"Урал батыр"эпосында әхлаҡ-тәрбиә нигеҙҙәре.
план-конспект урока (9 класс)
Предварительный просмотр:
“Урал батыр”эпосы буйынса дәрес
Тема: “Урал батыр”эпосында әхлаҡ-тәрбиә нигеҙҙәре.
Маҡсат: Халыҡ аҡылын үҙендә туплаған “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһен тәрәндән үҙләштереү; уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләү һәм эшләү һәләтен үҫтереү, аҡыл һәм ихтыяр көсө менән ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтеү; яуаплылыҡ, ныҡышмалыҡ, үҙ көсөнә ышаныу, эҙләнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү; эпос миҫалында халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына тәрән ихтирам, белемгә, үҫешкә ынтылыш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, карточкалар, китап “Урал батыр”эпосы, һүҙлек
Педагогик технологиялар: проблемалы, проект, уйын, үҫтереүсе, эҙләнеү һ.б
Дәрес барышы:
- Ойоштороу
-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөн төркөмдәргә бүленеп эшләйәсәкбеҙ.Һеҙҙең парталарҙа йөрәк формаһындағы төҫлө картонкалар ята. Дәрес дауамында һеҙ унда Урал батырҙы характерлаған һүҙҙәрҙе яҙып ултырырһығыҙ.
- Өйгә эште тикшереү(сығыштар тыңлау)
-эпостың беҙгә килеп етеү тарихы (бер уҡыусы һөйләй).Эпосҡа 4000 йыл тирәһе. Ул 1910 йылда Мөхәммәтша Буранғолов тарафынан Ғәбит сәсәндән яҙып алынған. Беренсе тапҡыр был эпос 1968 йылда “Ағиҙел”журналында баҫыла.
- Урал батыр кеүек иле, халҡы өсөн янып йөрөгән батырҙар тураһында бер уҡыусы һөйләй.(Илья Муромец һ.б)
-Хәҙерге көндә Урал кеүек батырҙар тураһында уҡыусы һөйләй
-Нимә ул эпос?(уҡыусы һөйләй) «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста башҡорт халҡының асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
-Видеоматериал ҡарау(уҡыусы әҙерләгән)
3. Төп өлөш.
Аудиояҙма тыңлау. Төркөмдәргә һорау.
-Уҡыусылар, ошо юлдар нимә тураһында һөйләй?(аудирование)
Мин ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ни ҡушһам, эшләгеҙ:
Күнегергә һыбайға —
Ана, болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ;
Һыуһаһағыҙ уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ,
Ҡабырсаҡҡа тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ», —
Тип быларға тағы ла
Йола өйрәтеп ҡуйған, ти.
Ҡан эсеүҙән балаларын
Тағы бер ҡат тыйған, ти.
Шүлгән, Уралды димләп,
Ошолай тип әйткән, ти:
«Урал, әйҙә, булмаһа,
Ҡабырсаҡты асайыҡ,
Һәр беренән аҙ-аҙлап,
Берәр тамсы эсәйек, —
Ҡандың тәмен беләйек».
Урал: «Атам һүҙен тотамын,
Мин ул ҡанды йотмамын.
Егет булып етмәйсе,
Төп йоланы белмәйсе,
Ил гиҙеп бер йөрөмәйсе,
Ысынлап та донъяла
Үлем юғын күрмәйсе,
Суҡмар алып ҡулыма,
Һис бер йәнде һуҡмамын,
Һөлөк һурған ҡанды мин
Ҡабырсаҡтан йотмамын».
1 төркөм: Урал атаһын тыңлай. Ул тәрбиәле, ололар һүҙен тыңлай.
2 төркөм: Шүлгән ата һүҙен тыңламай, тәрбиәһеҙ
Тимәк, Урал һәр ваҡыт изге эштәр эшләйәсәк, ә Шүлгән киреһенсә. Ошо юлдарҙы эпос башынан табып ҡысҡырып уҡый....(тасуири уҡыу)
Хәҙер, был эпос буйынса йәнһүрәттән өҙөк ҡарайыҡ. (видеоматериал)
(Һомай ҡошто һунар ваҡытында тотоу эпизоды. Шүлгәндең уны ебәрмәү, ә Уралдың ҡошто иреккә осороуы күрһәтелә)
-Уҡыусылар, был өҙөктө ҡарағандан һуң Урал һәм Шүлгән тураһында ни әйтерһегеҙ?
1 төркөм: Урал кешелекле, миһырбанлы һ.б
2 төркөм: Шүлгән эгоист, ҡанһыҙ һ.б
Тимәк, Урал үҙен генә уйламай, иң беренсе башҡаларҙы уйлай.
-Геройҙың изге эштәре уның менән генә сикләнмәй. Урал һыуҙы тирә-яҡҡа бөркә.Эпостан табып уҡыу.
1 төркөм: Урал кешелекле, миһырбанлы һ.б
2 төркөм: Шүлгән эгоист, ҡанһыҙ һ.б
Китап буйынса эш
Уҡыусылар,китаптан ҡанатлы һүҙҙәр булырлыҡ юлдарҙы табығыҙ
1 төркөм:
Ирмен тигән ир-егет
Шып-шым ҡарап торормо?
2 төркөм:
Күккә лә осор –яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ-яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ-яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ-яҡшылыҡ
-Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ,“Урал батыр”эпосын тулыһынса ятлап буламы икән?(яуаптар)
-Эйе, була икән. Ләйсән Золотарева исемле ҡыҙ уны тулыһынса ятлаған.(видеоматериал)
Уҡыусылар,Ләйсән характерындағы ниндәй сифаттарҙы билдәләр инегеҙ?
Һүҙлек буйынса эш
1 төркөм: Ул талапсан, ҡыйыу
2 төркөм: ул тырыш, егәрле
Проблемалы ситуациялар буйынса эш
1 төркөм: Йәкшәмбе. Телевизорҙа һеҙҙең яратҡан тапшырыу бара. Әсәйегеҙ бәләуәй туғанығыҙ менән йөрөп килеүҙе һорай. Һеҙҙең яуап
2 төркөм: Класс етәксегеҙ циркка билеттар алған, тик бөтәһенә лә етмәй. Ә һеҙҙең бик барғығыҙ килә. Һеҙҙең яуап
Һығымта
Психогимнастика.”Иптәшеңде шатландырырға ашыҡ”уйыны
Уҡыусылар түңәрәк яһап баҫалар. Уҡытыусы уйынсыҡ айыуҙы эргәһендә торған уҡыусыға уның иң яҡшы сифаттарын әйтеп тапшыра. Шулай уйын дауам итә.
-Урал батырҙың ыңғай сифаттарын һанап сығығыҙ?(2 төркөм)
-Ошо һүҙҙәр ниндәй темаға ҡарай?Эйе, әҙәп, тәрбиә темаһына. Тимәк, беҙҙең дәресебеҙҙең темаһы нисек атала инде?Эйе, “Урал батыр”эпосында әхлаҡ-тәрбиә нигеҙҙәре
Таҡтаға иғтибар. Унда буш йөрәк һүрәте төшөрөлгән.
Уҡыусылар,беҙҙең арабыҙҙа ошондай буш йөрәкле кешеләр бар. Йәғни,Шүлгән кеүек кешеләр. Беҙ уларға нисек ярҙам итә алабыҙ?(уҡыусыларҙың яуабы)
-Эйе, үҙебеҙҙең йөрәк йылыһы менән уртаҡлаша алабыҙ.Хәҙер һәр төркөм таҡтаға сығып, йөрәк төшөрөлгән һүрәттәре менән ошо буш йөрәкте тултыра.
Рефлексия
Баһалар
Өйгә эш.
Яҡшы эштәр көндәлеген башларға
“Урал батыр” эпосынан оҡшаған юлдарҙы ятларға
1-се төркөм анкета үткәрә эпос буйынса,2-се төркөм буклет эшләй
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"
Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"....
Иллюстрации к конкурсу эпос"Урал батыр"
Сюжет эпоса довольно сложен и построен на описании борьбы Урал-батыра за счастье людей, со злыми силами природы, воплощёнными в образах драконов (аждаха), дивов, змей и т. д. Персонажи сказания — бога...
Тест по эпосу "Урал-батыр"
Тест предназначен для контрольного диагностирования в 9 классах на уроках ИКБ по темам: "Башкирский народный эпос", "Эпос Урал-батыр"....
"Урал батыр" конкурсына сценарий
китап...
Древние мыслеобразы в башкирском эпосе Урал-батыр
Статья о связи древнего эпоса Урал-батыр с решением современных экологических проблем . Работа содержит рисунки участников экспедиции 2016г. на южный Урал....
"Дуҫлыҡ моңо"; "Урал батыр" конкурсы
quot;Дуҫлыҡ моңо" балалар фестивале сценарийы"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсына сценарий...
Р. Шәкүрҙең “Урал батыр иле - сал Урал” шиғырын өйрәнеү.
Р. Шәкүрҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, Уралдың матурлығын күрһәтеү, тасуири уҡырға өйрәтеү, уҡыусыларға тыуған ер төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, ...