Инша. Мин бәхетле тыуған еремдә!
Вложение | Размер |
---|---|
Инша. Мин бәхетле тыуған еремдә! | 18.7 КБ |
“Тыуған республикамды мин маҡтап йырлайым” конкурсы.
«Тарихың бай һинең, Башҡортостан!
Мин бәхетле тыуған еремдә!»
Башҡарҙы: Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учрежденияһы 3-сө лицейының
5 –се Г класы уҡыусыһы
Әхмәтшина Динара
Тикшерҙе: Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы
Һәр бер кешенең Тыуған иле була. Ниндәй генә илдә булһа ла, ҡайҙа ғына йөрөһә лә ғүмеренең иң ҡәҙерле минуттары үткән Тыуған иле уны тартып тора.
Нимә һуң ул Тыуған ил? Тыуған ил ул һин буй еткергән ер, һин тыуған ҡала, йә булмаһа ауыл, һинең ата-әсәң, дуҫтарың, тыуған яғың. Ни тиклем сит ерҙә рәхәт булһа ла, өйөң, ата-әсәң, дуҫтарың уйыңдан сыҡмаясаҡ. Сөнки Тыуған илде онотоп булмай. Ул һәр саҡ йөрәк түрендә. Юҡҡамы ни халыҡ :“ Алтын-көмөш сыҡҡан илдән тыуып-үҫкән ил артыҡ “- тигән.
Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, икенселәре - далалары, өсөнсөләре – һыуҙары, дүртенселәре урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр. Әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге- сиге булмаған ҡуйы ҡара урмандар, таштан- ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар – барыһы ла Башҡортостанда. Уның йөрәгенә күҙ ташлаһаң, ниндәй генә хазина юҡ унда. Алтын, баҡыр, тимер, аҫыл таштар, нефть, күмер……
Әммә тарихҡа күҙ һалһаҡ был ерҙәрҙә йәшәгән кешеләрҙең тормошо үтә лә ауыр булған. Бер яҡтан хандар һәжүм итһә, икенсе яҡтан халыҡты байҙар талаған. Ябай халыҡ ни тиклем бил бөгөп эшләһә лә, өҫтө кейемгә, тамағы ризыҡҡа туймаған. Үҙ иркен яҡлап башҡорт халҡы күп тапҡыр яуға күтәрелгән. 1557 йылда үҙ теләге менән урыҫ дәүләтенә ҡушылған. 1812 йылда Бородино яланындағы һуғышта ла башҡорт халҡы һуғышҡан, уларҙың ҡайһы берәүҙәре Парижға тиклем барып еткән. Бының асыҡ миҫалы булып Ҡаһым түрә тора.
Быуаттар аша уҙып үткәндәргә күҙ ташлаһаң, миҫал булырҙай Ватандың данлыҡлы улдары бихисап. Шуларҙың береһе халҡыбыҙҙың легендар улы Салауат Юлаев.
Башҡортостандың байлығына ҡыҙығып рус байҙарының башҡорт ерҙәрен тартып алыуы башланғас Салауат Юлаев үҙ яҙмышын ил яҙмышы менән уртаҡ итә- Ватан һағына баҫа, ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем Ватаным, Тыуған илем тип, яна. Уның ни тиклем Тыуған илен яратыуын, тыуған халҡы өсөн борсолоуын уның шиғырҙарында ла күрәбеҙ.
Башҡорт халҡы яңы тормош төҙөү өсөн, азатлыҡ өсөн тир генә түгел, күп ҡан да ҡойҙо, ир-егеттәрен юғалтты. Быны бер ваҡытта ла оноторға ярамай.
Тыуған ил образы күп кенә шағирҙарыбыҙҙың. яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрендә, шиғырҙарында, поэмаларында яҡтыртыла. Башҡортостандың байлығы, матурлығы күп кенә халыҡ йырҙарында йырлана, рәссамдарыбыҙҙың картиналарында һүрәтләнә. Башҡорт ерҙәренең гүзәллеген көйгә һалған ҡурай үҙенең ғәжәп моңло тауышы аша Ватанымды бар донъяға таныта.
Мин Башҡортостанда йәшәүем менән сикһеҙ бәхетлемен. Республикам көндән-көн үҫешә, сәскә ата. Унда йөҙҙән ашыу милләт кешеһе бер туған һымаҡ татыу, тыныс тормошта йәшәй. Республикала кешеләрҙең яҡшы тормошон ойоштороуға барыһы ла эшләнгән:белем алыу медицина хеҙмәттәре менән файҙаланыу, ял итеү- барыһы ла бар. Әленән-әле йәшәү шартттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө программалар булдырыла.
Балалар үҫешһен, төплө белем алһын өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә тыуҙырыла. Бары тик тырышып уҡырға ғына ҡала.
Мин дә башҡорт халҡының бер вәкиле булараҡ Ватанымды сикһеҙ яратам һәм уның киләсәге өсөн борсолам. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ беҙгә башҡорт халҡының ғорур исемен һәм күркәм илен ҡалдырған. Беҙ ҙә был исемгә тап төшөрмәй уны ғорур йөрөтөргә,данлы эштәр менән генә биҙәп киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.
Йәш быуын үҙенең тарихын, мәҙәниәтен,телен, йолаларын белеп үҫергә, өйрәнергә тейеш. Тик шунда ғына башҡорт халҡы һаҡланып ҡаласаҡ.
Почему Уран и Нептун разного цвета
Муравьиная кухня
Мороз и заяц
Девочка-Снегурочка
Земля на ладонях. Фантастический рассказ