Главные вкладки
Шарафутдинова Айгуль Сабирьяновна
Сайт учителя башкирского языка и литературы
Профессия: Учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: Поиск новых форм повышения профессионального мастерства
Увлечения: Чтение книг, кулинария
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: с. Аскарово, Абзелиловский район
Место работы: МОБУ "Гимназия им. Т. Кусимова"
Звание, ученая степень: Награждена Почетными грамотами, Благодарственными письмами РБ и РФ
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/sharafutdinova-aygul-sabiryanovnaИле, теле, халҡы өсөн яныусы, уларҙы яҡлап-һаҡлап алып ҡала алыусы, һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә өлгәшеү – тормош маҡсатым, сөнки киләсәгебеҙ – улар ҡулында.
Рәхим итегеҙ минең сайтҡа килеп инеүселәргә! Яңыраҡ ҡына булдырған был биттәремдә үҙемдең эш тәжрибәм менән уртаҡлашам.
![](/sites/all/themes/acquia_marina/_img/about_me.png)
О себе
Мин, Шәрәфетдинова Айгөл Сабирйән ҡыҙы, Әбйәлил районының Хәлил ауылында, 1973йылдың 9майында тыуғанмын. Урта белем алғас, БДПИ-ң филология факультетында белем алып, 20 йыл инде уҡыусыларға белем һәм тәрбиә бирәмен.
![](/sites/all/themes/acquia_marina/_img/knigi.png)
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһы, Мостай Кәримдең әҫәрҙәре, ...
![](/sites/all/themes/acquia_marina/_img/vzgljad.png)
Мой взгляд на мир
Тормош тигеҙ генә юлдарҙан тормай. Лайыҡлы үтә белеү ҙур талант талап итә.
![](/sites/all/themes/acquia_marina/_img/dostizh.png)
Мои достижения
Үҙемдең уҡытыусыларымдан һәм уҡыусыларымдан уңдым. Уҡыусыларымдың еңеүҙәре - минең еңеүҙәрем!
![](/sites/all/themes/acquia_marina/_img/portfolio.png)
Моё портфолио
Дөйөм мәғлүмәттәр
1. Фамилияһы, исеме, атаһының исеме: Шәрәфетдинова Айгөл Сабирйән ҡыҙы
2. Вазифаһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
3. Тыуған йылы, айы, көнө: 1973йыл 9май
4. Уҡыу йорто, тамамлаған йыл: Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1996й.
5. Диплом буйынса һөнәре: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
6. Педагогик эшмәкәрлек башланған ваҡыт: (дата, вазифа, эш урыны) 1сентябрь 1995 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Әлмөхәмәт урта мәктәбе
7. Т.Кусимов исемендәге Асҡар мәктәбендә эш башлау ваҡыты: 01.09.2007 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
8. Шөһрәтнамәләр, рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары (кем тарафынан, ҡасан бирелгән):
2002й. – Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан яңы быуынды тәрбиәләүҙә күрһәткән уңыштары өсөн Почет грамота;
2004й. – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2004» район конкурсында еңеү яулаған өсөн Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан грамота;
2005й. - «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2005» республика һәм регион-ара конкурсында «Халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланыусы» номинацияһында еңеү өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы;
2007й. – Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл айҡанлы методик эшкәртмәләр конкурсында еңеү өсөн Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан грамота;
2008, 2011й. – Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы администрацияһы тарафынан яңы быуынды тәрбиәләүҙә күрһәткән уңыштар өсөн Почет грамотаһы;
2009й. - Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы администрацияһы тарафынан «Иң яҡшы кабинет» конкурсында беренсе урын өсөн Почет грамотаһы;
2009й. – «Минең ғаиләм» кластан тыш саралар эшкәртмәләре конкурсында әүҙем ҡатнашҡан өсөн Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан грамота;
2010й. - «Иң яҡшы уҡытыусы-предметник -2010» район конкурсында еңеү өсөн Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан грамота;
2009й, 2013й - «Иң яҡшы класс етәксеһе» конкурсында еңеүҙәр өсөн Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы администрацияһы тарафынан грамота;
2010, 2011, 2014, 2015й. – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған регион-ара һәм республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары әҙерләгән өсөн Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан Почет грамоталары, Рәхмәт хаты;
2010, 2011й. - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған регион-ара һәм республика олимпиадаһы еңеүсеһен әҙерләгән өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан Рәхмәт хаттары;
2012й. – Рәсәй Федерацияһының һәләтле йәштәрен яҡлап булдырылған дәүләт премияһы лауреатын әҙерләгән өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан Маҡтау ҡағыҙы ;
2014, 2015й. – “Урал батыр”эпосын яттан һөйләү конкурсында еңеүсе әҙерләгәне өсөн Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан Почет грамота;
2014й. – “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” халыҡ-ара конкурсында әүҙем ҡатнашҡан өсөн «Фонд культуры им. Мажита Гафури» йәмғиәте ойошмаһының Рәхмәт хаты;
2014й. – Регион-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашҡан уҡыусы әҙерләгән өсөн Сибай институты тарафынан Рәхмәт хаты;
2015й. – Әбйәлил районы профсоюз ойошмаһы тарафынан Рәхмәт хаты;
2015й.- «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015» район конкурсында еңеү яулаған өсөн Әбйәлил районы мәғариф бүлеге тарафынан грамота;
2015й. – Яңы быуынға белем биреүҙә һәм тәрбиәләүҙә күрһәткән уңыштар өсөн Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм Фән министрлығы тарафынан Почет грамота.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты