Трактор һәйкәлен асыу тантанаһы тураһында хәбәрләмә
Вложение | Размер |
---|---|
Заметка | 16.81 КБ |
Тарих һөйләр трактор
15 ноябрь Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбе ихатаһында тағы ла бер тарихи обьект асыу тантанаһы үтте. "Газ-63" маркалы йөк машинаһы эргәһендәге постаменттан урын алған "ДТ-20" тракторы ауыр хеҙмәт башҡарған тракторсы һөнәренә ихтирам күрһәтеү, мәктәп ихатаһы, ауыл йөҙөн зауыҡландырыу, күркәмләндереү өлгөһө ине.
Бындай маркалы тракторҙар Харьков заводында 1958 йылдан 1969 йылға тиклем етештерелә. Уны мәктәп етәксеһе Данил Камил улы Ҡотлобаев шәхсән үҙе ауылыбыҙ эшҡыуары Фәһим Фәрит улы Көнәфин менән Силәбе өлкәһенән алып ҡайта. Был тарихи ҡомартҡы мәктәптең оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәре Вәлиев Ғәзинур Зәкир улы, Ишемғужин Гәрәй Рәхимйән улы, Муллағолов Ғәзим Хәкимйән улы, Рәхмәтуллин Сынбулат Дәүләтбай улы, Көнәфин Юлдаш Ғәфүр улы тарафынан реставрация эшләнеп, сыньяһау итеп яңыртылғайны. Сығымдар талап иткән был эштә ауылыбыҙ эшҡыуары Көҫәпҡолов Зөфәр Мөхәмәтулла улының да ярҙамы ҙур була.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ: Иҫке Монасипҡа 1930 йылдар аҙағында тимер тәгәрмәсле СХТЗ-15/30 маркалы трактор килә, унда тәүгеләрҙән булып Сөләймән Ғәззәле улы эш башлай. Ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылда тәүге һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Ғәйнихаят Моталлап ҡыҙы Муллағолова тимер атты йүгәнләй. 1940 йылдарҙа ауылға килгән сылбырлы тәгәрмәсле (гусеницалы) С-60 «Сталинец» маркалы ауыр тракторҙарҙа Нурмөхәмәт һәм Ниәтша Муллағоловтар йөрөй.
Мәктәптең иһә, ДТ-74 тракторында 1970 йылдарҙа "Почет билдәһе" ордены кавалеры Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы эш башлай. Унан һуң Муллағолов Әмир Шәрәфулла улы яңы ДТ-75 маркалы тракторҙа оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыға. 1980 йылдарҙан трактор буйынса индерелгән дәрестәрҙе Бикмәтов Вилдан Кәшәф улы, Ғиззәтуллин Рәис Мөҙәрис улы уҡыта.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: «Ҡыҙыл Таң» колхозсылары Бөрйән районында иң алдынғыларҙың береһе булған. Үҙ ваҡытында механизатор, бригадир булып эшләгән хаҡлы ялдағы Буранов Әхәт Халиҡ улы әйтеүенсә, монасиптар һәр эштә лә һынатмай. Һыйырҙарҙы автоматик эсереү ҡоролмаһы, тиҙәк түгеү транспортеры, йә автоматик һыйыр агрегаттарын булһынмы - беҙҙең ауыл эшсәндәре беренселәрҙән булып ҡуллана башлай. Ә инде баҫыу эштәрендә ялан батырҙары район чемпиондары була.
Бөгөн элекке кеүек гөрләп торған колхоздар юҡ, әммә ауыл, уның эшсән кешеләре бар һәм әле лә улар хеҙмәт һөйгән ер кешеләре булып ҡала.
Тап шуға ла колхоз тарихын, ауыл халҡының үткән яҙмышын сағылдырған, киләсәк быуында хеҙмәткә, техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиләүҙә мөһим роль уйнаған трактор һәйкәленең асылыуы кәрәкле һәм урынлы ваҡиға булды. Ауылыбыҙҙың 69 тракторсыһының да исем-шәрифе трактор алдындағы таҡтаташта уйып яҙылыуы – ялан батырҙарының хеҙмәтенә оло баһа булды.
Тантанаға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа, үҙ ваҡытында тракторсы булып эшләгән ағай-бабайҙар ҙа ошо хаҡта һүҙҙәрендә әйтеп үтте, йөҙҙәрендә сағылдырҙы, күҙҙәрендә күрһәтте.
Бәләкәй генә сағынан руль артына ултырырға хыялланып, ғүмер буйы механизатор булып эшләгән 9-сы тиҫтәне ҡыуған Фәрит Хисаметдин улы Көнәфиндың шатлығы күңеленә һыймай, йөрәкһеп, телмәр тотоуы - үҙе үк мәктәп етәкселегенең дөрөҫ йүнәлештә эш алып барыуы хаҡында һөйләй ине.
Был көн тарихта ҡалһа ла, трактор үҙе һәр саҡ тарих һөйләр.
Буранова Әлфиә, Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы
Астрономический календарь. Апрель, 2019
Земля на ладонях. Фантастический рассказ
Фотографии кратера Королёва на Марсе
Серебряное копытце
Сочинение