Педагогтарҙың эмоциональ арыуын профилактикалау буйынса тренинг
методическая разработка по психологии
Маҡсат: уҡытыусыларҙың эмоциональ арыуын профилактикалау
Бурыстар: эмоциональ яҡтан арыуҙы билдәләү өсөн үҙ-үҙеңә диагностика үткәреү; педагогтарҙы эмоциональ көсөргәнеште кәметеү, үҙ-үҙеңде көйләү техникаһына һәм ысулдарына өйрәтеү; психологик сәләмәтлекте һаҡлау өсөн уҡытыусыларҙа мотивация формалаштырыу
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
конспект | 191.46 КБ |
Презентация | 2.47 МБ |
Предварительный просмотр:
Педагогтарҙың эмоциональ арыуын профилактикалау буйынса
тренинг
Маҡсат: уҡытыусыларҙың эмоциональ арыуын профилактикалау
Бурыстар: эмоциональ яҡтан арыуҙы билдәләү өсөн үҙ-үҙеңә диагностика үткәреү; педагогтарҙы эмоциональ көсөргәнеште кәметеү, үҙ-үҙеңде көйләү техникаһына һәм ысулдарына өйрәтеү; психологик сәләмәтлекте һаҡлау өсөн уҡытыусыларҙа мотивация формалаштырыу
Ҡулланыу өсөн кәрәкле әйберҙәр: перезентация, таратып бирә торған материал, релаксация көйө
Ҡатнашыусылар: мәғариф өлкәһендә эшләүсе етәкселәр, методик берекмә етәкселәре, уҡытыусылар.
Үткәрелеү ваҡыты: 30-35 минут
I. Эмоциональ арыу, яныу симптомын күҙаллау өсөн аҙ ғына был тема тураһында мәғлүмәт биреп үтәм.
Уҡытыусылар ниндәй генә заман булыуға ҡарамаҫтан һәр ваҡыт абруйлы һәм оло ихтирамға лайыҡ һөнәр эйәләре булып ҡала. Ни тиһәң дә, кешелекте тәрбиләү, улар менән эшләү кәрәкле, лайыҡлы һәм мөһим хеҙмәт булып тора. Уҡытыусы эше еңелдән түгел: педагогик йөкләмәне (дәрес үткәреү, өҫтәмә түңәрәктәр, консультациялар, класс етәксеһе эшен алып барыу, имтихандарға, конкурстарға әҙерләү, һ.б.), һөнәри оҫталыҡты һәр ваҡыт юғары кимәлдә тоторға тырышыу, инновацион технологиялар яңырыуы тураһында хәбарҙар булыу, көн һайын күп кешеләр менән аралашыу, шул уҡ ваҡытта асыҡ дәрес, йә аттестация, бүтән отчеттар өҫкә яуып ҡына тора. Унан ҡалһа, ул күпселек ваҡытын тынғыһыҙ, тиктормаҫ балаларҙы тәрбиәләүгә, конфликтҡа инергә яратҡан ауыр холоҡло ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыуға һәм төрлө характерлы коллегалары менән аралашыуға сарыф итә. Былар барыһы ла уҡытыусының - ябай кеше булараҡ - тормошон ауырлаштыра. Кешеләр менән эшләгән һөнәр эйәләрендә профессиональ яныу – иң ҡурҡыныс һөнәри сир. Ә бит уҡытыусыны, ғәҙәттә, бер ваҡытта ла ауырырға, хаталанырға хаҡы булмаған, һәр ваҡыт бүтәндәргә өлгө булырға тейеш тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ. Ауырыйһыңмы һин, юҡмы – уҡытыусы дәрескә барырға тейеш, сөнки унһыҙ эш бармай, хәйер шулай улай уҡытыусы халҡы.
Ошо “профессиональ яныу синдромы”на бирешмәҫ өсөн үҙебеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ? Бөгөнгө тренингта беҙ ошолар өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә инде.
1-се күнекмә “Танышыу”
Әйҙәгеҙ тәүҙә өр яңынан танышып алайыҡ. Бөгөнгә отчестволарҙы онотоп торабыҙ һәм бер-беребеҙгә исем менән генә өндәшәбеҙ. Һәр кем үҙенең исемен әйтә һәм баш хәрефенә бәйле үҙенә ҡарата берәй сифат әйтә. Мәҫәлән, мин Алия – алсаҡ йәки аҡыллы, һ.б.
2-се күнекмә “Баҫҡыс” (Баҫҡыс һүрәте менән ҡағыҙҙар таратып бирелә)
Һеҙҙең алда баҫҡыс һүрәте менән ҡағыҙҙар. Был һеҙҙең тормошоғоҙ, карьерағыҙ, йә эшмәкәрлегегеҙ баҫҡысы булыуы ихтимал – нисек теләйһегеҙ шулай үҙегеҙ өсөн билдәләгеҙ. Ә хәҙер ошо баҫҡыста үҙегеҙҙең торған урынды билдәләгеҙ. Ул йә иң өҫтә, йә уртала, ә бәлки иң аҫта булыуы ихтимал. Бары тик: “Әлеге ваҡытта мин ҡайҙа торам?” тигән һорауға үҙегеҙгә яуап бирегеҙ.
Әйҙәгеҙ хәҙер һеҙҙең һорауға яуап ҡарап китәйек.
Беренсе баҫҡыс – МИН БЫНЫ БЕР ВАҠЫТТА ЛА ЭШЛӘМӘЙӘСӘКМЕН
Икенсе баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘЙ АЛМАЙЫМ, ЭШЛӘЙ БЕЛМӘЙЕМ, МИНЕҢ КИЛЕП СЫҠМАЯСАҠ.
Өсөнсө баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘГЕМ КИЛӘ
Дүртенсе баҫҡыс – МИҢӘ БЫНЫ НИСЕК ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК?
Бишенсе баҫҡыс – МИН ЭШЛӘП ҠАРАЙЫМ
Алтынсы баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘЙ АЛАМ, МИН БУЛДЫРАМ!
Етенсе баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘЙЕМ
Һигеҙенсе баҫҡыс – БЫЛ БИТ ЕҢЕЛ ГЕНӘ!
Бында һеҙҙең ҡайҙа тороуығыҙ мөһим түгел, ә һеҙ әлеге ваҡытта һайлаған урын алға юғарыға табан хәрәкәт итәме, әллә түбәнгә ҡарай төшөп барамы – шуныһы мөһим. Һеҙ үҙегеҙҙең проблемаларығыҙҙы хәл итергә әҙерме, әллә бер урында тапанаһығыҙмы?
Юғары баҫҡысҡа үрләр өсөн һеҙгә нимә эшләргә кәрәк. Башығыҙға иң беренсе ниндәй уй килә, шуны яҙығыҙ. Был һеҙҙең шәхсән фекер, һәр кем үҙенсә яҙа.
Был “баҫҡыс” диагностикаһы кем тормошона үҙгәрештәр индерергә әҙер, ә кем юҡ – шуны билдәләү өсөн кәрәк тә инде. Сөнки стресс, хроник стресмы ул, әллә эмоциональ яныумы киләһе аҙымды: һин тормошоңда нимәне булһа ла үҙгәртергә теләгең бармы, әллә юҡмы тигәнде күҙаллай.
3-сө күнекмә “ Тәртип буйынса урынлаштыр” (3-сө һәм 4-се күнекмәнең береһен һайлап үткәрергә)
Маҡсат: тернингта ҡатнашыусыларға психологик сәләмәтлекте һәм ижади әүҙемлекте һаҡлап ҡалыу өсөн бер социаль ролдән икенсеһенә дөрөҫ итеп күсеү мөһимлеген еткереү; үҙеңдең эске торошоңдо һәм үҙ баһаңды аңлау.
Педагогтарға түбәндәге исемлекте уларҙың тормошонда ниндәй урынды биләүенә ҡарап тәртип буйынса урынлаштырыу тәҡдим ителә:
- Балалар
- Эш
- Ире йәки ҡатыны
- Мин
- Дуҫтар
- Атай-әсәй, туғандар
Бер ни тиклем ваҡыттан оптималь булған вариант тәҡдим ителә.
- Мин
- Ире йәки ҡатыны
- Балалар
- Атай-әсәй, туғандар
- Эш
- Дуҫтар
Унан һуң ҡатнашыусыларға үҙҙәре яҙған вариант һөҙөмтәләре тураһында уйланырға кәңәш ителә.
4-се күнекмә “Батон” (ике батон һүрәте менән ҡағыҙ бирелә)
Һеҙҙең алда беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле ризыҡ - икмәк һүрәте. Улар икәү төшөрөлгән. Әлегә үҙегеҙгә оҡшаған берәүһен һайлап алығыҙ.
Хәҙер ошо батондан эшегеҙгә биргән өлөштө ҡырҡығыҙ.
Артабан ғаиләгеҙгә өлөш бүлегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һәр кемдең үҙ һүрәте – үҙ тормошо. Ғаиләгеҙгә күпме ваҡытығыҙҙы бүләһегеҙ, шул тиклемде ошо икмәктән ҡырҡып алығыҙ.
Һаулыҡҡа күпме ваҡытығыҙҙы бүләһегеҙ? Әллә бөтөнләй сәләмәтлекте ҡайғыртырға ваҡыт ҡалмаймы?
Белемде арттырыуға өлөш ҡалдымы был икмәктән? Бында семинарҙар, курстар, конференция, вебинарҙар, коллегалар менән аралашыу, йәғни профессиональ белемегеҙҙе нисек үҫтерәһегеҙ, камиллаштыраһығыҙ – шулар инә.
Хобби. Төп эшегеҙҙән тыш, нимә менән булһа ла ҡыҙыҡһыныу, икенсе төр йүнәлештә шөғөлләнеү өсөн батондан өлөш ҡалдымы? Кемдәрҙең ҡалған, бик һәйбәт.
Әйҙәгеҙ, кемдең үҙ-үҙенә бүлә торған буш ваҡыты ҡалған ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ әле. Афариндар! Әйҙәгеҙ, уларға ҡул сабып үтәйек.
Коллегалар! Тормоштан ни тиклем аҙыраҡ ҡәнәғәтлек кисерәһегеҙ, шул тиклем төрлө һынауҙарҙы һәм стрестарҙы үткәреү ауырға төшәсәк.
Икенсе батонға күсәйек. Был юлы үрҙә һанап киткән критерийҙарҙы нисек булыуын теләйһегеҙ, шулай итеп бүлеп сығығыҙ.
Ә хәҙер мөһим һорау? Үҙегеҙгә теркәп ҡуйығыҙ.
Ошо һеҙ күрергә теләгән идеаль ярашыуҙы ысынбарлыҡта булдырыу өсөн һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? Был тест аша үҙегеҙҙе диагностикалау һәм баһалау мөмкинлеген булдырылды. Һеҙ уны артабан да үҙегеҙ сиктәрен билдәләп ҡуллана алаһығыҙ.
II. Беҙҙең тренингтың икенсе бурысы – ул эмоциональ көсөргәнеште кәметеү, үҙ-үҙеңде көйләү техникаһына һәм ысулдарына өйрәнеү.
Башта әйтеп үттек: беҙ шул тиклем эш менән баҫылабыҙ, хатта үҙебеҙҙе онотабыҙ, йөҙөбөҙ йонсоу төҫ ала, кәүҙәбеҙ һалынып төшә, кешеләргә йылмайып ҡарау түгел, хатта һөйләшке килмәй башлай. Йылмайғы килгән саҡта ла, үҙебеҙҙе тыябыҙ. Ниндәйҙер шик-шөбһәләр, үпкә, асыу тойғоларын күңелебеҙҙә һаҡлайбыҙ һәм ул беҙгә рәхәтләнеп йылмайырға, көлөргә ҡамасаулай. Беҙ ҡайһы саҡта шул тиклем етди, “важный”, ә ҡайһы саҡта хатта мыжыҡ булып китәбеҙ. Үҙебеҙҙең ошондай халәтебеҙ менән бүтәндәрҙең дә кәйефенә кире йоғонто яһайбыҙ.
Бындай саҡта ни эшләргә? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе ошо тороштан сығара торған, тормошобоҙға шатлыҡ килтерә торған ысулдарҙы ҡарап үтәйек, үҙегеҙгә оҡшағанын матур ғәҙәткә әйләндереп, көн һайын ҡуллана алаһығыҙ.
- Көндәлек тормошта һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерә торған 5 төр әйберҙәре теркәп барығыҙ. Уларҙы мөһимлегенә ҡарап урынлаштырығыҙ. Был һеҙгә көс бирә торған ресурс булып торасаҡ. Ҡәнәғәтлек йәки шатлыҡ өләшә торған блокнот булдырығыҙ. Унда һеҙгә нимә оҡшай, шуларҙы теркәй йөрөгөҙ. Был да тормошто бер аҙ сағыуландырып ебәреү өсөн ярҙам итәсәк.
- Йылмайыу – саҙаҡа икәнен онотмайыҡ. «Ихлас йылмайығыҙ һәм кешеләрҙе ҡыуандырығыҙ, Аллаһ Тәғәлә лә һеҙҙе ҡыуандырыр» тиелә хәҙистә. Иртән торғас та, иң тәүҙә үҙегеҙгә яратып ҡарағыҙ һәм йылмайығыҙ. Өйҙәгеләргә йылмайып хәбәр ҡушығыҙ, урамда һәр кешегә йылмайыу бүләк итегеҙ, шул саҡта донъя ни тиклем яҡтыра барғанын күрерһегеҙ. Һин кешегә йылмайып ҡараһаң, ул да һиңә йылмайыу бүләк итә. Кешенең күңеле күтәрелә. Был да көнөңдө күтәренке кәйефтә үткәреүгә бер аҙым.
- Үҙегеҙҙе маҡтағыҙ. Һәр эшегеҙҙе баһалағыҙ. Бәләкәй генә эш башҡараһығыҙмы ул, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшәһегеҙме – “мин булдырҙым”, “артабанда ошондай рухта дауам ит”, тип үҙегеҙҙе ҡеүәтләп, дәртләндереп тороғоҙ.
- Аҙнаның бер көнөн үҙегеҙҙең һаулыҡты нығытыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә бағышлағыҙ.
- Айына бер тапҡыр булһа ла, үҙегеҙгә бүләк эшләгеҙ: ул яңы кейем, матурлыҡ салонына барыу, матур спектакль, концерт ҡарау, тәбиғәткә сығып ял итеү, ирҙәр өсөн балыҡҡа барыу һ.б. булыуы мөмкин. Ул һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерергә тейеш.
- Үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ.
Ә хәҙер эмоциональ һәм физик көсөргәнештән арыныу өсөн бер нисә күнекмә эшләп алайыҡ.
“Себен” күнекмәһе
Был күнекмә аша бит мускулдарын йомшартабыҙ.
Уңайлы итер ултырҙыҡ, ҡулдарҙы тубыҡ өҫтөнә һалабыҙ, яурындарҙы һәм баштарҙы бушандырҙыҡ, күҙҙәрҙе йомабыҙ.
Битебеҙгә бер себен ултырырыға маташа икән тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Йә ул танауға килеп ҡуна, йә күҙгә, йә ауыҙға инеп бара. Һеҙ ошо бәйләнсек себенде күҙҙәрҙе асмай ғына ҡыуырға тейешһегеҙ.
“Лимон” күнекмәһе
Шулай уҡ уңайлы итер ултырҙыҡ, ҡулдарҙы тубыҡ өҫтөнә һалабыҙ, яурындарҙы һәм баштарҙы бушандырҙыҡ, күҙҙәрҙе йомабыҙ.
Ә хәҙер уң ҡулығыҙға лимон тотҡанһығыҙ икән тип күҙ алдына килтерегеҙ ҙә, уны әкрен генә усығыҙҙы йомоп, һутын һығып сығарығыҙ. Бөтә һуты сығып бөтөргә тейеш. Ә хәҙер тәнегеҙҙе йомшартығыҙ. Әлеге тәьҫораттарығыҙҙы иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
Ә хәҙер лимон һул ҡулығыҙҙа икән тип уйлағыҙ һәм баяғы кеүек һутын һығып сығарығыҙ. Ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ. Артабан лимондарҙы ике усығыҙға ла йомоғоҙ һәм һутын һығып сығарығыҙ. Булды, ҡулдарҙы бушандырҙыҡ һәм еңеллек кисереп тыныс ҡына ултырып алабыҙ.
Релаксация “Яңы күлдәк”
Талғын ғына музыка ҡуйыла.
