Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 6- сы класс
календарно-тематическое планирование на тему
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 6- сы класс
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенәнэш планы. 6- сы класс | 671 КБ |
Предварительный просмотр:
Министерство образования Республики Башкортостан
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
лицей №3 МР Учалинский район РБ
«УТВЕРЖДЕНО» Директор МБОУ лицей № 3 У.М. Яппаров __________ Приказ № 341«29» августа 2017 г. | «СОГЛАСОВАНО» Заместитель директора по учебно-воспитательной работе Тимербаева Г.Ф. ______________ | |
«РАССМОТРЕНО» на заседании ШМО (протокол № 2 от 28 августа 2017 г.) Руководитель ШМО Усманова Д.А. __________ | «СОГЛАСОВАНО» Заместитель директора по научно-методической работе Мухамедьярова Э.Ф. ___________ |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА
Родной (башкирский) язык и литература
для учащихся 6 б класса
Организация-разработчик:
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №3 МР Учалинский район Республики Башкортостан
Разработчик:
Тулябаева Назира Исламовна – учитель первой квалификационной категории
Йөкмәткеһе (Содержание)
1.Аңлатма яҙыу . (Пояснительная записка) ---------------------------------------------------------
2. Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.
(Планируемые результаты освоения учебного предмета)
2.1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.
(Планируемые результаты освоения учебного предмета) --------------------------------------
2.2.Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырған һөҙөмтәләргә өлгәшеү технологиялары һәм методтары.
(Педагогические технологии и методы достижения планируемых результатов в рамках учебного предмета ) -----------------------------------------------------------------------------------------
2.3.Уҡыу предметының үтәлеү шарттары .
(Условия реализации учебного предмета) ---------------------------------------------------------------
3.Уҡыу предметының йөкмәткеһе
3.1.Уҡыу предметының йөкмәткеһе. (Содержание учебного предмета) --------------------------
Ҡушымталар .(Приложения)
Ҡушымта 1. Контроль эштәр (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы) ----
Ҡушымта 2. Календарь-тематик планлаштырыу(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование) -------------------------------------------------------------------------------
1. Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)
Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. БашҡортостанРеспубликаһының мәғариф системаһы алдындаҡуйылған төп бурыс – ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.
Был эш программаһындафедеральһәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.
-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу,башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.
Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.
(Общая характеристика предмета)
Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.
Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:
-Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;
-Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;
-Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;
-Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү
-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;
-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;
Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;
Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.Этно-мәҙәни белем биреү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Танып белеү маҡсаты.
Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
Үҫтереү маҡсаты.
Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.
Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:
-Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп- һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
-Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
-Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
Тәрбиәүи маҡсат.
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
Белем биреү маҡсаты.
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.
Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4 йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
5)үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
Ишетеп аңлау (аудирование):
1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу; 4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
Уҡыу телмәрен үҫтереү:
1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
3) тексты үҙаллы аңлыуҡыу;
4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
5) бәләкәй күләмл ешиғырҙарҙы яттан һөйләү.
Яҙыу телмәрен үҫтереү:
1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
2. матур яҙыу күнекмәләре;
3. байрам открыткалары яҙыу;
4. һүҙлек диктанты яҙыу.
2. Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.
(Планируемые результаты освоения учебного предмета)
2.1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.
(Планируемые результаты освоения учебного предмета
Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;
Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;
Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдеңәһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.
Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.
Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; өйрәтеү характерындағы
изложение,иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра
алыу.
Уҡыусыларҙың предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
(Требования к уровню подготовки обучающихся по предмету)
Шәхси һөҙөмтәләр (Личностные результаты):
1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
5. Һаулыҡты нығытыу.
Метапредмет һөҙөмтәләре (метапредметные)
1.Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
2.Башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
3.Уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре (предметные)
1.Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу: - тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау; - текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү; - программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.
2.Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.
3.Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.
4.Текстыкүсерепяҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙеижеккәбүлеү, юлданюлғакүсереү.
Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1.Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.
2.Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.
3.Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.
4.Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.
5.Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.
А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:
һөйләү телмәрендә:
-аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу; -элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
тыңлап аңлауҙа:
-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;
уҡыуҙа:
-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
-яҙыу техникаһына эйә булыу;
-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.
Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).
-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;
-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; -башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.
Социомәҙәни компетенция.
-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;
Б. Танып белеү сфераһы: -айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;
-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;
-ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; -үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;
В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:
-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡҡабул итеү;
-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Г. Эстетик сферала:
-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.
Д. Хеҙмәт сфераһында:
-уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.
2.2.Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырған һөҙөмтәләргә өлгәшеү технологиялары һәм методтары.
(Педагогические технологии и методы достижения планируемых результатов в рамках учебного предмета )
Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре, алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.
Тәжрибәле укытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. «Яңылыҡ асам» йәки «асыш яһайым» тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ. Дәрес шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел дәрестәре романтик, патриотик рухлы, «тылсымлы», «серле» булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта.
Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, «әҙәби вернисаж», «әҙәби кафе», «эште тикшереүселәр алып бара», «дәрес-аукцион» («белем баҙары»), «хәтер һынаш» («бәхетле осраҡ»), «дәрес-көс һынашыу», «дәрес-йыйын», «дәрес-лабиринт», «дәрес-хөкөм», «мөғжизәгә килә ышанғым», «ҡышҡы һабантуй», «лексик йәрминкә» һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел.
Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, укыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш. Был һәр дәресте лә уйнап-көлөп, күңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, теге йәки был дәресте билдәле бер уйын ҡалыбына һалыу - ауыр эш. Уҡытыусы ошо уйын ҡағиҙәһенә ярашлы итеп дәрестең структураһын төҙөргә, уҡыусылар теманы үҙләштереүҙе эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр. Мәҫәлән, «лингвистик һабантуй» үткәргәндә, һабантуй программаһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола, тик улар тел дәрестәрендә өйрәнелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрелгән дәрестәрҙә һәр уҡыусының булдыҡлылығына юл асыу, ижади эҙләнеүҙәренә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр хәл ителә. Стандарт булмаған дәрестәрҙе киңерәк ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй, телгә һөйөү тәрбиәләй.
Уҡытыуҙың теге йәки был методтарын, формаларын, сараларын мотлаҡ ҡулланыуҙы көсләп тағырға ярамай, һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәтелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, «Серле ҡумта», «Тылсымлы сәскә», «Серле тоҡсай», «Кем күберәк?», «Һүҙҙәр үреү», «Китек диктант», «Кире-мире», «Йомаҡ ҡойошоу», «Мәҡәл әйтешеү» һ.б. шундай исемдәр менән, «донъяны таныу юлы» булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. «Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә», «телдең рухы» тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә», - тигән М. Горькийҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була. "Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этаптарын, һәр этаптың алдында торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар". Бәләкәйерәк синыфтарҙа Л.В.Петрановская классификацияһы буйынса уҡыу уйындарынан дидактик, лексик, грамматик уйындар, комбинаторлы уйындарҙан һүҙ менән эш итә торған кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, шарада, башватҡыстар ҡулланылһа, юғары синыфтарҙа аналитик, контекслы уйындар маҡсатҡа ярашлы файҙаланыла.Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау, һүҙҙәрҙе һөйләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда лексик уйындар ойоштороу отошло.
2.3.Уҡыу предметының үтәлеү шарттары .(Условия реализации учебного предмета)
Кабинеттың йыһазланылышы.
-уҡытыусының өҫтәле,ултырғысы;
-ике урынлыҡ парталар, һәр уҡыусыға етерлек;
-сәскәләр һауыты, информацион стенд;
-темаларға иллюстрацион материалдар, презентациялар;
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.
1.Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
2.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
3.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. 4.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
5.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
Китап, 2006.
6.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
Төп әҙәбиәт.
1Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн Тикеев Д.С.,Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008
2.Салихова М.Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (5-11-се кластар өсөн) - Өфө: Китап, 1997.
3.Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы.5- 11 -се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма–Өфө:
Өҫтәлмә әҙәбиәт.
1.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
2.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
3.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
4Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
5.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
6.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
7.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.–Өфө:Эшлекле династия, 2008.
Материаль-техник ҡулланмалар.
- телевизор;
- видеомагнитофон;
- магнитофон;
- мультимедиапроектор;
- электрон таҡта.
3.Уҡыу предметының йөкмәткеһе.
3.1.Уҡыу предметының йөкмәткеһе. (Содержание учебного предмета)
6 класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:
-Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;
-Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;
-Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;
-Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренәталаптар;
-Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.
Йырым минең- Башҡортостан– 1 сәғәт
Узған ғүмер-ҡалған хәтер- 1 сәғәт
Ил һаҡлап, азатлыҡ даула. –1 cәғәт.
Төнъяҡ амурҙары- 1 сәғәт
Башҡорт автономияһы өсөн көрәш-1 сәғәт
Уралып ятҡан Уралтау – 1 сәғәт
Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын – 1 сәғәт.
Тау башында балҡый бер ҡала – 1 сәғәт
Башҡорт йолалары, аштары – 1 сәғәт
Башҡорттар китте һуғышҡа – 1 сәғәт.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады -1 сәғәт
Бронғо әҙәби ҡомартҡылар-1 сәғәт.
Сәсәндәр ижады -1 сәғәт
Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары – 4 сәғәт
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау- 2 сәғәт
Исем-5 сәғәт
Сифат-5 сәғәт
Алмаш-3сәғәт
Һан-2 сәғәт
Ҡушымталар .(Приложения)
Ҡушымта 1.
Контроль эштәр (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы)
6б | ||
1 | Контроль диктант.Ҡарабаш турғай. | 18.10 |
2 | Инша. Тыуған илем. | 13.12 |
3 | Контроль диктант. Тәҙрә төбөндәге түтәлдәр. | 14.03 |
4 | Изложение. Яҙ күренештәре | 10.05 |
Баһалауҙың төп критерийҙары (Критерии и нормы оценки знаний, умений и навыков обучающихся )
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү
Билдәләр | Йөкмәтке һәм телмәр грамотлылыҡ |
“5” | 1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фактик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла. 4. Эштең һүҙлеге бай. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин. 3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин. |
“4” | 1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин. 5. Эштең стиле уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһе 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы булыуы мөмкин. 7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин |
“3” | 1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин. 10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин. |
“2” | 1. Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ. 4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән. 12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата. |
Ҡушымта 2.
Календарь-тематик планлаштырыу
(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование)
Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)
1-се сирек- 8 с.;
2-се сирек- 8с. ;
3-сө сирек- 11 с.;
4-се сирек- 7с.;
№ | Контроль эштәр | 1-се сирек | 2-се сирек | 3-сө сирек | 4-се сирек | Бөтәһе |
1 | Диктант | 1 | 1 | 2 | ||
2 | Инша | 1 | 1 | |||
3 | Изложение | 1 | 1 | |||
Бөтәһе | 1 | 1 | 2 | 4 |
Дәрестәр темаһы | Сәғәт һаны | Фак тик дата | Үткә релг. көн | Иҫкәрмәләр | |
1 | Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 6.09 |
| |
2 | Исем темаһын ҡабатлау. | 1 | 20.09 | ||
3 | Яһалма һәм ҡушма исемдәр. | 1 | 4.10 | ||
4 | Исемдәрҙең яһалышы. | 18.10 | |||
I c.-4 c. | |||||
5 | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. | 1 | 8.11 | ||
6 | Аңлатмалы диктант. Ҡарабаш турғай. | 1 | 22.11 | ||
7 | Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. | 1 | 6.12 | ||
8 | Сифат . | 1 | 20.12 | ||
II c.-4 с. | |||||
9 | Сифат.Сифат дәрәжәләре | 1 | 17.01 | ||
10 | Сифат буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | ||||
11 | Сифаттарҙың яһалышы.Үтелгәндәрҙе нығытыу. | 1 | 31.01 | ||
12 | Сифат мәғәнәһен алған исемдәр. | 1 | 14.01 | ||
13 | Алмаш.Зат алмаштары | 1 | 28.02 | ||
14 | Контроль диктант. Тәҙрә төбөндәге түтәлдәр. | 14.03 | |||
III c.-6 c. | |||||
15 | Алмаштарҙың төрҙәре. | 1 | 4.04 | ||
16 | Һан. | 1 | 18.04 | ||
17 |
Тәржемә эше. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 2.05 | |||
IV c.-3 c. |
Дәрестәр темаһы | Сәғәт һаны | Фактик дата | Үткәрелгән көн | Иҫкәрмә | |
1-cе семестр-8 дәрес | |||||
1 | Йырым минең-Башҡортостан. Ш.Бабич. Башҡортостан. | 1 | 13.09 | ||
2 | Уҙған ғүмер-ҡалған хәтер. С.Злобин.”Салауат Юлаев” | 1 | 27.09 | ||
3 | Ил һаҡлап-азатлыҡ даулап. Р.Бикбаев. ”Салауат ҡылысы” | 1 | 10.10 | ||
4 | Төньяҡ амурҙары .Башҡорт халыҡ йырҙары. ”Любизар”,”Кутузов” | 1 | 25.10 | ||
I c-4 c. | |||||
5 | Башҡорт Автономияһы өсөн көрәш. Р.Солтангәрәев.”Осто бөркөт” | 1 | 15.11 | ||
6 | Уралып ятҡан Уралтау. Я.Хамматов. “Ғайзулла” | 1 | 29.11 | ||
7 | Инша. Тыуған илем. | 1 | 13.12 | ||
8 | ” Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. Ағиҙел менән Яйыҡ”(риүәйәт) | 1 | 27.12 | ||
2-се семестр-9 дәрес | II. c-4 c. | ||||
9 | Башҡорт йолалары, аштары. Т.Ҡарамышева. “Кәкүк сәйе.” | 1 | 17.01 | ||
10 | Башҡорттар китте һуғышҡа . ”Зөбәй Үтәғолов.”Ж.Кейекбаев. | 1 | 31.01 | ||
11 | Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады. Көләмәстәр.М.Кәрим.”Азамат” | 1 | 14.02 | ||
12 | Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ. ”Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу.” | 1 | 28.02 | ||
13 | Сәсәндәр ижады. | 1 | 14.03 | ||
III c.-5 c. | |||||
14 | Башҡортостан халыҡ шағирҙары, яҙыусылары М.Кәрим.”Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.” | 1 | 4.04 | ||
15 | Ә.Атнабаев.”Салауат менән һөйләшеү.” | 1 | 18.04 | ||
16 | Изложение.”Яҙ күренештәре.” | 1 | 16.05 | ||
17 | Башҡортостан халыҡ шағирҙары, яҙыусылары.Йомғаҡлау. | 1 | 30.05 | ||
IV c.-4 c. | |||||
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»
Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һ...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 7 класс. Мәжит Ғафури «Ҡыр ҡаҙы»
М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу; әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 6 класс. Башҡорт милли аштары. Василий Власов «Башҡорт балы» (китаптан өҙөк)
Тәбиғәткә, бал ҡорттарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. Рауил Бикбаев. «Зәп-зәңгәр күк, ап-аҡ ҡар». Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.
Ҡышҡы матурлыҡты күреү, тойоу, тасуирлау һәләтенә өйрәтеү....
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 8- се класс.
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 8- се класс....
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 9- сы класс.
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 9- сы класс....
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 7- се класс.
Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 7- се класс....