Әсәйҙәргә арналған бер шәлкем шиғырҙар
Вложение | Размер |
---|---|
шиғырҙар | 15.51 КБ |
Ил йөҙөндә иң матуры –
ул беҙҙең әсәй.
Ил йөҙөндә иң матуры –
Ул беҙҙең әсәй.
Ер йөҙөндә иң яҡшыһы
Ул беҙҙең әсәй.
Айҙай нурлы, көләс йөҙлө
Минең әсәйем.
Уның кеүек матур әсәй
Булырға мин теләйем.
Сәғитова Айзания, 7-се класс уҡыусыһы
*** *** *** *** ***
Әсә ҡулдары –
Иң наҙлы ҡулдар.
Әсә һүҙҙәре –
Иң наҙлы һүҙҙәр.
Тик әсәйҙәр генә
Иң яҡшы серҙәр.
Ғәлина Гөлсөм, 7-се класс уҡыусыһы
Әсәйем – ҡәҙерлем
Әсәйҙән ҡәҙерлерәк
Тағы кем бар донъяла?
Әсәй тормош бүләк итә
Ерҙәге һәр балаға.
Ер шарында һәр әсәгә
Бәхет, һаулыҡ теләйем.
Уларһыҙ был тормоштоң
Бер йәмен дә күрмәйем.
Әмирханов Илгизәр, 7-се класс уҡыусыһы
*** *** *** *** ***
Теләк-доғаларын уҡып
Беҙҙе һәр саҡ оҙатып ҡала.
Тәмле аштар менән әсәй
Һәр ваҡыт ҡаршы ала.
Вәлиева Әҙилә, 7-се класс уҡыусыһы
Ҡәҙерләйек әсәйҙәрҙе
“Әсәй” тигән изге һүҙҙе
Әйтер кешебеҙ булһын.
Донъя имен, тормош тыныс,
Балалар бәхетле булһын.
Әсәйҙәрҙең күҙ ҡарашы
Ҡояштан да нурлыраҡ,
Улар бешергән аштар
Тәмлекәстән татлыраҡ.
Ҡәҙерләйек әсәйҙәрҙе
Улар иң ғәзиз кеше.
Улар булғанда беҙҙә
Бөтмәҫ балалыҡ хисе.
Әбсәләмов Артур, 7-се класс уҡыусыһы
Әсәкәйем, берҙән-берем!
Ҡарайым да һоҡланамын
Әсәйемдең нурлы йөҙөнә.
Яҡты, йылы, сабыр ҡарашы
Сағылалыр уның күҙендә.
Ниндәй эшкә тотонһа ла,
Уңған, өлгөр уның ҡулдары.
Бәхет, шатлыҡ менән тулһын
Яҡынымдың алда юлдары.
Әсәкәйем, берҙән-берем!
Байрам менән ҡотлайым!
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Яманлыҡтан юғалһын,
Донъя һиңә йылмайһын!
Көнәфина Азалия, 7-се класс уҡыусыһы
Иҫке Монасип мәктәбе - 2023
Три коробки с орехами
5 зимних аудиосказок
Фокус-покус! Раз, два,три!
Сказка про Серого Зайку
Два морехода