Әүәлгесә кино ҡараныҡ
статья
Предварительный просмотр:
Әүәлгесә кино ҡараныҡ
Бөтә донъя кинематографтар һәм кино һөйөүселәр көнө алдынан 21 декабрҙә Иҫке Монасип мәктәбендә кино сәнғәтенә арналған матур һәм фәһемле сара үтте.
Киноны иң беренсе булып 1895 йылда француз ағалы-ҡустылы Люмьерҙар төшөргән. Улар үҙҙәренең уйлап сығарған әйберен – “синематограф” тип атайҙар һәм тәүге кино сеансын иң яҡын дуҫтарына ғына күрһәтеп ҡарай. Ә 28 декабрҙә Парижда Капуцинок исемендәге бульварҙа «Прибытие поезда на вокзал Ла Сьота» ҡыҫҡа метражлы фильмын халыҡҡа аҡсаға ҡуя. Тап бына ошо көн бөтә донъя кинематографтар һәм кино һөйөүселәр байрамы булараҡ билдәләнә лә инде.
Ветеран уҡытыусыбыҙ Сәрүәр Барый ҡыҙы Йыһанурова һөйләүенсә, Иҫке Монасип ауылында иң тәүге киномеханик булып уның атаһы - Ишемғужин Барый Бәҙретдин улы эшләгән. Ул һуғышҡа тиклем, 1932-1939 йылдарҙа, райондар буйлап йөрөп, халыҡҡа кино күрһәткән. Бының өсөн яртышар йыл ваҡыты киткән. Беҙгә билдәле булғандарынан, 1968 йылдарҙа Көнәфин Абдулхай Хисаметдин улы киномеханикка уҡып, халыҡты хеҙмәтләндерә башлай, артабан Бикмәтов Фаяз Факил улы, Мырҙағолова Гәүһәр Әхмәт ҡыҙы, Көнәфин Батыр Ғәбит улы, Муллағолов Азат Сөләймән улы, Ғәлина Альмира Рәхимйән, Ишемғужина Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙы, Вәлитова Ғәтифә апай, Көҫәпҡолова Гөлшат Азат ҡыҙы эшләй. Был өлкәлә иң оҙағы Юлдашева Рәмилә Айытбай ҡыҙы хеҙмәт итә. Ул 1983 йылдан алып 2007 йылға тиклем ауыл халҡына кино күрһәтә. Улар үҙ ваҡытында, ысын мәғәнәһендә, ауыл халҡының көтөп алған рухи ихтыяжын хеҙмәтләндереүсе үҙ һөнәрҙәренең оҫталары була.
Беҙ әлеге сара уңайынан ауылыбыҙҙың элекке киномеханиктарын һәм билет һатыусыларын саҡырып, уҡыусыларға һәм ауыл халҡына кино күрһәттек. Барыһы ла әүәлгесә башҡарылды: Рәмилә Айытбай ҡыҙы тамашасыларға билет һатты һәм, билдәләп үтергә кәрәк, ғәҙәте буйынса, һәр билетты йыртып бирә барҙы. Аҙаҡ уттар һүндерелде һәм барыһы ла шып-шым ҡалып кино ҡараны. Балаларға фильм үҙенең музыкаль биҙәлеш яғынан сағыулығы, йәнле һәм ҡыҙыҡлы булыуы менән йәлеп итһә, ололар клубҡа киноға йөрөгән саҡтарына ҡайтып, бер сәғәткә донъяуи мәшәҡәттәрҙән онотолоп рәхәтләнеп ял итте, рухиәтен байытты, күңел бушлыҡтарын тулыландырҙы. “Королева бензоколонки” комедияһы ине ул. Ни тиһәң дә, элекке кинофильмдар эстәлекле, мауҡытырғыс һәм әхләҡи күҙлектән матур юморлы булған.
Сарабыҙ ҡунаҡтары – ауылыбыҙ киномеханиктары - үҙ сығыштарында кино күрһәтеү ни тиклем яуаплы һәм тынғыһыҙ эш булыуын һөйләп үтте. Киноға ихтыяж ҙур булған. Балаларға көндөҙ, ә ололарға кис кино ҡуйылған. План буйынса айына 22 сеанс талап ителһә, беҙҙең ауылдаштар планды арттырып 30 сеанс күрһәтеүгә өлгәшкән. Һәр кешенең залда үҙ урыны булған, берәү ҙә был ҡағиҙәне боҙмаған. Һинд фильмдары күрһәтелгәндә, әйтәһе түгел, залда энә төртөр урын булмаған. Яҡшы киноларҙың даны алдан йөрөгән, халыҡ уны “йүкә телефон” аша ҡайһы ауылда йөрөп ятыуына һәм нисә көндән килеп етерен белеп, түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Бына шундай заманалар булған. Ә бөгөн һәр кемдең өйөндә кинотеатр, ҡулында интернетҡа тоташҡан телефон. Бер кем кино донъяһына ихтыяж кисермәй. Парадокс шулаймы?
Бына әле лә, халыҡ өсөн кино күрһәткәндә, ауылдаштарҙың килмәүе күңелде бер аҙ ҡыра бирҙе. Был үҙ ҡабырсағыңа йомолоп йәшәү һөҙөмтәһеме, әллә ауыл тормошоноң йәшәйешенә битарафлыҡмы? Элек кешенең ни тиклем эш менән баҫылып йәшәһә лә, бер-береһе менән аралашырға, күңелен үҫтеререгә, рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә ваҡыт тапҡан. Ә бөгөн ауыл элекке кеүек эш менән ҡайнамай, мәҙәни саралар гөрләмәй, әммә кешеләрҙең бер-береһенә иғтибар күрһәтергә, хатта үҙенең эске донъяһын бөтәйтергә, ял иттерергә ваҡыт юҡ. Ҡыҙғаныс.
Динара Ҡотлобаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Аклы татар сөлгесе-керсез җанның көзгесе.
Бу кичәбез халкыбызның күңел җәүһәрләре – сөлге-тастымаллар турында.Һәр милләт генә хас үзенчәлекләргә ия .Шуңа күрә аларның һәрберсе дөнья мәдәниятенә сизелерлек өлеш кертә,аны баета.Күпь...
презентация "Кино, кино, кино..."
Первая часть презентации содержит материал об истории мирового кинематографа, включая советское кино (первые фильмы, звуковые и цветные, актеры, жанры). Вторая часть - викторина, включающая 18 вопросо...
Родительское собрание «Образ матери в кино», посвящённое Дню матери и Году российского кино
Родительское собрание проводится совместно с детьми в форме кино-гостиной и посвящено сплочению детей и взрослых....
Кино, кино, кино. Беседа-презентация.
Знакомство с историей создания кинематографа....
"Кино, кино, кино...!"
Разработка праздничного мероприятия, посвященного отечественному кинематографу (рекомендуется для проведения в средних и старших классах общеобразовательной школы)...
"Кино, кино, кино...!"
Разработка праздничного мероприятия, посвященного отечественному кинематографу (рекомендуется для проведения в средних и старших классах общеобразовательной школы)...
Форма мероприятия: путешествие-экскурсия по этапам развития кино. "Такой Разнообразный и удивительный мир кино…"
Ознакомление с синтетическим искусством кино, понимание и представление: о языке кинемотографии, этапах усовершенствования технологий кино, жанрах кино, выдающихся режиссёрах (на примере т...