Уңайлы итеп ултырҙыҡ, ҡулдарҙы тубыҡ өҫтөнә һалабыҙ, яурындарҙы һәм баштарҙы бушандырҙыҡ. Ошо талғын ғына көйгә тыныс ҡына ял итеп ултырабыҙ. Күҙҙәрҙе йомабыҙ.Тештәрегеҙҙе ҡыҫып, ҡулдарығыҙ йоҙроҡҡа төйнәлеп ултырмағыҙ. Бөтә тәнебеҙҙе йомшартабыҙ. Бер нимә тураһында ла уйламайбыҙ, эштәрҙе, проблемаларҙы ситкә ҡуйып торабыҙ. Үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе тойорға тырышығыҙ. Тын алышына иғтибар итегеҙ. Тәрән итеп тын алабыҙ һәм эс мукулдарын йомшартып әкрен генә оҙаҡ итеп тынды сығарабыҙ.
Хәҙер мин яй ғына 7-гә тиклем һанайым. Һеҙ эстән генә күҙ алдына килтереп минең менән урам буйлап атлайһығыҙ, 7 аҙым эшләйһегеҙ һәм “Кейем” магазины алдына килеп баҫаһығыҙ: 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7... эскә үтеп индек.
Был магазинда ниндәй генә кейем юҡ: төрлө фасондағы һәм төрлө төҫтәгеһе эленеп тора. Боронғо, затлы кейемдәр ҙә, заманса кейемдәр ҙә бар. Һеҙ шулар араһынан үҙегеҙгә оҡшаған костюм, йә күлдәк һайлап, береһен үҙегеҙгә алаһығыҙ.
Өйгә ҡайтып, яңы алған матур кейемегеҙҙе кейеп ҡарайһығыҙ. Иғтибар менән үҙегеҙгә ҡарап сығығыҙ – фасоны, төҫө һеҙгә килешәме, уңайлымы, оҡшаймы? Үҙегеҙҙе көҙгөнән ҡарағыҙ: һеҙ үҙегеҙ менән ҡәнәғәтме, үҙегеҙгә үҙегеҙ оҡшайһығыҙмы? Үҙегеҙгә бер һоҡланып ҡарап йылмайығыҙ ҙа, матур күлдәгегеҙҙе сисегеҙ.
Ә хәҙер кейемдәр торған шкафты асабыҙ. Ул кейем-һалым менән туп-тулы, шулаймы? Ә һеҙгә яңы кейемде элергә урын кәрәк. Әйҙәгеҙ, күптән торған иҫке берәй кейемегеҙҙе алып ташлағыҙ. Ошо иҫке кейемегеҙ менән ҡуша үҙегеҙҙең үткәнегеҙҙе, насар уйҙарығыҙҙы, уңышһыҙлыҡтарығыҙҙы, шик-шөбһәләрегеҙҙе, хаталарығыҙҙы, хәүефле уйҙарығыҙҙы, үпкәләрегеҙҙе алып ташлағыҙ. Уларҙан ҡотолғанда бер ниндәй үкенес булырға тейеш түгел.
Бына инде яңы кейемде шкафҡа ҡуйһаҡ та була. Шкаф ишеген асҡан кеүек үҙ йортоғоҙҙа, үҙ донъяғыҙҙа яңы үҙгәрештәргә юл асығыҙ. Матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа, иркенлеккә ынтылығыҙ.
Ә хәҙер ипләп кенә күҙҙәрҙе асабыҙ һәм донъяға яңыса ҡараш менән ысын тормошҡа ҡайтабыҙ. Моғайын, күптәрегеҙ үҙ тормошонда үҙгәрештәр индерергә әҙер, шулаймы? Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Шулай итеп, бөгөнгө тренингты тамамлап, шуны әйтке килә: барыһы ла беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Беҙ үҙебеҙҙе нисек күрергә теләйбеҙ, шулай килеп сығасаҡ. Бары тик теләк кәрәк. Беҙҙең һәр беребеҙҙең ҡулынан килә. Бары тик үҙеңде ҡулға алып, ышаныслы аҙым матур, сәләмәт һәм уңышлы булыу өсөн алға атларға кәрәк.
Рефлексия.
Педагог-психолог Ҡотлобаева Д.И.
Ҡушымта.
