә
Уҡытыусым өйрәтте.
Белем һүҙҙәрен яуларға
Тура юлды күрһәтте.
Вәлиев Рөстәм, 5-се класс уҡытыусыһы
Уҡытыусым һүҙҙәре
Киләсәккә нигеҙ һала,
Әйҙәй белем тауына.
Ышаныслы һәр бер бала
Уҡытыусы ҡулында.
Был тормошта була ул
Юлдың күпме төрҙәре.
Ләкин иҫемдә минең
Уҡытыусым һүҙҙәре.
Айытбаев Данил, 5-се класс уҡыусыһы
Онотмайбыҙ һине, уҡытыусым
Белем ишектәрен тәүге тапҡыр
Уҡытыусым миңә асышты.
Һәр балаға төплө белем биргән,
Мөләйем һәм йылы ҡарашлы.
Онотмайбыҙ һине, уҡытыусым,
Оло юлға аяҡ баҫҡанда.
Хәлдәреңде килеп белешербеҙ
Йыраҡтарҙан ялға ҡайтҡанда.
Опря Лиана, 5-се класс уҡыусыһы
Дан һеҙгә, уҡытыусылар!
Изге һөнәр эйәһе һеҙ,
Һеҙгә хөрмәт, һеҙгә дан!
Әсәй кеүек яҡынһығыҙ
Мин һеҙҙе бик яратам!
Ҡотлобаев Динир, 5-се класс уҡыусыһы.
Уҡытыусы – ҙур исем!
Иң беренсе уҡытыусы –
Ул әсәй менән атай.
Беренсе әйткән һүҙең дә –
Ул әсәй менән атай.
Әсәйҙән дә, атайҙан да
Яҡыныраҡ кеше юҡ.
Тик ҡәҙерләргә генә
Кәрәк һиңә уларҙы.
Сәғитова Миләүшә, 5-се класс уҡыусыһы
Уҡытыусыма ашҡынам
Көн һайын мәктәпкә барам
Уҡытыусымды һағынып.
Тырышып уҡырға теләйем,
Гел биштәр генә алып
Хәрефтәр, һандар өйрәтә
Өйрәтә ул яҙырға.
Беҙ уны ихлас тыңлайбыҙ
Дүрттәр, биштәр алырға.
Мөхәмәтғәлина Руфина, 6-сы класс уҡыусыһы
Мәктәбемде һағынып
Баласаҡ та үтеп китте
Мәктәпкә ваҡыт етте.
Китап, дәфтәрҙәр тотоп,
Ашҡынып килеп еттем.
Хөбөтдинова Наргизә, 6-сы класс уҡыусыһы
Минең уҡытыусым
Белем диңгеҙен кисерҙе,
Белем тауҙарына мендерҙе,
Яҙырға һәм уҡырға
Уҡытыусым өйрәтте.
Хәлитова Гөлфинә, 6-сы класс уҡыусыһы
Уҡытыусым - маяғым
Уҡытыусы һәр саҡ иртән
Йылмайып ҡаршы ала.
Серле белем донъяһына
Алдан һуҡмаҡтар һала.
Ул етәкләй артта ҡалһаң,
Йылмайып һуҙа ҡулын.
Алға ҡарай әйҙәй беҙҙе,
Күрһәтеп дөрөҫ юлын.
Һәр яҡтан да тәрбиәләп,
Өйрәтә ул барыһын.
Рәхмәт әйтәм, уҡытыусым,
Һин хөрмәткә лайыҡһың.
Сәғитова Таңһылыу, 7-се класс уҡыусыһы.
Әсәй кеүек ярата
Уҡытыусым, уҡытыусым,
Беҙгә белем тарата.
Тәртипкә беҙҙе өйрәтеп,
Әсәй кеүек ярата.
Хәлитова Физалиә, 7-се класс уҡыусыһы
Уҡытыусым
Ауыр саҡта яраҙмсы ла,
Тапҡыр кәңәш биреүсе лә,
Тоғро дуҫ та, серҙәш тә һин,
Тура юл күрһәтеүсе.
Һинең исемеңде, уҡытыусым,
Күңелемдә мәүге һаҡлармын.
Киләсәктә ышанысығыҙҙы,
Өмөтөгөҙҙө аҡлармын
Көнәфина Азалия, 8-се класс уҡыусыһы
Был көҙгө сағыу көндө
Беҙ ашығабыҙ ҡотларға.
Һеҙгә бүләктәр теләйбеҙ
Бәхет, шатлыҡ, изгелек!
Уҡытыусы көндә яҡты, ихлас,
Сабырлыҡ һәм хеҙмәт өсөн һеҙгә хөрмәт.
Һеҙ сикһеҙ донъяға алып бараһығыҙ,
Йөрәктәрҙә ут тоҡандыраһығыҙ.
Галина Гөлсәм, 8-се класс уҡыусыһы
Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелгәндер ул һәр кемгә,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта
Сәғитова Айзания, 8-се класс уҡыусыһы
Уҡытыусы – ул һәйбәт кеше,
Балаларҙы уҡырға, яҙырға өйрәтә.
Уҡытыусы яғымлы кеше,
Гел яҡшылыҡҡа өйрәтә.
Үҙ һөнәребеҙҙе белер өсөн уҡыу кәрәк,
Әсәй менән атай оҙата мәктәпкә,
Уҡытыусыңды тыңлап ултыр, тиеп,
Мәктәпте бөтөп сығып китһәк,
Ултырырҙар һоҡланып уҡытыусыларыбыҙ.
Уҡытыусым рәхмәт
Уҡытыусым, рәхмәт өйтәм,
Мине уҡырға яҙырға өйрәткәс,
Белем алам, тие мәктәпкә,
Барам мин ҡыуанып.
Рәхмәт әйтәм уҡытыусыма
Тырышалар беҙгә бирергә
Үҙҙәренең белемдәрен
Уҡытыусым, рәхмәт әйтәм мин һиңә!
Уҡытыусы
Уҡытыусы булыу бик ауыр
Аңлайым мин шуны.
Уҡытылар беҙҙе
Юғары, аңлы кеше булырға
Вәлиева Әҙилә, 8-се класс уҡыусыһы
Юғары, аҡыллы кеше булам тиһәң,
Уҡырға кәрәк.
Уҡытыусы көн һайын
Тырышып уҡыта беҙҙе.
Йәғәфәрова Юлиә, 8-се класс уҡыусыһы
Уҡытыусыма
Уҡытыусы беҙгә белем бирә,
Яҡшы кеше бул, тип өйрәтә
Әгәр уҡыусыһы яңылышһа,
Уның хаталарын төҙөтә.
Уҡытыусы һөнәре
Ауыр икәнен беләм.
Шуға ла дәрестәрҙе
Уҡыр кәрәклеген һиҙәм.
Әмирханов Илгизәр, 8-се класс уҡыусыһы
Сәрүәр апай барыһын да
Уҡыта бит һыҙырып.
Дәрес эшләмәһәң әгәр,
Әрләп ташлай туҙҙырып.
Артур Әбсәләмов, 8-се класс уҡысыһы
Цветение вишни в лунную ночь
Пейзаж
Заповеди детства и юности
Упрямый зяблик
Красочные картины Джастина Геффри