Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы тураһында һүрәтләмә
Вложение | Размер |
---|---|
Зарисовка | 14.9 КБ |
Матурлыҡ тыуҙырыусы педагог
Мәктәптә балаларҙың иң яратҡан дәресе нимә? Әлбиттә, рәсем дәресе. Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Көнәфина Гөлфирә Азат ҡыҙы был дәресте тағы ла йәнлерәк итеп үткәрә белеүе менән иғтибарға лайыҡ.
Бөрйән районы Нәби ауылы ҡыҙы Гөлфирә Азат ҡыҙы бала саҡтан уҡыуға тырыш, зирәк була. Уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, айырыуса, рәсем дәрестәрен үҙ итә. Буш ваҡыттарында урманға сығып пейзаж төшөрөргә, ҡурсаҡтарына күлдәк тегергә, сигергә, әсәһенә эйәреп төрлө-төрлө ҡул эштәре менән булышырға ярата. Әсәһе Лилиә Рәхмәт ҡыҙының теккән күлдәктәренә, түшәк-юрғандарына, сиккән биҙәктәренә, эшләгән һүрәттәренә ҡарап, һоҡланып, үҙе лә ижад донъяһына мөкиббән булып, ошо юлды һайлай. 2-се һанлы Өфө педагогия колледжының графика бүлегенә уҡырға инеп, рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы һөнәрен алып сыға. Хеҙмәт юлын Иҫке Собханғол үҙәкләштерелгән китапханаһында рәссам-биҙәүсе булып эш башлай. 3 йыл эшләү дәүерендә районда ғына түгел, республикала үткәрелгән төрлө сараларға биҙәү эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Иҫке Монасип ауылына килен булып төшкәс, тыуған Нәби мәктәбендә эшен дауам итә, бер үк ваҡытта Яңы Монасип мәктәбендә лә балаларға рәсем серҙәрен өйрәтә. 2016 йылдан алып Иҫке Монасип урта мәктәбендә рәсем дәресе уҡытыусыһы булып эшләй. Уның уҡыусылары йыл да һынлы сәнғәт буйынса үткәрелгән олимпидаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай.
Гөлфирә Азат ҡыҙы алып барған “Палитра” түңәрәгенә лә балалар бик теләп йөрөй. Унда балалар традицион булмаған алымдар менән һүрәттәр төшөрә, ағастан эшләнгән һауыттарға, таҡталарға төрлө биҙәктәр һалалар.
Дәрес уңышлы үтһен өсөн уҡытыусының оҫта төшөрә белеүе генә етмәй, уҡыусыларға һынлы сәнғәт донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятыу зарур. Ә был йәһәттән педагогтың үҙенә генә хас алымдары бар. “Һынлы сәнғәт дәрестәрен балаларға ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында инновацион технологиялар ҡулланам. Белемдең сифатын күтәреүгә ярҙам итеүсе алымдарҙың иң үтемлеһе – мәғлүмәт-коммуникатив технологияларҙы дөрөҫ итеп файҙалана белеү. Улар балаларҙың күҙаллауын киңәйтә, ҡыҙыҡһыныуын, ижади мөмкинлеген, фекерләү һәләтен үҫтерә,” – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып китте оҫтабикә Гөлфирә Көнәфина.
Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфина ҡайҙа ғына эшләһә лә, булмышына тоғро ҡала, һәр ваҡыт ижади эҙләнеү өҫтөндә була, үҙенең һәләтен заманға ярашлы төрлө алымдар ҡулланып, һәр өлкәлә һынап ҡарай, яңы ижад өлгөләре тыуҙыра. Ҡағыҙҙан кәрзиндәр, бисерҙан сувенирҙар үрә, гофра ҡағыҙҙан һәм фоамариндан сәскәләр, гәлләмәләр эшләй, төрлө ептәрҙән жилеттар, ойоҡтар, бейәләй-бирсәткәләр бәйләй, Яңы йыл маскарадтарына, төрлө балалар сараларына костюмдар эшләй, кейемдәр тегә. Тормош иптәше Ринат Рауил улы эшләгән һандыҡтар, ултырғыс, шкатулкаларға биҙәк-семәрҙәр һала. Мәктәпкә стендтар эшләй, ҡапҡаларға һүрәттәр төшөрә. Төрлө сара-бәйгеләрҙә ҡатнаша, үҙе лә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Алтын ҡуллы һөнәрмәндең эштәре районыбыҙҙа ғына түгел, республикаға ла таныла. Гөлфирә Азат ҡыҙын БСТ каналынан интервью алырға киләләр, ике тапҡыр «Бәхетнәмә» тапшырыуына саҡыралар.
Үҙе эшләгән мәктәптең эске һәм тышҡы биҙәлеше – уның хеҙмәт емеше. Мәктәп ихатаһында уның ҡулдары менән фанеранан эшләнгән Бөрйән урмандарында төйәк иткән йәнлектәр һәм ҡоштар һындарынан парк булдырылған. Был күренеш – үҙе бер мөғжизә! Ағастар араһында урынлашҡан йәнлектәр, әйтерһең дә, ысын кеүек, һиңә төбәлеп ҡарайҙар, һинең менән бергә хәрәкәт итәләр. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсы өсөн ул ниндәй генә образдарҙың костюмдарын эшләмәй ҡалды икән?! Быйыл хатта Өфөлә сығыш яһаусылар өсөн арығланға атланған Урал батырҙың үҙен дә фанеранан эшләп ебәрҙе ул. Гөлфирә Азат ҡыҙы ниндәй генә эшкә тотонмаһын, барыһын да “аһ” иттереп, сынъяһау итеп ҡойоп ҡуя.
Мәктәптең уңышы тап ошондай үҙ һөнәрен тоғро булған, эшен яратып һәм һөҙөмтәле башҡарған педогогтарҙың хеҙмәтенән ғибәрәт тә инде.
Көнәфина Раушания, Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы
Новогодняя задача на смекалку. Что подарил Дед Мороз?
Рисуем ветку берёзы сухой пастелью
Сказка "Дятел, заяц и медведь"
В чём смысл жизни. // Д.С.Лихачев. Письма о добром и прекрасном. Письмо пятое
Сорняки