“Баҫҡыс” күнекмәһе өсөн һүрәт
“Батон” күнекмәһе өсөн һүрәт
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Маҡсат: уҡытыусыуларҙың эмоциональ арыуын профилактикалау Бурыстар: Эмоциональ яҡтан арыуҙы билдәләү өсөн үҙ-үҙеңә диагностика үткәреү Педагогтарҙы эмоциональ көсөргәнеште кәметеү, үҙ-үҙеңде көйләү техникаһына һәм ысулдарына өйрәтеү Психологик сәләмәтлекте һаҡлау өсөн уҡытыусыларҙа мотивация формалаштырыу Ҡулланыу өсөн кәрәкле әйберҙәр: перезентация, таратып бирә торған материал, релаксация көйө Ҡатнашыусылар: мәғариф өлкәһендә эшләүсе етәкселәр, методик берекмә етәкселәре, уҡытыусылар. Үткәрелеү ваҡыты: 30-35 минут
I . Эмоциональ арыу, яныу симптомын күҙаллау өсөн аҙ ғына был тема тураһында мәғлүмәт биреп үтәм.
Уҡытыусылар ниндәй генә заман булыуға ҡарамаҫтан һәр ваҡыт абруйлы һәм оло ихтирамға лайыҡ һөнәр эйәләре булып ҡала. Ни тиһәң дә, кешелекте тәрбиләү, улар менән эшләү кәрәкле, лайыҡлы һәм мөһим эш булып тора. Педагогтарҙың эше еңелдән түгел: ул күпселек ваҡытын тынғыһыҙ, тиктормаҫ балаларҙы тәрбиәләү, конфликтҡа инергә яратҡан ауыр холоҡло ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыуға һәм төрлө характерлы коллегалары менән аралашырға сарыф итә. Унан ҡалһа, педагогик йөкләмәне (дәрес үткәреү, өҫтәмә түңәрәктәр, консультациялар, класс етәксеһе эшен алып барыу, имтихандарға, конкурстарға әҙерләү, һ.б.), һөнәри оҫталыҡты һәр ваҡыт юғары кимәлдә тоторға тырышыу, инновацион технологиялар яңырыуы тураһында хәбарҙар булыу, көн һайын күп кешеләр менән аралашыу – былар барыһы ла уҡытыусыны - ябай кеше булараҡ - тормошон ауырлаштыра. Шул уҡ ваҡытта асыҡ дәрес, йә аттестация, бүтән отчеттар өҫкә яуып ҡына тора. Кешеләр менән эшләгән һөнәр эйәләрендә профессиональ яныу – иң ҡурҡыныс һөнәри сир. Ә бит уҡытыусыны, ғәҙәттә, бер ваҡытта ла ауырырға, хаталанырға хаҡы булмаған, һәр ваҡыт бүтәндәргә өлгө булырға тейеш тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ. Ауырыйһыңмы һин, юҡмы – уҡытыусы дәрескә барырға тейеш, сөнки унһыҙ эш бармай, хәйер шулай улай уҡытыусы халҡы. Ошо “профессиональ яныу синдромы”на бирешмәҫ өсөн үҙебеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ? Бөгөнгө тренингта беҙ ошолар өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә инде.
2-се күнекмә “Баҫҡыс” (Баҫҡыс һүрәте менән ҡағыҙҙар таратып бирелә) Һеҙҙең алда баҫҡыс һүрәте менән ҡағыҙҙар. Был һеҙҙең тормошоғоҙ, карьерағыҙ, йә эшмәкәрлегегеҙ баҫҡысы булыуы ихтимал – нисек теләйһегеҙ шулай үҙегеҙ өсөн билдәләгеҙ. Ә хәҙер ошо баҫҡыста үҙегеҙҙең торған урынды билдәләгеҙ. Ул йә иң өҫтә, йә уртала, ә бәлки иң аҫта булыуы ихтимал. Бары тик: “Әлеге ваҡытта мин ҡайҙа торам?” тигән һорауға үҙегеҙгә яуап бирегеҙ .
