Сценарий трактор һәйкәлен асыу
методическая разработка
Предварительный просмотр:
Иҫке Монасип урта мәктәбенең
трактор һәйкәлен асыу тантанаһына арналған сценарий
1-се алып барыусы:
Хәйерле көн, хөрмәтле Айнур Илгиз улы, Айҙар Зәйләғе улы, Салауат Мөбәрәк улы, уҡытыусылар, ауылыбыҙ уңғандары – хеҙмәт юлын тракторсы һөнәренә бағышлаған ағайҙар-апалар!
2-се алып барыусы:
Беҙ бөгөн тракторсы һөнәренә ихтирам күрһәтеп, “Ҡыҙыл таң” колхозының ялан батырҙарын ололау, ауылыбыҙҙың йөҙөн күркәмләндереү, зауыҡландырыу маҡсатынан һәм киләсәк быуынға тарихи ҡомартҡы булараҡ тракторҙы һәйкәл итеп ултыртыуға өлгәштек.
1-се алып барыусы:
Әле постаментта ултырған ДТ-20 Харьков заводында 1958 йылдан 1969 йылға тиклем етештерелә.
Иҫке Монасипҡа 1930 йылдар аҙағында тимер тәгәрмәсле СХТЗ-15/30 маркалы трактор килә, унда Сөләймән Ғәззәле улы һәм Ғәйнихаят Моталлап ҡыҙы Муллағоловтар тәүге тракторсылар булып эш башлай. 1940 йылдарҙа ауылға килгән сылбырлы тәгәрмәсле (гусеницалы) С-60 «Сталинец» маркалы ауыр тракторҙарҙа Нурмөхәмәт һәм Ниәтша Муллағоловтар йөрөй. Мәктәптең ДТ-74 тракторында 1970 йылдарҙа "Почет билдәһе" ордены кавалеры Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы тәүгеләрҙән булып эш башлай. Унан һуң Муллағолов Әмир Шәрәфулла улы яңы ДТ-75 маркалы тракторҙа оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыға. 1980 йылдарҙан трактор буйынса индерелгән дәрестәрҙе Бикмәтов Вилдан Кәшәф улы, Ғиззәтуллин Рәис Мөҙәрис улы уҡыта.
2-се алып барыусы:
Беҙҙең ауылда бөтәһе 69 тракторсы сыҡҡан. Бына улар:
Аллабирҙин Ринат Мотаһар улы
Аллабирҙин Рәил Мотаһар улы
Атауллин Фәрит Миҙәхәт улы
Баймырҙин Айтуған Рафаил улы
Бикмәтов Азамат Рәжәп улы
Бикмәтов Рәжәп Динмөхәмәт улы
Бикмәтов Рәүхәт Нәжмитдин улы
Бикмәтов Хәлит Мәжит улы
Буранбаев Хәлил Әхмәтгәрәй улы
Буранов Вәхит Мөжәһитдин улы
Буранов Илһам Шамил улы
Буранов Кәбир Әбдрәшит улы
Буранов Фәнил Мөжәһитдин улы
Буранов Фәнис Мөжәһитдин улы
Буранов Шамил Садыҡ улы
Буранов Әхәт Халиҡ улы
Буранов Әлхәм Халиҡ улы
Вәлиев Зәкир Шәмсетдин улы
Вәлиев Зәки Шәмсетдин улы
Вәлиев Рәүф Вара улы
Ғазин Динислам Исламғол улы
Ғиззәтуллин Рәис Мөҙәрис улы
Йомағолов Азамат Фәтхетдин улы
Йомағолов Ғәзим Юнир улы
Йомағолов Юнир Фәсхетдин улы
Көнәфин Әбделхәй Хисаметдин улы
Көнәфин Илһам Шәмсетдин улы
Көнәфин Риф Мостафа улы
Көнәфин Ринат Рауил улы
Көнәфин Самат Рауил улы
Көнәфин Рәис Мостафа улы
Көнәфин Рәсүл Мостафа улы
Көнәфин Йәҙгәр Рәсүл улы
Көнәфин Наил Хисаметдин улы
Көнәфин Фәнил Фәрит улы
Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы
Көнәфин Шәмсетдин Сиражитдин улы
Көнәфин Әмин Миҙәхәт улы
Көҫәпҡолов Зөфәр Мөхәмәтулла улы
Ҡарағолов Мозафар Дәүләтҡол улы
Маликов Йәҙгәр Хәйҙәр улы
Муллағолов Азат Сөләймән улы
Муллағолов Айҙар Әнүәр улы
Муллағолов Айса Фитрат улы
Муллағолов Данияр Әнүәр улы
Муллағолов Зәбир Әмир улы
Муллағолов Зиннур Әмир улы
Муллағолов Ниәтша Нәҙерша улы
Муллағолов Нурмөхәмәт Баймөхәмәт улы
Муллағолов Сөләймән Ғәззәле улы
Муллағолов Әнүәр Шәрәфулла улы
Муллағолов Әкрәм Нәҙерша улы
Муллағолов Әҡсән Әкрәм улы
Муллағолов Әмир Шәрәфулла улы
Муллағолова Ғәйнихаят Моталлап ҡыҙы
Мырҙағолов Әхмәт Сәләхетдин улы
Мырҙағолов Урал Әхмәт улы
Сәғитов Мәүлит Әхмәтшәриф улы
Үтәбаев Йәноҙаҡ Кирамитдин улы
Хәлитов Ғәле Рәжәп улы
Хәлитов Мансур Шәрәфулла улы
Хисмәтуллин Ғәфүр Мансур улы
Хисмәтуллин Илшат Ғәфүр улы
Әмирханов Айрат Фәтих улы улы
Әмирханов Булат Мөхәмәтдин улы
Әмирханов Фәнил Фәтих улы
Әйүпов Сәғит Нуритдин улы
Әйүпов Әхмәт Нурғәле улы
Юлдашев Әшрәф Зөлфәр улы
Иҫке Монасип ауылынан сыҡҡан тракторсыларыбыҙға, механизаторҙарыбыҙға хөрмәт һәм дан!
Был йырыбыҙ һеҙгә бағышлана, хөрмәтле ялан батырҙары!
(Йыр. “Ялан батыры”)
1-се алып барыусы:
Әлеге трактор ошондай төҙөк һәм күркәм итеп постаментҡа мендереп ултырҡансы, бик күп көс һәм тырышлыҡ талап ителде. Уны Силәбе өлкәһенән директорыбыҙ Данил Камил улы йүнләп алып ҡайтҡандан һуң, оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәребеҙ Вәлиев Ғәзинур Зәкир улы реставрация эшләп үҙ хәленә ҡайтарһа, ә Ишемғужин Гәрәй Рәхимйән улы, Муллағолов Ғәзим Хәкимйән улы, Рәхмәтуллин Сынбулат Дәүләтбай улы, Көнәфин Юлдаш Ғәфүр улы буяп, матурлап яңыса йөҙ бирҙе.
2-се алып барыусы:
Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, бөгөнгө заманда сығымдар талап итә. Ошо тракторҙы ла алып ҡайтып, сафҡа индереүҙә ауылыбыҙ киләсәгенә битараф булмаған эшҡыуарҙар Көнәфин Фәһим Фәрит улы һәм Көҫәпҡолов Зөфәр Мәхәмәтулла улы ҙур ярҙам күрһәттеләр.
1-се алып барыусы:
Һүҙҙе ошо тарихи ҡомартҡыны йүнләп ултыртыуҙы ойошторған мәктәбебеҙ директоры Ҡотлобаев Данил Камил улын тапшырайыҡ.
(Бейеү “Тракторсылар”)
2-се алып барыусы:
Һеҙҙең өсөн “Тракторсылар” бейеүе. Башҡаралар – Көнәфин Фәнзил, Йыһануров Исмәғил, Ҡотлобаев Динир
1-се алып барыусы:
Ә хәҙер һүҙҙе район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Айҙар Зәйләғе улы Ҡолһаринға тапшырабыҙ. Рәхим итегеҙ!
2-се алып барыусы:
Ҙур рәхмәт! Һүҙҙе мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфитдиновҡа бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.
1-се алып барыусы:
Ҙур рәхмәт! Бөгөнгө тантана уңайынан килгән Бөрйән районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторы Салауат Мөбәрәк улы Ишморатовҡа бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.
2-се алып барыусы:
Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ “Таң” гәзите корреспонденты Уразаева Айгүзәл Камил ҡыҙына тапшырыла. Рәхим итегеҙ.
1-се алып барыусы:
Ә хәҙер һүҙҙе мәктәбебеҙҙең тәүге тракторисы, "Почет билдәһе" ордены кавалеры Көнәфин Фәрит Хисаметдин улына бирәйек. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! Һүҙ һеҙгә.
2-се алып барыусы:
Бына тантаналы минуттар - тарихи ҡомартҡы булған – ДТ-20 тракторын һәйкәл булараҡ асыу мәле лә етте. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле Айҙар Зәйләғе улы, Айнур Илгиз улы, Данил Камил улы, Фәрит Хисаметдин улы!
1-се алып барыусы:
Тракторға һәйкәл асыҡ тип иғлан ителә. Ошоноң менән һәйкәл асыу тантанаһы тамам. Беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға килгән барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Һеҙгә иҫәнлек һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләп хушлашабыҙ.
(Тантана тамам)
Сценарий авторы: Ҡотлобаева Динара Ишбулат ҡыҙы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Адаптированная программа по технологии "ТРАКТОР и сельхозмашины"
Адаптированная программа предназначена для обучения технологии в 9-11 непрофильных классах средней общеобразовательной школы....
ТЕСТ: "Трактора и автомобили"
Данный тест разработан для дифференцированной проверки знаний учащихся по теме "Тракторы и автомобили"...
Дисциплина ОП-07 « Основы устройства тракторов и автомобилей»Тема «Изучение системы охлаждения двигателей»
Создать условия для изучения и осмысления блока учебной информации по изучению системы охлаждения двигателей, применения знаний и способов в лабораторных условиях....
"Ведущий мост гусеничного трактора"
Презентация предназначена для студентов 1 и 2 курсов техникумов. Использованы материалы из учебного пособия Родичева В. А. В этой презентации представлен порядок проведения урока предмета Тракто...
план урока по практическому вождению трактора МТЗ 80 Упражнение № 1
Упражнения в правильной посадке тракториста в кабине пользования рабочими органами и педалями изучение контрольно – измерительных приборов трактора МТЗ-80...
План урока по практическому вождению трактора ДТ 75. Упражнение № 1
Упражнения в правильной посадке тракториста в кабине пользования рабочими органами и педалями изучение контрольно – измерительных приборов трактора ДТ 75...
Конспект открытого занятия «Выполнение упражнений по вождению трактора по прямой, с поворотом налево, направо до достижения уверенности в приемах пользования органами управления трактора»
Дополнительное образование. Разработка занятия для старшеклассников, посещающих занятия в д/о "Тракторист"....