БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕН ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК НИГЕҘҘӘ ОЙОШТОРОУ
статья на тему

Шарафутдинова Айгуль Сабирьяновна

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен  лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу

Скачать:


Предварительный просмотр:

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕН  ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК НИГЕҘҘӘ ОЙОШТОРОУ

                                                        

Халыҡ һәм тел -  айырылғыһыҙ булған төшөнсәләр.  Һәр халыҡ  бүтәндәрҙән үҙенең ҡабатланмаҫ моңо, тормош ҡанундары, йәшәү рәүеше, һәм, әлбиттә, милләттең үҙенсәлеген сағылдырған теле менән айырыла. Телдең тәбиғәтен аңламай тороп, уны өйрәнеп булмай. Ә телдәр тәбиғәте урын-ер тәбиғәтенә яраҡлашып формалаша һәм халыҡтың милли тәбиғәтен сағылдыра.

Башҡорт теле- моңло, яғымлы тел. Һуҙыбыраҡ, көйләберәк, йомшаҡ итеп һөйләнелә. Башҡорттар киң далаларҙа, иркен ҡырҙарҙа, мөһабәт тауҙарҙа йәшәгәнгә шулайҙыр. Тәбиғәтебеҙ шулай бит.

Телдәр тәбиғәте  урын-ер тәбиғәтенә яраҡлашып формалашһа, халыҡтар ҙа үҙ тәбиғи ерлегендә, үҙ тупрағында ярала, үҫә. Башҡортостаныбыҙ- йөҙҙән артыҡ милләт вәкиленә тыуған ер, торған ер. Һәр милләт үҙенең телен, ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен үҫтереү өсөн  тиң хоҡуҡлы.

Милли үҙаңы булған, халҡының менталитетын үҙенә алған, туған телен яратҡан, уның менән ғорурлана белгән, телгә һәм халыҡҡа тоғролоҡло ижади шәхес тәрбиәләү, һис шикһеҙ, туған тел дәрестәренән башлана.

Мәғәриф өлкәһендә барған бөгөнгө үҙгәрештәр уҡытыу һәм тәрбиә эшен  этнолингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороуҙы төп йүнәлеш итеп билдәләү кәрәклеген асыҡланы. Бындай йүнәлештең асылында баланы туған телендә матур итеп һөйләй, уҡый, яҙа, шул уҡ ваҡытта үҙ халҡының мәҙәниәтен, тарихын белеүсе, милли һәм донъяуи культураны үҙләштергән юғары интеллектлы, белемле, талантлы, аңлы шәхес итеп тәрбиәләү маҡсаты ята.  Был эш дөйөм белем биреү һәм тәрбиә эшен ойоштороу йөкмәткеһенә тығыҙ үрелеп барырға тейеш. Төп өйрәнеү обьекттары булып - “ Тел ”,  “ Халыҡ”,  «Мәҙәниәт»  һәм  уларҙың бер- береһенә бәйләнешле булыуы тора. Телде халыҡтың рухи һәм мәҙәни хазинаһы икәнен аңлатыу мөһим. Түбәндәге принциптар барыбыҙ өсөн дә уртаҡ булырға тейеш:

    - башҡорт теле- башҡорт халҡының коды, башҡорт культураһына инеү сараһы;

   - башҡорт телендә Башҡортостандың, башҡорт халҡының тарихы, менталитеты, мәҙәниәте сағыла;

   -  башҡорт  халҡы, теле һәм мәҙәниәте берҙәмлеген, уларҙың  үҙ-ара бәйләнешен өйрәнеү –донъяуи культураны үҙләштереү сараһы.

 Башҡорт теле башҡа телдәр кеүек үк төҙөк , бер бөтөн система булараҡ, үҙенең һүҙлек байлығында, фразеологияһында башҡорт халҡының тарихи тәжрибәһен нығыта,  уның эске донъяһын сағылдыра, менталитетының үҙенсәлеген күрһәтә, мәҙәни  традицияларының берлеген, күсәгилешлелеген тәьмин итә.  Шуға ла туған телебеҙҙе халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә үҙләштереү мотлаҡ.

 Телде өйрәнеүгә ылыҡтырыусы көслө педагогик һәм методик алымдарҙы булдырыу -  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының актуаль проблемаһы. Уҡыусыларыбыҙ фән нигеҙҙәрен, ҡоро грамматик формаларҙы өйрәнеү менән генә сикләнмәһен ул. Был күңелһеҙ,  ялҡытҡыс бер нәмәгә әйләнеүе ихтимал. Дәрес материалын үҙләштереү үрҙә һаналып киткән төшөнсәләр менән бәйле алып барылһа, бындай  мәғлүмәттәрҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренән эҙләтеп табырға, тәртипкә һалырға, уйландырырға ҡушылһа – уҡытыу процесыбыҙ күпкә отошлораҡ буласаҡ.

 Дәреслектәребеҙҙең авторҙары халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған бай мәғлүмәтле бик күп текстар, художестволы әҫәрҙәр, халыҡ ижады үрнәктәрен тәҡдим иткәндәр. Улар аша  уҡыусыларыбыҙҙың күңеленә күпме рухи аҙыҡ һалып була! Дәрестәребеҙҙә мәҙәниәтебеҙҙе күрһәткән төп күрһәткестәргә -  телдәге һүҙҙәргә, фразеологизмдарға, афоризмдарға (  мәҡәлдәр, әйтемдәр) ҡарата  тарихи белешмәләр биреү иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән эштәр генә уҡыусыларҙың лингвокультурологик компетенцияһын формалаштыра ала.

 Баланы дөрөҫ яҙырға, уҡырға өйрәтеү, матур, төҙөк һөйләмдәр, текстар ҡулланырға өйрәтеү, һүҙ байлығын арттырыу эше бер генә этаптан (баҫҡыстан) торорға тейеш түгел, тигән фекерҙе әйтә тел ғалимы Л.Г.Саяхова.  Ошо фекер менән тулыһынса килешәм. Башта һүҙҙәрҙе темаларға төркөмләү,  күреп-танышыу, яҙыу, өҫтәлмә эштәр ҙә булырға тейеш . Уларҙы тарихи,  психологик күҙлектән сығып аңлатыу, грамматик яҡтан төрлөсә тикшереү,  һ.б.  кәрәк.

 Ошоларға таянып, мин үҙемдең эшмәкәрлегемдә лингвокульторологик  комментарий биреү, йәғни аңлатма эшен күҙ уңынан бер ваҡытта ла сығармаҫҡа тырышам.   Бәләкәй генә бер миҫал:  халҡыбыҙҙың ижады-  әкиәттәр  бер баланы ла  битараф ҡалдырмай,  тәрбиәүи көсө хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.   5-се класта   “Ҡамыр батыр ” әкиәтен өйрәнәбеҙ.    ” Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың көнкүрештәре бик ауыр булған. Бабай иртәнән кискәсә бай алдында бил бөккән, һалабаш сереткән,  йүкә ишкән, септә һуҡҡан, балыҡҡа йөрөгән;  әбей еп иләгән, йөн теткән, бай ҡыҙҙарына кейеҙ итек теккән...“. Ошо урында  халҡыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүреше:  шөғөлдәре, кәсептәре хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ. Күп кенә һүҙҙәргә аңлатма эшен ойоштороу кәрәк була,  һүҙлеккә лә мөрәжәғәт итәбеҙ. Артабан әкиәттән айырым ғына һүҙҙәрҙе  төркөмләп  бүлеп сығабыҙ.  “  Көнкүреш әйберҙәре “( сәңгелдәк, һандыҡ, урындыҡ, кейеҙ,..),  “Һауыт- һаба  “ ( еҙ самауыр, балғалаҡ, сүлмәк, ....),  “ Йылҡысылыҡ,  кәрәкле әйберҙәре «  (тай, толпар,  арғымаҡ, ҡонан, ҡойошҡан,  йүгән,  ҡамсы ),  һ.б.   Башҡорт донъяһын сағылдырған  картина килеп баҫа.

 «...Ул  (дейеү  батша) бөтә ырыуҙы ҡырып китте...”   Билдәле,  халҡыбыҙ халыҡ булып ойошҡансы, ырыу-ырыу булып йәшәгән.  Ошонда ырыуҙар тарихы хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреп китеү ҡамасауламаясаҡ.  Ырыу атрибуттары,   йолалары иҫкә төшөрөлә.

Халҡыбыҙҙың йылдар дауамында азатлыҡҡа, иреккә ынтылыуы, көрәшеүе  әкиәттә лә сағылыш тапҡан икәнлеген батырҙар образдары аша аңлатырға була:  яуыз көстәр алдында лайыҡлы һынау тотоу, көрәшкә сығыу....

Һандарҙың көсөнә ышаныу, уларҙы изге күреү бар беҙҙең халыҡта. Әкиәттә 3, 7  һаны менән бәйле урындарҙы эҙләп табабыҙ    3көнлөк юл,  3 төн уянмай йоҡлау,    көрәштең  3 көн,  3 төн барыуы;    7 диңгеҙ артында ...  

Һығымта:  халҡыбыҙ тураһында киң мәғлүмәт  биреүсе ауыҙ-тел ижады -  халҡыбыҙ тормошо хаҡында бай мәғлүмәттәр сығанағы.

Башҡорт халҡының үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен ысынбарлыҡта оҫта итеп сағылдырыусы төрлө ваҡытта ижад иткән бик күп кенә яҙыусыларыбыҙ бар. Уларҙың әҫәрҙәрендә хәл-ваҡиғалар барған осорҙоң лингвокультурологик ситуацияларын билдәләп була. Мәҫәлән, Һәҙиә Дәүләтшинаның бөйөк “Ырғыҙ» романын алайыҡ. Ғөмүмән, был әҫәрҙе башҡорт тормошон һүрәтләгән энциклопедия тип атап була. Бушҡа ғына Л.Соболев был әҫәргә ҡарата юғары баһа һүҙҙәрен үҙ ваҡытында трибунанан әйтмәгәндер.

Халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәрендә, фразеологик берәмектәрендә, афоризмдарында, ҡанатлы һүҙҙәрендә башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, йолалары, йәшәү рәүеше, милли һыҙаттары, тарихи факттары сағыла. Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың күңел һандығында ҡанатлы бер һүҙ бар - “ Әндрәй ҡаҙнаһы». « Миндә Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ, бары ла еткән,”  тип әйтеүҙәрен  һәр кем ишеткәне барҙыр. Был һүҙ Петр Беренсе заманынан билдәле.  18   быуат башында оҙаҡ барған Төньяҡ һуғышы мәлендә илгә күп аҡса кәрәк булғас, Башҡортостанға өҫтәмә яңы һалымдар уйлап сығарыусы Андрей Жихарев тигән кеше килә. Ул башҡорттарға ошоға тиклем ата-бабаларыбыҙ белмәгән  72 (!) төрлө яңы һалымдар уйлап сығара. Халыҡтың ауыр тормошоноң, көрәшенең шаһиты булараҡ,  был һүҙ уның күңелендә бер ҡомартҡы булып һаҡлана.

Фразеологик берәмектәр ҙә күпте һөйләй. Мәҫәлән, ир ҡорона инеү- үҫеп етеп балиғ булыу(ир-атҡа ҡарата ҡулланыла). Был берәмек борон боронғораҡ дәүерҙәге башҡорт йәмғиәтендәге мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра. Ир-ат, ниндәйҙер йәшкә еткәс, ҡорға алынып, тормоштағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер, халыҡ эшенә йәлеп ителер булған.

Был һанап кителенгән төшөнсәләр башҡорт теленә өйрәтеүҙә лингвокультурологик концепцияның асылын аңларға булышлыҡ итә, уның методик принциптарын тормошҡа ашырыуҙа төп ярҙамсы булып тора.

Башҡорт телен, әҙәбиәтен уҡытыуҙы лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу бөтә йәһәттән дә  уңайлы, тип иҫәпләйем. Сөнки башҡорт мәҙәниәтен, тарихын  өйрәнеүгә бирелгән дәрестәрҙе ҡыҫҡартыу кеүек бөгөнгө көндәге  күңелһеҙ күренештәр булғанда, уҡыусылар өсөн  өҫтәлмә мәғлүмәттәр алыу сараһы ла ул был йүнәлеш.

Ата- бабаларыбыҙ ҙур хазина итеп ҡалдырған туған телебеҙ халҡыбыҙҙың матур сифаттарын, азатлыҡҡа ынтылышын,  тәбиғәтенең гүзәллеген, йырҙарының моңон, йәшәү йәмен, рәүешен сағылдыра икән, ошоларҙы уҡыусы күңеленә еткереү үҙебеҙҙән тора. Тел, халыҡ, еребеҙ яҙмышы  тик беҙҙең ҡулда.

                                  

Ҡулланылған  әҙәбиәт.

 1. Баһауетдинова М.И.  Белем һәм тәрбиә биреүҙең этнолингвокультурологик нигеҙҙәре.- “ Башҡортостан уҡытыусыһы ” , 2006,  №5.

 2. Тикеев  Д.С.  Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре.-  “  Башҡортостан уҡытыусыһы” ,  1999, №9.

 3.  Саяхова Л.Г. Лингвокультурологическая концепция обучения русскому языку.- Уфа, 2006. стр.16-27.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү.

Хәйерле көн, хөрмәтле жюри ағзалары! Мин Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы Дим районының сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. “Коммуникатив компетенция...

ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛ. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресен фәнни-ғәмәли формала ойоштороу

Тормош һабаҡтары(Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте)Тема: Бөйөк еңеүгә __ йыл Дәрес материалы: уҡыусыларҙың фәнни-практик конференцияға әҙерләгән сығыштары һәм тематик докладтары.Маҡсат: ҫ) «...

Дистанцион уҡытыу шарттарында башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу.

2019  йыл -  кешелек донъяһы өсөн  һынау йылы булды. Короновирус ауырыуының таралыуы арҡаһында тыуған эпидемия  бер кешене лә урап үтмәне. Беҙҙең республикала апрель-май айҙарында ...