Төрлө халыҡ традицияларын һәм йолаларын өйрәнеү-толерантлылыҡты формалаштырыу нигеҙе
методическая разработка

Билалова Миләүшә Миңлебай ҡыҙы

Оҫталыҡ дәресе

Скачать:


Предварительный просмотр:

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 2-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

Төрлө халыҡ традицияларын  һәм йолаларын  өйрәнеү-толерантлылыҡты формалаштырыу нигеҙе (мастер-класс)

                                                                 

                                                                  Башҡорт теле һәм

                                                                  әҙәбиәте уҡытыусыһы:

                                                                 Билалова М.М.

Нефтекама ҡалаһы

Үҙ телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле була, ти халыҡ мәҡәле. Туған телен яҡшы белгән, шулай уҡ ысын мәғәнәһендә үҙ халҡының традицияларын, йолаларын, мәҙәниәтен ихтирам иткән кеше тәрбиә һәм әхлаҡ яғынан да айырылып тора. Милли традициялар тигәндә айырым бер милләттең үҙ ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм быуындан-быуынға күсә килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен, был милләт кешеләренең йәшәү рәүешен, үҙ-үҙен тотоу ҡағиҙәләрен, ҡараштарын күҙ алдында тотабыҙ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ  традицияларын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Был йолалар дәрес барышында уҡыусыларҙың интеллектуаль  һәм ижади эшмәкәрлегендә өйрәнелә. Ә В.Э.Штейнберг технологияһы элементтарын ҡулланыу теманы аңлатыуҙы, үҙләштереүҙе күпкә еңелләштерә, тема, уның айырым өлөштәре уҡыусыға ус төбөндәге кеүек күренә, бер бөтөн булып күҙ алдына баҫа. Ошо технология элементтарын ҡулланыуҙы  йола байрамдары миҫалында ҡарап үтәйек.

                                                   яҙ

                                        

         ҡыш                                                                                        йәй

                                        

                                               көҙ

  • Уҡыусылар, һеҙгә ошо моделде тәҡдим итәм. Уны тултырыу өсөн, һеҙгә нурҙарға исем бирергә кәрәк. Йомаҡты сисһәгеҙ, нурҙың исемен табырһығыҙ.
  1. Бабайым килә һағынып,

Аҡ толобон ябынып. (ҡыш)

  1. Аҡ юрғанын ташлай,

Һыртын күрһәтә башлай. (яҙ)

  1. Йырсы ҡоштар ҡанат ҡағып

Йырын һуҙып торғанда

Йүгерә-йүгерә еләк йыйҙым

Уңышҡа бай урманда. (йәй)

  1. Ҡырҙар буш ҡала

Ямғырҙар яуа,

Ерҙәр дымлана-

Был ҡайсаҡ була? (көҙ)

  • Ә  хәҙер моделгә ҡарап бөгөнгө теманы билдәләй алабыҙмы?
  • Шулай итеп бөгөн дәрестә йыл миҙгелдәре менән бәйле халыҡ йолалары менән танышасаҡбыҙ.
  • Мин һеҙгә “Билдәһенән билдәлә” тигән уйын тәҡдим итәм. Уйын барышында һеҙҙең халыҡ йолалары, байрамдары тураһында белемегеҙҙе лә тикшереп китербеҙ.
  1. Был байрам кәкүк саҡыра башлағас, кәкүк емеше сыҡҡас, май башында үткәрелә. Ҡатын-ҡыҙҙар уйнап-йырлап күңел аса, бала-сағаһы менән тәбиғәт ҡосағында кинәнеп ял итә. Ниндәй байрам? (Кәкүк сәйе)
  2. Йылы яҡтан ҡарғалар ҡайтып ер кибә башлағас үткәрелә торған байрам. Тәбиғәт ҡосағына сығып, бутҡа бешереп ашағандар, ҡарғаларҙы һыйлағандар. (Ҡарға бутҡаһы)

Ошо рәүешле модель нөктәләр билдәләп тултырыла,  һуңынан

һығымта яһала.

  • Тимәк, ниндәй байрамдар менән таныштыҡ? Яҙ көнө ниндәй байрамдар үткәргәндәр? Йәйге байрамдарҙы һанап китегеҙ. Көҙ ниндәй байрамдар үткәрелгән? Ҡышҡы байрамдарҙы күрһәтегеҙ.

Бындай моделдәр төҙөү дәрес материалын бер ергә туплай һәм уларҙы бер юлы күрергә мөмкинлек бирә, ваҡытты экономиялай, төрлө дәрестәрҙә (яңы тема аңлатҡанда, нығытыу, ҡабатлау дәрестәрендә) уңышлы ҡулланып була.

Уйын технологияһы уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙы активлаштыра,  эшкә  дәртләндерә.

Башҡортостан – күп милләтле республика. Шуға күрә уҡыусыларҙа үҙ теленә, традицияларына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү генә аҙ. Мәҙәниәт-ара компетентлы, толерантлы, төрлө милләт, мәҙәниәт вәкилдәре менән еңел аралаша алыусы шәхес тәрбиәләү- көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ошоноң менән бәйле башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен этнолингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу кәрәклеге килеп баҫа.

Эҙләнеү-тикшеренеү эше  һәр уҡыусының индивидуаль эшмәкәрлеген генә түгел, төркөмдәрҙә эшләүҙе лә күҙ уңында тота.  Йола байрамдары темаһын өйрәнгәндә  уҡыусыларҙы беҙҙең регионда йәшәүсе башҡа милләт халыҡтарының  да традициялары менән таныштырыу маҡсатында  төркөмдәрҙә эш тәҡдим ителә:

1-се төркөм- башҡорт халҡының йола байрамдарын ;

2-се төркөм- рус халҡының йола байрамдарын;

3-сө төркөм- татар халҡының йола байрамдарын;

4-се төркөм- мари халҡының йола байрамдарын өйрәнә.

Киләһе дәрестә  уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен яҡлап сығыш яһай. Мәҫәлән:

Беҙ башҡорт халҡының йола байрамдарын тикшерҙек. Башҡорт  халҡы  традицион байрамдарға бик бай. Улар беҙгә халыҡтың рухын, йолаларының үҙенсәлеген еткерә. Был байрамдар күп осраҡта  тәбиғәттәге  үҙгәрештәр һәм халыҡтың хеҙмәт календары менән бәйләнгән. Уларға Һабантуй, Кәкүк сәйе, Ҡарға бутҡаһы, Йыйын,Ҡаҙ өмәһе  кеүек байрамдар ҡарай.

Башҡорт халҡының Йыйынына туҡталып үтәйек. Борон-борондан халыҡ йыйылып ил алдында торған мөһим һорауҙарҙы хәл иткән, алдағы көндәргә план ҡорғандар. Һуңынан уйнап-көлөп, ҡурай уйнап күңел асҡандар. Батырҙар майҙанда көс һанашҡан. Бөгөн дә йыйындар үткәрелеп тора. Уларҙың иң сағыуҙарының береһе милли батырыбыҙға арналған салауат йыйыны.

Был тикшеренеүебеҙҙе беҙ  координаталар яҫылығында күрһәттек.

Башҡорт халҡының йолалары тәбиғәтте яҡларға һәм һаҡларға, хеҙмәт һөйөргә, ерҙе, илде яратырға, батырҙарҙы хөрмәт итергә өйрәтә тигән һығымтаға килдек.

Һәр төркөм үҙенең сығышынан һуң һығымта яһай. Был һығымталар бер-береһенә ауаздаш, сөнки халыҡ байрамдары – ниндәй  милләттеке булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙа хеҙмәткә, ергә  һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл  ҡараш, үҙ халҡың менен ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләй. Был халыҡ йолаларының уртаҡ һыҙаты, һәм ул  координаталар яҫылығында ҡыҙыл  һыҙыҡ булып үтә.

Дәрестә эҙләнеү-тикшеренеү технологияһын ҡулланыу- уҡыусыла үҙаллылыҡ тәрбиәләй, эҙләнергә мәжбүр итә. Координаталар яҫылығы формаһындағы логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) төҙөү – проект технологияһының бер төрө. Унда мәғлүмәт схема рәүешендә тәҡдим ителә.

“Башҡорт, тау буйлап барһа, тау тураһында, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йырлай. Ағасты һылыу ҡыҙ менән сағыштыра, ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән күлдәгенең төҫө менән сағыштыра”, тип яҙған күренекле рус ғалимы Руф Гаврилович Игнатьев. Эйе, башҡорт моңло халыҡ. Йырҙары, моңдары бик күп уның: оҙон көй, ҡыҫҡа көй, бәйет, мөнәжәт, ҡобайыр, сеңләү, таҡмаҡтар. Улар мәктәп программаһына ла индерелгән. Халыҡ байрамдары темаһын дауам итеп, уларҙың айырылғыһыҙ өлөшө булған “түңәрәк таҡмаҡтары”на туҡталып китергә теләйем.

   Әлиләү генәйем,

   Бәлиләү генәйем.

   Әсмәбикә тыпырлатып

   Баҫып килә генәйем.

   Иртә лә кил, кис тә кил,

   Тәҙрәмде сирт тә кил.

   Сиртеүеңдән танырмын да,

   Ҡаршы сығып алырмын.

  • Был йырҙы нисек йырлар инегеҙ? (төрлө хәрәкәттәр яһап, түңәрәктә әйләнеп)
  • Эйе, был түңәрәк таҡмағы. Ә түңәрәк таҡмаҡтарын бер ваҡытта ла йыр өсөн генә башҡармағандар, мотлаҡ хәрәкәт ҡушып йырлағандар.
  • Түңәрәк таҡмаҡтарын рус теленә нисек тәржемә итерһегеҙ?
  • Хороводная песня.
  • Был ҡушма һүҙ, ниндәй һүҙҙәрҙән яһалған? (хор и водить – водить и петь) Йәғни, йырлап түңәрәктә әйләнеү тигәнде аңлата. Әйҙәгеҙ беҙ ҙә түңәрәккә торайыҡ һәм рус халҡының  “Во поле береза стояла” йырын башҡарып ял итеп алайыҡ.

Боронғо замандарҙа түңәрәктә көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай, көньяҡ аша әйләнгәндәр. Ни өсөн? (Ҡояшты ҡабатлағандар, нығыраҡ йылытһын, яҡтыртһын тип теләгәндәр)

  • Әйтегеҙ әле, уҡыусылар, ҡояш һеҙҙең өсөн нимә ул?

Схема төҙөү:

                                             

                 Иң ҙур йондоҙ                               Яҡтылыҡ биреүсе                            

  Йылылыҡ биреүсе                                                     Әсәй                                                

Тормош сығанағы

Был һеҙҙең фекрегеҙ булды.  Ә ата-бабаларыбыҙ өсөн нимә булды икән ул ҡояш?

Тарихҡа байҡау:

Игенселек- ҡояшҡа ҡарап иген сәскәндәр – ҡояшҡа ҡарап уны урғандар -  мул уңыш теләп ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр – байрамдар үткәргәндәр (Ҡышҡы нардуған байрамы -  иң оҙон төн, иң ҡыҫҡа көндө билдәләү; Йәйге нардуған – иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн, тәбиғәтте аяу байрамы; Науруз байрамы (рус халҡында масленица)- яҙ көнө көн менән төн тиңләшеүен; Сөмбөлә байрамы – көҙ көн менән төн тиңләшеүен билдәләй).

  • Тимәк , ата-бабаларыбыҙ өсөн ҡояш нимә булған?  Йәшәү сығанағы.

                                                           Йәшәү сығанағы

Иң ҙур йондоҙ                                                           Яҡтылыҡ биреүсе                            

  Йылылыҡ биреүсе                                                     Әсәй                                                

Бөтә тереклектең башы

  • Шулай итеп, боронғо йырҙар, бейеү хәрәкәттәре, йола байрамдары нимә менән тығыҙ бәйләнгән? (Тәбиғәт)

Шулай итеп, яңы тема өйрәнгәндә терәк схема  төҙөү уҡыусыға теманы еңел үҙләштерегә, һуңынан ҡабатларға, иҫкә төшөрөргә ярҙам итә.  Ҡыҫҡа йырҙар, таҡмаҡтар темаһын   ошо рәүешле өйрәнеү, беренсенән, халыҡтың уйын-йыр таҡмаҡтары менән таныштыра, икенсенән, күрше халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уята, өсөнсөнән, экологик тәрбиә бирә. Был схемалар буйынса уҡыусылар үҙҙәренең эҙләнеү эштәрен үткәрәләр,шулай итеп терәк схемалар проект эштәре башҡарғанда ярҙамсы булып тора.

Әйтелгәндәргә кире ҡайтып, тағы ла бер тапҡыр башҡорт халҡының йыл миҙгелдәре менән бәйле байрамдарына күҙ һалайыҡ.

  • Ниндәй байрамды беҙҙең региондың милләт-ара байрамы тип атарға мөмкин? (Һабантуй)  Ысынлап та һабантуй байрамы хәҙер милләт –ара, хатта халыҡ-ара байрамға әйләнеп бара. Дәрестәрҙә беҙ уҡыусылар менән синквейндар яҙабыҙ.

Синквейн - биш юллыҡ шиғыр. Ул бер нисә һүҙ менән дәрестә алынған мәғлүмәтте, үҙеңдең тойғоларыңды асып һалырға, теге йәки был әйбергә ҡарата үҙ фекереңде белдерергә ярҙам итә.

  • Хәҙер һеҙгә лә халыҡ байрамдары темаһын йомғаҡлап ошо эште тәҡдим итәм.
  1. Исем
  2. Ике аныҡлаусы
  3. Өс ҡылым
  4. Дүрт һүҙҙән торған һөйләм
  5. Тәүге юлдағы исемгә синоним.

(Бер нисә синквейн тыңлау,  слайдта уҡыусыларҙың эштәрен күрһәтеү)

Ҡарға бутҡаһы

Ҡояшлы, мәрхәмәтле

Һыйлай, һаулыҡ теләй, байлыҡ теләй

Бар тәбиғәт йоҡонан уяна

Байрам!

 Һабантуй

 Күңелле, тантаналы

Рухландыра, шатландыра, ҡанатландыра

Был бөтә халыҡ байрам

 Йола.

Башҡортостан – дуҫлыҡ иле. Эйе, республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Үрҙә ҡарап киткәнсә, һәр милләттең йолаһы, традициялары, йырҙары, бейеүҙәре бар һәм улар йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.Был  мираҫты  бәйләнешле өйрәнгәндә бала этнокультурологик яҡтан үҫә, әкренләп үҙ этносының үҙенсәлектәрен, башҡа халыҡтар менән уртаҡ һәм айырым һыҙаттарын төшөнә.  Ошо юҫыҡта эш алып барыу, ата-бабаларыбыҙҙан изге ҡомартҡы булып ҡалған рухи хазинабыҙҙы һәр баланың күңеленә һеңдереү мәҙәниәт-ара компетентлы, толерантлы шәхес тәрбиәләүҙә үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирәсәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕН ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК НИГЕҘҘӘ ОЙОШТОРОУ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен  лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу...

Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү.

Хәйерле көн, хөрмәтле жюри ағзалары! Мин Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы Дим районының сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. “Коммуникатив компетенция...

Методик тема: «Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары»

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары....