Башҡорт(дәүләт) теленән эш планы. 9 - сы класс (башҡорт төркөмө)
календарно-тематическое планирование на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Башҡорт(дәүләт) теленән эш планы. 9 - сы класс (башҡорт төркөмө)

Скачать:


Предварительный просмотр:

 Министерство образования Республики Башкортостан

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

лицей №3 МР Учалинский район РБ

                             

«УТВЕРЖДЕНО»

Директор МБОУ лицей № 3

У.М. Яппаров      __________                            

Приказ № 341«29» августа 2017 г.

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по учебно-воспитательной работе

Тимербаева Г.Ф. ______________  

«РАССМОТРЕНО»

на заседании ШМО

(протокол № 2    от 28 августа 2017  г.)

Руководитель  ШМО

Усманова Д.А.          __________

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по научно-методической работе

Мухамедьярова Э.Ф.    ___________

                                                   

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА

 Башкирский язык (государственный)

для учащихся 9 в,г  классов 

Организация-разработчик: 

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №3 МР Учалинский район Республики Башкортостан

Разработчик:

Тулябаева Назира Исламовна – учитель первой квалификационной категории

Учалы

2017 г.

             

         

 

Йөкмәткеһе.(Содержание)

1.Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

2.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар ( Требования к уровню подготовки обучающихся)

3 .Уҡыу предметын үтәү шарттары ( Условия реализации учебного предмета)

4.Уҡыу предметының йөкмәткеһе(Содержание учебного материала)

 Ҡушымта (Приложение)

 Ҡушымта 1.Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

   

  Ҡушымта 2.Календарь-тематик планлаштырыу.

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование )

                      1.Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

                Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,  

- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,  

- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

   Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Учалы ҡалаһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhы 3 –сө лицейының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына башҡорт телен  уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.(Общая характеристика предмета)

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

-Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

-Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

-Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

-Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекеренде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү

-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;  

-Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;  

-Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү

.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

Танып белеү маҡсаты.

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

Үҫтереү маҡсаты.

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский).

Балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

-Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп- һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;  

-Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;  

-Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсат.

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

Белем биреү маҡсаты.

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4 йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5)үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.  

Ишетеп аңлау (аудирование):

 1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

 2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу; 4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

 5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.  

Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.  

Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2. матур яҙыу күнекмәләре;

3. байрам открыткалары яҙыу;

4. һүҙлек диктанты яҙыу.

2.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар ( Требования к уровню подготовки обучающихся)

1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;

9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

3.Уҡыу предметын үтәү шарттары ( Условия реализации учебного предмета)

 Кабинеттың йыһазланылышы.

-уҡытыусының өҫтәле,ултырғысы;

-ике урынлыҡ парталар, һәр уҡыусыға етерлек;

-сәскәләр һауыты, информацион стенд;

-темаларға иллюстрацион материалдар, презентациялар;

  Материаль - техник тәьмин ителеү.

Дәреслек

Предмет буйынса тәҡдим ителгән өҫтәлмә әҙәбиәт

Уҡыуҙа ҡулланылған техник саралар

Электрон әсбаптар

1

Башҡорт теле

9 класс

К.Әхмәтйәнов.Әҙәбиәт теорияһы. Өфө: Китап, 2004.

Телевизор

5- 6 кл. өсөн башҡорт теле.

2

Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том. Өфө: Китап,1995.

Видеомагнитофон

Башҡорт теле: Башҡорт мәктәптәренең 7 -8 кластары өсөн дәреслек.

3

Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том. Өфө: Китап,1997.

DVD

Башҡорт теле: Башҡорт мәктәптәренең 9-11 кластары өсөн дәреслек.

4

Башҡорт халыҡ ижады. 5-се том. Өфө: Китап,2000.

аудиокассеталар: Башҡорт әҙәбиәте V- XI кластар өсөн№2- №10

Башҡорт әҙәбиәте: Башҡорт мәктәптәренең 5 -9 кластары өсөн дәреслек.

5

Башҡорт халыҡ ижады. 10-сы том. Өфө: Китап,2006.

СД дисктар: М. Кәрим, Н. Нәжми, 3. Биишева, Р. Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар

6

Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

Урал батыр. Эпосты башҡарыусылар конкурсы.

7

Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа һәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006

Аҡмулла тауышы. М. Аҡмулла әҫәрҙәрен башҡарыусылар конкурсы

8

Әбсәләмов 3.3. Башҡортса-русса грамматик-орфографик һүҙлек. Рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары

видиокассеталар

9

өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 1993.

10

Ғәбитова. З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

11

Шарапов И. Ә. Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Өфө: Китап, 2007 й.

12

Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

Әҙәбиәт исемлеге

 Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров,  Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.

  1. .– Өфө: Китап, 2001
  2. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  4. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  5. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әбүбәкирова З.Ф.–  Өфө, 2006.
  6. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  7. Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  9. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар. Рауил Бикбаев. Өфө: Китап, 2001й.
  10. Әбсәләмов З.З. Башҡортса-русса грамматик-оргографик һүҙлек. Рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 1993й.
  11. Хажин В.И. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса кеҫә һүҙлеге. Өфө: Китап, 2006 й.
  12. Ғ.Ғ.Хөсәйенов һ.б. Башҡорт әҙәбиәте тарихы (6 томда). Өфө: Китап, 1990-1996й.
  13. Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү / Ишмѳхәмәт Шарапов. – Ѳфѳ : Китап, 2008. – 96 б.
  14. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2000й.
  15. Күсәйев А.Н. Русса-башҡортса техника терминдары һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2003й.
  16. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.
  17. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.
  18. Әхмәҙиев Р.Х. Драматургияла жанр формалары. Өфө: Китап, 2003 й.
  19. Сәлимов Н.Р. Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле. Өфө: Китап, 2003 й.
  20. Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965й.
  21. Шәхиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. Өфө: Китап, 2010 й.
  22. Әхтәмов М.Ә. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Өфө: Китап, 2008 й.
  23. Шарапов И. Ә. Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Өфө: Китап, 2007 й.

     

4.Уҡыу предметының йөкмәткеһе (Содержание учебного предмета)

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.  Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.

Сәсәндәр ижады .

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Салауат Юлаев .

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Аҡмулла .

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Өмөтбаев .

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Ризаитдин Фәхретдин .

Р. Фәхретдиндең тормошо һәм ижады. Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре.

Сафуан Яҡшығолов .

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов.

Ф. Сөләймәнов «Тимербай – ҡурайсы”. Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары.

Мәжит Ғафури .

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Ш.Бабич .

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

                                                                                                                                                                 Ҡушымта 1.

Ҡушымта 1.Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

 

9в,г

1

Контроль диктант. Октябрь.

21.10

2

Изложение. Һандуғас тауышы.

16.12

3

Инша. Әҙәплелек ҡағиҙәләре.

17.03

4

Ижади диктант. Август кисе.

5.05

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…

Билдәләр

Йөкмәтке һәм телмәр грамотлылыҡ

“5”

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

 2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин. 3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

“4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһе 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы булыуы мөмкин. 7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин

“3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

 4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин. 10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин.

“2”

1. Эш теманы асмай.

 2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән. 12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата.

                                                                                                                                 

                                                                                                                                 Ҡүшымта 2.

Ҡушымта 2.Календарь-тематик планлаштырыу.

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование  )

Эш прогаммаһы  33 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

1-се сирек- 9в,г-9 с.

2-се сирек- 9в,г-8 с.

3-сө сирек- 9в,г-10с.

4-се сирек- 9в,г-6 с.

Контроль эштәр иҫәбе

I

II

III

IV

итого

диктант

1

-

-

1

2

 изложение

-

1

-

-

-

инша

-

1

1

-

1

Үҙ аллы эш

-

-

1

-

1

                                                       

                                                   

Календарь-тематик план

Тема

Сәғәт

Үткәрелеү ваҡыты

Иҫкәрмә

һаны

Календарь      буйынса

Фактик

1

1-СЕ СИРЕК (17 СӘҒӘТ)

Халыҡ ижады тураһында төшөнсә.Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

2.09

2.09

2

Эпос тураһында төшөнсә. «Урал батыр» эпосы. Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре.

1

9.09

9.09

3

Урал батыр эпосы.

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1

16.09

16.09

4

 «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

1

23.09

23.09

5

 «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы.Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1

30.09

30.09

6

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар. Мәхмүд "Кашғари, Йософ Баласағуни.

1

7.10

7.10

7

"Кол Ғәли. «"Кисса-и Йософ». Теҙмә ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙың төрҙәре.

1

14.10

1410

8

Контроль диктант. Октябрь.

1

21.10

21.10

9

"Котобтоң «Хөсрәү вә Ширин" поэмаһы. Хаталар өҫтөндә эш.

1

28.10

28.10

Ic.-9 c.

10

С.Сарай, Хәрәзми поэмалары Х.Кәтиб ижады.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

1

11.11

11.11

11

Милли колониаль иҙеүгә ҡаршы

көрәш. «Батыршаның батшаға яҙған

хаты».

Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.

1

18.11

18.11

12

""Куҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" эпосы.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

1

25.11

25.11

13

Йырауҙар, һабрау. Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.

1

2.12

2.12

14

 Сәсәндәр ижады. Аҡмырҙа менәнҠобағош

сәсәндең әйтешкәне. Эйәрсән һөйләм

 төрҙәре.

1

Изложение. Һандуғас тауышы

1

9.12

9.12

15

1

16.12

16.12

16

Байыҡ сәсән. «Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне». Эйә һөйләм.Хәбәр эйәрсән һөйләм

1

23.12

23.12

17

Салауат Юлаев ижады. Азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тултырыусы эйәрсән һөйләм.

1

30.12

30.12

II c. -8c

18

«Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып» ҡобайыры Хәл һөйләмдәр. Рәүеш, ваҡыт,урын сәбәп  һөйләм.

1

20.01

20.01

19

Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди. Маҡсат һөйләм. ».Күләм-дәрәжә,маҡсат һөйләм.

1

27.01

27.01

20

Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы.

Шарт, кире һөйләм.

1

3.02

3.02

21

Ғәли Соҡоройҙоң тормош һәм ижад юлы.

Кире һөйләм.

1

10.02

10.02

22

М.Аҡмулланың ижады һәм тормош

юлы. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.

1

17.02

17.02

23

Аҡмулланың шиғыр- ҡобайырҙары. Теҙемдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

1

24.02

24.02

24

М. Өмәтбаевтың тормош юлы һәм ижады.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр

1

3.03

3.03

25

М М. Өмәтбаевтың шиғырҙары. «Ҡайыш илә Йүкә" мәҫәле.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.

1

10.03

10.03

26

Инша. Әәҙәплелек ҡағиҙәләре.

17.03

17.03

27

Р. Фәхретдиновтың әҙәби эшмәкәрлеге.

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау.

1

24.03

24.03

III c.-10 c.

28

Сафуан Яҡшығоловтоң тормошо һәм ижады.

Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары.

1

7.04

7.04

29

Ф. Сөләймәнов.Тимербай ҡурайсы. Ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

1

14.04

14.04

30

М. Ғафури. Тормошо һәм ижады. М. Ғафури шиғырҙары . Йәйәләр һәм тырнаҡтарҙың ҡуйылыу осраҡтары.

1

21.04

21.04

31

Ш. Бабичтың тормошо һәм ижады .һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары. Ҡабатлау.тл ь    ь            …      

1

28.05

28.05

32

   Ижади диктант. Август кисе.

5.05

5.05

33

Хаталар өҫтөндә эш.

Үтелгәндәрҙе  ҡабатлау.

12.05

12.05

IV c.-6 c.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс

Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...

5 класс өчен татар теленнән эш планы

Татарстан республикасы Азнакай муниципаль районы...