Сығарылыш класс уҡыусыларына имтиханға психологик әҙерлек
методическая разработка по психологии (9, 11 класс)

Маҡсат: имтихан ваҡытында тулҡынланыуын һәм имтиханға бәйле кире тойғолар, борсолоу, тынысһыҙланыу күренешен булдырмау өсөн профилактика

Бурыстар:  стрессҡа ҡаршы тора белеүҙе үҫтереү; уҡыусыларҙа үҙ-үҙенә ышаныс һәм үҙ мөмкинлектәрен баһалай белеүҙе тәрбиәләү; төрлө хәлдәрҙә эмоциональ көсөргәнештән арынып, үҙеңде ҡулға алырға һәм тынысландыра белеү ысулдарына өйрәтеү; имтитханға ҡарата объектив мөнәсәбәт булдырыу.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл презентация1.99 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Минең эш тәжрибәм Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Слайд 2

9-сы һәм 11 класс уҡыусыларына дәүләт имтиханына психологик әҙерлек

Слайд 3

Маҡсат : имтихан ваҡытында тулҡынланыуын һәм имтиханға бәйле кире тойғолар , борсолоу , тынысһыҙланыу күренешен булдырмау өсөн профилактика Бурыстар : 1.Стрессҡа ҡаршы тора белеүҙе үҫтереү ; 2.Уҡыусыларҙа үҙ-үҙенә ышаныс һәм үҙ мөмкинлектәрен баһалай белеүҙе тәрбиәләү ; 3. Төрлө хәлдәрҙә эмоциональ көсөргәнештән арынып , үҙеңде ҡулға алырға һәм тынысландыра белеү ысулдарына өйрәтеү 4.Имтитханға ҡарата объектив мөнәсәбәт булдырыу .

Слайд 4

Хәтерҙе күнектереү Дәүләт имтиханына 5-се кластан алып 9-сы класҡа тиклемге үтелгән темалар инә. Ә күпселек ваҡытын интернет селтәрендә үткәргән уҡыусыларҙың хәтере насарая барыуы күҙәтелә. Тап шуға ла киләһе күнекмә, хәтерҙе күнектереү өсөн бик яҡшы ысул

Слайд 5

1-се күнегеү « Хәтер сумаҙаны» Эш биреме: Тәүге уҡыусы «Мин сәйәхәткә йыйындым һәм сумаҙаныма .... Һалып алдым» тигән фразаны әйтә. Киләһе уҡыусы ошо фразаны ҡабатлай, алдағы уҡыусы әйткән предметты һәм үҙенекен өҫтәп әйтеп дауам итә. Кластағы һәр уҡыусы ошо рәүешле дауам итә, иң һуңғы уҡыусы бөтә класс әйткән предметтарҙы атап, үҙенекен ҡушып әйтеп тамамлап ҡуя.

Слайд 6

Иғтибарҙы арттырыу Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында уҡыусылар имтихан барышында күп хата ебәрә. Эш биремендәге инструкцияға ҡабалан күҙ йүгертеп сыға, иғтибар менән уҡымай һәм шул рәүешле эш биремендәге һорауҙарға яңылыш яуап яҙа. Бындай хәлдәргә тарымаҫ өсөн түбәндәге күнекмә менән иғтибарлы булырға өйрәнәбеҙ.

Слайд 7

2-се күнегеү «Текст эсендәге текст» Алдығыҙҙа ятҡан ҡағыҙҙа 3 минут эсендә түбәндәге тексты уҡып сығып, унда яҙылғандарҙы башҡарырға кәрәк. Һәр кем үҙ аллы эшләй һәм бер кемгә лә өйрәтмәй. Һеҙ күрһәтмә буйынса эшләй беләһегеҙме икән? Ваҡыттың сикле булыуын иҫәпкә алып, эшләр алдынан тәүҙә иғтибар менән уҡып сығығыҙ. Өҫтән уң яҡ мөйөшкә исемегеҙҙе баҫма хәрефтәр менән яҙығыҙ. Исемегеҙҙе уратып һыҙығыҙ. Өҫкө һул яҡ мөйөшкә биш бәләкәй шаҡмаҡтар эшләп сығығыҙ. Һәр шаҡмаҡ эсенә крестиктар эшләп сығығыҙ Ҡағыҙҙың өҫкө яғына фамилияғыҙҙы яҙығыҙ. Фамилияның аҫтына уң яҡтан телефон номерығыҙҙы яҙығыҙ Бөтәһе лә ишетерлек итеп, номерығыҙҙы ҡысҡырып әйтегеҙ Телефон һандарын уратып һыҙығыҙ Аҫҡы һул яҡ мөйөшкә крестик эшләгеҙ. Был билдәне өсмөйөш эсенә алығыҙ. Үҙегеҙҙең тауыш менән 10-дан алып 1-гә тиклем һанағыҙ. 3-сө һөйләмдә «мөйөш» һүҙен дүртмөйөш эсенә алығыҙ. «Мин эшләп бөтөп киләм» тип ҡысҡырып әйтегеҙ. Ә хәҙер барыһын да иғтибар менән уҡып сыҡҡандан һуң, ҡушылғандың 1-се һәм 2-се эшен генә башҡарығыҙ.

Слайд 8

Тәнде яҙыу өсөн релаксация Бөтәбеҙ ҙә урындарҙан тороп баҫабыҙ һәм ҡулдарҙы юғары күтәреп бөтә тәнебеҙ менән өҫкә ҡарай ынтылабыҙ. Шунан ҡояшҡа етеп, ирегәндәй, тәнебеҙҙе бушаҡландырабыҙ. Өс тапҡыр башҡарабыҙ. Күҙҙәрҙе йомабыҙ, тәрән итеп тын алабыҙ ҙа, күҙ алдыбыҙға түңәрәк килтереп, шуның эсенә ҡапыл ғына тынды сығарып тултырабыҙ. (4 тапҡыр башҡарабыҙ) Ә хәҙер тағы ла тын алып, тынды өсмөйөш эсенә тултырабыҙ. (3 тапҡыр башҡарабыҙ) Был юлы тынды дүртмөйөш эсенә тултырабыҙ. (2 тапҡыр)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

имтихан сораулары

9 нчы сыйныф өчен имтихан сораулары...

Хәйдәрова Р.З. дәреслекләре буенча татар теленнән имтихан биремнәренә җаваплар

Хәйдәрова Р.З. дәреслекләре буенча татар теленнән имтихан биремнәренә җаваплар...

Татар теленнән имтихан билетлары

9 нчы сыйныфның рус төркемнәрендә Ф.С. Сафиуллина дәреслеге белән укучыларга...

9сыйныф өчен Р.З.Хәйдарова дәреслеге буенча имтихан билетлары

9 сыйныф өчен традицион имтихан билетлары Р.З.Хәйдарова дәреслеге буенча....

Н. Гыйматдинованың "Болын патшасы" әсәре буенча имтихан материаллары. 8 сыйныф рус төркемнәре

Н. Гыйматдинованың  "Болын  патшасы"  әсәре   буенча   имтихан  материаллары. 8  сыйныф  рус  төркемнәре....

«Башланғыс класс уҡыусыларының һөйләү телмәрен үҫтереү» исемле проект эше

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, унда нимә “яҙаһың, һалаһың”, шул уның йәшәйеш йөкмәткеһенең, мәғәнәһенең нигеҙен тәшкил итә, ғүмерлеккә уға йәшәү ҡанундары булып хеҙмәт итә, тормошҡа юл күрһәтеүсе м...