Баланың яңы мөхиткә өйрәнеүҙә ата-әсәйҙең роле
методическая разработка (5 класс)

Маҡсат: башланғыс кластан урта класҡа күскәндәге адаптация осорон баһалау; проблемаларҙы хәл итеү юлдары һәм профилактика саралары

Бурыстар: адаптация осороноң психологик үҙенсәлектәре менән таныштырыу; яңы уҡыу шарттарына өйрәнеү осоронда ата-әсә роленең мөһимлеген еткереү.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл конспект17.38 КБ

Предварительный просмотр:

Баланың яңы мөхиткә өйрәнеүҙә ата-әсәнең роле

(5 класс)

Маҡсат: башланғыс кластан урта класҡа күскәндәге адаптация осорон баһалау; проблемаларҙы хәл итеү юлдары һәм профилактика саралары

Бурыстар: адаптация осороноң психологик үҙенсәлектәре менән таныштырыу; яңы уҡыу шарттарына өйрәнеү осоронда ата-әсә роленең мөһимлеген еткереү.

         Бына беҙҙең балалар, башланғыс класты тамамлап, урта класҡа күстеләр. Кластың яртыһы күрше ауылдан килеп, яңы мәктәптә, яңы мөхиттә белем ала башланы. Хәҙер улар өсөн барыһы ла яңы – мәктәп, уҡытыусылар, класташтар, дәрестәр. Улар өсөн тулыһынса яңы тормош башланды. Был тормоштоң ниндәй булыуы – был инде мәктәптәптән генә түгел, ә һеҙҙән дә торасаҡ.

Ошо яңы мөхиткә өйрәнеү осорон төрлө бала төрлөсә үткәрә, ҡайһылары беҙ инде хәҙер ҙурайҙыҡ, тип тиҙ генә уҡыу процесына инеп китәләр һәм был үҙгәреште еңел үткәрәләр. Ә кемдәрелер, киреһенсә, был үҙгәрештәрҙе ҡабул итә алмай, оҙайлы ваҡыт күнегеп китә алмай аҙапланалар. Шул сәбәпле уларҙың уҡыу һәләттәре түбәнәйә, улар тынғыһыҙға, тиҙ онотоусанға, тарҡауға әүрелә, хатта йоҡолары боҙолоуы һәм апетиттары юғалыуы ихтимал. Был аңлашыла ла, сөнки әлегә тиклем башланғыс класс уҡытыусыһының күрһәтмәһе, ярҙамы менән әҙергә өйрәнгән балалар бөгөн килеп, төрлө предмет уҡытыусыларына яраҡлашырға, һәр береһенең талаптарын үтәргә, яңы класташтар менән мөнәсәбәт булдырырға тура килә. Шул уҡ ваҡытта оло класс уҡыусылары менән дә уртаҡ тел табырға кәрәк. Былар барыһы ла баланы хәүефкә һала һәм ул тынысһыҙлыҡ кисерә.

Тәү ҡарауға был хәлдәр ҡатмарлылыҡ тыуҙырһа ла, бала өсөн уның ыңғай яҡтары ла бар.

Беренсенән, бала ошо алдында күп тойолған талаптарҙы үтәргә һәм уны ғәҙәти хәл итеп ҡабул итергә өйрәнә, шул арҡылы ул үҙаллы булып үҫеп китә.

Икенсенән, үҫмер төрлө кешеләр менән аралашырға өйрәнә.

Ошо адаптация мәле ваҡытында атай-әсәйҙәрҙең балаһына ҙур иғтибары талап ителә.

1.  Баланы мәктәпкә һәр ваҡыт күтәренке кәйеф менән оҙатып, йылмайып ҡаршы алығыҙ.

2. Ҡайтып ингәс тә, ниндәй оценка алдың тип түгел, ә хәлдәрең нисек тип һорашығыҙ. Уның мәктәп тормошо менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Ул һөйләгәндә бөтә эшегеҙҙе һалып, иғтибар менән тыңлағыҙ.

3. Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә тырышығыҙ. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.

4. Өйгә эштәрен эшләргә ярҙам итегеҙ, әммә үҙегеҙ эшләмәгеҙ. Уҡыу кеүек ауыр бер эш башҡарыусы балаға ярҙам иткәндә уның иркен сикләмәгеҙ, киреһенсә, үҙ-үҙен иркен тоторға булышлыҡ итегеҙ, тыймағыҙ, киреһенсә, хуплағыҙ, үҙегеҙ теләгәнсә бөкмәгеҙ, ә турайып баҫып үҙ юлын табырға ярҙам итегеҙ. Уҡыуҙы ыҙаға әйләндермәгеҙ.

