Инша." Нимә ул Ватан?"
Вложение | Размер |
---|---|
Инша." Нимә ул Ватан?" | 36.5 КБ |
“Тыуған республикамды мин маҡтап йырлайым” конкурсы.
«Нимә ул Ватан?» темаһына инша.
Башҡарҙы:Муниципаль бюджет дөбелем биреү учрежденияһы
3-сө лицейының 6-сы Гкласы уҡыусыһыһы Хәкимйәнов Арсен.
Тикшерҙе: Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы
Нимә ул Ватан?
Нимә ул Ватан ? Ул ҡайҙан башлана һуң?
Ватан-ул беҙ йәшәгән ауылдар һәм ҡалалар, күккә ашҡан тауҙар, төпһөҙ урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, текәбер ҡаялар.
Кеше был донъяға тыуыу менән үҙенең иң ҙур байлығын – Ватанын мираҫҡа ала.Ул хоҙай биргән ғүмеребеҙ кеүек берәү генә. Уны үҙгәртеп тә, алмаштырып та, яңыртып та булмай. Үҙеңә ата- әсәңде һайлап ала алмаған кеүек, һин, Ватаныңды ла һайлап ала алмайһың. Әсәйең нисек кенә булмаһын - иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше. Уны , беҙ бер кем менән дә сағыштыра алмайбыҙ. Сағыштырырға хоҡуғыбыҙ ҙа юҡ, сөнки ул беҙгә ғүмер биреп, хәленән килгәнсә үҫтергән. Шуның кеүек Ватан да, яҡшымы ул, насармы, һине бәхетле итһә лә, йәки , бәхетһеҙлеккә дусар итһә лә - ул һинең яҙмышың. Һин уны нисек бар шулай ҡабул итергә тейешһең. Бары менән риза булып, уның лайыҡлы улы булып ҡалырға һәр саҡ бурыслыһың. Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, ауыр ҡайғылы минуттарҙа ла ,һин генә уның терәге. Ил яҙмышын үҙеңдеке менән уртаҡ ит, һәр саҡ уның ысын улы булып ҡал!
Сал быуаттар аша уҙып үткәндәргә күҙ ташлаһаҡ, миҫал булырҙай Ватанымдың данлыҡлы улдары бихисап. Шуларҙың береһе башҡорт халҡының легендар улы Салауат Юлаев.
Башҡортостандың байлығына ҡыҙығып рус байҙарының башҡорт ерҙәрен тартып алыуы башланғас Салауат Юлаев үҙ яҙмышын ил яҙмышы менән уртаҡ итә - Ватан һағына баҫа, ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем Ватаным, Тыуған илем тип яна. Һис шикһеҙ беҙ уның Тыуған илен яратыуын, тыуған халҡы өсөн борсолоуон, яныуын уның шиғырҙарында ла күрәбеҙ.
Тыуған ил образы күп кенә шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәрендә, шиғырҙарында, поэмаларында яҡтыртыла. Башҡорт еренең байлығы, матурлығы күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарында йырлана, рәссамдарыбыҙҙың картиналарында һүрәтләнә.
“Башҡортостан» һүҙен ишетһәм, башҡорт ерҙәренең гүзәллеген көйгә һалған ҡурай күҙ алдына баҫа.Ул үҙенең ғәжәп моңло тауышы аша Ватанымды бөтә донъяға таныта.
Мин үҙемдең тыуған яғымды һәм республикамды бик яратам. Һәр кешегә үҙенең тыуған яғы ҡәҙерле һәм ғәзиз. Беҙ был ерҙә тыуып үҫкәнебеҙ, тәү тапҡыр “әсәй» һүҙен әйткәнебеҙ һәм тәү башлап мәктәпкә барғаныбыҙ өсөн яратабыҙ. Бында беҙгә һәр нәмә яҡын,ҡәҙерле. Был ерҙә һинең әсәйең, атайың, дуҫтарың, туғандарың, тыуған өйөң, тыуған ерең.
Мин үҙемдең Башҡортостанда йәшәүем менән бик ғорурланам һәм быға бик ҡыуанам. Беҙҙең республикала йөҙҙән ашыу милләт кешеләре бер туған һымаҡ татыу, тыныс тормошта йәшәй. Әлбиттә бында Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың өлөшө бик ҙур булды.
Башҡортостан еренең ҡосағында оло байлыҡ, көс-ҡеүәт ята. Ул да булһа башҡорт нефте, алтыны, йәшмәһе… Шулай уҡ үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының күп төрлөлөгө, бөтөн донъяға билдәле булған башҡорт балы һәм ҡымыҙы. Һанай китһәң , тыуған ерем байлығы һанап бөткөһөҙ…
Беҙҙең Башҡортостанда кешеләрҙең яҡшы тормошон ойоштороуға барыһы ла эшләнелгән: белем алыу, медицина хеҙмәттәре менән файҙаланыу, ял итеү- барыһы ла бар.
Мин дә башҡорт халҡының бер вариҫы булараҡ, Ватанымды сикһеҙ яратам һәм киләсәгем өсөн һәр саҡ борсолам. Беҙҙең ата- бабаларыбыҙ беҙгә башҡорт халҡының ғорур исемен һәм күркәм илен ҡалдырған. Беҙ ҙә был исемгә тап төшөрмәй уны ғорур йөрөтөргә, уны бары тик данлы эштәр менән генә байытып киләһе быуындар ға еткерергә бурыслыбыҙ.
Беҙҙең йәш быуын үҙенең тарихын,әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, телен, йолаларын белеп үҫергә, өйрәнергә тейеш. Тик шунда ғына башҡорт халҡы һаҡланып ҡаласаҡ, үҫешәсәк.
Беҙҙең һәр беребеҙгә Башҡортостан яҙмышы ҡәҙерле. Беҙ уны үҫешкән, сәскә атҡан республикалар иҫәбендә күрергә теләйбеҙ.
Әлегә мин бары тик 6-сы класс уҡыусыһымын. Тыуған республикам сәскә атһын, үҫешһен өсөн мин яҡшы уҡырға, үҙемдең туғандарымды, ата- әсәйемде, дуҫтарымды , илемде яратырға, уның тәбиғәтен һаҡларға тейешмен.
Халҡымдың барлыҡ ҡыҙҙарын, егеттәрен Башҡортостанды яратырға, уны һаҡларға, үҫтерергә, башҡа халыҡ вәкилдәре менән татыу йәшәргә, яҡшы эштәр башҡарырға саҡырам.
Зимняя сказка
Композитор Алексей Рыбников
Лев Николаевич Толстой. Индеец и англичанин (быль)
Северное сияние
Хитрый коврик