Оҫта ҡуллы уҡытыусы
статья
Һынлы сәнғәт уҡытыусһы Көнәфина Гөлфирә Азат ҡыҙы тураһында һүрәтләмә
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Зарисовка | 13.77 КБ |
Предварительный просмотр:
Оҫта ҡуллы уҡытыусы
Мәктәптә балаларҙың иң яратҡан дәресе нимә? Әлбиттә, рәсем дәресе. Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Көнәфина Гөлфирә Азат ҡыҙы был дәресте тағы ла йәнлерәк итеп үткәрә белеүе менән иғтибарға лайыҡ.
Гөлфирә Азат ҡыҙы Бөрйән районы Нәби ауылы ҡыҙы. Һынлы сәнғәт донъяһына, ҡул эшенә һәләт, һөйөү, оҫталыҡ уға әсәһенән күсә. Әсәһе Лилиә Рәхмәт ҡыҙының теккән күлдәктәренә, түшәк-юрғандарына, сиккән биҙәктәренә, эшләгән һүрәттәренә ҡарап, һоҡланып, үҙе лә ижад донъяһына мөкиббән булып, ошо юлды һайлай. 2-се һанлы Өфө педагогия колледжының графика бүлегенә уҡырға инеп, рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы һөнәрен алып сыға. Хеҙмәт юлын Иҫке Собханғол үҙәкләштерелгән китапханаһында рәссам-биҙәүсе булып эш башлай. 3 йыл эшләү дәүерендә районда ғына түгел, республикала үткәрелгән төрлө сараларға биҙәү эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Иҫке Монасип ауылына килен булып төшкәс, тыуған Нәби мәктәбендә эшен дауам итә, бер үк ваҡытта Яңы Монасип мәктәбендә лә балаларға рәсем серҙәрен өйрәтә. 2016 йылдан алып Иҫке Монасип урта мәктәбендә рәсем дәресе уҡытыусыһы булып эшләй. Уның уҡыусылары йыл да һынлы сәнғәт буйынса үткәрелгән олимпидаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Гөлфирә Азат ҡыҙы алып барған “Палитра” түңәрәгенә лә балалар бик теләп йөрөй. Унда балалар традицион булмағана алымдар менән һүрәттәр төшөрә, ағастан эшләнгән һауыттарға, таҡталарға төрлө биҙәктәр һалалар.
Дәрес уңышлы үтһен өсөн уҡытыусының оҫта төшөрә белеүе генә етмәй, уҡыусыларға һынлы сәнғәт донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятыу зарур. Ә был йәһәттән педагогтың үҙенә генә хас алымдары бар. “Һынлы сәнғәт дәрестәрен балаларға ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында инновацион технологиялар ҡулланам. Белемдең сифатын күтәреүгә ярҙам итеүсе алымдарҙың иң үтемлеһе – мәғлүмәт-коммуникатив технологияларҙы дөрөҫ итеп файҙалана белеү. Улар балаларҙың күҙаллауын киңәйтә, ҡыҙыҡһыныуын, ижади мөмкинлеген, фекерләү һәләтен үҫтерә,” – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып китте үҙ һөнәренең оҫтаһы Гөлфирә Көнәфина.
Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфина ҡайҙа ғына эшләһә лә, булмышына тоғро ҡала, һәр ваҡыт ижади эҙләнеү өҫтөндә була, үҙенең һәләтен заманға ярашлы төрлө алымдар ҡулланып, төрлө өлкәлә һынап ҡарай, яңы ижад өлгөләре тыуҙыра. Ҡағыҙҙан кәрзиндәр үрә, гофра ҡағыҙҙан һәм фоамариндан сәскәләр эшләй, бисерҙан сувенирҙар үрә, бәйләм бәйләй, тегә. Тормош иптәше Ринат Рауил улы эшләгән һандыҡтар, ултырғыс, шкатулкаларға биҙәктәр һала. Мәктәпкә стендтар эшләй, ҡапҡаларға һүрәттәр төшөрә. Төрлө сара-бәйгеләрҙә ҡатнаша, үҙе лә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Мәктәптең уңышы тап ошондай үҙ һөнәрен тоғро булған, эшен яратып һәм һөҙөмтәле башҡарған педогогтарҙың хеҙмәтенән ғибәрәт тә инде.
Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"
"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...
Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"
Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....
Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016
Заявление, рекомендации, информационная карта участника конкурса "Педагог года - 2016"....
Эссе "Мин - уҡытыусы"
Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....
Шәүкәт Галиевның “Аталы – уллы солдатлар” балладасын өйрәнү.
Бу дәрес рус телендә белем бирүче мәктәпләрнең 5 нче сыйныфында (рус төркемендә) үткәрү өчен тәкъдим ителә. Барлык эш төрләре дә укучыларның яшь үзенчәлекләрен истә тотып төзелгән. Әлеге дәрес эшкәртм...
Улла Кислинг Сенсорная интеграция в диалоге. Понять ребенка, распознать проблему, помочь обрести равновесие. Под редакцией Е.В. Клочковой
Книга немецкого эрготерапевта Уллы Кислинг продолжает публикации, посвящаященные сенсорно-интегративной терапии. Автор - специалист с огромным опытом практической работы - рассказывает читателям о сво...
"Ата Джуртун сюймеген, атасын да сюймез-гитчеликден намысын сакълагъан, уллу болса тас этмез"
. Намыс деген сезню маганасын ачыкълау; соруулагъа тюз, толу джууаб берирге юретиу; адебли, намыслы сабийле кеслерин къалай джюрютюрге кереклисин эсге тюшюрюу, бегитиу; къарачайча кирсиз селешир...