Гир күтәреү буйынса донъя чемпионы Сәмәрә Хәлитова тураһында хәбәрләмә
Вложение | Размер |
---|---|
Заметка | 13.58 КБ |
Донъя чемпионы менән осрашыу
28 ноябрь көнө Иҫке Монасип мәктәбендә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу үтте. Балалар менән осрашыуға гер күтәреү буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы ҡунаҡҡа килде. Ул 2014 йылда үткәрелгән олимпиадала факел йөрөтөүсе булған һәм беҙҙең алдыбыҙға шул вакыттағы матур спорт костюмында, бик күп миҙалдарын тотоп баҫты.
Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы үҙе тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ул 1960-сы йылдың 5-се сентябренда Иҫке Монасип ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ спорт өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Уға спортҡа һөйөүҙе шул саҡтағы физик культура уҡытыусыһы Маликов Хәйҙәр Хәмзә улы тәрбиәләгән. Ул ваҡытта спорт кейеменә ныҡ ҡытлыҡ була. Шуға ҡарамаҫтан Сәмәрә Әхәт ҡыҙы бик күп ярыштарҙа ҡатнаша башлай һәм 8-се класта уҡығанда еңел атлетика буйынса күп бәйгелә район чемпионы исемен яулай.
1974-1978 йылдарҙа Күмертау педагогия училищеһында физик культура уҡытыусыһы һөнәрен ала. Унда ла бик күп ярыштарҙа ҡатнаша. Еңел атлетика менән шөғөлләнә. Гимнастика буйынса 3-сө разряд ала. Туризм менән дә ҡыҙыҡһына. Дөйөм әйткәндә үҙен һәр яҡлап һынап ҡарарға тырыша. 2004-2008 йылдарҙа ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай.
32 йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләп, 2010 йылда хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт юлының һуңғы 25 йылында Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусыларына белем бирә.
Гер спортына ул һуң ғына, 52 йәшендә, осраҡлы ғына килә һәм иҫ китмәле һөҙөмтәләргә өлгәшә. Сәмәрә Әхәт ҡыҙы төрлө ярыштарҙа ҡатнашып 2 тапҡыр Халыҡ-ара, 4 тапҡыр Европа, 5 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай. 30 минутлыҡ ярыммарафонда 10 кг-лыҡ герҙы 665 тапҡыр тапҡыр күтәреп донъя рекорды ҡуя. Мәскәүҙең ярышында герҙы 1418 тапҡыр күтәреп Гиннестың китабына инә. Бөгөнгө көнгә иң яҡшы һөҙөмтәһе:16 кг-лыҡ герҙы 10 минутта 166 таҡыр күтәреү.
2014-се йылда ҡышҡы Олимпия уйындары утының Өфө ҡалаһы аша үткән этабында факел йөрөтөүсе була.
Сәмәрә Әхәт ҡыҙы күп балалы әсәй һәм өләсәй икәнен дә әйтеп үтте. Балалары һәм ейәндәре уның менән бик ғорурлана.
Әлеге ваҡытта спорт мастеры “Урал” физкультура сәләмәтләндереү комплексында методист-инструктор булып эшләй.
Осрашыу барышында Сәмәрә Әхәт ҡыҙына балалар төрлө һорауҙар бирҙе, гер күтәреү алымдары менән ҡыҙыҡһынды, үҙҙәре лә герҙы күтәреп ҡараны. Аҙаҡтан данлыҡлы спорт мастеры менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Беҙгә был осрашыу бик оҡшаны. Сәмәрә Әхәт ҡыҙының ныҡыш, сәмсел, көслө рухлы булыуы, камиллыҡҡа ынтылыуы, үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләүе һоҡландырҙы. Ул беҙгә өлгө булып тора.
Көнәфина Яҙгөл, Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.
Сказка "Колосок"
Про пингвинов
Одна беседа. Лев Кассиль
Весёлые польки для детей
Нас с братом в деревню отправили к деду...