Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Сабыр иткән- мораҙына еткән.

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Тыуған яғымдың тарихын өйрәнеү

Увлечения: әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, гөлдәр үҫтереү, аш-һыу әҙерләү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Учалы ҡалаһы

Место работы: 3-сө лицей

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/tulyabaeva-nazira-islamovna
Һаҡлағыҙ башҡорт телен! Башҡорт телен- йыр телен. Сәсән телен- көс телен. Күңел телен, йән телен- Башҡорт телен!
Розалиә Солтангәрәева

               Һаумыһығыҙ ҡәҙерле дуҫтарым, коллегаларым, сайт ҡунаҡтары! Һеҙҙе үҙемдең битемдә күреүемә сикһеҙ  шатмын. Рәхим итегеҙ!

О себе

            Мин Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы булам. Учалы районының Сәфәр ауылында тыуып үҫкәнмен. Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә һөйөүем Башҡорт  дәүләт педагогия  институтының филология факультетына алып килде.Һәм бына 18 йыл белем һуҡмағынан уҡыусыларымды әйҙәйем- тыуған телгә, Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйем.  

               Ә был һөнәргә һиндә һөйөү ҡайҙан килә тип, һорарһығыҙ?

               Әлбиттә, бала саҡтан, минең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кәлимова Рәмзилә Әнүәр ҡыҙынан.  Тап бына ул,   минең күңелемдә, уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү орлоҡтарын  шыттырҙы. « Уҡыусы менән аралашҡанда йөҙөң ихлас булмаһа, сырайың нурһыҙ булһа, әйтелгән һүҙҙәр бала йөрәгенә бер ҡасан да барып етмәйәсәк», - ти торғайны уҡытыусым Рәмзилә Кәлимова. Шуға ла  мин үҙ эшемдә балаларҙың күңелен күргән, уларға һүҙ ҡәҙерен, һүҙ көсөн белергә өйрәткән,  уға һөйөү уятҡан уҡытыусы булырға тырышам.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

         Кеше уйлап тапҡан меңәрләгән асыштар араһында иң мөғжизәлеһе- китаптыр ул. Китап кешенең аҡыл һәм күңел донъяһын быуаттарҙан быуаттарға алып килеүсе һәм киләсәккә илтеүсе рухи хазиналар ҡаҙанышы.

         Мине тормошҡа алып сыҡҡан, юл күрһәткән, йәшәү  серҙәренә өйрәткән китаптар: М.Кәрим менән З. Биишева әҫәрҙәре,  Р. Назаров менән Р. Ғарипов шиғырҙары.

Мой взгляд на мир

              Илем тиеп, туған телем тиеп

                        Беҙгә янмай, кемгә янаһы ?!

                                         (С. Әлибай)

Мои достижения

 Всероссийский краеведческий конкурс «Красота родного края», г. Казань- благодарственное письмо

День науки- (2016г.) - благодарственное письмо от администрации МБОУ лицей №3 МР Учалинский район РБ

II Межрегиональная научно- практическая конференция «Европа- Азия. Открывая горизонты» - благодарственное письмо

Грамота за победу в конкурсе «Жизнь и деятельность Мустая  Карима» в номинации «Лучшая презентация на башкирском языке» среди взрослых, Учалинский историко- краеведческий музей ГБУКИ РБ.

Моё портфолио

       Бөгөнгө уҡытыусы  заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы, белемле, ижади, юғары  интеллектлы  булырға тейеш. Уҡыусыларға ныҡлы белем бирер өсөн үҙеңә бик күп эҙләнергә, үҫергә кәрәк.  Тик шул саҡта ғына һинең уҡыусыларың уңыштарға ирешәсәк һәм юғары һөҙөмтәләр килтерәсәк.  

Мои публикации:
Внеклассная работа
Краеведение
Музыка
Разное
Родной язык и литература
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: