"Мәктәбемдең алтын тарихы" китабының исем туйы тантанаһы
методическая разработка
Иҫке Монасип мәктәбенең "Мәктәбемдең алтын тарихы" исемле китаптың исем туйы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
kitap_asyu.docx | 16.06 КБ |
Предварительный просмотр:
Иҫке Монасип урта мәктәбенең «Мәктәбемдең алтын тарихы» исемле китабының исем туйына арналған сценарий
Һаумыһығыҙ! Кеҫә телефондарығыҙҙы һүндереп тороуығыҙҙы һорайбыҙ! (Пауза) Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын индереү хоҡуғы Иҫке Монасип мәктәбенең “Юнармия” хәрби-патриотик йәмғиәт хәрәкәте уҡыусыларына бирелә!
Музыка. Марш аҫтында флагты индерәләр.
Алып барыусы: “Мәктәбемдең алтын тарихы” исемле китапты асыу тантанаһы асыҡ тип иғлан ителә. (Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны яңғырай).
-Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, китапханасылар, ветеран уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла 100 йылдан ашыу тарихы булған Иҫке Монасип мәктәбендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ! Бәхетленең ҡунағы бер көндө тигәндәй, бөгөн беҙ уңайҙан “Мәктәбемдең алтын тарихы” исемле китаптың исем туйлайбыҙ.
Әйҙәгеҙ, хәҙер сәхнәгә 6-сы класс уҡыусыларын саҡырайыҡ. Улар һеҙҙе мәктәбебеҙгә дан йыры “Монасибым – мәктәбем” йыры менән һеҙҙе сәләмләй.
Алып барыусы:
Эйе, яңы китап донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер. Сөнки, ижад емеше булараҡ уны көтөп алаһың, өмөттәр бағлайһың. Ә уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы иһә ысын мәғәнәһендә һине бәхетле итә. Мәктәбебеҙҙә беренселәрҙән булып уҡытыусы һөнәренә арналған китап –һәйкәл булып ҡалҡһа, икенсеһе ҡыуанысыбыҙ булып “Мәктәбемдең алтын тарихы”китабы тыуҙы.
Рәсәйҙә тәүге китапты бынан 400 йыл элек Иван Федоров тигән кеше башлаған.Ошолай итеп, яйлап китапханалар ҙа барлыҡҡа килә.Папирустарҙы һаҡлаусы иң ҙур китапхана Египетта Александрийск китапханаһы була.Ул алты быуат йәшәй, унда 700 мең папирус яҙма һаҡлана.Китапхананы 7 мөғжизәнең береһе тип тә атағандар.
Хәҙерге көндә беҙҙең илдә иң ҙур китапхана Мәскәүҙә. Ул үҙе бер ҙур урамды тәшкил итә.Ул В.И.Ленин ис. Рәсәй Дәүләт китапханаһы.Уға 1862 йылда граф Николай Румянцев нигеҙ һалған. Донъялағы иң ҙур китап 1832 йылда Лондонда баҫыла. “Инглиз батырҙарының Пантенеоны” тип атала.Бейеклеге – 5,7 метр,киңлеге – 3,7 метр, ер хәрефе – 15 см. Ә иң бәләкәй китап “Ҡырмыҫҡалар” –Японияла. 1980 йылда сыҡҡан. Размеры - 1,4-1,4 см.
-Бөгөнгө “Мәктәбемдең алтын тарихы” исемле китап беҙҙең Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып баҫылған иң ҙур китап. Ул 300 биттән тора, киңлеге 65 см булһа, бейеклеге 95 см .
Сәхнәгә 8-се класс уҡыусыһы Раушания Көнәфина башҡарыуында ҡурайҙа төрлө көйҙәр
Алып барыусы:
- “Самрау” китап нәшриәте етәксеһе Мансур Ғилфанов әйтеүенсә, уларҙың эш тәжрибәһендә бындай күләмдәге китап нәшриәттә әлегә баҫылмаған. Үҙәк китапхана тарихында ла бындай ҙурлыҡтағы китап булмаған.
Һәр кемдең күңелендә ере, һыуы, иле өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо бар. Тап ошо көстәр беҙҙе тыуған еребеҙҙең тарихын өйрәнергә, түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға еткереү өсөн уны аҡҡа төшөрөп, мәңгеләштерергә этәрә лә инде. Ә мәңгеләштереүҙең иң ҡатмарлы, әммә иң һөҙөмтәле ысулы ул – китап. Ташҡа баҫылғанды юйып булмай. Ул – мәңгелек.
Ә хәҙер һүҙҙе “Мәктәбемдең алтын тарихы” китабының китабың идея авторы, мәктәп директоры - Данил Камил улы Ҡотлобаевҡа бирәйек.
8-се класс башҡарыуында “Ағиҙел тулҡындары” бейеүе.
Алып барыусы:
Мәктәп коллективы китап эшләүгә бик ҙур өлөш индерһә, мәғлүмәт менән ауылдаштарыбыҙ һәм яҡташтарыбыҙ Дәүләтбирҙин Заһир Сәлих улы, Рахманғолов Рәил Рәмзи улы, Сәғитова Нәсимә Ғилман ҡыҙы, Бикмәтов Сабит Мәжит улы, Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы, Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы, Сәғитова Ләйлә Нурислам ҡыҙы, Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы, Ҡотлобаева Сания Шәһит ҡыҙы, Абдуллин Ришат Әмир улы, Муллағолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы, Рахманғолов Рауил Рәмзи улы бик ҙур ярҙам күрһәттеләр.
Ошондай ҙур күләмдәге китапты баҫтырыу - сығымдар ҙа талап итә. Ауылдаштарыбыҙ Көҫәпҡолов Зөфәр Мөхәмәтулла улы, Ҡотлобаев Даян Камил улы, Көнәфин Фәһим Фәрит улы, Бикмәтов Кәрим Рәүхәт улы ошо изге эшкә үҙ өлөштәрен индереп, ҙур ярҙам күрһәттеләр. Уларға мәктәп коллективы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ә хәҙер һүҙҙе ветеран-уҡытыусы, тарихсы Дәүләтбирҙин Заһир Сәлих улына бирәйек.
Рәхим итегеҙ!
Байрам менән барығыҙҙа ла ҡотлап, 6-сы класс уҡысылары “Бәхет өсөн” йырын башҡара.
Был китаптың үҙенсәлеге һәм әһәмиәте шунда: ул йыльяҙма форматында эшләнгән һәм дауамлы буласаҡ, йәғни мәктәп тормошонан иң мөһим һәм сағыу мәғлүмәти саралар, күренештәр китап биттәрендә урын алып, тарих һаҡлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, хәҙер тарих төпкөлөнән тәүге фотоны китапҡа йәбештереү өсөн мәктәп директоры Данил Камил улын һәм быйылғы сығарылыш уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Йомағолова Яҙгөлдө саҡырайыҡ.
Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
Алып барыусы:
Ошоноң менән сарабыҙ тамам. Ә хәҙер бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөргә саҡырабыҙ.
Сценарий авторы: Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
урок памяти ""Я думаю,что все люди братья" по произведениям А.Приставкина "Ночевала тучка золотая"и Т.Манджиевой "Когда изгнанником печальным".
урок,посвящённый Дню Памяти и Скорби (28 декабря -выселение калмыцкого народа по указу Сталина). Урок по повести А.Приставкина "Ночевала тучка золотая", с использованием национально-...
Урок литературы по теме "Судьба детей в годы войны" (по повести А. Приставкина "Ночевала тучка золотая...")
Урок в разделе "Литература последних десятилетий" завершает цикл обучения в 11-м классе, готовит учащихся к итоговой аттестации. Урок совершенствования знаний, умений и навыков. Решаются образов...
Урок -суд по повести А.Приставкина "Ночевала тучка золотая"
Урок -суд по повести А.Приставкина "Ночевала тучка золотая". Трагическая удьба мальчика Алхузура и детдомовца Кольки в годы репрессий Сталина на Кавказе. Мальчики разных национальностей спа...
Читательская конференция по книге А.Приставкина «Ночевала тучка золотая»
Читательская конференция по книге А.Приставкина «Ночевала тучка золотая» рассчитана на детей 8 - 9 класса. Это призыв к правде, добру, справедливости. "Моя повесть, - дополняет автор, - есть фак...
Оскуолаза киириэн иннинээзи саастаах озо эт-хаан еттунэн сайдарыгар Ебугэ оонньуутун туьаны.
Билинни сайдыылаах кэмҥэ оскуолаза киириэн иннинээ5и саастаах о5ону сайыннарыыга о5о доруобуйатын, этин-хаанын эрчийии бастакы миэстэ5э турар.Ол курдук, ебугэлэрбит былыр айыл5а5а тапталы уонна ытыкта...
Конспект занятия по рисованию с умственно отсталыми детьми «Тучка и дождик»
Конспект занятия по рисованию с умственно отсталыми детьми «Тучка и дождик»...
Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы
Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы...