Презентация урока "Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр"
презентация к уроку (5 класс)
5-се класс өсөн "Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы" буйынса презентация
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
huzynky_hm_tartynky_ondr.pptx | 212.11 КБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше Баҫымһыҙ ижектәрҙәге һуҙынҡыларҙың көсһөҙләнеүе , йәғни юғалыуы , редукция тип атала . Әгәр баҫымһыҙ ижектә өн бөтөнләй юғалһа , ул тулы редукция тип атала . Миҫалдар : төйөн һәм төйнә , ете һәм етмеш . Баҫымһыҙ ижектең һуҙынҡыһы төшөп ҡалмайынса көсһөҙ әйтелһә , ул тулы булмаған редукция тип атала . Миҫалдар : саҡырым – саҡрым , йомошаҡ – йомшаҡ , әкерен – әкрен , бигерәк – бигрәк . Сит телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙең әйтелешен еңелләштереү өсөн , ҡайһыларының алдына , ҡайһыларының уртаһына артыҡ бер һуҙынҡы өн ҡуйыла . Әгәр һуҙынҡы өн һүҙҙең алдында торһа , протеза хасил була . Миҫалдар : э ләүкә , э шләпә . Артыҡ һуҙынҡы өн һүҙҙең уртаһына ҡуйылһа , эпентеза барлыҡҡа килә . Миҫалдар : т о рба, к а рауат , б ү рәнә
Һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙең аҙағынан һуҙынҡы менән башланған һүҙ килһә һәм ул бер тында әйтелһә , ғәҙәттә , алдағы һүҙҙең аҙаҡҡы һуҙынҡыһы төшөп ҡала : яҙыла -> уҡыла килә алмай -> килалмай бара алмай -> баралмай туры ат -> турат ҡара алтын -> ҡаралтын иртә үк -> иртүк һоро айыу -> һорайыу алдымы әллә -> алдымәллә Ике һүҙ бер тында әйтелгәндә ике һүҙ араһындағы бер һуҙынҡының юғылыуы (төшөп ҡалыуы) элизия тип атала
Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы О – о хәрефе ике өнгә билдә булып йөрөй : 1 ) төп башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын һуҙынҡы ирен өнө булған о өнөнә : он, ос, оло , ҡолон , болон, һоло , ҡорос , боронғо , ҡоролош , ҡоролошо ; 2) Беренсе ижектәрендә о йәки ө өндәре булған төп башҡорт һүҙҙәренең башҡа ижектәрендә а, ә, у, ү һәм и өндәренең береһе килмәһә , бөтә ижектәрендә лә о – ө яҙылышы һаҡлана : оҙон , оҙонлоғо , оҙонлоғоноң ; төҙө , төҙөлөш , төҙөлөшөнөң . 3 ) рус әҙәби теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге ҡалын һуҙынкы о хәрефе үҙ урыныда яҙыла : колхоз, завод, производство, пароход, агроном, трактор, доктор, мотор, фронт, совет, комсомол, кино, фото, район . 4) Ө – ө хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек ижектәрҙә яҙыла : көн , төн , көндөҙ , көсөргәнеш , бөгөн , төтөн , Өфө , өлгө , төлкө , төрлө , өмөт , төҙөлөш . 5) Әгәр ҙә бындай һүҙҙәрҙең ҡалған ижектәрендә а, ә, у, ү, и өндәренең береһе килһә , һуңғы ижектәрендә ы, е хәрефтәре яҙыла : тойоуы , ҡоралы , төҙөүе , мөмкинлек , һөжүме .
Сингармонизм – грек һүҙе , ул яңғырау яғынан бер-береһенә оҡшау тигән мәғәнәне белдерә . Сингармонизмдың түбәндәге төрҙәре бар. Һуҙынҡы өндәр гармонияһы . Төп башҡорт һүҙҙәрендә һүҙҙең тамырында ҡалын һуҙынҡы булһа , ялғауҙарында ла ҡалын һуҙынҡы , нәҙек һуҙынҡылар булһа , ялғауҙарында ла шул уҡ һуҙынҡылар ҡулланыла . Мәҫәлән : ҡалалар – ҡалаларға , мәктәп - мәктәптәрҙе . 2. Ирен гармонияһы . Төп башҡорт һүҙҙәренең тамырында иренләшкән [о, ө] өндәре булһа , ялғауҙарҙа ла [о, ө] өндәре була . Мәҫәлән : ҡорот - ҡоротто , мөйөш - мөйөштө һ.б . Әгәр ялғауҙарға [а, ә, у, ү] өндәре килеп ҡушылһа , ирен гармонияһы боҙола : һөйөү – һөйөүҙе .
Башҡорт телендә бөтә хәрефтәр ҙә яҙылғанса ғына уҡылмай . Уларҙы дөрөҫ уҡыу , әйтеү ҡағиҙәләре бар. 1. «И» хәрефе үҙләштерелгән һүҙҙәр аҙағында -ей, - ый тип уҡыла : я ҙыла -> уҡыла Вәли -> Ү әл ей Нәби -> Нә вей Фәхри -> Фәхр ей Нури -> Нур ый Миңнури -> Миңнур ый 2. Ҡайһы бер сифаттарҙың һәм яҙыусыларҙың фамилиялары аҙағында и үҙгәртелмәй уҡыла : - ҡәтғи , милли , сәйәси , әҙәби , ижади , фәнни , даими , Р. Ниғмәти , Ғ. Әмири , хосуси , ижтимағи , синфи , хәрби , фәлсәфәүи .
Һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында в өнөнөң дөрөҫ әйтелеше 1. Башҡортса һүҙҙәрҙә һүҙ башындағы в өнө уы / үе өндәре булып әйтелә . Дөрөҫ яҙылышы : ватан , вазифа , ваҡыт , вәғәҙә . Дөрөҫ әйтелеше : у атан , у азифа , у аҡыт , ү әғәҙә . 2. Рус теле аша ингән һүҙҙәрҙең аҙағында һәм һүҙ уртаһында в өнө ф өнөнә әүерелә . Дөрөҫ яҙылышы : актив, пассив, автор, коллектив. Дөрөҫ әйтелеше : акти ф , пасси ф , а ф тор , коллекти ф .
1) һүҙ башында Йе ишетелгәндә е яҙыла : еләк , ете , еңеү . 2) һүҙ башында Э өнө ишетелһә , э хәрефе яҙыла : эшмәкәр , эсемлек , эре, эремсек , һүҙ уртаһында э өнө ишетелһә лә , е хәрефе яҙыла : теләк , тере , серле , тереклек . 3 ) Урыҫ әҙәби теленән һәм уның аша башҡорт теленә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙҙең башында ла, уртаһында ла э хәрефе яҙыла : аэросана , этаж, поэма, аэродром 4) Ҡушма һүҙҙәрҙә нәҙек ижектәрҙән һуң ь ( нәҙек айырыу билдәһе ), ҡалын ижектәрҙән һуң ъ ( ҡалын айырыу билдәһе ) яҙыла : төньяҡ , көньяҡ , бирьяҡ , Ильяс, аръяҡ , ҡулъяулыҡ , йылъяҙма .
5 ) Йа ишетелгән урындарҙа һүҙ башында ла, һүҙ аҙағында ла, һүҙ уртаһында ла һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә я хәрефе яҙыла : яңы , ялағай , ҡаяу , ҡыяҡ , донъя , таҡыя , Дания, отряд. 6) Йу ишетелгән урындарҙа һүҙҙең башында ла, уртаһында ла һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ю хәрефе яҙыла : юл , юғиһә , юйыу , Аҡъюл , июль, союз, салют..
У, ү хәрефтәре лә икешәр өндө белдерә: урман – тау, үлән – тәүҙә һ.б. Тимәк, у, ү хәрефтәре тағы ла [ уы ], [ үе ] тартынҡы өндәрен белдерә. Һүҙ башындағы [уы], [үе] өндәре в хәрефе менән сағылдырыла: ватан, ваҡыт, Вәкил тип яҙыла, ә [ у]атан, [у]аҡыт һәм [ү]әкил тип әйтелә. Рус һәм башҡа сит телдән ингән һүҙҙәрҙең башында һәм һүҙ уртаһындағы ижек башында [ в ] өнө асыҡ әйтелә: ваза, совет, революция һ.б. Һүҙ уртаһындағы ижек аҙағында торғанда [в] өнө сүҙгәрә: завхоз - за[ф]хоз, совхоз - со[ф]хоз (дөрөҫ әйтелеш) Һүҙ аҙағында ла [в] өнө дөрөҫ әйтелештә [в] өнө булып әйтелә: актив - акти [ф ], штатив -штати [ф ] һ.б . Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең аҙағындағы яңғырау [д] өнө дөрөҫ әйтелештә һаңғырау [ф ] өнө булып әйтелә. Мәҫәлән, склад, доклад һүҙҙәренең дөрөҫ әйтелеше: скла[т], докла[т]
К, ҡ, п хәрефтәренә тамамланған һүҙҙәргә һуҙынҡы менән башланған ялғауҙар ҡушылғанда , ул хәрефтәр г, ғ, б булып ишетелә һәм шулай яҙыла : тараҡ - тарағы , күкрәк - күкрәге , каток - катогы , тап – табыу , туп – тубы, ҡалаҡ – ҡалағы .
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработка урока и презентация урока "Chocolate Is Good For Your Heart" (для 9-10 классов ОУ).
Хочу предложить, в качестве еще одного примера использования материалов статейсайта Шона Бенвила BreakingNewsEnglish.com, мою презентацию к статье-уроку "Chocolate Is Good For Your Heart"....
Выступление на республиканской конференции учителей математики "Создание математической сказки на уроках математики" с презентацией урока
Выступление на республиканской конференции учителей матетатики из опыта работы над созданием математической сказки на уроках математики....
"Землетрясения". Урок ОБЖ в 7 классе. Презентация урока.
"Землетрясения"., тема урока в 7 классе. В данной презентации (разработке к уроку) автор расскрыл такие вопросы: 1. Происхождение землетрясений. 2. Основные параметры землетрясений. 3. Последствия ...
Презентация урока в 5 классе по учебнику Н.А. Горяевой "ДПИ в жизни человека".Урок №1. 2 четверть.Тема урока.Древние образы в современных народных игрушках..
Презентация к уроку в 5 классе 1урок, 2 четверть .Тема урока"Древние образы в современных народных игрушках".Эта презентация знакомит детей с игрушечных дел мастерами, с созданием филимоновской игрушк...
Урок английского языка и презентация урока по теме: "Свободное время".
Разработка включает в себя план-конспект урока и яркую презентацию к уроку по данной тематике....
Презентации интегрированных к уроков курса географии и химии в 8 -9 классах и презентация урока курса Экономическая и социальная геограия мира
Размещенные материалы являются примерами интегрированных уроков по географии и химии. На современном эпате этот тип уроков позволяет решить ряд актуальных проблем современного обученияИнтегрированный ...
Конспект урока, технологическая карта урока и презентация урока математики по теме "Сложение и вычитание десятичных дробей" в 5 классе по учебнику Виленкина Математика -5
В рамках школьного фестиваля уроков по системно-деятельностному подходу я провела урок с презентацией по теме "Сложение и вычитание десятичных дробей". На уроке были использованы базовые листы контрол...
- Мне нравится (1)