Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү.
методическая разработка

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы

Хәйерле көн, хөрмәтле жюри ағзалары! Мин Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы Дим районының сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. “Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү”.

Икенсе телгә өйрәткәндә реаль тормошта булған аралашыуҙы ойоштороу талап ителә. Мәҫәлән, машина йөрөтөргә өйрәнеү өсөн ҡағиҙәләр генә етмәгән кеүек, икенсе бер телде үҙләштереү өсөн дә айырым һүҙҙәрҙе йәки грамматиканы ғына белеү етмәй, шул телдә һөйләшә алыу мөһим. Төркөмдә эшләгәндә, уҡыусылар «ҡоро» ҡағиҙәләрҙе иҫтә ҡалдырыу менән генә шөғөлләнмәйҙәр, улар хеҙмәттәшлек аша тел берәмектәрен аралашҡанда ҡулланырға күнегәләр.

Башҡорт телен уҡытыу методикаһында был өлкәлә филология фәндәре кандидаты Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Сәйғәфәровна Дәүләтшина эшләй.

Төркөмдә эшләгәндә балалар бер-берһен иғтибар менән тыңларға, даими яуап бирергә әҙер булырға, һөйләргә, иҫбатларға өйрәнәләр. Ҡайһы бер балалар бөтә класс алдында яуап бирергә ояла. Ә бына ҙур булмаған төркөмдәрҙә бала үҙ фекерен әйтә башлай, сөнки ул иптәшенең уны тыңлаясағын, уның кәрәк булғанда ярҙам итәсәген белә һәм үҙ-үҙен ышаныслы тота.

Ә төркөмдәрҙә эш итеү  балаға нимә бирә һуң, уның өҫтөнлөктәре нимәлә?

1.Уҡыусыға эмоциональ ярҙам күрһәтә, сөнки ҡайһы бер балалар уртаҡ эшкә керешеп китә алмай.

2.Үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙырырға, ҙур булмаған көсөңде бәхәстәрҙә һынап ҡарарға мөмкинлек тыуҙыра.

3. Һәр уҡыусының уйлау эшсәнлеген активлаштыра.

4. Һәр баланың класташтары менән аралашыу мөмкинлеге тыуа.

Мәҫәлән, 3-сө синыфта С.Әлибайҙың «Өсөнсөләр» шиғырын өйрәнгәндә “Бер һүҙ менән әйт!” уйынын ҡулланырға була.

Маҡсат: аралашыу ваҡытында интонацияның мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алыу.

Бында эмоциялар төшөрөлгән карточкалар ҡулланыла.

Төркөмдә: 4 уҡыусы.

10-15 минут ваҡыт.

 Уҡытыусы уҡыусыларға эмоциялар төшөрөлгән карточкалар таратып бирә. Карточкаларҙы бер-береһенә күрһәтергә ярамай.

Артабан  уҡыусы үҙендә булған эмоцияны ҡулланып С.Әлибайҙың «Өсөнсөләр» шиғырын уҡый. Ҡалған уҡыусылар шиғырҙың ниндәй эмоция менән уҡылыуын әйтергә тейештәр.

 7 – се класта  «Спорт – көс,һаулыҡ һәм матурлыҡ» темаһын үткәндә Боҙоҡ телефон уйынын”  ҡулланырға була.

Скачать:

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә коммуникатив технология аша мәдәни компетенция үстерү

Бүгенге көндә илебезнең күп халыклары алдына милли мәдәниятнең мөһим бер элементы булган туган телне яклау, аны торгызу, үстерү һәм саклау, аннан файдалана белү мәсьәләсе иң мөһим мәсьәләләрнең берсе ...

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

ТАТАР ТЕЛЕ ҺӘМ ӘДӘБИЯТ ДӘРЕСЛӘРЕНДӘ КОММУНИКАТИВ КОМПЕТЕНЦИЯ ФОРМАЛАШТЫРУНЫҢ ЗАМАНЧА ТЕХНОЛОГИЯЛӘРЕ

ТАТАР ТЕЛЕ ҺӘМ ӘДӘБИЯТ ДӘРЕСЛӘРЕНДӘ КОММУНИКАТИВ КОМПЕТЕНЦИЯ ФОРМАЛАШТЫРУНЫҢ ЗАМАНЧА ТЕХНОЛОГИЯЛӘРЕ...

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә коммуникатив технологияләр аша мәдәни компетенция үстерү

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә коммуникатив технологияләр аша мәдәни компетенция үстерү...

Туган тел һәм әдәбият дәресләрендә укучыларның коммуникатив компетенцияләрен үстерү юллары

Әлеге мәкаләдә автор туган тел һәм әдәбият дәресләрендә укучыларның коммуникатив  компетенцияләрен үстерү юллары ачып бирелә...