"Кем миллионер булырға теләй?" уйыны буйынса презентация.
презентация к уроку на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

"Кем миллионер булырға теләй?" уйыны.

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Уйын “Кем миллионер булырға теләй”

Слайд 2

Уйын ҡағиҙәһе Һинең визиткаң Зал ярҙамы алыу Иң күп бал йыйыусы-миллионер

Слайд 4

1) Башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының милли кейеме нисек атала? а) костюм б) көртөй в) джемпер г) камзул 2) Башҡорт һабантуйҙарында тере приз. а) үгеҙ б) тәкә в) ат г) быҙау 3) Һиндә лә бар, миндә лә бар Әҙәмдә юҡ – донъяла бар, Ғәләмдә юҡ – йыһанда бар. а) танау б) н хәрефе в) и хәрефе г) һ хәрефе

Слайд 5

4) Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар? а) 40 б) 32 в) 36 г) 42 5) Ике яҡ тәртә тик тора, Аты китеп ултыра. а) юл б) тәгәрмәс в) арба г) йылға 6) Өфө уртаһында нимә (бар) тора? а) парк б) дуҫлыҡ һәйкәле в) ф хәрефе г) Киров р-ны

Слайд 6

7) Мең ҡанат, мең һалдат, Һәр һалдатта мең ҡанат. а) урман б) ҡаҙ в) арба г) йылға 8) Башҡортостандағы иң ҙур күл. а) Асылыкүл б) Ҡалҡан в) Әүеш күле г) Аҡкүл 9) Боронғо башҡорт ырыуы. а) бөрйән б) ноғай в) ҡаҙан г) ҡырым

Слайд 7

10) Б Р үҙаллылыҡ яулап алған көнө. а) 12.12.1998 б) 1.09.2002 в) 11.10.1991 г) 3.11.1990 11) Башҡортостанда нисә район һәм ҡала бар? а) 42 р/н, 19 ҡ. б) 54 р/н 21 ҡ. в) 30 р/н 18 ҡ. г) 62 р/н 15 ҡ. 12) Ниндәй шағир Башҡортостанды ҡайын япрағы менән сағыштырған? а) М. Ямалетдинов б) Х. Ғиләжев в) Р. Бикбаев г) М.Кәрим

Слайд 8

13 ) Башҡортостан Рус дәүләтенә нисәнсе йылда ҡушылған? а) 1457 б) 1502 в) 1557 г) 1507 14) Башҡортостандағы иң ҙур тау. а) Ирәмәл б) Янғантау в) Ямантау г) Ирәндек 15) Беҙҙең республикала күпме кеше йәшәй? а) 1 000 000 б) 10 000 000 в) 8 000 000 г) 4 000 000

Слайд 9

16) Ниндәй урыҫ батшаһы башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуына ҡул ҡуя һәм грамота бирә? а) Иван Грозный б) Екатерина 2 в) Петр 1 г) Елизавета 17) Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы айҡанлы монумент нисек атала? а) Берләшеү б) Ҡушылыу в) Дуҫлыҡ г) Туғанлыҡ 18) Башҡорт халҡының милли аҙыҡтары. а) билмән, тефтели, котлет б) щи, холодец, салат в) шашлык, голубцы, борщ г) талҡан, ҡыҫтыбай, әжегәй

Слайд 10

19) Әминбәк ҡалаға барып ниндәй һөнәргә өйрәнмәй? а) сатраш уйнарға б) һатыусы булырға в) скрипка уйнарға г) яҙыу яҙырға 20) Рус түгелмен, ләкин Россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен. Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен. а) М. Кәрим б) Р. Ғарипов в) Р. Бикбаев г) М. Ғафури

Слайд 11

21) Атайымдың улы, ә үҙе миңә атай ҙа, ҡусты ла түгел. Был кем? а) кейәү б) ағайым в) мин үҙем г) ҡустым 22) Башҡортостандағы иң ҙур район. а) Баймаҡ б) Бөрйән в) Белорет г) Учалы 23) Бер төрлө яҙылып һәм әйтелеп төрлө мәғәнәгә эйә һүҙҙәр. а) омоним б) антоним в) синоним г) алмаш

Слайд 12

24) Иң ҡыҫҡа ай ниндәй? а) ғинуар б) май в) март г) сентябрь 25) Һарайҙа икәү, соланда берәү, өйҙә берәүҙә юҡ. Нимә ул? а) ишек б) а хәрефе в) ишек тотҡаһы г) элмәк 26) Башҡортостандағы иң ҙур йылға. а) Йүрүҙән б) Яйыҡ в) Ағиҙел г) Ҡариҙел

Слайд 13

27) Башҡорт халыҡ яҙыусыларын әйтегеҙ. а) З. Биишева, Ә.Хәкимов , Н. Мусин б) М. Кәримов, Һ. Дәүләтшина, Ҡ. Аралбай в) Т. Ғиниәтуллин, Д. Юлтый, Б. Бикбай 28) Кем ул Исмәғил Тасимов? а) музыка училищеһын төҙөүсе б) восстание етәксеһе в) ғалим г) Санк-Петербургта тау мәктәбен астырыусы 29) Башҡорт ҡәбилә һәм ырыуҙарының генеологик яҙмаһын билдәләгеҙ. а) ҡисса б) хикәйә в) ырыу г) шәжәрә

Слайд 14

30) Башҡорт иленә ете … берләшкән. Шуға БР гербындағы ҡурайҙа ла – ете таж. а) аймаҡ б) халыҡ в) ырыу г) ил 31) Быуындан-быуынға тапшырыла килеүсе ғөрөф-ғәҙәт нисек атала? а) йола б) шәжәрә в) әкиәт г) мәҡәл 32) Ауыҙы юҡ – теше күп Көлтә һүтә - эше күп. а) салғы б) тараҡ в) энә г) ураҡ

Слайд 15

33) Бирелгән халыҡ ижады жанрҙары араһында ҡайһыһы артыҡ? а) әкиәт б) хикәйә в) йыр г) легенда 34) Халыҡ әйтһә … әйтә. а) хаҡ б) бер в) тиҙ г) яңлыш 35) Кәзәгә ете йәш тулһа ни эшләй? а) бәрәсләй б) үлә в) һигеҙенсе йәшкә китә г) аҡһай

Слайд 16

36) Айыу майы һөрттө фразеологик һүҙбәйләнешенең мәғәнәһен аңлатығыҙ а) китте б) урланы в) байыны г) инде 37) «Ҡыҙ һыуҙы төнө буйы ташыған, әммә мискәлә һыу артмаған. Көйәнтәләге ауыр биҙрәләр уның ҡулбаштарын ауырттырған … ». Был өҙөк ниндәй әкиәттән? а) Етем төлкө б) Зөһрә ҡыҙ в) Ирәндек г) Әминбәк 38) Ике әсә ҡыҙы менән, өләсәһе ейәнсәре менән һыуға барған (көйәнтәләп). Бөтәһе нисә биҙрә һыу килгән? а) 3 биҙрә б) 6 биҙрә в) 8 биҙрә г) 4 биҙрә

Слайд 17

39) Кем ул Әхмәт Лотфуллин? а) йырсы б) рәссам в) шағир г) бейеүсе 40) “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтенең авторын билдәләгеҙ. а) З. Биишева б) Р. Ғарипов в) Ф. Туғыҙбаева г) К. Кинйәбулатова 41) Ш. Мөхәмәтйәнов сығышы менән ҡайһы ауылдан? а) Ҡунаҡбай б) Илсе в) Учалы г) Көсөк

Слайд 18

42) Әберсә һүҙе нимәне аңлата? а) ер еләге б) ҡурай еләге в) сейә г) алма 43) Башҡортостандың ниндәй ҡалаһында автобустар сығарыла? а) Өфө б) Учалы в) Нефтекамск г) Бөрө 44) Бер ояның эсендә Утыҙ ике аҡ тауыҡ. а) көнбағыш б) борсаҡ в) тештәр г) бойҙай

Слайд 19

45) Башҡортостандың беренсе баш ҡасабаһын әйтегеҙ? а) Өфө б) Ишембай в) Стәрлетамаҡ г) Белорет 46) Салауат Юлаев һәйкәленең скульпторын әйтегеҙ. а) С. Тавасиев б) Т. Нечаева в) М. Бабурин г) З. Исмәғилев 47) БР Дәүләт гимнының авторы кем? а) З. Исмәғилев б) Х. Әхтәмов в) Ф. Иҙрисов г) Р. Хәсәнов

Слайд 20

4 8 ) Учалы районынан сыҡҡан яҙыусыларҙы әйтегеҙ. а) Ғ.Ғүмәр, Ф.Туғыҙбаева, Р.Ғ а рипов б) Я.Хамматов, Р.Бикбаев в) Г.Ғәлиева , М.Ямалетдинов, Р.Хисәметдинова г) З.Биишева, М.Аҡмулла, М.Ғафури 49) Өс халыҡ уны үҙенең шағиры итеп һанай. Кем ул? а) М.Аҡмулла б) М.Ғафури в) Ш.Бабич г) Ҡ.Аралбай 50) Беҙҙең райондың йәшмәһенән эшләнгән ваза Рәсәйҙең ниндәй ҡалаһының музейын биҙәй? а) Һамар б) Ярославль в) Санкт-Петербург г) Пермь

Слайд 21

51) Һин алыҫта минең Ватаным, Тыуған төйәге аяулы. Ҡайтыр инем дә бит башҡорттар, Аяҡтарым минең бығаулы. Был шиғыр юлдарының авторы кем? а) Ш. Бабич б) М. Аҡмулла в) С. Юлаев г) Ғ. Туҡай 52) Өфө ҡалаһының тәүге исеме. а) Өфө б) Имән ҡала в) Ҡайын ҡала г) Стәрле

Слайд 22

53 ) Башҡортостандың тәүге президенты кем? а) М.Рәхимов б) Р.Батыршин в) Ә. Сәлихов г) Р.Байдәүләтов 54) Дәүләт флагындағы йәшел төҫ нимәне аңлата? а) ғәҙеллекте б) татыулыҡты в) асыҡлыҡты г) тормош мәңгелеген 55) Ҡарағай бал ҡорттарынан бал алыу кәсебе тик Бөрйән районында ғына һаҡланып ҡалған. Ул нисек атала? а) ҡортсолоҡ б) солоҡсолоҡ в) балсылыҡ г) умартасылыҡ

Слайд 23

56 ) Бшҡортостанда тыуып үҫкән ниндәй рус яҙыусыһы исемендәге премия бар? а) А.С.Пушкин б) С.Аксаков в) В.Сидоров г) Л.Мохов 57) Ҡайһыһы башҡорт халҡының музыкаль инструменты түгел? а) думбыра б) ҡумыҙ в) мандолина г) ҡурай

Слайд 24

58 ) Башҡортҡа ғәскәри хеҙмәткә киткәндә нимәне үҙе менән алыу мотлаҡ булмаған? а) ҡоралын б) аҙыҡ-түлек в) аҡса г) атын 59) Учалы ҡасабаһына ҡасан нигеҙ һалынған? а) 1963 б) 1920 в) 1905 г) 1986

Слайд 25

60) Ша ғир-импровизаторҙы башҡорттар нисек атаған ? а) ҡурайсы б) ашуғ в) сәсән г) мәргән 61) Дәрәжәле титул, И.Грозный уны Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу үтенесе менән килгән башҡорт илселәренә биргән. г) тархан б) хан а) Бей в) солтан

Слайд 26

62) Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем боронғо төркиҙәр һәм башҡорттар кемгә табынған? в) хоҙайға б) аллаға а) Тәңрегә г) Амон-Раға 63) C .Юлаев ниндәй олоҫта тыуған? а) Ҡыр Көҙөй б) Шайтан Көҙөй в) Бәләкәй Көҙөй г) Ҙур Көҙөй

Слайд 27

64) Шүлгәнташ мәмерйәһе ниндәй районда урынлашҡан? а) Белорет б) Бөрйән в) Борай г) Архангель 65) Павел 1- се указы буйынса 1798 йылдың 10 апрелендә ниндәй система барлыҡҡа килә ? а) райондар б) кантондар в) өлкәләр г) волостар 66) Ҡолой кантонға ниндәй сифат тап килмәй ? а) үҙ хөкөмө үҙ ҡулында б) ҡанһыҙ в) изге г) яуыз

Слайд 28

67) Ирәндек тауының килеп сығышы ниндәй һүҙҙән? в) күрендек а) өйрәндек б) ирендек 68) 19 быуат башында француздар башҡорттарҙы нисек атап йөрөткән? в) төньяҡ амурҙары а) көньяҡ амурҙары б) көнсығыш амурҙары г) көнбайыш амурҙары 69) Кем ул Ҡаһым түрә ? а) сәсән в) шағир б) Рус-француз яуында ҡатнашҡан башҡорт полковнигы г) восстание етәксеһе

Слайд 29

The end


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Әминбәк" әкиәте буйынса презентация

Презентация 6-сы класс уҡыусылары өсөн төҙөлгән. Ниндәй һөнәр яҡшыраҡ, ниндәй һөнәр кәрәкле?...

XX быуат әҙбиәте темаһы буйынса презентация

Был презентацияны өҫтәлмә күргәҙмәлелек итеп башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин....

Ғәли Соҡорой ижады буйынса презентация

Әҙәбиәт дәрестәренә өҫтәлмә күргәҙмәлелек....

Ғилемдар Рамазанов ижады буйынса презентация

Әҙәбиәт дәрестәрендә ҡулланыу өсөн...