Баланы яратыу аша тәрбиәләү кәрәк
методическая разработка (8 класс)

Маҡсат: Әсәй менән бала мөнәсәбәтендә гармонияға булышлыҡ итеүсе аралашыу серҙәренә өйрәтеү

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл конспект15.95 КБ

Предварительный просмотр:

Балаңды ярат, шул саҡта ул һиңә көйөнөс түгел, ә һөйөнөс булыр

Япондар шундай тәжрибә үткәргән. Өс сынаяҡҡа дөгө һалып, өҫтөнә һыу ҡойғандар. Бер сынаяҡҡа гел яҡшы, яғымлы һүҙҙәр әйтеп торғандар, икенсеһенә, киреһенсә, әр һүҙҙәре, негатив тойғо белдергәндәр, өсөнсө сынаяҡты бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырғандар. Бер айҙан һуң тәүге сынаяҡтағы дөгөнөң шыта башлағанын күргәндәр. Икенсе сынаяҡтағы дөгө ҡарайып сыҡҡан, әммә уны ҡараһынан таҙартһалар, тере икәнлеге асыҡланған, уны киренән шыттыра башларға мөмкин булған. Ә бына өсөнсө сынаяҡтағы дөгөнөң сереүенә шаһит булғандар. Ошондай уҡ мөнәсәбәтте бала тәрбиәләүгә лә тиңләп ҡарағанда, әпәүләп-бәпләп, әрләп-тәнҡитләп тәрбиәләгән баланан шәхес килеп сығыуы, ә бына бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырылған баланың юҡҡа сығыуы асыҡланған.

Беҙ, әсәйҙәр, барыбыҙ ҙа балаларыбыҙҙы яратабыҙ, уларҙы бәпләп кенә тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән улар үҫә төшкәс, икләп кенә баланы һөйөп-иркәләүҙе кәметәбеҙ, унан инде бөтөнләй туҡтайбыҙ. “Һин хәҙер ҙур инде”, “Иркәләнеп ултырма”, “Эш менән бул” һәм башҡа төрлө һүҙҙәр менән баланы ҡапыл ҙурайтып ебәрәбеҙ, үҙебеҙ ҙә ошо уй-фекер менән килешәбеҙ һәм был турала ҡабаттан уйланмайбыҙ. Ә бала үҙ аллы тормош башлағансы, бала булып ҡалыуын беҙ уйлап та бирмәйбеҙ. Яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ сифаттарын тәрбиәләү һәйбәт, әлбиттә, әммә улар беҙҙең иғтибарға һәм һөйөүгә һәр ваҡыт мохтаж.

Беҙҙең халыҡта атай кеше – ул ғаилә тотҡаһы, мал табыусы, ғаиләне һаҡлаусы, яҡлаусы. Әсәй кеше ғаилә йылыһын һайлай, баланы сәңгелдәктән алып шәхес итеп тәрбиләүсе булып тора. Эйе, тап шәхес итеп тәрбиәләү бурысы тап беҙҙең иңдә ята. Ҡыҙ баламы, ир баламы – тәрбиә өлөшөндә әсә кешенең яуаплылығы ла, бурысы ла ҙур. Ир балалар атай менән бергә хеҙмәт тәрбиәһе алһа, уның тормошта үҙ аяғында ныҡлы баҫып шәхес тәрбиәләү барыбер ҙә әсәй кешегә ҡайтып ҡала. Характер балаға гендан һалынһа ла, яуаплылыҡ, үҙ-үҙенә ышаныс, ихтыяр көсө, намыҫ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек сифаттарҙы беҙ үҫетерергә тейешбеҙ. Бик һирәк кенә атайҙар улдары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә, ғәҙәттә, малайҙар бөтә эс-серҙәрен әсәйгә асылып барыусан. Сөнки, хис-тойғо кеүек эмоциональ сифаттар ҡатын-ҡыҙға хас, тимәк эске кисереште улар яҡшы аңлай, тоя, кәңәш бирә, ниндәй генә хәлдә лә сабырлыҡ һаҡлай, ҡыҙыу эш итмәй.

Ә инде ҡыҙҙарға килгәндә, әсәй кеше уның иң яҡын серҙәше, таянысы, хатта әхирәте була ала икән, был инде идеаль күренеш. Ҡыҙҙарығыҙға наҙығыҙҙы йәлләмәгеҙ. “Ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына” тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Эргәгеҙгә ултыртып арҡаһынан һөйөгөҙ, иркәләгеҙ, “мин һине яратам, Аллаһҡа рәхмәтлемен һинең кеүек матур, аҡыллы ҡыҙҙы миңә бүләк иткәнгә”, “Ярай, әле һин бар, минең ҡыуанысым, ярҙамсым”, тип яратыу һүҙҙәрен йәлләмәй әйтегеҙ. Бала үҙен яратҡандарын, кәрәкле икәнен тойоп үҫергә, теләһә ҡайһы ваҡытта һеҙгә мөрәжәғәт итә алыуын белергә тейеш. Бәлки, ул һеҙгә бер нисә тапҡыр уның тормошо өсөн мөһим әйбер тураһында һеҙгә әйтергә уҡталып та ҡуйғандыр, ә һеҙ уны иғтибарға алмағанһығыҙҙыр, йә ваҡыт юҡлығы менән үткәреп ебәргәнеһеҙҙер. Бына бындай осраҡта бала бер нисә тапҡыр ҡабатлап ҡарағандан һуң, һеҙҙең тарафтан иғтибар яулай алмаһа, ул йә үҙенә йомола, йә ҡаты холоҡлоға әүерелә, йә ситтән күңел йыуатыу йәки күңел бушлығын икенсе нәмә менән тултырыу юлдарын эҙләй башлай (был осраҡта инде ике яҡ өсөн дә күңелһеҙ хәл менән тамамланыуы ихтимал).

