Разработка урока "Ижек. Уларҙың төрҙәре"
методическая разработка (5 класс)
Был дәрес программа буйынса 5-се класта үткәрелә
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
развернутый конспект урока (5 класс) на тему "Ижек.Уларҙың төрҙәре" | 19.41 КБ |
Презентация урока "Ижек. Уларҙың төрҙәре" | 253.74 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте мәғариф бүлеге
Иҫке Монасип урта мәктәбе
ТЕМА:
Ижек һәм уның төрҙәре
(5-се класс)
Иҫке Монасип урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы
2024 йыл
Тема: Ижек. Уларҙың төрҙәре
Дәрес эпиграфы: Ҡурай- башҡорт халҡының ғорурлығы ул. (З.Исмәғилев)
Дәрес тибы: ҡатнаш дәрес.
Маҡсат:
- белем биреү маҡсаты – уҡыусыларҙың ижек хаҡында белемдәрен нығытыу; ҡурайҙы үҫемлек һәм музыка ҡоралы булараҡ танып белергә өйрәтеү;
- үҫтереүсе маҡсат – уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү;
- тәрбиәүи маҡсат – мәшһүр ҡурайсылар менән таныштырыу, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Бурыстар:
- “Ижек” темаһын нығытыу, ижек төрҙәре тураһында мәғлүмәт биреү;
- башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы – ҡурай тураһында, мәшһүр ҡурайсылар тураһында белемдәрен арттырыу;
- башҡорт телендә һүҙҙе ижектәргә дөрөҫ бүлеү, юлдан-юлға дөрөҫ сығыу күнекмәләрен үҫтереү;
- уҡылған текстар, әңгәмәләр, өҫтәлмә материалдар ярҙамында ҡурайға, башҡортса моүона һөйөү, ҡурайсыларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр:
хазина, рухландырыу, ҡайнар тойғо.
Планлаштырылған һөҙөмтә:
һүҙҙәрҙе ижектәргә дөрөҫ бүлеүҙе үҙләштереү, юлдан-юлға дөрөҫ сығыу күнекмәләрен нығытыу; ҡурайҙы үҫемлек һәм милли музыка ҡоралы булараҡ таныу;тасуири уҡыу күнекмәләрен һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү; уҡытыусы менән берлектә эшләй һәм эште дөрөҫ баһалай белеү.
Предмет-ара бәйләнеш:
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте.
Йыһазландырыу: компьютер, экран, ҡурай, ҡурай үҫемлеге, һүҙлектәр, энциклопедия.
Дәрес барышы:
1. Психологик инеш. (2 мин) Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу: уҡытыусы менән хеҙмәттәшлек итеү.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, дәресебеҙ ҡунаҡтары!
Әйҙәгеҙ, дәресте башлар алдынан, ҡунарҙы сәләмләйек тә, бер-беребеҙгә яҡшы кәйеф теләп, йылмайыу бүләк итәйек.
2. Булған белемде актуалләштереү. Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге булдырыу.
1. Үткән темалар буйынса карточкала эш
2.Физминутка “Ҡурай”
- Ҡурай
- Әү
- Ҡайҙа үҫтең?
- Урманда
- Кем ҡырҡты?
- Ҡурайсы
- Ни эшләргә?
- Уйнарға
Ике бала парлашып ижеккә бүлеп әйтеп ҡарай.
Таҡтаға дата, һәм дәрес темаһы яҙыла.
3. Яңы тема (5 мин)
1. Инеш күнегеү.
Тексты уҡып, ҡалын хәрефле һүҙҙәрҙе ижектәргә бүл
- Уралда үҫкән таҡыя башлы үлән көпшәһе мин. Оҫтаның тылсымлы ҡулдары көпшәнән ғәжәйеп моңло уйын ҡоралы яһаны. Башҡорттарҙа ҡурайсылыҡ сәнғәте алыҫ дәүерҙәрҙән килә, - тип талғын ғына көй менән өндәшкән ҡурай. (М.Тайсина)
-У-рал - бер генә һуҙ.өндән тороусы,
-оҫ-та-ның - һуҙ. һәм тарт. өндән тороусы,
-ҡу- рай - тарт.һәм һуҙ.
- көй - тарт.+һуҙ.+тарт.,
- илт һуҙ+тарт+тарт
- Баш-ҡорт-тар-ҙа - тарт.+һуҙ.+тарт.+тарт.
2. Ижек төрҙәрен билдәләү һәм таблица төҙөү, миҫалдар килтереү
1-се төр | 2-се төр | 3-сө төр | 4-се төр | 5-се төр | 6-сө төр |
Һуҙ. | тһ | һт | тһт | һтт | тһтт |
У-рал | Ҡу-рай | Оҫ-та | Көй | илт | Баш-ҡорт |
4. Яңы теманы нығытыу
1. 148-се күн. Ҡурай һәм ҡурайсылар тураһында һөйләп китеү
2. Һүҙлек эше
Сәхрә – иркелек, киң ялан
Хазина – йыйылған, тупланған баһалы йәки йәшереп һаҡланған аҫыл нәмә, байлыҡ
Шөһрәт – дан
Ләззәт – кинәнес, ҡәнәғәтлек
Шөғөлләнәләр – мауығып башҡарылған эш
Т.Ү. – ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып, берәр һөйләм төҙөгөҙ.
Миҫал: Сәхрәлә ҡурай моңо яңғырай.
Ҡурай беҙҙең рухи хазинабыҙ.
Беҙҙең ҡурайсылар донъя сәхнәһендә шөһрәт ҡаҙана.
Ҡурай моңон ләззәтләнеп тыңланым.
Беҙҙең уҡыусылар ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнәләр.
5.Рефлексия. ( 5 мин)
Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; уҡыу маҡсатын нығытыу, үҙбаһа.
-Бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? Дәрестән ҡәнәғәтһегеҙме? Уны ошо смайликтар ярҙамында баһалап китегеҙ әле.
Дәресебеҙҙе бөгөн ҡурайға арнап, башҡорт халҡының ғорурлығы, тинек. Ә ни өсөн ҡурай халҡыбыҙ ғорурлығы ул,һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡыусылар?
-Дәрес оҡшанымы? Әйҙәгеҙ, алдығыҙҙа ятҡан смайликтар менән баһалап үтегеҙ
Һығымта: Шулай итеп, башҡорт халҡының ғорурлығы булған милли уйын ҡоралы ҡурай һәр ваҡыт милләтебеҙҙең юлдашы, моңдашы, рухташы булған. Ул ата-олатайҙарыбыҙҙан быуындан-быуынға күсә килеп, бөгөн дә киләсәккә тылсымлы көйөн яңғыратып, халҡыбыҙ данын тағы ла арттырасаҡ, шулаймы, уҡыусылар.
Өйгә эш: ҡурай тураһында шиғыр яҙып килергә.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Ҡурай - Ҡурай - Әү - Ҡайҙа үҫтең? - Урманда - Кем ҡырҡты? - Ҡурайсы - Ни эшләргә? - Уйнарға
Ижек һәм Уның төрҙәре
- Уралда үҫкән таҡыя башлы үлән көпшәһе мин. Оҫтаның тылсымлы ҡулдары көпшәнән ғәжәйеп моңло уйын ҡоралы яһаны. Башҡорттарҙа ҡурайсылыҡ сәнғәте алыҫ дәүерҙәрҙән килә, - тип талғын ғына көй менән өндәшкән ҡурай. (М.Тайсина)
- У -рал - бер генә һуҙ . - оҫ -та- ның - һуҙ .+ тарт . - ҡу - рай - тарт.һәм һуҙ . - көй - тарт .+ һуҙ .+ тарт ., - илт һуҙ+тарт+тарт - Баш- ҡорт - тар- ҙа - тарт .+ һуҙ .+ тарт .+ тарт . 1-се төр 2-се төр 3-сө төр 4-се төр 5-се төр 6-сө төр Һуҙ. һт тһ тһт һтт тһтт У- рал Оҫ -та Ҡу -рай Көй илт Баш- ҡорт
Ҡурайсылар Башҡортостандың билдәле ҡурайсылары : Байыҡ-Айҙар сәсән Кәрим Дияров Йомабай Иҫәнбаев Ишмулла Дилмөхәмәтов Ғата Сөләймәнов Ғәбит Арғынбаев Әҙеһәм Исҡужин Юлай Ғәйнетдинов Азат Айытҡолов Роберт Юлдашев һ.б Ауылыбыҙ ҡурайсылары: Ишбулды Ҡотлобаев Ишбулды Насыров Әнис Ишемғужин Азат Әйүпов Данил Ҡотлобаев Венер Әмирханов Рушан Ҡарағолов Көнәфин Ғаян
Ҡурайҡайға Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы, Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын; Һиҙҙер, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы, Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын... Килде заман, инде, шатлан, ҡурай, Йәмле тауышың илгә яңғыраһын! Ҡыуанып китһен урман, сәхрә, туғай, Буҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын! Уйна, ҡурай, күктән йәм шаулаһын, Нур уйнаһын баштар өҫтөндә! Йәм яҡтыһы юйһын ҡан шәүләһен, Гөлдәр үҫһен таштар өҫтөндә! ( Ш.Бабич)
Сәхрә – иркелек, киң ялан Хазина – йыйылған, тупланған баһалы йәки йәшереп һаҡланған аҫыл нәмә, байлыҡ Шөһрәт – дан Ләззәт – кинәнес, ҡәнәғәтлек Шөғөлләнәләр – мауығып башҡарылған эш
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработка урока по теме «Разработка проектов в системе программирования Visual Basic»
Данный урока проводился в группе первокурсников техникума.Тип урока: комбинированный, использовался контроль знаний, закрепление практических навыков. На уроке использовались разноуровневые задания.Це...
Метод. разработка классного часа на тему: "Поможем, чем сможем нуждающимся в помощи пожилым людям"; Метод. разработка родительского собрания на тему: "Гармония семейного и школьного воспитания"; Метод. разработка праздника на тему:"Новый год к нам мчится"
Метод. разработка классного часа на тему: "Поможем, чем сможем нуждающимся в помощи пожилым людям" - Воспитание толерантного отношения между людьмиМетод. разработка родительского собрания на тему: "Га...
АШЫҚ САБАҚ ТЕПЕ-ТЕҢДІК САҚТАУ ЖАТТЫҒУЛАРЫ
АШЫҚ САБАҚ ТЕПЕ-ТЕҢДІК САҚТАУ ЖАТТЫҒУЛАРЫ...
Урок балкарского языка в 6 классе "Атланы къуралы улары"
Урок в тестовой форме проверяет знания учащихся по лексике, грамматике балкарского языка...
Мұқағали –поэзия патшасы. М. Мақатаев «Аққулар ұйықтағанда» поэмасы бойынша.
Сабақтың мақсаты: Сезіммен өлең өрген жыр парағы Мұқағали поэзиясына талдау жасау, ақын өлеңінің идеясын, мақсатын ұғын...
Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә яҡташ ғалим-ғалимәләребеҙҙең сығыштары, улар тураһында мәғлүмәт.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр. Халыҡ мәҡәле....
Башҡорт ырыуҙарының составы һәм дәреслектәрҙә уларҙың бирелеше (сағылышы).
Был эште яҙыр алдынанбик күп әҙәби сығанаҡтарҙы үҙләштерҙек һәм шундай һорауҙар тыуҙы. Беренсенән, башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан; икенсенән, ырыуҙар составы яғынан бик күп; ә ни өсөн дәүләт символдар...
- Мне нравится (1)