Хоккей уйыны тураһында репортаж
Вложение | Размер |
---|---|
репортаж | 15.9 КБ |
Боҙҙағы ҡайнар уйын
Иҫке Монасип мәктәбенең боҙ майҙансығы Бөрйәндең иң шәп, иң сос хоккейсыларын ҡаршыларға әҙер. Улай ғына ла түгел, күрше Белорет районы Сермән ауылы хоккейсылары ла килеп еткән. Бөгөн, 6 ғинуар, йылдағыса Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевтың кубогына ярыш башланырға тора. Быйыл был турнир бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Бөрйән районы хоккей тарихы тап ошо Иҫке Монасип мәктәбенән башлана ла инде. 2008 йылда, ул ваҡыттағы мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улының идеяһы менән, мәктәптә боҙ майҙансығы эшләнеп тәүге хоккей командаһы төҙөлә. Шунан алып үҫеш ала ла инде спорттың был сәмле төрө.
Шулай итеп, командалар теҙелде, сараны асып ебәрҙеләр. Былтырғы кубок эйәләре “Байназар” командаһы вәкилдәре флагтарҙы күтәргәс, гимн яңғыраны. Бына судья уйын башланырын белдереп, һыҙғыртып ебәрҙе.
Башланды! Хоккей яратыусыларҙың көтөп алған ҡышҡы уйындарының береһе бик сәмле башланып китте. Боҙҙа “Монасип” һәм “Бөрйән айыуҙары” командалары. Бына хоккейсылар уйынға һыуһағандай ажарланып шайба артынан йүгерҙе. Шайба нисек нисек ҡаршы ҡапҡа яғына ҡарай осһа, хоккейсылар ҙа шундай уҡ тиҙлектә оса. Эйе, оҫтарған егеттәр. Бына ағалы-ҡустылы Хәлитовтар нисек итеп юғары кимәлдә уйын күрһәтә. Ә бит тап ошо малайҙар әле бәләкәй генә сағында ҡапҡа алдарында үҙҙәре яһап алған ағас сәкәндәр менән, ҙур хоккейҙы хыял булараҡ ҡына күңелдәрендә йөрөтөп, уйнап йөрөр булған. Тап уларҙың уйыны мәктәп директорында хоккей ҡумтаһын булдырыу идеяһын уята ла бит инде. Ана шул ваҡытта ябай ауыл мәктәбендә ошо спорт төрө менән шөғөлләнгән егеттәр бөгөн Өфө майҙанында бик иркен уйнай. Улай ғына ла түгел, Рөстәм Хәлитов армия сафында хеҙмәт иткәндә Татарстандың “Аҡ барс” командаһы составында уйнауы ла Монасип мәктәбе өсөн ҙур күрһәткес.
Гоол! Ниһайәт, беренсе голды “Монасип”тар индерҙе. Урра! Көйәрмәндәр тағы ла йәнләнеп китте, кемуҙарҙан “афарин!”, “әйҙә, алға!”, “бирешмәгеҙ!” тигән дәррәү тауыштары яңғырап ҡына тора. Эйе, егеттәргә генә түгел, ауыл халҡына ла оҡшай был уйын. Ана бит, бәләкәй генә бала-сағанан алып, таяҡҡа таянған ҡартына тиклем иҫе китеп хоккей күҙәтә. Ни тиһәң дә, телевизорҙан ҡарау түгел, ә ысын уйын бара. Ниндәйе бит әле, сәмлеһе! Дөрөҫөн әйткәндә, һүнеп барған ауыл тормошоноң йәме бит ул ошондай саралар. Һәр кем үҙ донъяһына бикләнеп ултырғанда, төрлө спорт, мәҙәни саралар халыҡты бер ни тиклем йәнләндереп ала.
Бына тәүге уйын бөтөүгә 10 секунд ҡына ҡалды. Барыһының да уйында һуңғы көстө йыйып, гол индереү. Ҡаршы команда ла бирешмәй. Шайба ике арала оса ғына. “Монасип” командаһының ҡапҡасыһы Көнәфин бик сос, етеҙ эш итә. Уға ҡарап хайран ҡалаһың. Бына, ниһайәт, Хәлитов алға сыға һәм шайба артынан оса һәм шундай оҫталыҡ менән ҡаршы ҡапҡаға индереп тә ебәрә. Көйәрмәндәр гөж итеп ҡала. Һуң нисек һоҡланмаҫҡа?! Ни тиклем матур уйын күрһәтте егеттәр. Тәүге уйын “Монасип” командаһы иҫәбенә 2:0 менән тамамланды.
Икенсе уйынға “Байназар” командаһы менән күрше райондың “Бөркөт” командаһы сыҡты. Әйткәндәй, бынан 15 йыл элек монасиптарҙың тәүге уйыны Белорет районы Сермән ауылында үтә һәм улар үҙҙәрен хоккейсы булараҡ һынап ҡарай. Әлбиттә, ул ваҡытта уйын ҙур иҫәпкә еңелеү менән тамамлана, әммә улар шулай тәжрибә туплай. Монасиптарҙың был спорт төрөндә башланғыс алыуында сермәндәрҙең ярҙамы ҙур була: ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов командаға тотонолған хоккей экипировкаһы бүләк итә.
Ике команда ла көслө уйнай. Шулай ҙа уйын “Байназар” командаһы еңеүе менән тамамланды. Иҫәп буйынса алда барған ике команда боҙға сыҡты. Көйәрмәндәр бер аҙ тулҡынланып геүләшеп алды. “Монасип” егеттәрен дәртләндереп: “әйҙәгеҙ, егеттәр!”, “беҙ һеҙгә ышанабыҙ!”, “көсөгөҙҙө йәлләмәгеҙ!” тигән тауыштар әленән-әле яңғырап тора. Тәүге голды “Байназар” командаһы сәпәне. “Иххх”, “әйҙәгеҙ, егеттәр, йоҡламайбыҙ” тигән бошоноу ҡатыш ҡеүәтләү һүҙҙәре ишетелә. Ә беҙҙең хоккейсыларға әйтерһең шул ғына кәрәк: бына танк һымаҡ Көнәфин барыһын да йырып алға осто һәм тәүге гол! Уррра! Бына исмаһам матур уйын күрһәтте. Был егет тә бәләкәйҙән ошо спорт төрө менән мауыға. Шәп, оҫтарған, афарин!
Гоооол! Тағы ҡаршы яҡ ҡапҡаға шайба инеп ҡунаҡланы. Бына шулай, афариндар! Сәмләнде егеттәр. Еңеү ҡомары ажарланды. Бер-бер артлы голды сәпәйҙәр генә! Ҡарауы күңелле! Ниндәй ҡыҙыу тамаша. Ә көйәрмәндәр, көйәрмәндәр нисек шат, майҙансыҡҡа төшөп ҡуша уйнарҙай булып текәлгәндәр. Һалҡын боҙҙағы ҡайнар уйын бит был!
Уйын тамамланыуын белдереп, һыҙғыртыу яңғыраны. Таблола иҫәп: 9:1! Уррра! “Монасип” – чемпион! Кубок беҙҙә! Афарин! Матур уйын өсөн рәхмәт, егеттәр!
Барыһы ла гөж килде. Егеттәрҙең һәр береһенең ҡулын ҡыҫты. Фотоға төшәләр. Тәьҫораттар хаттин ашҡан. Көн дә кискә ауышҡан. Бер аҙ тынысланған халыҡ әкренләп өйҙәренә таралышты.
Әлфиә Буранова,
Бөрйән районы
Иҫке Монасип мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.
Два морехода
Акварель + трафарет = ?
Гораздо больше риска в приобретении знаний, чем в покупке съестного
Тупое - острое
Эта весёлая планета