Фәнни-эҙләнеү эше. Ҡаһарман юлы.
Вложение | Размер |
---|---|
Ҡаһарман юлы. М. Шайморатов. | 28.13 КБ |
Фәнни-эҙләнеү эше. Ҡаһарман юлы. М Шайморатов | 692.02 КБ |
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
лицей № 3 муниципального района Учалинский район
Республики Башкортостан
(МБОУ лицей № 3 МР Учалинский район РБ)
ДЕНЬ НАУКИ – 2016
Секция: (Башкирский язык)
Тема: «Путь Героя »
Автор работы: Бикбулатова Гульгина , обучающийся 8 А класса МБОУ лицей № 3 МР Учалинский район РБ
Руководитель: Тулябаева Назира Исламовна, учитель башкирского языка и литературы МБОУ лицей № 3 МР Учалинский район РБ
Учалы 2016
Ҡаһарман юлы.
Маҡсат: : 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлын , батырлығын өйрәнеү.
Инеш һүҙ
1941 йылдың 22июнендә илебеҙгәфашистар Германияһы баҫып инде. Ватанын һаҡларға бар халыҡ күтәрелде. Башҡорт халҡы ла ситтә ҡалманы. 1941 йылдың 17 ноябрендә үк ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм Халыҡ комиссарҙары советы “Ике кавалерия дивизияһы ойоштороу тураһында ” ҡарар ҡабул итә. Урындағы партия һәм совет органдарына йәһәт кенә башҡорт һәм татарҙар араһында 40 йәшкә тиклем һау-сәләмәт һәм әхлаҡи яҡтан тотороҡло кешеләрҙе һайлап алырға ҡушыла. Дивизиялар 112 һәм 113 һандары аҫтында формалаштырыла. Ҡорамалдарҙы бөтә Башҡортостан буйынса әҙерләйҙәр: пулемет тачанкаларын- Өфөлә, поход, аш-һыу бүлмәләрен-Белоретта, хәрби балталарҙы, кәйлә- тәпкеләрҙе,тимер-сымдарҙы киҫеү өсөн ҡайсыларҙы- Стәрлетамаҡта. Республика Хөкүмәте һәм партия өлкә комитеты урындағы етәкселәрҙән кавалерия частарына саҡырылған һәр кемде тейешле кейем һәм ҡорамал менән тәьмин итергә ҡуша. Сәйәси идаралыҡ, кадрҙар бүлегенә кесе, урта һәм идара итеүсе составты тәү сиратта, башҡорттар иҫәбенә тулыландырырға бойорола.
Штат расписаниеһы буйынса дивизияла 4000 кеше һәм 5650 ат иҫәпләнә. Барыһын да ҡышҡы һәм йәйге фома кейеме, аҙыҡ-түлек,ә аттарҙы бесән һәм һоло менән тәьмин итергә кәрәк була. Республиканың ике дивизия туплауға көсө лә, матди хәле лә булмай. Шунлыҡтан, берәүҙе-112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ғына туплау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Тәүҙә дивизияның 83 процентын башҡорттар тәшкил итә, тик команда составында ғына урыҫтар һәм татарҙар була. Дивизия өс полктан тора.
Дивизияның командиры итеп полковник Миңлеғәли Шайморатов тәғәйенләнә. Исеме йырҙарға ингән Урал бөркөтө,халҡыбыҙҙың легендар улы- Шайморатов генерал.
Батырҙың тормош юлы
Миңлеғәли Шайморатов 1899 йылдың15 авгусында Ҡырмыҫҡалы районының йәмле Биштәкә ауылында бишенсе бала булып донъяға килә.Ауылдағы дүрт класлы беренсе баҫҡыс земство мәктәбенә уҡырға инә, русса уҡырға һәм яҙырға өйрәнә.
“Бәләкәйҙән үк мыҡты кәүҙәле булып үҫте,- тип хәтерләй уның тураһында Ғәлимә апай.- Урта буйлы, киң күкрәкле, янып торған ҡара күҙле ағайым сос, йылғырлығы менән тиҫтерҙәрҙән айырылып торор ине. Ул күп һөйләмәҫ, әйткән һүҙенә тоғро, башлаған эшен аҙағынаса еткерер,бөтә төрлө яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныусан, ихлас күңелле булып хәтеремдә һаҡланған”.
Миңлеғәлиҙең күберәген алабута менән туҡланып, аслы –туҡлы йәшәгән саҡтарҙа ла күңеле көр була. Уҡыуҙан һәм эштән бушаҡан ваҡыттарын күбеһенсә урамда- иптәштәре менән һәр төрлө һуғыш уйындары уйнап, айыу балаһылай айпалышып уҙғара. Ауыл малайҙары менән бергә йәй көндәрендә үҙҙәренең Шкил йылғаһы быуаһында сумып-сумып “ өйрәк ҡыуышып” уйнар, ярҙан тороп балыҡ мәскәүләр йәки урамдың осонан-осона сәкән һуғыр, ә ҡыштарын ”Ташҡала минеке!” уйыны менән мауығыр була.
Миңлеғәли мәктәптә яҡшы ғына уҡый, иптәштәренә ярҙамсыл була, йыш ҡына уларҙы өй янына йыйып дәрестәрен әҙерләшә. Ул мәктәп йылдарында уҡ әҙәбиәткә мөкиббән китеп бирелә, кистәрен һуҡыр шәм йә сыра яҡтыһында йотлоғоп китап артынан китап уҡый, шиғыр ятларға, уны ҡысҡырып һөйләргә әүәҫ була. Уны иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны боронғо ҙур һуғыштар, атаҡлы полководецтар тураһында әҫәрҙәр була.
“Миңлеғәли ағайым Спартак, Александр Невский, Суворов, Кутузовтар тураһында беҙгә иҫе китеп һөйләй торғайны”,-ти Ғәлимә апай.
Апаһының хәтерләүҙәре буйынса,Миңлеғәли бәләкәйҙән егәрле булыу менән бергә тәүәккәл була.Һыуҙа батып барған Ташбулат исемле малайҙы ҡотҡарһа, дөрләп янған йылҡы аҙбарынан атты алып сыға.Шул ваҡиғанан һуң уны “утта янмай, һыуҙа батмай” тип йөрөтә башлайҙар.
Ауылдаштары Миңлеғәли Шайморатовтың бәләкәйҙән уҡ ат йәнле булыуын, һабантуйҙарҙа һыбай сабышыуын, шунда йыш ҡына беренселекте алыуын хайран ҡалып һөйләй.Үҫә төшкәс, ул һабантуйҙарҙа көрәшсе булып китә,1915 йылда Стәрлетамаҡта шул төбәктең атаҡлы батырын еңеп, бүләккә көмөш самауыр күтәреп ҡайта.
Ун алты йәшлек егет тап шул йылда Өфөгә килеп “Д.Д. Якимов вариҫтәренең тауар- пассажир пароходствоһы”на йөк тейәүсе булып эшкә урынлаша.
Граждандар һуғышы башланғас Колчак иҙеүе аҫтында интеккән Башҡортостанда аҡтар мобилизация үткәрә башлағас, Шайморатов етәкселегендә ауыл егеттәре аттарына атланып, партизан булып китәләр. Ҡыйыу егеттәр отрядының башында Шайморатов Блюхерҙең тимер ташҡынына барып ҡушыла, ошо мәлдән ғүмере буйы, һуңғы һулышынаса, һуҙылған уның яугир хәрби тормошо башланып китә.
Көнсығыш фронттың Көньяҡ төркөмө армиялары тарафынан Колчакка ҡаршы контрһөжүм башлана. Миңлеғәли Шайморатов та ошо дәһшәтлә айҙарҙа Көнсығыш фронттың ҡыҙыл һуғышсыһы була, ҡанлы көрәштең үҙәгендә ҡайнай.С.М. Буденыйҙың 1-се Атлы армияһы менән аҡ пандарға ҡаршы иңгә-иң терәп һуғышып, Днепрҙан Бугҡа тиклем данлы яугир юл үтә,аҡ поляктарҙан Украинаның тиҫтәләрсә ҡалаларын, ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша. Был һуғыштарҙа айырыуса М.М. Шайморатовтың эскадроны ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәтә. Пенязевич тигән бер утрауҙан дошман отряде ҡыҙылдар тылына сапҡын яһарға йыйыныуын ишетеп, Шайморатов үҙенең эскадроны менән көтмәгәндә утарҙы баҫып ала, ҡаушап ҡалған поляктар аҡ флаг күтәрә,815 һалдат һәм офицер,931 ат ҡыйыу егеттәр ҡулына төшә. Башҡорт һуғышсыларының ошондай ҡаһарманлығы командование приказдарында билдәләнә, ҡырҡтан ашыу командир, политработник һәм ҡыҙыл армеецтәргә дәүләтебеҙҙең ул саҡтағы иң ҙур наградаһы-Ҡыҙыл Байраҡ ордене бирелә. Шул иҫәптән Миңлеғәли Шайморатовтың да күкрәгенә Ҡыҙыл Байраҡ ордене беркетелә.
Артабан М. М. Шайморатовтың көрәш юлы шул көндәрҙә тап М. В. Фрунзе киткән яҡҡа- Көньяҡ фронтта һуғышыусы С. М. Буденыйҙың 1-се Атлы армияһының О.И. Городовиков командалыҡ иткән 2-се кавалерия корпусына барып тоташа. Шайморатов эскадроны Дондағы Ростов ҡалаһын,һуңынан Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат иткәндә ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Ул Малый Токмак, Никополь,Малые иБольшие Озерки, Марьевка, Грушевский ҡалалары өсөн барған һуғыштарҙың үҙәгендә була.
Мосолман һуғышсылар өсөн Ҡазанда кавалерия курстары асыла М. Шайморатов хеҙмәт иткән полк командованиеһе уны, яраһы уңалғас, шунда уҡырға юлландыра.
1921 йылдың урталарында Волга буйы кавалерия курстары араһында хәрби уйындар буйынса ярыш уҙғарыла. Миңлеғәли Шайморатов, үҙе лә көтмәгәндә, унда беренсе урынды ала. Бигерәк тә граната ырғытыу, трамплиндән һикереү, сабып барған ат өҫтөндә ҡылыс айҡау буйынса уны уҙыусы булмай. Кавказ фронтында хәлдәр киҫкенләшеү сәбәпле, октябрь баштарында курсанттарҙың бер өлөшөн 1-се Атлы армияға өҫтәмә көс итеп Ростовҡа ебәрергә тигән приказ алына. М.М.Шайморатовты ла С.М.Буденыйҙың 1-се Атлы армияһына оҙаталар, ҡабаттан эскадрон командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡыҙыл һыбайлылар Кавказда сит ил интервенттары һәм контрреволюция ҡалдыҡтарына – аҡ бандиттарға ҡаршы көрәш алып бара. Оҙаҡламай командующий приказы менән операцияла ҡатнашҡан батыр һуғышсыларға рәхмәт белдерелә, М.М. Шайморатовҡа иһә С.М. Буденый үҙ ҡулы менән революцияның хөрмәтле ҡоралын- исеме яҙылған көмөш ҡылыс тапшыра. Был ҡылысты М,М, Шайморатов һуңғы сәғәттәренәсә тағып йөрөнө.
Граждандар һуғышынан һуң да Шайморатов үҙенең хәрби белемен күтәреүҙе дауам итә. 1922 йылдан алып 1924 йылға тиклем ул йәнә Тамбовтағ, унан Мәскәүҙә ВЦИК ҡаршыһындағы Юғары дөйөм ғәскәри училещены өлгөлө тамамлай. Ә 1931 йылда ШайморатовтыМ.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияға уҡырға ебәрәләр.1931 йылда академияны алтын миҙал менән тамамлап сыға,Ҡыҙыл Армияның юғары белемле, әҙерлекле,күренекле офицерҙарының береһенә әйләнә(1936 йылдың 19 февралендә уға полковник званиеһы бирелә).
1940 йылдың декабрендә Миңлеғәли Шайморатов Ҡытайҙан Мәскәүгә саҡыртылып ҡайтарыла, ҡабаттан элекке вазифыһына- Кремелде һаҡлау буйынса полк командиры, бер үк ваҡытта Ҡыҙыл Армия Генштабының бүлек начальнигы урынбаҫары итеп ҡуйыла.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һуғыштың тәүге көндәренән алып фронтта була, генерал П. Доваторҙың кавлерия корпусы составында Мәскәүҙе һаҡлай. Фронттан саҡырылып ҡайтарылып, милли башҡорт дивизияһын етәкләү өсөнтыуған иленә-Башҡортостанға ебәрелә.
Полковник М. Шайморатов килеүгә дивизия тупланып бөтөп, хәрби әҙерлек барған була. Килгән көнөндә үкул офицерҙарҙың юғары составын йыйып,үҙеһәм алдағы бурыстар менән таныштыра.Хәрби әҙерлекте үҙе етәкләй. Командирлыҡ һәләте,ҙур хәрби тәжрибә, һуғыш талаптарын яҡшы аңлау үҙенекен итә. Полковник шәхси составтың һәр береһенә иғтибарлы, була,иң яҡын көрәштәштәре хаҡында күберәк белергә тырыша.
1942 йылдың22 март аҙағында һәм апрель баштарындадивизия частарын ғәмәлдәге армияға әҙерләү һәм ебәреү буйынса эштәр башлана. Апрелдә дивизия Дим станцияһынан фронтҡа китә. Шул уҡ йылдың10 ноябрендә М.М. Шайморатовҡа Брянск һуғышындағы хеҙмәттәре, хәрби хәрәкәттәрҙе яҡшы ойошторғаны өсөн генерал –майор исеме бирелә
1943 йылдың февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Ворошиловградты азат итеү маҡсатында дошман тылына рейдҡа ебәрелә Ошо уҡ көндә 8-се кавалерия корпусына 7-сегвардия кавалерия корпусы тигән исем бирелә.Ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы16-сы гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһы тип йөрөтөлә башлай.
1943 йылдың 23 февралендә йыйылма отряд рейдтан сығырға һәм, дошмандың оборона линияһын өҙөп,үҙебеҙҙең ғәскәрҙәр менән ҡушылырға бойороҡ ала. Рейдтан сыҡҡан ваҡытта ЧернухиноДебальцево районы тирәһендә дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов һәләк була. Сигенеүсе һалдаттар уның кәүҙәһен был көндә сығара алмай. Оҙаҡ ваҡыт генерал-майор хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1947 йылдың июнендә генә, гвардия генерал-майоры Сабир Ҡадиров инциативаһы буйынса урындағы халыҡ ярҙамында уның ерләнгән урыны табыла һәм шәхесе асыҡлана. М.М.Ш айморатовтың кәүҙәһе Ворошиловград өлкәһенең Ивановка районындығы Петровское тигән ауыл янына күсерелеп ерләнә.
М.М Шайморатовтың үлеменән һуң дивизия командиры итеп полковник Григорий Белов тәғәйенләнә.
М. М.Шайморатов командалығы ваҡытында уҡ дивизия кавалеристары ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Тарихта ул ул “Атаевсылар ҡаһарманлығы” исеме аҫтында билдәле. 1943 йылдың 21 ғинуарына ҡарата төндә Көнсығыш Украинаның Белая Калитва ҡалаһы янында лейтенант Аннаклыч Атаев етәкселегендәге 30 һалдат 79,9 бейеклеген яулап ала. Ике тәүлек дауам иткән ҡаты алыштарҙа дошмандың300 һалдаты , өс танкыһы, бронетранспортерҙары ҡ ителә. Көстәр тигеҙ булмай, кавалеристарға ҡаршы немец автоматсылары, танкылары ут аса. Беҙҙең һалдаттар ғәйрәтләнеп алыша, күптәр һәләк була, әммә сигенмәйҙәр.бейеклекте яулап алалар. Генерал Миңлеғәли Шайморатов уларҙың барыһын да Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итә, әммә был исем уларҙың командирыА.Атаевҡа ғына бирелә, ә башҡалар барыһы ла I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Был башҡорттар тарафынан эшләнелгән үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы тарихына 30 халыҡ ҡаһарманы тураһында легенда булып инеп ҡалған.
Беҙҙең яугирҙарҙың тиңһеҙ батырлығын Украина әле лә онотмай. Быны беҙ украин егете Борис Драпкиндың “Украинала уларҙы онотмайҙар” тип исемләнгән яҙмалары аша беләбеҙ.
Яҙыусы Мансаф Ғиләжев “Һуңғы һулыш” әҫәрен яҙыу өсөн 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу юлынан үтә. Ризван Хажиев та 2003 йылдың8 апрелендә “Йәшлек” гәзитендә “Исемһеҙ герой” мәҡәләһендә генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүһе юллау мәсәләһен ҡуя. Уны тәү тапҡыр ВКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары С.Ваһапов күтәреп сыға. Был хаҡта И. Сталинға яҙма рәүештә мөрәжәғәт итәләр. Ләкин ул яуапһыҙ ҡала. Ун йылдан һуң КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары З.Нуриев был мөһим эшкә тотона. Бары тик 1958 йылдың 23 июнендә, “хәтере” яңырған маршал С. Буденый, М. Шайморатовҡа,үҙе үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юлларға,тип яуап бирә. Ләкин билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ул хатта архивҡа тапшырыла. Өсөнсө тапҡыр был эшкә дивизия ветерандары тотона. Ул мөрәжәғәттә яуапһыҙ ҡала.
1970 йылдарҙа М. Шайморатовҡа Советтар Союзы исемен юллап йөрөүселәргә шул осорҙағы обком кәңәшселәре:”Был хаҡта һөйләп тә йөрөмә, яҙма ла. Дивизияның яҙмышы нисек булған, шулай ҡалһын,донъяны бутамайыҡ”,- тигән. Йөрәкте һыҙлатҡыс һүҙҙәр. Тап уларҙың аяҡ салыуы арҡаһында М.Шайморатовтың батырлығы рәсми раҫланмай ҡалып килә. Милли аңдың түбән булыуымы был? Әллә көнсөллөктән киләме бындай ҡараш? Башҡа милләттәр үҙ батырҙарын күккә күтәреп маҡтай. Әбеҙ донъяға билдәле булған дивизияның командирын юғалтыу сигендәбеҙ. Билдәле еңеүҙәр юғалтыуһыҙ булмай. Ул батырлыҡ, таһиллыҡ менән яулана.
Үҙҙәрен аямай, Тыуған ил өсөн иҫ киткес батырлыҡтар күрһәткән яугирҙар командирына, һис һүҙһеҙ Рәсәй Геройы исеме бирелергә тейеш. Уның өсөн был тәңгәлдә эште дауам итергә кәрәк.
Шуныһы ҡыуаныслы: материалдар тупланып, Әмир Тойғонов етәкселегендә М. Шайморатов тураһында документаль фильм төшөрөлә. Ә инде Рәүеф Насиров геройыбыҙ хаҡында “М. Шайморатов фажиғәһе” тип исемләнгән роман яҙҙы.
Ҡаһармандың тыуған ауылы уның исемен йөрөтә. 1964 йылдың 31 майында М. Шайморатовтың тыуған ауылында һәйкәл асыла.Авторы-скульптор Б.Д. Фузеев. Шулай уҡ уға арналған һәйкәлдәр Украинаның Луган өлкәһе Петровское ҡалаһында һәм Өфөлә ҡуйылған. Башҡортостандағы күп ҡалаларҙың урамдары батырҙың исемен йөрөтә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Ф.Х. Гумеров. Генерал Шаймуратов, Китап, Уфа-2010;
2.С.Р. Ҡадиров Урал бөркөтө, Китап, Өфө-1981;
3.Вахитов Ф.Н.,Камалова Н. И.Слава башкирскихконников, Китап,Уфа-2005;
4. “Йәшлек” гәзите, №93,11 август, 2007 йыл,”Легендар дивизияның легендар ,шәхестәре”;
5.” Йәшлек” гәзите, №52,53,8май, 2010йыл,”Шайморатов хаҡлы баһаға лайыҡ”;
6.”Йәшлек” гәзите, №22, 23февраль, 2008 йыл, ”Нәҫелемде юллай ...”торғас “65 йыл тула.
Слайд 1
Ҡаһарман юлыСлайд 12
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!
Развешиваем детские рисунки дома
Три загадки Солнца
3 загадки Солнечной системы
Ледяная внучка
В.А. Сухомлинский. Самое красивое и самое уродливое