ТҮҢӘРӘК ӨҪТӘЛ. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресен фәнни-ғәмәли формала ойоштороу
план-конспект занятия по краеведению (6 класс)

Истамғәлин Илгиз Наил улы

Тормош һабаҡтары

(Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте)

Тема: Бөйөк еңеүгә __ йыл

 

Дәрес материалы: уҡыусыларҙың фәнни-практик конференцияға әҙерләгән сығыштары һәм тематик докладтары.

Маҡсат: ҫ) «Бөйөк еңеүгә __ йыл» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә-дәрес ойоштороу;

ө) Башланғыс синыф уҡыусыларын фәнни-практик конференцияла ҡатнашырға психологик яҡтан әҙерләү;

һ) Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемдәрен нығытыу, өҫтәлмә белем биреү, һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

ҙ) Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, телмәр байытыу.

Йыһазландырыу: Т.Т. Кусимов, М.М. Шайморатов, А. Матросов (Ш. Мөхәмәтйәнов), М. Ғөбәйҙуллин, М. Гәрәевтарҙың портреттары, Бөйөк Ватан һуғышына арналған китаптар күргәҙмәһе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon konspekt_uroka_kb.doc45.5 КБ
Microsoft Office document icon programma_kruglogo_stola.doc39.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тормош һабаҡтары

(Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте)

Тема: Бөйөк еңеүгә __ йыл

Дәрес материалы: уҡыусыларҙың фәнни-практик конференцияға әҙерләгән сығыштары һәм тематик докладтары.

Маҡсат: ҫ) «Бөйөк еңеүгә __ йыл» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә-дәрес ойоштороу;

ө) Башланғыс синыф уҡыусыларын фәнни-практик конференцияла ҡатнашырға психологик яҡтан әҙерләү;

һ) Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемдәрен нығытыу, өҫтәлмә белем биреү, һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

ҙ) Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, телмәр байытыу.

Йыһазландырыу: Т.Т. Кусимов, М.М. Шайморатов, А. Матросов (Ш. Мөхәмәтйәнов), М. Ғөбәйҙуллин, М. Гәрәевтарҙың портреттары, Бөйөк Ватан һуғышына арналған китаптар күргәҙмәһе.

Дәрес барышы:

  1. Әҙерлек эше.

Уҡыусылар инәләр, алдан әҙерләнгән түңәрәк өҫтәл тирәләп ултыралар.

  1. Психологик инеш.

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә – моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама…

Уҡыусылар һеҙ тыңлаған дүрт юллыҡ, һеҙ инде күптән таныш шағир, яҙыусы М. Кәримдең «Билдәһеҙ һалдат» шиғырынан өҙөк булды. Шиғырҙы ишеткәс, ниндәй уй-тойғолар кисерҙегеҙ?

Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара, йәғни әҫәрҙең темаһы нимә?

Әҫәрҙең идеяһы нимәлә, йәғни автор нимә тип әйтергә теләгән?

  1. Маҡсатҡа сығыу.

Уҡыусылар, быйыл еңеүгә __ йыл һәм бөгөн беҙ ошо темаға түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә-дәрес үткәрәбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат: ҫ) «Бөйөк еңеүгә __ йыл» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә-дәрес ойоштороу һәм ө) фәнни-практик конференцияла ҡатнашасаҡ иптәштәребеҙҙе тыңлап ҡарау.

  1. Төп өлөш. Уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау.
  1. Зыяҡаева Н. ҫүҙҫ-ҫүҙғ йй Бөйөк Ватан һуғышы.
  2. Ҡолдәүләтова Л. Өләсәйем һуғыш йылдарында.
  3. Сәфиуллина В. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижад ителгән йырҙар.
  4. Батталов Н. М.М. Шайморатовтың һуғыш юлы.
  5. Уйылданова Ю. Т.Т. Кусимовтың һуғыш юлы.
  6. Вәлиева Г. 112-се кавалерия дивизияһы тарихы.
  7. Усманов Н. Башҡорт батыры А. Матросов (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов).
  1.   Һорауҙарға яуаптар. Әңгәмә ҡороу.

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында; Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән әңгәмә яҙмалары; Башҡортостан халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы эшмәкәрлеге; Еңеүгә ҙур өлөш индергән башҡорт халҡының батыр улдары (Т.Т. Кусимов, М.М. Шайморатов, А. Матросов (Ш. Мөхәмәтйәнов), М. Ғөбәйҙуллин, М. Гәрәев), уларҙың һуғыш юлы; Һуғыш йылдарында мәҙәниәт үҫеше.

  • Ни өсөн ҫүҙҫ-ҫүҙғ йй һуғыш «Бөйөк Ватан һуғышы» тип атала?
  • Ошо йылдарҙа яҙылған шиғыр, йырҙарҙың төп темаһы, идеяһы.
  • Уҡыусылар «Һуғыш» темаһына яҙылған ниндәй әҫәрҙәр менән танышһығыҙ? Улар ниндәй уй-хистәр уятты?
  • Нисек уйлайһығыҙ тылда эшләүселәргә еңел булғанмы икән?
  • Башҡорт кавалеристары, хатта танкыға ҡаршы ат менән барҡандар, уларға нимә ярҙам итән икән? Былар нимә тураһында һөйләй?
  1. Нығытыу. «Мин Бөйөк ватан һуғышы тарихын яҡшы беләм» темаһына викторина.
  2. Йомғаҡлау. Баһалау.
  3. Өйгә эш биреү.

Дәрес тамам!



Предварительный просмотр:

Түңәрәк өҫтәлдә киләһе һорауҙар ҡараласаҡ:

  • Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында;
  • Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән әңгәмә яҙмалары;
  • Башҡортостан халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы эшмәкәрлеге;
  • Еңеүгә ҙур өлөш индергән башҡорт халҡының батыр улдары (Т.Т. Күсимов, М.М. Шайморатов, А. Матросов (Ш. Мөхәмәтйәнов), М. Ғөбәйҙуллин, М. Гәрәев), уларҙың һуғыш юлы;
  • Һуғыш йылдарында мәҙәниәт үҫеше.

Башланғыс синыф уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һәм түңәрәк өҫтәлдең эш сифатын арттырыу маҡсаты менән ҡараласаҡ һорауҙар ябайлаштырылырға йә киңәйтелергә мөмкин.

Түңәрәк өҫтәл эше регламенты

Түңәрәк өҫтәлде асыу, инеш әңгәмә: 5 мин.

Уҡыусыларҙың сығыштары: 30 мин. (5 мин. (3 мин. сығыш + 2 мин. әңгәмә)).

Викторина үткәреү: 5 мин.

Йомғаҡлау: 5 мин.

Бөйөк еңеүгә ___ йыл

I БҮЛЕК

«Уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау»

  1. Истамғәлин И.Н. Түңәрәк өҫтәлде асыу. Уның темаһы, маҡсаттары һәм программаһы менән таныштырыу.
  2. Зыяҡаева Н. 1941-1945 йй Бөйөк Ватан һуғышы.
  3. ^олдәүләтова Л. Өләсәйем һуғыш йылдарында.
  4. Сәфиуллина В. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижад ителгән йырҙар.
  5. Батталов Н. М.М. Шайморатовтың һуғыш юлы.
  6. Уйылданова Ю. Т.Т. Күсимовтың һуғыш юлы.
  7. Вәлиева Г. 112-се кавалерия дивизияһы тарихы.
  8. Усманов Н. Башҡорт батыры А. Матросов (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов).

II Б(ЛЕК

«Һорауҙарға яуаптар»

  • Ни өсөн 1941-1945 йй һуғыш «Бөйөк Ватан һуғышы» тип атала?
  • Ошо йылдарҙа яҙылған шиғыр, йырҙарҙың төп темаһы, идеяһы.
  • Уҡыусылар «Һуғыш» темаһына яҙылған ниндәй әҫәрҙәр менән танышһығыҙ? Улар ниндәй уй-хистәр уятты?
  • Нисек уйлайһығыҙ тылда эшләүселәргә еңел булғанмы икән?
  • Башҡорт кавалеристары, хатта танкыға ҡаршы ат менән барҡандар, уларға нимә ярҙам итән икән? Былар нимә тураһында һөйләй?

III БҮЛЕК

«Мин Бөйөк ватан һуғышы тарихын яҡшы беләм» темаһына викторина

Т.Т. КҮСИМОВ ИСЕМЕНДӘГЕ ГИМНАЗИЯ

Башланғыс синыф уҡыусылары араһында

«Бөйөк еңеүгә __ йыл»

темаһына ойошторолған

түңәрәк өҫтәл

программаһы

___ февраль _____ йыл

Асҡар _______


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы

Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенеңМәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе...

Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.

Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....

"Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте"нән асыҡ дәрес

quot;Башҡортостан тарихы һәм  мәҙәниәте"нән асыҡ дәрес...

https://irorb.ru/files/2017/mr_bashkirsk.PDF 2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр

2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр I. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле...