Әсәләр көнөнә арналған байрам сценарийы
план-конспект
Мәктәп уҡыусылары өсөн Әсәләр көнөнә арналған сценарий
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
план-конспект | 24.66 КБ |
Предварительный просмотр:
“Әсәйҙәр бер генә – ҡәҙерен беләйек”
концерт сценарийы
(Талғын көй уйнай. Гөлсинә сәхнәгә сыға)
1.Гөлсинә монологы
Илгизәр: Хәйерле көн, изгеләрҙән-изге, гүзәлдәрҙән-гүзәл, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр!
Гөлсинә: Һеҙҙе “әсәйҙәр бер генә – ҡәҙерен беләйек” исемле байрам концертыбыҙҙа күреүебеҙгә шатбыҙ.
Илгизәр: Һеҙҙе, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кешебеҙҙе, матур байрамдарҙың береһе – Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм ҡайнар йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлсинә: Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, беҙ бәхетле. Байрамдар ҡотло, тормоштар бәхетле, донъялар имен булһын!
Гөлсинә: Хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Сафина Линура Хәлил ҡыҙына бирәбеҙ. (ҡотлау)
Илгизәр: Бөгөн бары тик һеҙҙең өсөн әҙерләнгән йырҙарыбыҙҙы, бейеүҙәребеҙҙе, йөрәк һүҙҙәребеҙҙе байрам бүләге итеп ҡабул итегеҙ. Күңелле ял сәғәттәре һеҙгә!
Гөлсинә: Байрам тамашабыҙҙы 3-сө класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән “Өс ҡыҙ” әкиәте менән башлайбыҙ. Етәксеһе – Әмирханова Вәсилә Әбүкарам ҡыҙы.
- “Өс ҡыҙ” әкиәте
Илгизәр: Һеҙҙең алда беренселәр сығыш яһай. “Әсәйемә”
- Йыр “Әсәйемә” (1-се класс)
Илгизәр: Гөлсинә, бына һин шундай аҡыллы, матур, тәртипле ҡыҙыҡай. Гел һиңә һоҡланып ҡарайым. Йә, ярай, оялма инде, мин һүҙ ыңғайында ғына...
Гөлсинә: Рәхмәт, йылы һүҙҙәрең өсөн. Һис тә оялмайым. Гүзәл Ситдиҡова әйтмешләй,
Ҙурлар ерем булһа - әсәйемдән,
Хурлар ерем булһа - үҙемдән!
Илгизәр: Хаҡ һүҙҙәр. Бик күп шәхестәрҙе тап әсәйҙәр уңыштарға өлгәшергә төплө тәрбиә, юғарыға осор ҡанат ҡуя бит. Милли батырыбыҙ – Салауаттың әсәһе лә уҡымышлы, белемле булған. Улына шиғриәт, йыр-моң, тыуған еренә мөхәббәт уның тәрбиәһе менән бирелеүе билдәле. Уның 9 йәшенә тиклем әсәһендә белем алыуы мәғлүм.
Гөлсинә: Билдәле рәссам Сосланбәк Тавасиев Салауат Юлаевтың һәйкәле өсөн дәүләт премияһы алғас: “Минең иң ҙур һөйөүем башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына – әсәләргә, сөнки улар бөйөк батырҙарҙы тыуҙырған һәм тәрбиәләгән,” – ти. Ниндәй ҙур баһа!
Илгизәр: Ә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесындағы Оло инәй образы ғына ни тора! Унда әсәй кешегә хас булған бөтә сифаттар ҙа бирелгән. Эйе, ниндәй генә шәхесте алып ҡарама, күбеһе әсә тәрбиәһендә юғары бейеклек яулаған.
Гөлсинә: Һеҙҙең алда 2-се класс сығыш яһай. “Әсәйемдең ҡосағы”
- Йыр “Әсәйемдең ҡосағы” (2-се класс)
Илгизәр: Сәхнәлә “Тракторсылар” бейеүе менән 6-сы класс уҡыусыһы Көнәфин Фәнзил, 5-се класс уҡыусыһы Йыһануров Исмәғил, 4-се класс уҡыусыһы Ҡотлобаев Динир.
- “Тракторсылар” бейеүе
Илгизәр: Сәхнәлә “Әхирәттәр” бейеүе менән 6-сы класс ҡыҙҙары
- Бейеү “Әхирәттәр” (6-сы класс)
Гөлсинә: Илгизәр, һин кемде нығыраҡ яратаһың, әсәйеңдеме, әллә атайыңдымы?
Илгизәр: Әсәйемде, әй, атайымды. Икеһен дә инде. Башты бутайсы.
Гөлсинә: Улай булғас, әйт әле, һин уларға яратам тип әйткәнең бармы?
Илгизәр: Юююҡ, оялдары ла ул.
Гөлсинә: Эй, һин, иҫәркәй, әсәйҙәргә яратам тип әйтергә кеше ояламы ни? Ул бит беҙгә иң яҡын кеше. Әсәйҙәребеҙ бар булғанда, яндарыбыҙҙа булғанында яратам тип әйтергә тартынмайыҡ.
Илгизәр: әсәйем, әсәйҙәр, беҙ һеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ!
Гөлсинә: Сәхнәлә “Арҡаланыр атайым бар, иркәләнер әсәйем” йыры менән 3-сө класс уҡыусылары.
- Йыр 3-сө класс
Гөлсинә: 4-се класс уҡыусыһы Ҡотлобаев Динир сығыш яһай.
- Шиғыр. Ҡотлобаев Динир
Илгизәр: 4-се класс уҡыусылары сәхнәгә рәхим итегеҙ.
- Йыр “Әсәйем” (4-се класс)
Гөлсинә: 5-се класс егеттәре башҡарыуында “Бөркөт” бейеүе
- Бейеү “Бөркөт” (5-се класс)
Илгизәр: Гөлсинә, мин дә һиңә һорау бирәйем әле, һин ҡурсаҡтарыңды бәпәй итеп, үҙең әсәй булып уйнағаның булдымы?
Гөлсинә: Булды инде, бөтә ҡыҙҙар ҙа ҡурсаҡтар менән уйнарға ярата инде ул.
Илгизәр: Шунан, әсәй булып килештереп була торғайнымы?
Гөлсинә: Эй, Илгизәр, әсәй булыу ҡурсаҡ менән уйын ише түгел икән шул, быны мин үҫә төшкән һайын аңлайым, бәлки күбеһен аңлап та етмәйемдер әле. Әсәйем әйтмешләй, үҙең әсәй булмайынса, әсәйҙәр иңенә төшкән бурысты белеп бөтөп булмай.
Илгизәр: Шулай, әсәйҙәр иңенә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бик күп изге һәм оло бурыс һалынған. Улар кешелекте бишектән алып шәхес итеп үҫкәнсе тәрбиәләүселәр. Әсә йөрәге сикһеҙ дарья ишеләй – унда балаға булған һөйөү ҙә, хәстәр ҙә, шатлығы ла, өмөтө лә, ҡайғы-хәсрәте лә, сабырлығы ла һыя. Ул ғына барыһын да аңлай һәм кисерә ала.
Гөлсинә: 6-сы класс уҡыусылары Йомағолова Гөлдәриә, Сәғитова Таңһылыу һәм Хәлитова Физалиә башҡарыуында йыр “Әсәйем”
- Йыр “Әсәйем”
Илгизәр: 4-се класс егеттәре башҡарыуында “Һалдаттар” бейеүе
- Бейеү (4-се класс егеттәре)
Гөлсинә: Сәхнәлә “Бәхет өсөн” йыры менән 7-се класс уҡыусылары
- Йыр “Бәхет өсөн” ( 7-се класс)
Илгизәр: Сәхнәлә “Ағиҙел һылыуҙары” бейеүе менән 8-се класс ҡыҙҙары
14. Бейеү “Ағиҙел һылыуҙары” (8-се класс)
Гөлсинә: Илгизәр, әйт әле, ҡасан өйҙөң эсе һыуыҡ, ҡотһоҙ була?
Илгизәр: Һы, ҡалай һин бөгөн сәйер әле, Гөлсинә, ҡыҙыҡ ҡына һорауҙар бирәһең. Өй ни, мейескә яғылмаһа һыуыҡ, яғылһа, йылы була инде.
Гөлсинә: Уныһы шулай, тик мин бит тура мәғәнәлә әйтмәйем. Бына ҡара, әсәй өйҙә булмаһа, өйҙөң ҡото, нуры, йылыһы буламы тим. Юҡ бит, әсәй өйҙә булмаһа, шул тиклем күңелһеҙ.
Илгизәр: Эйе, әсәйҙәр бит – өйҙөң ҡояшы. Ҡояшты – ҡояш, айҙы ай иткән – әсәйҙәр. Һүрән йондоҙҙарға нур өҫтәүсе – әсәйҙәр. Эсер һыуың, ризыҡ тәме – әсәйҙәр.
Гөлсинә: Донъя тотҡаһы – әсәйҙәр, тормош ҡото, ырыҫы – әсәйҙәр, йәшәү сәме, ғәме – әсәйҙәр. Күңелгә наҙ, сәм, ғәм, өмөт биреүсе – әсәйҙәр.
Илгизәр: 9-сы класс уҡыусыһы Көнәфина Альбина башҡарыуында “Оҙаҡ йәшә, әсәй” йыры
15. йыр “Оҙаҡ йәшә, әсәй” (Альбина Иксановна)
Гөлсинә: Ҡаршы алығыҙ сәхнәлә “Тыпырҙаҡ” бейеүе менән 5-се класс ҡыҙҙары
16. Бейеү “Тыпырҙаҡ” (5-се класс)
Илгизәр: Әйҙәгеҙ, әсәйҙәргә уйын уйнатып алайыҡ. Мин мәҡәл әйтәм, ә һеҙ яуабын әйтегеҙ.
И: Әсә күңеле балала – (бала күңеле - далала)
Г: Ҡарға балаһын аппағым тип, (ә терпе йомшағым тип ярата)
И: Баланың бармағы ауыртһа, (әсәнең йөрәге ауыртыр)
Г: Телһеҙҙең телен (әсәһе белер)
И:Әсә ҡамсыһы - мамыҡтан, (атай һүҙе – тимерҙән)
Г:Әсә ҡуйыны (тундан йылыраҡ)
Гөлсинә: Ә мин һеҙгә йомаҡ ҡояйым.
Ниндәй бала мыйыҡлы булып тыуа? (Бесәй балаһы)
И:
Әсәй әйтә бер йомаҡ:
Ап-аҡ ҡына тумалаҡ,
Аҡ мейескә инеп ята
Йомро-йомро йомарлаҡ. (икмәк)
Г:
Ҡара ерҙең өҫтөнә
Ҡаҙ мамығын кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән,
Ап-аҡ ондо кем һипкән? (Ҡыш).
И:
Мине бында яраталар,
Мине бында көтәләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә – “беҙ”,
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә бергәбеҙ. (Ғаилә)
И:
Татлынан татлы,
Әсәйҙәргә кем татлы? (Бала).
Г:
Көйҙөрә, һөйҙөрә,
Батшаны баш эйҙерә. (Бала).
И:
Ул булмаһа, өй ҡараңғы,
Ул булмаһа, аш тәмһеҙ.
Ул – иң ҡәҙерле кеше,
Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ. (Әсәй).
Илгизәр: Һай, афарин әсәйҙәр! Һеҙҙең өсөн 6-сы класс башҡарыуында “Минең ғаиләм” йыры
17. Йыр “Минең ғаиләм” (6-сы класс)
Гөлсинә: 10-сы класс башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеү
18. Бейеү 10-сы класс. “Дуҫлыҡ” бейеүе
Илгизәр: Сәхнәгә 9-сы класс ҡыҙҙарын саҡырабыҙ
19. Флешмоб. 9-сы класс
Гөлсинә: Илгизәр, сер булмаһа, әйт әле, һин байрамға әсәйеңә ниндәй бүләк әҙерләнең?
Илгизәр: Әлегә уйламағанмын әле. Бәләкәйерәк саҡта мотлаҡ үҙем эшләгән открытка, йә башҡа төрлө ҡул эше бүләк итә торғайным. Ә былай, миңә ҡалһа, әсәйҙәргә йылына бер тапҡыр бүләк биреп ҡотлау аҙ. Ҡайһы саҡта яратыуыңды һәм ихтирамыңды белдереү өсөн артыҡ һүҙҙәр кәрәкмәй. Мин әсәйемде тәртибем, уҡыуым, уңыштарым, ярҙамым менән ҡыуандырып торам икән – ул үҙе үк ҙур бүләктер тип уйлайым.
Гөлсинә: Илгизәр, ҡайһылай һин аҡыллы егет ул! Эйе, әсәйҙәребеҙ һәр ваҡыт матур, йәш ҡалһын өсөн уларҙы көйҙөрмәйек, һаҡлайыҡ, һөйөндөрөп кенә торайыҡ.
Илгизәр: “Әсәйемә” йыры менән 8-се класс уҡыусылары сығыш яһай
20.йыр “Әсәйемә” (8-се класс)
Гөлсинә: 10-сы класс башҡарыуында “Рәхмәт әсәй” йыры
21. Йыр “Рәхмәт әсәй” (10-сы класс)
Гөлсинә: “Шаян ҡыҙҙар” бейеүе менән 5,6 һәм 7-се класс ҡыҙҙары сығыш яһай
22. Бейеү “Шаян ҡыҙҙар” (5-6-7-се кластар)
Гөлсинә: Хөрмәтле әсәйҙәр, байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.
Илгизәр: Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәтле әсәйҙәр! Һау булып тороғоҙ!
Сценарий авторы: Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий ко Дню Матери
Материал будет полезен заместителям директора по воспитательной работе, педагогам-организаторам, классным руководителям, воспитателям....
сценарий празднования Дня Матери
Сценарий общешкольного праздника "День Матери" на русском и татарском языках....
Сценарий праздника День матери.
Сценарий посвящается матерям....
Сценарий праздника "День матери"
Конкурсы для детей и их мам....
презентация к сценарию ко Дню Матери "Мама моя,пусть тебя твой жобрый ангел хранит"
1// презентация является сопровождением к сценарию,включает в себя фотографии и теметические картинки. //состоит из двух частей,т.к. плохо загружалась целиком2//ещё презентация-это видео-ряд к п...
"Пусть всегда будет мама" Сценарий к Дню матери.
Цели:- воспитывать уважительное отношение к матери, желание помочь, доставить радость;- создать теплый эмоциональный климат между матерями и детьми;- коррекция речи, воображения через участие в ...
Сценарий праздника "День матери"
Сценарий дня матери для учащихся 5-6 классов....