Әйҙәгеҙ хәҙер һеҙҙең һорауға яуап ҡарап китәйек . Беренсе баҫҡыс – МИН БЫНЫ БЕР ВАҠЫТТА ЛА ЭШЛӘМӘЙӘСӘКМЕН Икенсе баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘЙ АЛМАЙЫМ, ЭШЛӘЙ БЕЛМӘЙЕМ, МИНЕҢ КИЛЕП СЫҠМАЯСАҠ Өсөнсө баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘГЕМ КИЛӘ Дүртенсе баҫҡыс – МИҢӘ БЫНЫ НИСЕК ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК? Бишенсе баҫҡыс – МИН ЭШЛӘП ҠАРАЙЫМ Алтынсы баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘЙ АЛАМ, МИН БУЛДЫРАМ! Етенсе баҫҡыс – МИН БЫНЫ ЭШЛӘЙЕМ Һигеҙенсе баҫҡыс – БЫЛ БИТ ЕҢЕЛ ГЕНӘ !
Бында һеҙҙең ҡайҙа тороуығыҙ мөһим түгел, ә һеҙ әлеге ваҡытта һайлаған урын алға юғарыға табан хәрәкәт итәме, әллә түбәнгә ҡарай төшөп барамы – шуныһы мөһим. Һеҙ үҙегеҙҙең проблемаларығыҙҙы хәл итергә әҙерме, әллә бер урында тапанаһығыҙмы? Юғары баҫҡысҡа үрләр өсөн һеҙгә нимә эшләргә кәрәк. Башығыҙға иң беренсе ниндәй уй килә, шуны яҙығыҙ. Был һеҙҙең шәхсән фекер, һәр кем үҙенсә яҙа. Был “баҫҡыс” диагностикаһы кем тормошона үҙгәрештәр индерергә әҙер, ә кем юҡ – шуны билдәләү өсөн кәрәк тә инде. Сөнки стресс, хроник стресмы ул, әллә эмоциональ яныумы киләһе аҙымды: һин тормошоңда нимәне булһа ла үҙгәртергә теләгең бармы, әллә юҡмы тигәнде күҙаллай.
“ Тәртип буйынса урынлаштыр” Түбәндәге исемлекте тормошонда ниндәй урын биләүенә ҡарап тәртип буйынса урынлаштыр: Балалар Эш Ире йәки ҡатыны Мин Дуҫтар Атай-әсәй, туғандар
Оптималь булған вариант 1. Мин 2. Ир йәки ҡатын 3. Балалар 4. Атай-әсәй, туғандар 5. Эш 6. Дуҫтар
II . Беҙҙең тренингтың икенсе бурысы – ул эмоциональ көсөргәнеште кәметеү, үҙ-үҙеңде көйләү техникаһына һәм ысулдарына өйрәнеү. Башта әйтеп үттек: беҙ шул тиклем эш менән баҫылабыҙ, хатта үҙебеҙҙе онотабыҙ, йөҙөбөҙ йонсоу төҫ ала, кәүҙәбеҙ һалынып төшә, кешеләргә йылмайып ҡарау түгел, хатта һөйләшке килмәй башлай. Йылмайғы килгән саҡта ла, үҙебеҙҙе тыябыҙ. Ниндәйҙер шик-шөбһәләр, үпкә, асыу тойғоларын күңелебеҙҙә һаҡлайбыҙ һәм ул беҙгә рәхәтләнеп йылмайырға, көлөргә ҡамасаулай. Беҙ ҡайһы саҡта шул тиклем етди, “важный”, ә ҡайһы саҡта хатта мыжыҡ булып китәбеҙ. Үҙебеҙҙең ошондай халәтебеҙ менән бүтәндәрҙең дә кәйефенә кире йоғонто яһайбыҙ. Бындай саҡта ни эшләргә? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе ошо тороштан сығара торған, тормошобоҙға шатлыҡ килтерә торған ысулдарҙы ҡарап үтәйек, үҙегеҙгә оҡшағанын матур ғәҙәткә әйләндереп, көн һайын ҡуллана алаһығыҙ.
Көндәлек тормошта һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерә торған 5 төр әйберҙәре теркәп барығыҙ. Уларҙы мөһимлегенә ҡарап урынлаштырығыҙ. Был һеҙгә көс бирә торған ресурс булып торасаҡ. Ҡәнәғәтлек йәки шатлыҡ өләшә торған блокнот булдырығыҙ. Унда һеҙгә нимә оҡшай, шуларҙы теркәй йөрөгөҙ. Был да тормошто бер аҙ сағыуландырып ебәреү өсөн ярҙам итәсәк. Йылмайыу – саҙаҡа икәнен онотмайыҡ. «Ихлас йылмайығыҙ һәм кешеләрҙе ҡыуандырығыҙ, Аллаһ Тәғәлә лә һеҙҙе ҡыуандырыр» тиелә хәҙистә. Иртән торғас та, иң тәүҙә үҙегеҙгә яратып ҡарағыҙ һәм йылмайығыҙ. Өйҙәгеләргә йылмайып хәбәр ҡушығыҙ, урамда һәр кешегә йылмайыу бүләк итегеҙ, шул саҡта ни тиклем донъя яҡтыра барғанын күрерһегеҙ. Һин кешегә йылмайып ҡараһаң, ул да һиңә йылмайыу бүләк итә. Кешенең күңеле күтәрелә. Был да көнөңдө күтәренке кәйефтә үткәреүгә бер аҙым.
3. Үҙегеҙҙе маҡтағыҙ. Һәр эшегеҙҙе баһалағыҙ. Бәләкәй генә эш башҡараһығыҙмы ул, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгөшөһегеҙме – “мин булдырҙым”, “артабанда ошондай рухта дауам ит”, тип үҙегеҙҙе дәртләндерегеҙ. 4. Аҙнаның бер көнөн үҙегеҙҙең һаулыҡты нығытыуға, спорт күнекмәләренә бағышлағыҙ. 5. Айына бер тапҡыр булһа ла, үҙегеҙгә бүләк эшләгеҙ: ул яңы кейем, матурлыҡ салонына барыу, матур спектакль, концерт ҡарау, тәбиғәткә сығып ял итеү һ.б. булыуы мөмкин. Ул һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерергә тейеш. 6. Тормошоғоҙҙо тағы сағырыуыраҡ итеү өсөн үҙегеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн үҙегеҙгә һүҙ бирегеҙ. 7. Үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ.
“ Себен” күнекмәһе Был күнекмә аша бит мускулдарын йомшартабыҙ. Уңайлы итер ултырҙыҡ, ҡулдарҙы тубыҡ өҫтөнә һалабыҙ, яурындарҙы һәм баштарҙы бушандырҙыҡ, күҙҙәрҙе йомабыҙ. Битегеҙгә бер себен ултырырыға маташа икән тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Йә ул танауға килеп ҡуна, йә күҙгә, йә ауыҙға инеп бара. Һеҙ ошо бәйләнсек себенде күҙҙәрегеҙҙе асмай ғына ҡыуырға тейешһегеҙ .
“ Лимон” күнекмәһе Шулай уҡ баяғы торошто алабыҙ. Ә хәҙер уң ҡулығыҙға лимон тотҡанһығыҙ икән тип күҙ алдына килтерегеҙ ҙә, уны әкрен генә усығыҙҙы йомоп, һутын һығып сығарығыҙ. Бөтә һуты сығып бөтөргә тейеш. Ә хәҙер тәнегеҙҙе йомшартығыҙ. Әлеге тәьҫораттарығыҙҙы иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Ә хәҙер лимон һул ҡулығыҙҙа икән тип уйлағыҙ һәм баяғы кеүек һутын һығып сығарығыҙ. Ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ. Артабан лимондарҙы ике усығыҙға ла йомоғоҙ һәм һутын һығып сығарығыҙ. Булды, ҡулдарҙы бушандырҙыҡ һәм еңеллек кисереп ултырып алабыҙ.
Бәхетле бул! Барыһы ла беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Беҙ үҙебеҙҙе нисек күрергә теләйбеҙ, шулай килеп сығасаҡ. Бары тик теләк кәрәк. Беҙҙең һәр беребеҙҙең ҡулынан килә. Бары тик үҙеңде ҡулға алып, ышаныслы аҙым матур, сәләмәт һәм уңышлы булыу өсөн алға атларға кәрәк.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....
Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы буйынса презентация
презентация...
"Акыл ягыннан артта калган балаларның эмоциональ сферасы һәм аның үсеш мөмкинлекләре"
Методик берләшмә утырышында ясалган чыгыш...