Ауылда эш бер ваҡытта ла бөтмәй. Шуға ла эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, балағыҙға айырым ваҡыт бүлегеҙ. Аҙнаһына, бик булмаһа, айына бер тапҡыр ғына булһа ла, балағыҙ менән ултырып һөйләшеп алығыҙ. Ниндәй пландары бар, ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй, ниндәй яңылыҡтары бар, ниндәй әйтер һүҙе, теләге бар. Ҡыҙығыҙ менән икәү генә берәй ергә ял итергә барып килегеҙ, шопинг эшләргә мөмкин, урманға сығып килегеҙ. Һәм бына бындай саҡтарҙа донъяуа мәшәҡәттәрҙе онотоп тороғоҙ. “Уй, оҙаҡ йөрөп ташланыҡ, һыйырҙар ҡайтҡандыр”, “ашарға бешерегә кәрәк” тигән кеүек өй эштәрен һөйләмәгеҙ. Тап ошондай саҡта улар һеҙгә асылыр, асылмаған хәлдә лә, ниндәй генә осраҡта ла, уны аңлар, кәңәш итер, ниндәй бар, шундай итер яратҡан, ҡабул иткән иң яҡын кешеһе – әсәһе барлығын тоясаҡ.

Әле уларҙың үҫмерлек осоро бара. Был ваҡытта бигерәк тә иғтибарлы булырға кәрәк. Беренсенән, улар физиологик, гормональ үҙгәрештәр кисерә. Егеттәрҙең тауыштары үҙгәрә, ҡыҙҙарҙа өлгөрөп етеү процесы тамамлана башлай. Был осраҡта улар, кәүҙәһендәге ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе, етешһеҙлек йәки йәмһеҙлек итеп ҡабул итеүҙәре мөмкин. Шуға ла һәр нәмәгә иғтибарлы булырға, уларҙың күңелен күтәреп ебәрергә, кәрәк икән ярҙам тәҡдим итергә кәрәк.

Икенсенән, улар мөхәббәт тигән төшөнсә менән яҡындан таныша башлай. Беҙ эмоциональ тойғолар  менән бер нисек тә идара итә алмайбыҙ. “Һиңә иртәрәк, берәүҙе лә яратмай тор”, тип әйтеп кенә уны был тойғонан азат итә алмайбыҙ. Бары тик уның хәленә инеп, ошо кисереште бала тормошона зыянһыҙ үткәрешеп ебәрергә ярҙам итә алабыҙ. Әгәр бала артыҡ шаян, осоп-ҡунып йөрөй, хыялға бирелеүсән булып китә икән, тимәк, ул ғашиҡ булған. Ә инде ул үҙенә йомола башланымы, һәр ваҡыт күңелһеҙ йөрөй, бер нәмәгә лә ҡыҙыҡһыныуы юҡ, тормоштан йәм тапмай икән, тимәк яуапһыҙ мөхәббәткә, йә яратҡан кешеһе менән айырылыуға дусар булған. Шуға ла, баланың һәр үҙгәрешенә иғтибарлы булығыҙ, ниндәй генә осраҡта ла, һеҙ уны аңлауығыҙҙы, ҡабул итеүегеҙҙе, ярҙам итеүегеҙҙе белдерегеҙ.

Шаштырмай ғына баланы яратһаҡ, икәү араһында ныҡлы ышаныслы еп булдырһаҡ, ул да беҙҙе тик яҡшы яҡтары менән генә һөйөндөрөр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий выпускного бала

Сценарий выпускного вечера в школе...

К "Осеннему балу"

В данном материале - стихотворение об осени, стихотворение об осеннем букете и четверостишие о поделке из природного материала "Жар-птица"...

Сценарий выпускного бала "ВЫПУСКНИК - 2011"

Сценарий выпускного вечера для девятиклассников в форме вручения премии "Оскар"...

Л.Н.Толстой "После бала"

Урок литературы. Мастер-класс. Цель урока: Выявить, при помощи  каких средств автор раскрывает главную мысль рассказа: каждый человек несет ответственность за все происходящее вокруг. Задач...

Урок-презентация. Л.Н. Толстой "После бала"

Презентация представляет собой набор иллюстраций и информационных сносок, касающихся биографии писателя и истории создания произведения "После бала"....

Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф

Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф...