Бөрйән балының уникаллеге тураһында хәбәрләмә
Вложение | Размер |
---|---|
Заметка | 16.66 КБ |
Бөрйән балы – башҡорт даны
Бөрйән балы “Башҡорт балы” бренды аҫтында Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй ҡулланыусыһына ла күптән билдәле. Бөрйән бал ҡортоноң уникаль тәбиғәт тереклеге икәне күптән иҫбатланған. Уларҙың төп үҙенсәлеге шунда - улар, бигерәк тә солоҡ бал ҡорттары, эшсәндәр һәм иртәселдәр: улар иртәнге сәғәт 5-тән үк эш башлап, оҙон көн буйы эш өҫтөндә була алалар. Шулай уҡ, 45-50 градусҡа тиклем һыуыҡҡа бирешмәүе тик был тоҡомға ғына хас сифат. Бөрйән бал ҡорттары һауа шарттарының ҡырҡа үҙгәреүенә һиҙгерҙәр. Улар бик агрессив һәм уҫал былыуына ҡарамаҫтан, ояларын көньяҡ тоҡомло бал ҡорттарынан һаҡлай алмауы үкенесле.
Бөгөн тәбиғәт байлығын сикһеҙ һәм мәңгелек тип уйлап күп яңылышлыҡтар эшләнгән кеүек, был ҡорт популяцияһы ла әрһеҙ һәм яуапһыҙ ҡарау арҡаһында юғалыу алдына баҫҡан. Йәй көндәре Бөрйәндең иҫ киткес хозур тәбиғәтенә сәйәхәт ҡылыусы туристар килеп тула. Балдың тәмен айыра ла белмәгән ҙә Бөрйән балын алып китергән теләй. Был ихтыяжды сит районда йәшәүсе умартасылар ҙа оҫта файҙалана, умарталарын тейәп Бөрйән еренә килеп ултыралар ҙа, үҙ татлы ризыҡтарын Бөрйән балы исеме аҫтында тәҡдим итәләр. “Үкенескә ҡаршы, Рәсәй закондары умартасыларҙың был ҡыланышын бер нисек тә сикләмәй. Умарталыҡтың документлы, ҡорттарҙың һау-сәләмәт һәм йоғошло ауырыуҙарҙан прививка эшләнеүе тураһында справка булыуы ғына төп шарт булып тора, - тип был турала үҙ фекерен белдерә Бөрйән умартасылар ойошмаһы етәксеһе Айытбай Дауытов. - Шулай итеп умартасы ниндәй ҙә тоҡомло ҡорттарын алып килеп ултырта. Улар, әлбиттә, урындағы ҡорттар менән ҡушыла, бутала башлайҙар. Инә ҡорт сит ҡорттан аталанды икән, бөтә умартала ҡан алмашына, ҡорттарҙың тәбиғәте лә, холҡо ла, йәшәү рәүеше лә үҙгәреш кисерә. Бындай буталған күс ҡапыл ғына урындағы климатҡа ла яраҡлаша алмай. Йә ниндәйҙер ауырыуҙарға бирешә, йә ҡышты сыға алмай туңа. Сөнки улар был яҡҡа яраҡлашмаған, ошо ерҙә йылдар ағымында эволюция үтмәгән”.
2011 йылдан алып районда эшләп килгән умартасылар ойошмаһының да төп маҡсаты бал ҡорто көтөү түгел, райондағы умартасыларҙы берләштереү, уларға төрлө аңлатыу эштәре алып барыу, ярҙам итеү, ҡорт үрсетеү өлкәһендә белемдәрен үҫтереү булып тора. Ошо йәһәттән 2019-2021 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыларын йәлеп итеп, умартасыларҙың белемен камиллаштырыу ойошторола һәм уларға белем һөҙөмтәләре буйынса курс үтеү тураһында сертификаттар тапшырыла. 2020 йылда иһә был өлкәгә яңы аяҡ баҫҡан умартасылар өсөн ҡортсолоҡтоң башланғыс нигеҙҙәре өйрәтелгән. Бөрйән район ветстанцияһы базаһында әүәлгесә бал ҡорттарының тоҡомон билдәләү һәм бонитировкалау, бал сифатын тикшереү һәм район биләмәһендә бал ҡорто ғаиләләренең эпизоотик торошон күҙәтеү буйынса лаборатория эшләй.
“Һуңғы биш йылда, 2017-2022 йылдар арауығында, районда шәхси хужалыҡта умартасылыҡты үҫтереүгә дәүләт тарафынан 5560540 һум аҡсалата ярҙам күрһәтелде, - тип белдерҙе “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Айгиз Юлай улы Шәрипов. – 2022 йыл, ағастарҙы ебәк күбәләге һәм япраҡ ҡорто баҫып алыуы арҡаһында, район умартасылары өсөн ауырға тура килүенә ҡарамаҫтан, беҙ умарталар һанын һаҡлап ҡала алдыҡ. Хәҙерге ваҡытта Бөрйән хужалыҡтарында 6582 баш умарта, шунан тыш солоҡ һәм түмәрҙә урынлашҡан 1057 бал ҡорттары ғаиләләре – йәмғеһе 7206 баш ғаилә иҫәпләнә. Район биләмәһендә 19 умарталыҡ, шул иҫәптән нуклеус паркы (аталаныу һәм йомортҡа һалыу ососронда ваҡытлыса хеҙмәтләндергән ҙур булмаған ғаилә) бар. 2022 йылда дөйөм алғанда 1506 центнер, һатыуға 922 центнер бал йыйып алынып, шуның 601 центнеры һатылған”.
Ҡортсолоҡто үҫтереү һәм урта рус тоҡомло бал ҡорттарының бөрйән популяцияһын һаҡлап ҡалыу, солоҡсолоҡ кәсебен популярлаштырыу һәм умартасыларға, агротуристик бизнесҡа булышлыҡ итеү маҡсатында йыл һайын районда “Бөрйән балы – башҡорт даны” исеме аҫтында халыҡ-ара этнофестиваль уҙғарыла. Былтыр 18 августа район үҙәге Иҫке Собханғолда “Бөрйән балы” бал йәрминкәһе үтте. Унда 20 хужалыҡ, шул иҫәптән 2 ойошма, 1 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 17 шәхси хужалыҡ, әүҙем ҡатнашты. Ҡулланыусыға тәҡдим ителгән 950 кг балдың 500 килограмы һатылған.
Шулай итеп, Бөрйән бал ҡорто ла тарихи селекция һөҙөмтәһе булып тора. Башҡортостандың иң билдәле тауар брендтарының береһе — башҡорт балы — тап ошо уникаль популяция менән бәйле. Бөрйән бал ҡорто — башҡорттарҙың мәҙәни мираҫының мөһим символы һәм айырылғыһыҙ өлөшө, милли ҡиммәтебеҙ. Башҡорт халҡы борондан солоҡсолоҡ шөғөлө менән дан тотҡан. Нисәмә быуаттар буйы, донъялар нисек кенә үҙгәрһә лә, ата-бабаларыбыҙ ҡортсолоҡ кәсебен беҙҙең быуынға еткерә алған. Башҡа халыҡтар һымаҡ уҡ, беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты юғалтмай һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ.
Гөлсинә Муллағолова,
Бөрйән районы Иҫке Монасип
урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
Д.С.Лихачёв. Письма о добром и прекрасном: МОЛОДОСТЬ – ВСЯ ЖИЗНЬ
Северное сияние
Прыжок (быль). Л.Н.Толстой
Ель
Загадка Бабы-Яги