Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам сценарийы
методическая разработка
Мәктәп телевидениеһы өсөн Уҡытыусылар көнөнә арналған сценарий
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_ko_dnyu_uchitelya.docx | 24.33 КБ |
Предварительный просмотр:
Согласовано: Утверждаю:
зам.директора по воспитательной работе директор МОБУ СОШ
МОБУ СОШ д.Старомунасипово д.Старомунасипово
____________ Зиганурова М.Р. ___________ Кутлубаев Д.К.
Мәктәп телевидениеһының “Һарт TV” телеканалы
Уҡытыусылар көнөнә махсус тапшырыу сценарийы
“Ҡотло булһын байрам!”
Гөлназ:
Хәйерле көн. Эфирҙа “Һарт ТВ” телеканалың “Ҡотло булһын байрам!” тапшырыуы. Һеҙҙең алда уның алып барыусылары: 8-се класс уҡыусыһы Гөлназ Әхмәтова һәм 4-се класс уҡыусыһы Исмәғил Йыһануров.
Исмәғил:
- Бөгөнгө тапшырыуыбыҙ хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға арнала. Йыл һайын 5 октябрҙә донъяның күп илдәрендә мәғариф өлкәһендә эшләүсе педагогтарҙың һөнәри байрамы билдәләнә. Ә Рәсәйҙә был байрам тәү башлап 1965 йылдың 29 сентябрендә раҫлана һәм октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә үткәрелә. 1994 йылдан алып уҡытыусылар көнө 5 октябрь билдәләнә башлай.
Гөлназ:
- Беҙҙең ауылдың тәүге уҡытыусыһы Рахманғолов Мансур Мәғәфүр улы була һәм уның тарафынан 1923 йылда Иҫке Монасип мәктәбенә нигеҙ һалына. 2020 йылда директорыбыҙ Ҡотлобаев Данил Камил улы идеяһы менән уҡытыусы һөнәренә мәктәп ихатаһына стела ҡуйыла. Унда мәктәп асылғандан алып бөгөнгә тиклем эшләгән педагогтар исемлеге яҙылған. Хәҙер һүҙҙе мәктәп директоры Данил Камил улына бирәбеҙ.
Директор ҡотлауы
Исмәғил:
Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала.
Гөлназ:
- Уҡытыусы – бик боронғо һөнәр эйәһе. Балаларға белем биреү менән бер рәттән улар кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай. Мөғжизәләр тыуҙырыусы ғалимдар ҙа, хистәренән йыр яһаусы шағирҙар ҙа, батырлыҡта тиңдәше юҡ геройҙар ҙа, сәхнәләрҙе балҡытыусы артистар ҙа – бөтәһе лә уҡытыусыға бурыслы...
Исмәғил: эфирҙа “Оҙон тәнәфес” рубрикаһы
3-сө класс уҡыусыларына һорау:
- Кем бер көн эсендә тәрбиәсе лә, психолог та, следователь дә, артис та, рәссам да, спортсмен да, юрис та, кәңәшсе лә була ала?
- Кем звонок булғас та белем бирергә тырыша?
- Кемдең үҙ балаларына иғтибары етмәй?
- Кем өйөнә эш алып ҡайта?
- Кем экзамендарҙан уҡыусыларға ҡарағанда ла ҡурҡа?
- Кем каникулды балаларға ҡарағанда ла нығыраҡ көтөп ала?
1, 2-се класс уҡыусылары менән опрос:
- Кем ул уҡытыусы?
Гөлназ:
- Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш.
Исмәғил:
- “Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла. Эфирҙа “Шарҡылдаҡ” рубрикаһы
Инсценировкалар.
4-се класс
- Шунан, улым, мәктәптә хәлдәрең нисек?
- Мин “двоечниктың” атаһы менән һөйләшмәйем
5-се класс
Сценка.
Ҡатнашалар уҡытыусы ролендә бер уҡыусы һәм бер нисә уҡыусы.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, кисә һеҙ өйҙә яҙып килтергән иншаларығыҙҙы тапшырғайнығыҙ. Хәҙер ошо эшкә анализ яһап китәйек.
- Ғилманов, ни өсөн һинең эт тураһындағы иншаң Фәйзуллиндың иншаһы менән һүҙмә-һүҙ тура килә?
Ғилманов: Ней, Гөлнур Фәтиховна, беҙ бит Фәйзуллин менән бер йортта йәшәйбеҙ. Унда бер генә эт бар.
Уҡытыусы: Нуриев, ни өсөн иншаңдың аҙағы юҡ?
Нуриев: Ммм...Атайымды тиҙ генә эшкә саҡыртып алдылар.
Уҡытыусы: Сәҙриеваның иншаһы.Тәәк...Ә һинең иншаңды кем яҙҙы?
Сәҙриев: Әллә, күрмәнем, мин иртә йоҡларға ятҡайным.
Уҡытыусы:Тәәк..Сурин...Дүрткә ике.
Сурин: Ике???
Уҡытыусы: Эйе. Ҡартайың иртәгә мәктәпкә килһен.
Сурин:Ҡартайым?Бәлки атайымдыр?
Уҡытыусы: Юҡ, ҡартайың. Мин уға улының һиңә яҙып биргән иншаһындағы тупаҫ хаталарын күрһәтәсәкмен.
6-сы класс
Тарих дәресе
- Усманов, Измаилды кем алған
- Мин түгел, Ниязов алғандыр
Уҡытыусы аптырап, завучҡа һөйләй.
Завуч уны тынысландыра башлай:
-Һеҙ ҡайғырмағыҙ, улар бит балалар, уйнарҙар-уйнарҙар ҙа бирерҙәр.
Уҡытыусы аптырап директорға һөйләй, директор эшлекле генә:
- Ниндәй класс?
- 6-сы класс
- Юҡ, улар точно бирмәйҙәр!
7-се класс
Уҡытыусы:
- Әгәр һиңә дуҫың бер бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә бөтәһе нисәү була?
- Туғыҙ.
- Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Мин һиңә бер ҡарбуз бирәм, аҙаҡ икене, ә унан һуң тағы дүрт ҡарбуз бирәм икән ти. Һиндә бөтәһе нисә ҡарбуз була?
- Һигеҙ.
- Шулай булғас һуң! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ?
- Туғыҙ шуууул, минең өйҙә берәү бар бит. Уны ҡайҙа итәйем?
8-се класс
Улы әсәһенә:
- Минең мәктәпкә барғым килмәй! – тип мыжый икән.
- Ниңә?
- Әпәт Әхмәтов аяҡ саласаҡ, Ҡәҙершин рогатканан атасаҡ, ә теге хулиган Мәргәнов миңә китаптар ырғытасаҡ! Юууҡ, бармайым!
- Былай булмай, улым. Беренсенән, һиңә 50 йәш тулды, ҙурһың инде. Икенсенән, һин – мәктәп директоры!
Гөлназ:
- Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ һәм мәғариф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Исмәғил:
- Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!
Бөтә кластар тарафынан әҙерләнгән ҡотлау йыры “Уҡытыусыма”
Мәктәп телевидениеһы түңәрәге етәксеһе
Ҡотлобаева Д.И.
Беренсе синыфҡа барған уҡыусынан ата-әсәһе:
- Шунан, улым, беренсе көн оҡшанымы? – тип һорай.
- Беренсееее? Иртәгә лә тағы шунда барырға тимәксегеҙме? – тип яуаплаған малай.
***
Биология дәресенән һуң синыфташтар һөйләшә:
- Ишеттегеҙме, Айнур контроль эшенән “икеле” алған!
- Ысынмы? Ә ниңә?
- Күсергәне өсөн. Уҡытыусы уны үҙенең ҡабырғаларын һанап ултырған ваҡытта күреп ҡалған.
***
- Доктор, минең улымдың күҙҙәре ҡылыйланып бара шикелле ул.
- Ул тыумыштан шулай инеме?
- Юҡ, дәрестә күршеһенән күсерә.
***
***
***
- Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!
- Маладис, ҡыҙым! Иламағанһыңдыр ул?
- Юҡсы, улар мине ҡыуып етә алманылар ул.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий ко Дню Учителя - «Ученики – учителям. Всегда мы благодарны вам».
Праздник посвященный "Дню Учителя" проводимый в коррекционной школе VIII вида...
Сценарий на День Учителя "Всегда нужны учителя"
Методическая разработка сценария прадничного концерта "Всегда нужны учителя". Сценарий содержит поздравления учителям , некоторые номера художественной самодеятельности....
Сценарий на День Учителя "Всегда нужны учителя"
Методическая разработка праздничного концерта к Дню Учителя. собраны поздравления, сценки для проведения праздника...
Сценарий группы поддержки учителя музыки на конкурс "Учитель года"
Простой интересный сценарий, созданный по произведению "Сказка о потерянном времени". Проиграйте это на сцене, будет весело!...
Сценарий проведения Дня Учителя . Вручение премии “ Звезда по имени Учитель»
Мероприятие представленно в виде награждения учителей , победивших в различных номинациях....
"С большой буквы Учитель!" - сценарий праздника день учителя
В сценарий праздника входит - поздравление учителей, посвящение в первоклассники, итоги школьного конкурса "Открытка ко дню учителя"...
сценарий Юбилея школы Сценарий юбилея школы "Наше продолжение" Автор сценария и ведущая - учитель музыки АОУ школы №9 г. Долгопрудный ТЕПЛЫХ ТАТЬЯНА НИКОЛАЕВНА
В концерте участвуют учителя, выпускники и учащиеся. Это совместное творчество....