5. Бала сәбәпһеҙгә илай, мыжый, йә агрессия күрһәтә икән – сабыр булығыҙ, уны бының өсөн әрләмәгеҙ. Былар барыһы ла психиканың һаҡланыу реакцияһы һәм ул әкренләп үтәсәк.

6. Әгәр ҙә ниндәйҙер проблема күрһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай, класс етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙы бергәләп хәл итергә тырышығыҙ.

7. Баланы бер ваҡытта ла икенсе бала менән сағыштырмағыҙ. Ул айырым шәхес, ул кемгәлер оҡшарға тейеш түгел, ул бары тик үҙе генә булып ҡалһын. Уны кисәге һәм бөгөнгө уңыштары менән сағыштырыу ғына урынлы була ала.

7. Балаға бер ваҡытта ла ҡысҡырмағыҙ, инәлмәгеҙ, кәмһетмәгеҙ, насар һүҙҙәр менән күңелен яраламағыҙ.

8. Пунктуаль булығыҙ, балағыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ: мәктәпкә һуңламаһын, унан ваҡытында ҡайтһын.

9. Гигиена талаптарын үтәргә өйрәтегеҙ, кесе йәштән сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгеҙ. Ғаилә менән көн дә иртән күнегеүҙәр яһау, тәбиғәттә ял итеүҙе яҡшы традицияға әйләндерегеҙ.

10. Баланы хеҙмәт аша тәрбиәләгеҙ. Эш һөйөүсәнлек баланың физик яҡтан нығытыу  менән берлектә, рухи яҡтан үҫтерә, тәртипкә өйрәтә. Эш башҡарғандан һуң баланың күңелен үҫтереп, хуплап ҡуйырға онотмағыҙ.

Һүҙемде йомғаҡлап бер аҡыл эйәһенең хикәйәһе менән тамамлайым.

Борон бер ҡалала аҡыл эйәһе йәшәгән һәм барыһы ла уға төрлө һорауҙар менән килеп, аҡыллы кәңәштәр алып ҡайтыр булған. Шулай бер ваҡыт бер кеше был аҡыл эйәһен хәйләләмәксе булған. Усына күбәләкте һалып ипләп кенә йомған да, аҡыл эйәһенә киткән. “Усымдағы күбәләк тереме, әллә үлеме?” тип һорамаҡсы булған. Әгәр аҡыл эйәһе тере тип әйтһә, усымды нығыраҡ йомоп, күбәләкте һытырмын да, бына үле, тип әйтермен тигән. Ә инде, үле тип әйтә ҡалһа, усымды асырмын да, күбәләк осоп китер, тип уйлаған ул. Аҡыл эйәһенә килгән дә, уйындағы хәйләһен әйткән: “Йә, аҡыл эйәһе, һин бит барыһын да беләһең, әйт әле, минең ҡулымдағы күбәләк тереме, әллә үлеме?” Аҡыл эйәһе уйлап торған да былай тип әйткән: “барыһы ла һинең ҡулыңда”.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Особенности композиции и её роль в раскрытии идейного содержания рассказа Л.Н.Толстого «После бала».

Урок в восьмом классе, итоговый по рассказу Л.Н.Толстого "После бала"....

Халык педагогикасының бала тәрбияләүдәге роле.

                    Халык педагогикасының бала тәрбияләүдәге роле....

Доклад: “Бала тәрбияләүдә әтиләрнең роле” Укытучы:Юнысов Х. М.

Ата-аналар сизәдер дип уйлыйм: гаиләдә бала тәрбияләү эше һаман катлаулана бара. Моның сәбәбе күптөрле, әлбәттә. Балалар хәзер күбрәк күрәләр, күбрәк ишетәләр, күбрәк фикер йөртәләр. Ә ат...

Методическая разработка урока литературы в 8 классе на тему "Роль композиции в понимании идейного содержания рассказа Л.Толстого "После бала""

Данный материал представляет собой разработку урока ,который сопровождается презентацией , комментирующей основные этапы работы и содержащий иллюстрации к произведению.В качестве домашнего задания обу...

Бала тәрбияләүдә гаиләнең роле

Баланың  акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары, тирә- юньгә мөнәсәбәте, барыннан да элек, гаиләдә формалаша....

Ризаэтдин Фәхретдин хезмәтләренең бала тәрбияләүдәге роле

Ризаэтдин Фәхретдин укуларында ата- аналар белән оештырылган кереш әңгәмә...

Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф

Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф...